Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.27 ↑

EUR 89.48 ↑

23 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала берҙәм мәктәп формаһы комплектының хаҡы билдәле булды

Йәмғиәт

Башҡортостандың еңел сәнәғәт ассоциацияһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты балаларҙың теләген дә, техник талаптарҙы ла иҫәпкә алған мәктәп формаһы коллекцияһын әҙерләгән. Ошондай комплекттың хаҡы 4 мең һумдан артмай. Был хаҡта 25 июндә сираттағы «Мәғариф сәғәте»ндә билдәле булды. Уны онлайн режимында республика башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, күпселек мәктәптәр теге йәки был дәрәжәлә мәктәп формаһын ҡабул иткән дә инде. Айырым муниципалитеттарҙа берҙәм форма индереү миҫалдары бар.

Республиканың еңел сәнәғәт ассоциацияһы рәйесе Зөлфирә Ғәзизова халыҡ менән нисек эш алып барылыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Ассоциация вәкилдәре райондарға бара, халыҡҡа форманың өлгөләрен күрһәтә: бындай сараларға мөнәсәбәттәр ыңғай.

«Был – бик һиҙгер тема, бында арттырып ебәрмәү мөһим, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Ата-әсәләргә баҫым яһарға ярамай. Бының сифатлы һәм матур форма икәнен аңлатырға кәрәк. Идея бик һәйбәт, мин уны хуплайым. Әйҙәгеҙ, экспериментты 2024 йылға тиклем оҙайтайыҡ, миңә уның барышы тураһында хәбәр итеп тороғоҙ, ә һуңынан ҡарарбыҙ».

Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, кәңәшмәлә балаларҙың йәйге ялы һәм мәктәптәр, балалар баҡсалары ихаталарын төҙөкләндереү мәсьәләләре лә тикшерелде.

Уҡыусыларҙың ата-әсәләре һылтанма буйынса мәктәп формаһы моделдәрен ҡарай һәм балаһына оҡшаған комплектты һайлап алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1466377-v-bashkirii-ozvuchili-stoimost-polnogo-komplekta-shkolnoy-formy-edinogo-obraztsa/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть