Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Спорт

«Салауат Юлаев» Башҡортостан Республикаһы Кубогына эйә булды

Кисә Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы Кубогы-2018» тамамланды. Йолаға әүерелгән халыҡ-ара миҙгел алды турнирында быйыл шәхси осрашыуҙа еңеү иҫәбенә Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһын уҙып киткән «Салауат Юлаев» хоккейсылары еңеү яуланы.

Спорт

Республикала спортсыһы байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы

Башҡортостан вәкиле Илья Первухин Португалияла байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы. Рәсәй йыйылмаһы составында ул Кирилл Шамшурин менән 1000 метрлыҡ арауыҡта өсөнсө булды.

Спорт

Нефтекама халыҡ-ара хоккей турнирын уҙғарыуға дәғүә итә

Нефтекамаға ҡаланың 2019 йылдың апрелендә 16 йәшкә тиклемге юниор йыйылма командалары араһында хоккей буйынса «дүрт милләт» халыҡ-ара турнирын уҙғарыуға әҙерлеген һәм мөмкинлектәрен баһалау өсөн Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы вәкилдәре килде.

Спорт

Республика спортсыларҙы дәртләндереүгә 20 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән

Олимпия, паралимпия, сурдлимпия һәм үҫмерҙәр уйындарында, чемпионаттарҙа, кубоктарҙа, донъя һәм Европа беренселектәрендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн Башҡортостан спортсыларына матди дәртләндереү сараһы ҡаралған.

Спорт

Республикала «Салауат Юлаев» уйындарын башҡортса комментарийҙар менән ҡарарға мөмкин

Өфөлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының башҡорт телен белгән хоккей комментаторҙары конкурсының тәүге этабы тамамланды.

Тыңлау йомғаҡтары буйынса дүрт конкурсант һайлап алынды.

Спорт

«Рейнджерс» - «Өфө»: Европа лигаһының плей-офф раундына фараз

23 августа «Айброкс» стадионында Шотландияның «Глазго Рейнджерс» клубы Европа лигаһының плей-офф раунды сиктәрендә «Өфөнө ҡабул итә. Асылда футбол көйәрмәндәрен яңы тренерҙар: «Ливерпуль»дең һәм Англия йыйылмаһының элекке уйынсыһы Стивен Джеррардтың һәм Сергей Семактан һуң вазифаны ҡабул иткнән Мәләүез егете Сергей Томаровтың ҡаршы тороуы көтә.

Спорт

Башҡортостан биатлонсыһы Александр Бабчин Чехияла донъя чемпионатында ҡатнаша

Башҡортостан биатлоны тәрбиәләнеүсеһе 31 йәшлек Александр Бабчин 24-26 августа Чехияла донъя чемпионатында сығыш яһарға әҙерләнә. Әле спортсы Өфө спорт комплексында шөғөлләнә.

Спорт

Яҡташыбыҙ трамплиндан һикереү буйынса Континенталь кубокта көмөш миҙал яуланы

Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Илмир Хәзетдинов трамплиндан һикереү буйынса Континенталь кубок этабында уңышлы сығыш яһаны. Польшаның Щирк ҡалаһында үткән ярыштарҙа ул көмөш миҙал яуланы.

Спорт

«Салауат Юлаев» хоккей клубы системаһының дүрт хоккейсыһы һәм «Ағиҙел»дең өс уйынсыһы милли йыйылмаларға саҡырылған

«Салауат Юлаев» хоккей клубы системаһының дүрт уйынсыһы: ҡапҡасы Даниил Тарасов, һаҡсылар Александр Лязов, Марк Рубинчик һәм һөжүмсе Павел Шэн Рәсәй йәштәр йыйылмаһына (20 йәшкә тиклем) саҡырылған.

Спорт

Словенияның «Домжале» һөжүмсеһе «Өфө» менән оҙайлы контрактҡа ҡул ҡуйҙы

Һуңғы көндәрҙә «Өфө» футбол клубы тирәләй Словения һөжүмсеһе Ловро Бизяк менән килешеү төҙөүҙәре хаҡында хәбәрҙәр ҡуйырҙы. 14 августа Башҡортостан командаһы етәкселеге уның күсеүен рәсми раҫланы.

Спорт

«Салауат Юлаев» хоккей клубы Силәбе өлкәһе губернаторы кубогы өсөн көрәшә

14 августа Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы хоккейсылары Силәбе өлкәһе губернаторы кубогы өсөн көрәшә башлай. Улар менән бергә «миҙгел алды» трофейы өсөн көс һынашырға Магнитогорскиҙың «Металлург»ы, Омскиҙың «Авангард»ы һәм турнир хужалары — «Трактор» килгән.

Спорт

Республика шашкасылары Литвала Европа беренселегендә чемпиондарса сығыш яһаны

Вильнюста йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса XX Европа беренселеге тамамланды. Унда Башҡортостандан туғыҙ спортсы уңышлы сығыш яһаны.

Һуңғы көндә Рәсәй йыйылмаһы йәшен тиҙлегендәге программала өс алтын, дүрт көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы.

Спорт

Өфөнөң «Урал» клубы уйынсыһы донъя чемпионатына әҙерләнеү өсөн Рәсәй йыйылмаһына саҡырылған

Өфөнөң «Урал» клубы волейболсыһы донъя чемпионатына әҙерләнеү өсөн Рәсәй йыйылмаһына саҡырылған. 27 йәшлек һөжүмсе Игорь Филиппов икенсе тапҡыр Сергей Шляпников командаһына саҡырыу алды, тип хәбәр иттеләр «Урал» волейбол клубының матбуғат хеҙмәтенән.

Спорт

Өфөләрҙе биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудов менән ГТО нормаларын тапшырырға саҡыралар

Шәмбе, 11 августа өфөләрҙе «Башҡортостан» лайфстал үҙәге ҡаршыһында көтәләр. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы менән бергә «Йондоҙ менән ГТО» акцияһын үткәрә.

Спорт

«Өфө» футбол клубы «Краснодар» менән 13 августа уйнай, «Прогрес» менән яуап матчы 16 авгусҡа күсерелгән

«Өфө» менән «Краснодар» араһында Рәсәй Премьер-лигаһы матчын күсереү тураһында һөйләшеүҙәр бер нисә көн барҙы. Һөҙөмтәлә командалар һәм Рәсәй Премьер-лигаһы ил беренселегенең 3-сө тур уйыны, алдан билдәләнгәнсә, 13 августа «Нефтсе» стадионында Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 8-се яртыла уҙа.

Спорт

Динара Сафина республиканың ат спорты тарихында беренсе тапҡыр Рәсәй йәштәре спартакиадаһында «алтын» яуланы

Башҡортостандың ат спорты тарихында беренсе тапҡыр спортсы Динара Сафина Рәсәй йәштәренең IV йәйге спартакиадаһы барышында юғары награда яуланы. Республиканың ат спорты һәм биш төр ярыш буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе 135 сантиметрға тиклемге конкурста еңгәндән һуң пьедесталдың тәүге баҫҡысына күтәрелде.

Спорт

«Урал» волейбол клубында — яңы үҙәк һөжүмсе

Өфөнөң «Урал» волейбол клубы составын Денис Черейский тулыландырҙы. Үҙәк һөжүмсе республика командаһы менән бер йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә «Урал» волейбол клубының матбуғат хеҙмәте.

Спорт

«Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре Третьяк кубогында бронза миҙалдар яуланы

«Юлаевсы»лар 2005 йылғылар командалары араһында Третьяк кубогы өсөн халыҡ-ара хоккей турнирынан бронза миҙалдар менән ҡайтты. Башҡортостан хоккейы тәрбиәләнеүселәре төп трофей өсөн Рәсәйҙән, Швециянан, Чехиянан, Финляндиянан һәм Төньяҡ Американан 12 команда менән көс һынашты.

Спорт

«Өфө» футбол клубы Рәсәйгә УЕФА коэффициенттары исемлегендә Португалиянан алыҫлашырға ярҙам итте

2 августа «Өфө» футбол клубы Словенияның Домжале командаһы менән һөҙөмтәле тигеҙ иҫәпкә (1:1) уйнап, Европа лигаһының өсөнсө квалификация раундына сыҡты.

Спорт

«Урал» клубы уйынсылары пляж волейболы буйынса Рәсәй чемпионаты этабына юлланды

Өфөнөң «Урал» клубынан ике уйынсы пляж волейболы буйынса донъя чемпионаты этабына юлланды. Андрей Абрамов һәм Алексей Дорофеев Ҡазанда 1-5 августа үтәсәк ил беренселегенең дүртенсе этабында ҡатнаша.

Спорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть