Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.15 ↓

EUR 85.92 ↑

12 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың беренсе вице-премьеры Андрей Назаров «Башнефт»тең директорҙар советына инде

Иҡтисад

Башҡортостандың беренсе вице-премьеры Андрей Назаров «Башнефть» компанияһы директорҙар советының яңы составына һайланды, тип хәбәр итте «КоммерсантЪ — Башҡортостан».

Андрей Назаров советта элекке ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Олег Полстоваловты алмаштырҙы. «Роснефт»тең эске аудит хеҙмәте етәксеһе Геннадий Букаев та советтан сыҡты. Һуңғыһы урынына 2019 йылдың көҙөндә «Башнефть» президенты итеп тәғәйенләнгән Хәсән Татриев һайланды.

Совет составында Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов, «Роснефт»тең беренсе вице-президенты Павел Федоров, «Роснефт»тең вице-президенттары Урал Латипов — хәүефһеҙлек, Дидье Касимиро — эшкәртеү, нефть химияһы, коммерция һәм логистика, Елена Завалеева — статс-секретарь, Зелько Рунье — шельф проекттары, Андрей Шишкин — мәғлүмәтләштереү, инновациялар, Артем Пригода — президенттың планлаштырыу буйынса кәңәшсеһе ҡалды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылда «Башнефть» акцияларының 25 проценты республикаға күсте. Хәҙер Башҡортостан «Башнефт»тең 25,79% акцияһына эйә.  Төп пакет —«Роснефть» компанияһында (69,3%).  

https://www.bashinform.ru/news/1466000-pervyy-vitse-premer-bashkirii-andrey-nazarov-voshel-v-sovet-direktorov-bashnefti/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Башнефть
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть