Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.28 ↓

EUR 86.62 ↓

6 август, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Баш ҡалала уникаль документтар һәм ҡыҙының хәтирәләре нигеҙендә Фәйзи Ғәскәров хаҡында китап донъя күрҙе

Мәҙәниәт

Өфөлә күренекле бейеүсе, хореограф, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Фәйзи Ғәскәровҡа бағышланған «Фәйзи Ғәскәров документтарҙа һәм ҡыҙының хәтирәләрендә» китабы баҫылып сыҡты. Автор һәм төҙөүсе – журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Дмитрий Ефремов китапты Ғәскәровтарҙың ғаилә архивындағы документтарға һәм фотоһүрәттәргә таянып яҙған, уларҙы маэстроның ҡыҙы Гөлнара Фәйзи ҡыҙы Айытҡолова (Ғәскәрова) баҫтырып сығарырға хәл иткән.

«Улар (документтар һәм фотоһүрәттәр — Ред.) Фәйзи Әҙеһәм улы үткән ҡатмарлы тормош юлы хаҡында тарихи яҡтан дөрөҫ мәғлүмәттәр бирә. Уның башҡорт балетына һәм милли хореографияға нигеҙ һалыу эшенең мөһим яғын яҡтырта. Бында тәүге тапҡыр Ғәскәровтың ғаилә фотоһүрәттәрен күрергә, Фәйзи Әҙеһәм улының ҡатынына, дуҫтарына һәм фекерҙәштәренә яҙған хаттары менән танышырға мөмкин», — тип билдәләгән автор инеш һүҙҙә.

Китапта Ғәскәровтың  хаттары, документтары, ҡулъяҙмалары, бейеү элементтары төҙәтеүһеҙ баҫылған.

16 мартта «Торатау» конгресс-холында ансамблдең концерты барышында Фәйзи Ғәскәров тураһында китаптың исем туйы ойошторола.

http://www.bashinform.ru/news/1418421-v-ufe-vyshla-kniga-o-fayzi-gaskarove-na-osnove-unikalnykh-dokumentov-i-vospominaniy-docheri/

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть