Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Париж халҡы һәм ҡунаҡтары һабантуйҙы Эйфель башняһынан ҡараны

Мәҙәниәт

Европа үҙәгендә, Парижда, Марс майҙансығында милли һабантуй байрамы уҙҙы. Был көндө Эйфель башняһынан конкурстарҙы, спорт ярыштарын, шул иҫәптән милли көрәш бәйгеһен, бейеп-йырлағандарын, ҡурайҙа уйнағандарын һәм милли ашамлыҡтарҙы күҙәтергә мөмкин булды.

Йәмәғәт эшмәкәре Флүзә Хәйруллина һөйләүенсә, интернациональ сарала төрлө илдәр – Рәсәй, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Эстония вәкилдәре ҡатнашты. Байрамға ҡала мэры Анн Идальго ла килде.

Һабантуй – яҙғы баҫыу эштәре тамамланғандан һуң уҙғарылған байрам. Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә һәм 20-нән ашыу илдә билдәләнә. 4 июндә һабан байрамын Женева (Швейцария) һәм Клайпеде (Литва) ҡалаларында үткәреү күҙаллана. Эстонияла һабантуй июль уртаһында уҙасаҡ.

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть