Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.43

EUR 90.37

1 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫән сағында уҡ иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла

Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге тапҡыр ветеран иҫән сағында уҡ иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. 15 апрелдә 100 йәшен билдәләргә тейешле Ришат Сәлих улы Исмәғилевтың яҡташтары шул турала һораған.

«Ул бик теремек һәм аралашыусан, әле Өфөлә йәшәй. Брест ҡәлғәһен обороналаған саҡта иҫән ҡалған аҙ ғына яугирҙәрҙең береһе булыуына ҡарамаҫтан (уның тәнендә әле һаман фашист бомбаларының ярсыҡтары бар), ул уникаль кеше, — тип яҙҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. — Яҡташтары уның өсөн ҡағиҙәнән ситләшеүҙе һорай».

Иҫтәлекле таҡтаташ Ришат Исмәғилев тамамлаған Кушнаренко һөнәри колледжында ҡуйыла. Шулай уҡ Байгилде ауыл лицейына ветерандың исеме бирелә.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөтәһенә лә ошондай кешеләргә тиңләшергә һәм ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1438609-v-bashkirii-pamyatnuyu-dosku-ustanovyat-pri-zhizni-veterana-velikoy-otechestvennoy-voyny/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть