Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Спорт

Футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһы Өфөнән 9 йәшлек ҡыҙҙың күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы

Өфөнән 9 йәшлек Сабина Серюкова күптән теләгән бүләкте алды. Уны махсус проект сиктәрендә ҡыҙ баланың күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһы уйынсылары ебәргән.

Спорт

2018 йылғы Олимпиадала бронза миҙал алған Семен Елистратов ҡасан Өфөгә ҡайтасағын һөйләне

Пхенчханда Олимпия уйындарында 1500 арауыҡта бронза миҙал яулаған Рәсәй шорт-трексыһы Семен Елистратов 26 февралдә башҡа спортсылар менән бергә Рәсәйгә әйләнеп ҡайтты.

Спорт

Шорт-трексы Семен Елистратов 2018 йылғы Олимпия Уйындары миҙалын музейға бирергә әҙер

2018 йылғы Олимпия уйындарында шорт-тректа бронза призеры Семен Елистратов РИА Яңылыҡтар агентлығына миҙалын йәш быуынды дәртләндерһен өсөн Рәсәйҙең Спорт министрлығы музейына бирергә әҙер булыуын белдерҙе.

Спорт

Рәсәй хоккейсылары 26 йыл эсендә тәүгә Олимпиадала еңеү яуланы

Рәсәйҙән олимпия атлеттары хоккей командаһы Олимпиадала еңеү яуланы. Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡаһын Василий Кошечкин һаҡланы.

Илебеҙ хоккейсылары һуңғы тапҡыр алтынды 1992 йылғы ҡышҡы Олимпиадала алды.

Спорт

Өфөлә майҙаны 700 квадрат метрлыҡ яңы спорт комплексы асылды

Мини-футбол, кроссфит, һауа акробатикаһы, волейбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү майҙансыҡтары. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн майҙаны 700 квадрат метрлыҡ Graviton спорт комплексында ошоларҙың барыһы ла бар.

Спорт

Өфөләрҙе йөҙөү буйынса ГТО нормативын тапшырырға саҡыралар

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлеген тикшерергә теләүселәр быны шәмбе, 24 февралдә, «Урал» йөҙөү бассейнында (Менделеев урамы, 219/1) эшләй ала.

Йөҙөү буйынса норматив 10, 15, 25, 50 метр арауыҡта (I – XI баҫҡыс, 6-70 йәштәгеләр һәм өлкәндәр) ҡабул ителә.

Спорт

«Башҡортостан» милли паркында балыҡ тотоу фестивале уҙғарыла

11 мартта «Башҡортостан» милли паркында балыҡ тотоу фестивале ойошторола, унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Ғәҙәти булмаған ярыштар Мәләүез районы Иштуған ауылындағы Ҡыҙыл күлдә уҙа.

Спорт

«Өфө» футбол клубы һөжүм итеүсеһе Вячеслав Кротов тәүгә атай булды

«Өфө» клубы футболсыһы 25 йәшлек Вячеслав Кротов тәүгә атай булды. Уның хәләл ефете Дарья 19 февралдә төндә уға ул бүләк итте. Был турала Башҡортостан клубының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр, һөжүм итеүсене атай булыуы менән ҡотлап.

Спорт

Республиканан йәш армрестлер Екатеринбургта Рәсәй беренселегендә өс алтын миҙал яуланы

Башҡортостандың Балтас районынан 16 йәшлек спортсы Рәдим Ғәлиуллин Екатеринбургта армрестлинг буйынса Рәсәй беренселегендә йәштәр араһында өс алтын миҙал яуланы.

Спорт

Төбәктә «Рәсәй саңғы юлы» ярышына 50 меңдән ашыу кеше ҡушылды

Башҡортостанда йыл һайын ойошторолған «Рәсәй саңғы юлы» ярышына ошо спорт төрөн үҙ иткән 50 меңдән ашыу кеше йыйылды. Сара өлкәндәрҙе һәм үҫеп килгән йәш быуынды даими рәүештә саңғы шыуыуға йәлеп итеү өсөн уҙғарыла.

Спорт

Омскиҙа аяҡтарын юғалтҡан Башҡортостан һалдаты Швецияла алтын яуланы

Өс йыл элек Омск эргәһендә казарма емерелгәндә ҡаты йәрәхәттәр алған Башҡортостандан Рөстәм Нәбиев Мәскәү өлкәһенең «Феникс» командаһында Швецияла следж-хоккей буйынса Европа ярыштарында алтын миҙал яуланы.

Спорт

«Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке генераль менеджеры яңы эш тапҡан

«Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке генераль менеджеры Леонид Вайсфельд Олимпия уйындары барған Пхенчханға командировкаға ебәрелгән. «Твиттер»ҙа комментатор Роман Скворцов хәбәре буйынса, Леонид Вайсфельд 2018 йылғы Олимпиадала Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһында хоккей матчтарына комментарий бирәсәк.

Спорт

Семён Елистратовҡа Олимпиадала бронза миҙал яулаған өсөн аҡсалата бүләк ҡаралған

Олимпия уйындарының бронза призеры Семён Елистратовҡа Башҡортостандан 500 мең һум күләмендә финанс ярҙамы ҡаралған. 2017 йылдың 11 декабрендә республика башлығы призлы урындар алған Башҡортостан спортсыларын һәм уларҙың тренерҙарын аҡсалата бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

Спорт

Рөстәм Хәмитов Семён Елистратовты Олимпиадала Рәсәйҙең тәүге миҙалы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша шорт-трексы Семён Елистратовты бронза миҙалы менән ҡотланы. Ул 2018 йылғы ҡышҡы Олимпиадала Рәсәй атлеттары өсөн беренсе награда булды.

Спорт

Пхёнчханда Семён Елистратов шорт-тректа тәүге олимпия миҙалын яуланы

Өфө спортсыһы Семён Елистратов шорт-трек буйынса 1500 метр арауыҡҡа тәүге олимпия миҙалын яуланы. Финал йүгерештә ул финишҡа өсөнсө булып килде. Шул рәүешле, Елистратов Рәсәй атлеттарынан беренсе миҙал алды, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары.

Спорт

Өфөлә «Рәсәй саңғы юлы 2018» ярышы уҙғарыла

10 февралдә Башҡортостанда «Рәсәй саңғы юлы 2018» ярышы ойошторола. Республикала төп майҙан итеп Өфө һайланған. Ярыш «Аҡбуҙат» ипподромында уҙғарыла. Сараны асыу тантанаһы — көндөҙгө сәғәт 12-гә, ҡатнашыусыларҙы бүләкләү 3-сө 20 минутҡа билдәләнгән.

Спорт

РФПЛ клубтарында киләһе миҙгелдән яңы вазифа барлыҡҡа килә – «Өфө»нөң генераль директоры

Рәсәй Премьер-лигаһының 2018/19 миҙгелендә бөтә клубтарҙа ла яңы вазифа барлыҡҡа килергә тейеш, ул – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән көйәрмәндәр менән эшләү буйынса белгес.

Спорт

Баш ҡалала үткән Рәсәй кубогы этабы спринтында Гараничев менән Нечкасова еңде

Шаршамбы, 7 февралдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында биатлон буйынса Рәсәй кубогының бишенсе этабы башланды. Беренсе еңеүселәр ҙә асыҡланды.

Рәсәй Биатлонсылар союзы хәбәрҙәре буйынса, ир-егеттәр араһында 10 саҡрымға спринтта Төмән өлкәһенән Евгений Гараничев «алтын» яуланы.

Спорт

Башҡортостан студенты кикбоксинг буйынса Рәсәй студенттары союзы чемпионаты еңеүсеһе булды

Силәбелә белем биреү ойошмалары студенттары араһында кикбоксинг буйынса Рәсәй студенттары спорт союзы чемпионаты тамамланды. К-1 бүлегендә 91 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты юридик факультетының 4-се курс студенты Иван Цыплаков беренсе урын алды.

Спорт

Башҡортостанда Волга буйы федераль округында ҡатнашыу өсөн көслө көрәшселәр асыҡланды

Башҡортостанда Волга буйы федераль округында ҡатнашыу өсөн көслө көрәшселәр асыҡланды. Октябрьскийҙа билдәле тренер Дмитрий Данилов иҫтәлегенә егеттәр араһында грек-рим көрәше буйынса ярыштар уҙҙы.

Спорт

Башҡортостан рапирасыһы Донъя кубогы этабында алтын миҙал яуланы

Рәсәй ҡыҙҙары Алжирҙа фехтование буйынса Донъя кубогы этабында ышаныслы еңеү яуланы. Башҡортостан спортсыһы Анастасия Иванова Инна Дериглазова, Марта Мартьянова һәм Светлана Трипанина менән берлектә халыҡ-ара ярыштарҙа алтын миҙалдар яуланы.

Спорт

Өфөлә конькиҙа йүгереү спорты буйынса бөтә Рәсәй ярыштары башлана

3 февралдә Өфөләге «Төҙөүсе» стадионында конькиҙа йүгереү спорты буйынса бөтә Рәсәй ярыштары башлана. Улар тотош илдәге конькиҙа йүгереү спортын һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәрҙе берләштерә.

Спорт

Башҡортостандан бобслейсы Илвир Хузинды ғүмерлеккә дисквалификациялау алынды

11 спортсыны ғүмерлеккә Олимпиадаларҙан ситләтеү 2018 йылғы уйындарҙың берәүһен төшөрөп ҡалдырыуға алмаштырылды. Улар иҫәбендә Башҡортостандан бобслейсы Ильвир Хузин да бар.

Спорт

Владимир Путин Пхёнчханда Олимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсылар менән осрашты

Шаршамбы, 31 ғинуарҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путин Пхенчханға ҡышҡы Олимпия уйындарына барасаҡ Рәсәй спортсылары менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостандан шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылмаһы ағзаһы Семен Елистратов та булды.

Спорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть