Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.92 ↓

EUR 91.31 ↓

20 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы – ҡырғыҙ телендә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы ҡырғыҙ теленә тәржемә ителде. Ул быйыл уҡ баҫылып сығырға тейеш. Был турала «Башинформ» агентлығында Өфөлә барған халыҡ-ара тел конференцияһы йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында Ҡырғыҙстан ғалимы, филология фәндәре докторы, С.Айытматов исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Ибраим Абдулвәлиев хәбәр итте. Тәржемәнең авторы ла ул.

«Башҡорттарҙың героик «Урал батыр» эпосы менән мин беренсе тапҡыр 2015 йылда таныштым, — тип һөйләне ғалим. — Ул миңә шунда уҡ оҡшаны, һәм мин уны тәржемәләргә хәл иттем. Башҡорт һәм ҡырғыҙ телдәре бик оҡшаш, эшләүе еңел булды. Ҡайһы бер урындары миңә тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла ине. Мәҫәлән, башҡорт эпосының тәүге юлдары ҡырғыҙ телендәге кеүек үк яңғырай тиерлек. Бынан тыш, «Урал батыр»ҙың теле ҡырғыҙҙарҙың «Манас» эпосы теленә оҡшаш. Асылда, мин фольклор телен тәржемәләнем, был — боронғо тел, унда неологизмдар юҡ. Фольклор бит сюжеты менән генә түгел, теле менән дә һаҡлана. «Урал батыр»ҙы ошо йылдың аҙағына тиклем нәшер итергә ниәтләйбеҙ. Һәм беҙҙә, «Манас»ҡа өҫтәп, ҡырғыҙ телендә тағы бер героик эпос була».

Матбуғат конференцияһында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисаметдинова «Манас»тың башҡорт теленә 2017 йылда уҡ тәржемәләнеүен әйтте. Шул уҡ йылдың июлендә Бишкәктә ҡырғыҙҙарҙың башҡорт телендәге «Манас» эпосының рәсми презентацияһы уҙҙы.

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Глобалләшеү һәм полиэтник мөхит шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте: тәжрибә һәм перспективалар» конференцияһы асылды. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Новосибирск һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән ғалимдар йыйылды. Ғилми тел форумын ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Фәндәр академияһы, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, «Арҡаҙаш» фәнде һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк йәмәғәт фонды.

http://www.bashinform.ru/news/1370666-bashkirskiy-epos-ural-batyr-pereveli-na-kirgizskiy-yazyk/

                    

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть