Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.38 ↓

EUR 86.50 ↑

5 август, Шаршамбы

Уфа   °

VI Бөтә донъя фольклориадаһын яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт сараларына аккредитаця асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2020 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем Башҡортостан Республикаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыла. Ул Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларын үҙ эсенә ала. Биш ҡитғанан вәкилдәр, 80-гә яҡын ил һәм 100-ләгән коллективтың килеүе көтөлә. Быйылғыһы Фольклориада тарихында иң күләмлеһе булмаҡсы, тип ышана ойоштороусылар.

VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми сайтында рус, инглиз, испан һәм француз телдәрендә киң мәғлүмәт саралары өсөн аккредитация асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 17 июленән 1 авгусына тиклем үткәрелә.

Фольклориаданың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ойошторолған саралар тураһында мәғлүмәтте алдараҡ биреү күҙаллана.

Аккредитацияға һылтанмалар:

https://folkloriada2020.com/akkreditacziya-smi.html — рус

https://folkloriada2020.com/en/akkreditacziya-smi.html — инглиз

https://folkloriada2020.com/sp/akkreditacziya-smi.html — испан

https://folkloriada2020.com/fr/akkreditacziya-smi.html — француз.

Тулыраҡ —  VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1410878-otkryta-akkreditatsiya-smi-dlya-osveshcheniya-vi-vsemirnoy-folkloriady-2020/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть