Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.56

EUR 85.46

20 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың йәмәғәт эшмәкәре иң яҡшы ғилми китап федераль конкурсында алтынсы тапҡыр еңеү яуланы

Йәмғиәт

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова алтынсы тапҡыр 2016 йылда иң яҡшы ғилми китап Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кафедраһы доценты «Педагогика һәм психология» номинацияһында еңеп сыҡты.

Уның республиканың мәғариф системаһында идара итеү үҙенсәлектәре хаҡындағы китабы теманы тәрән белеүе, заманса һәм аңлайышлы стилдә яҙылыуы менән уңыш ҡаҙанды. Китапта Ғәлиә Мөхәмәтйәнова мәғариф өлкәһендәге, атап әйткәндә, белем биреү менән идара итеү системаһындағы бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Илебеҙ мәғарифын үҫтереү фонды юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының һәм фәнни-тикшеренеү учреждениелары ғилми хеҙмәткәрҙәренең эштәрен тикшерҙе.

Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы сентябрь башында Сочиҙа «Бөтә Рәсәй юғары уҡыу йорто фәне аҙналығы» форумы барышында уҙа.

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть