Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.85

EUR 90.46

30 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә скульптор Радик Хөсәйенов ҡапыл вафат булды

Мәҙәниәт

Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Өфөлә билдәле скульптор, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы доценты Радик Хөсәйенов ҡапыл арабыҙҙан китте. Уға 59 йәш ине.

Радик Хөсәйенов Кемерово ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе сығышы менән Благовар районының Күсәрбай ауылынан. 1983 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлаған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Н.А. Калинушкиндың уҡыусыһы.

Р.Хөсәйеновтың станокта башҡарылған скульптура әҫәрҙәре М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияһында.

1980 йылдан ул Бөтә Рәсәй, төбәк һәм республика күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан. Өфөлә «таштан скульптура» (1991,1992), Рязань (1992), Азов (1992) Бөтә Рәсәй скульптура симпозиумдарында ҡатнашыусы. Уның әҫәрҙәре юғарыла әйтелгән ҡалалар парктарында һәм скверҙарында ҡуйылған.

Р.Хөсәйенов (Р.Хәсәнов менән берлектә) — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Беренсе уҡытыусы» һәйкәле; Советтар Союзы Геройҙарына һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә бюстар авторы.

Уның әҫәрҙәре һынлы сәнғәт буйынса ил һәм республика баҫмаларында донъя күргән. Эштәрҙе «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты сайтында ҡарарға мөмкин.

Хушлашыу иртәгә, 3 мартта, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Өфө художество галереяһында була.

http://www.bashinform.ru/news/1420218-v-ufe-skoropostizhno-skonchalsya-skulptor-radik-khusainov/

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть