Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.15 ↓

EUR 85.92 ↑

12 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала генерал Шайморатов тураһында спектаклдең репетицияһы бара

Мәҙәниәт

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында Флорид Бүләковтың «Шайморатов генерал» героик драмаһының репетицияһы бара. Спектакль күренекле шәхес – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә бағышлана.

Спектакль өҫтөндә саҡырылған режиссер – Туймазы театрының баш режиссеры Илнур Муллабаев эшләй. Ҡуйыусы рәссам – Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының театр сәнғәте өлкәһендәге «Тантана» дәүләт премияһы лауреты Валерий Яшкулов. Балетмейстер – режиссер, хореограф, бейеүсе Ярослав Францев. Композитор – Өфөнән йырҙар авторы Илсаф Вәдүтов.

«Шайморатов бөтәбеҙҙе лә, тәү сиратта, шәхес булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Беҙ уның дивизия командиры икәнен, полкты атакаға ебәреүен беләбеҙ, ә ул ниндәй кеше булған һуң? Был бик ҙур әһәмиәткә эйә. Спектакль аша үҙ версиябыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ», — тип һөйләне актер Вадим Ғилманов «Сибай-ТВ» телекомпанияһы сюжетында.

Премьера 7-8 июлгә билдәләнгән. Ләкин коронавирус пандемияһы арҡаһында залда тамашасылар булмай.  Проект «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1465815-v-bashkortostane-repetiruyut-spektakl-pro-generala-shaymuratova/

  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть