Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.44 ↓

EUR 90.44 ↓

27 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда тағы 15 яңы тәбиғәт паркы булдырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда тағы 15 яңы тәбиғәт паркы ойошторала. Әле 164 бар, улар республиканың туғыҙ районында урынлашҡан торф һаҙлыҡтары биләмәләре. Ошо хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев төбәк Хөкүмәте Президиумы ултырышында хәбәр итте.

«2015 йылдан республикала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын үҫтереү программалары сиктәрендә торф һаҙлыҡтарын һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып барылды. Дала һәм урман-дала зоналарында һаҡлаулы зоналар менән республика тәғәйенләнешендәге 15 айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре проектланған», — тине министр.

Был тәбиғәт объекттары урман-дала зонаһында урынлашҡан, өҫтәүенә уларҙың туғыҙы Урал алдында (Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә райондары), алтауһы Урал аръяғында (Әбйәлил, Учалы райондары). Илдар Һаҙыев һүҙҙәренсә, был объекттар тәбиғәтте һаҡлау сараларын ҡабул итеүҙе талап итә.

«Бөтә донъяла торф һаҙлыҡтары мөһим иҡтисади һәм экологик ресурс булып һанала. Торф һаҙлыҡтары экосистемалары биологик төрлөлөктө тотоп тороуға өлөш индерә, һыу әйләнешендә һәм климат үҙгәрештәре менән бәйле углеродтың глобаль циклында ҡатнаша. Торф һаҙлыҡтары СО2 һеңдерә, ләкин бүлеп сығармай, ә уны торфта туплай, шулай уҡ улар тирә-яҡ мөхиттең зарарлы матдәләрен туплау сифатына эйә, ер аҫты һыуҙарын таҙарта. Һыуға ҡытлыҡ булған дала һәм урман-дала райондарында һаҙлыҡтарҙың экологик роле айырыуса мөһим. Әгәр урмандар Ер шарының үпкәһе булһа, һаҙлыҡтар – уның бөйөрҙәре», —тип өҫтәне ведомство башлығы.

«Билдәләнгән һаҙлыҡтар Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған хайуандары һәм үҫемлектәре йәшәгән һәм үҫкән урын булып тора. Миәкә районында Ҡорманайбаш һаҙлығы дремлик популяцияһы һәм беҙҙең төбәк өсөн яңы үҫемлек төрө — Шутлеворт екәне табылыу менән үҙенсәлекле. Әбйәлил районындағы Сереккүл һаҙлығында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә һирәк осраған Европа аҡ буран турғайы йәшәй. Айырыуса Учалы районындағы Ҡасҡарҙы һаҙлығын билдәләп үтәһе килә. Уның майҙаны яҡынса 700 гектар, ә углерод ятҡылығы 500 мең тонна самаһы», — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институтының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм биологик ресурстар лабораторияһы мөдире Екатерина Богдан.

Шулай уҡ ултырышта Урал алдында «Асылыкүл» тәбиғәт паркы биләмәһендә урынлашҡан Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығын тергеҙеү һөҙөмтәләре тураһында барҙы. Бында дамба төҙөлдө, һөҙөмтәлә һаҙлыҡ экосистемаһы аҡрынлап тергеҙелә башланы, биләмәлә биотөрлөлөктөң артыуы күҙәтелә.

Белешмә

Әле республика биләмәһендә 164 тәбиғәт паркы бар, улар 30 113,9 гектар майҙанды биләй. Проектты раҫлағандан һуң ҡомартҡылар һаны 179-ға тиклем арта, дөйөм майҙаны 31 670,8 гектар тәшкил итә, һаҡлау зоналарын иҫәпкә алғанда – 32 621,7 гектар.

http://www.bashinform.ru/news/1216142-v-bashkirii-sozdayutsya-eshche-15-novykh-pamyatnikov-prirody/

Гөлфиә Акулова
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть