Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.25 ↓

EUR 90.26 ↑

5 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Ғәлим Яҡупов – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе

Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында етәксе алмашынды. Йәмәғәт ойошмаһын Ғәлим Яҡупов етәкләй. Ҡарар бөгөн М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙған сираттан тыш ултырышта ҡабул ителде.

Ғәлим Яҡупов 1972 йылдың 3 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Профессиональ журналист. 1993 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында мөхәррир вазифаһында эш башлай. 2000-2004 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары – радиотапшырыуҙар студияһы директоры булып эшләй.

Һуңынан Новосибирскиға эшкә китә, унда «Новосибирск» бөтә Рәсәй телерадиотапшырыуҙар компанияһы» («Новосибирск» дәүләт телерадиокомпанияһы) федераль дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы филиалы директоры булып эшләй. 2007-2010 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары була.

2010 йылдың декабренән – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. 2011-2017 йылдарҙа – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры. 2017 йылдың мартында —Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары, һуңынан 2017 йылдың июлендә «Матч ТВ» федераль спорт телеканалының Екатеринбург филиалы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

2018 йылдан — «Вся Уфа» телеканалының генераль продюсеры.

Бынан алда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын Искәндәр Юлдашев биләне. Ул Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы башҡарма директоры итеп тәғәйенләнде.

http://www.bashinform.ru/news/1421230-rukovodit-ispolkomom-vsemirnogo-kurultaya-bashkir-budet-galim-yakupov/                      

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть