Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.56

EUR 85.46

20 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың Хәтер көндәре уҙғарыла

Мәҙәниәт

29-30 апрелдә Өфөлә Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәре, актер, сценарист, режиссер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған саралар уҙғарыла.

29 апрелдә «Родина» кинотеатрында уның «Халҡым һағышы», «Туй», «Кәләш килә» фильмдары күрһәтелә. Хәтер кисәһенең программаһында:

• Әмир Абдразаҡовтың фильмдарын күрһәтеү,

• фотокүргәҙмә,

• сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм танылған Абдразаҡовтар ғаиләһе вәкилдәре менән аралашыу.

Инеү ирекле, көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

30 апрелдә Башҡорт опера һәм балет театрында Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Һоҡландым мин был донъяға» исемле концерт була. Концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Грэмми» премияһы лауреаты Илдар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, республика конкурстары лауреаты Рәфис Ишбаев, шулай уҡ республиканың төп ижади коллективтары: «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар ҡатнаша.

Киске сәғәт 7-лә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1302944-v-ufe-proydut-dni-pamyati-amira-abdrazakova/

          

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть