Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.15 ↓

EUR 85.92 ↑

12 август, Шаршамбы

Уфа   °

Молния

Башҡортостан «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына ҡушыла

Йәмғиәт

Еңеү тураһында йыр тәүге тапҡыр башҡорт телендә яңғырай. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ойошторған «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына ҡушыла. Ошо акция өсөн махсус рәүештә легендар йыр башҡортсаға тәржемә ителде. Тәржемә авторы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова әйтеүенсә, 45 йыл элек ошо йырҙы беренсе тапҡыр ишеткәс тә ул уның күңеленә ятҡан.

«Уны башҡорт теленә тәржемәләргә тәҡдим иткәс, юғалып ҡалдым хатта. Ошо йөрәккә үтеп ингән һүҙҙәрҙә әрнеү ҙә, шатлыҡ та бар. Шул фекерҙе туған телдә дөрөҫ итеп әйтеп бирергә, өҫтәүенә йырҙың тактына тура килтерергә кәрәк ине. Миңә музыкаль белемем ярҙам итте.Тәржемәм оҡшағаны өсөн шатмын. Хәҙер инде төрлө быуын уны русса ғына түгел, башҡортса ла йырлар тип ышанам», — тине Гүзәл Ситдиҡова.
Халыҡ хорында ҡатнашыусылар  легендар йырҙы башҡарыу өсөн Өфөнөң Еңеү паркына  йыйылды, уларға республиканың билдәле шәхестәре: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушанна Бабич, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова, популяр музыкант Заһир Зәйнетдин ҡушылды.

«Еңеү көнө» башҡорт телендә тәүге тапҡыр быйыл март аҙағында – республикала «Юғары әҙерлек» һәм изоляция режимы индерелгәнгә тиклем башҡарылды. Шул саҡта уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, Волга буйының башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, йырға видеоклип төшөрөлдө.

Был көндәрҙә Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендә яратҡан йырҙы туған телдәрендә йырлайҙар. Рус һәм Волга буйы халыҡтарының тағы ете телендә башҡарылған «Еңеү көнө» йыры эстафета буйынса – төбәктән төбәккә тапшырыла.  Ойоштороусыларҙың уйынса, «Беҙҙең Еңеү көнө» марафоны уртаҡ Еңеү өсөн берләшкән ҙур илдең берҙәмлеген символлаштыра.

Волга буйы федераль округының «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафоны Еңеү көнөнә тиклем ике аҙна алдан – 25 апрелдә Мордва Республикаһында башланды. Ә беҙгә эстафетаны Удмурт Республикаһы тапшырҙы.

Волга буйы төбәктәрендә төшөрөлгән видеороликтарҙы округтың бөтә телевизион каналдарында күрһәтәләр. Уларҙы #Волгабуйыфедеральокругыеңеүкөнө, #беҙҙеңеңеүкөнө хештегы буйынса YouTube-каналдарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.

Йырҙар округтың популяр радиостанцияларында яңғырай. «Беҙҙең Еңеү көнө» марафонын ойоштороусылар төрлө телдәрҙә башҡарылған йырҙы тотош илдең ҡала-ауылдарында күтәреп алырҙар тип ышана.

Ошо халыҡ акцияһына теләгән һәр кем ҡушыла ала.  

http://www.bashinform.ru/news/1444603-bashkiriya-prisoedinyaetsya-k-pesennomu-marafonu-nash-den-pobedy/

    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: марафон
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть