Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Спорт

Республика спортсылары парабадминтон буйынса Рәсәй кубогында алтын һәм көмөш миҙал яуланы

Ҡазан парабадминтон буйынса Рәсәй кубогының финал этабын ҡабул итте. Татарстандың баш ҡалаһына тотош илдән 54 спортсы йыйылды. Был ярыштарҙа Башҡортостан командаһы иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Спорт

«Салауат Юлаев» хоккей клубы «Адмирал»дың ҡапҡасыһы һәм капитан ассистенты менән килешеү төҙөнө

Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы Владивостоктың «Адмирал» командаһынан ике уйынсы менән хеҙмәт килешеүе төҙөнө, был хаҡта ул рәсми рәүештә иғлан итте.

Спорт

«Салауат Юлаев» хоккей клубы «Адмирал»дың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе менән килешеү төҙөнө

«Адмирал»дың 22 йәшлек хоккейсыһы Владимир Ткачев тирәләй имеш-мимештәр күп булды. 25 декабрҙә «Салауат Юлаев» Владивосток командаһының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе менән килешеү төҙөүен рәсми раҫланы.

Спорт

Өфөнән йәш спортсыны Беренсе каналда күрһәттеләр

Өфөнән 9 йәшлек Алексей Назаров Беренсе каналда Максим Галкиндың «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» шоуында үҙ һәләттәрен күрһәтте. Йәш спортсы күренекле алып барыусыға бер нисә алым күрһәтте, һуңынан ушу менән сығыш яһаны.

Спорт

Республиканың баш ҡалаһы тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй Кубогының тәүге этабын ҡабул итә

22 декабрҙә, Башҡортостандың баш ҡалаһында «Команда ярыштары» дисциплинаһында тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй Кубогының тәүге этабы башлана. Ил спортсыларын Өфө икенсе йыл рәттән үҙендә ҡабул итә.

Спорт

Төбәктә күпме уҡыусы баскетбол уйнай, кем гандболға нигеҙ һалған һәм ҡайҙа регбистар шөғөлләнә

«Башинформ» агентлығы республикалағы ҙур спорт хаҡында махсус проекттар серияһын дауам итә. Сиратта баскетбол, гандбол һәм регби. Бында һеҙ республиканың баскетбол лигалары, Өфөлә иң оҙаҡ уйнаусы гандболсы һәм баш ҡала регбистарының ҡайҙа шөғөлләнеүе тураһында белә алаһығыҙ.

Спорт

Республиканан фристайлсы Донъя кубогының беренсе этабында бронза миҙал яуланы

Ҡытайҙа фристайл буйынса Донъя кубогы этабында Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостандан Кристина Спиридонова сығыш яһаны. Беҙҙең спортсы рәсәйҙәр араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте һәм «акробатика» дисциплинаһында халыҡ-ара ярыштарҙа бронза миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Спорт

Баш ҡала студенттары 30 мең кешелек «Өфө» футбол клубының яңы стадионы өсөн проект әҙерләп, конкурста еңде

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Мария Егорова һәм Булат Бәҙретдинов Sika Awards архитектура конкурсы еңеүселәре иҫәбендә. Өфөләр 30 мең кешелек «Өфө» футбол клубының яңы стадионы проекты тәҡдим итте.

Спорт

Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов IBU кубогы этабында көмөш миҙал алды

Австрияның Обертиллиах ҡалаһында Башҡортостан биатлоны тәрбиәләнеүсеһе Эдуард Латипов Рәсәйҙең милли йыйылма командаһы сосотавында IBU кубогының өсөнсө этабында көмөш миҙал яуланы.

Спорт

Башҡортостан спортсылары каратэ буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Карина Ямасипова һәм Искәндәр Басареев каратэ буйынса Донъя кубогында 1-3 урындар алды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

Спорт

Өфөлә саңғыла йүгереү буйынса ГТО нормаларын тапшырырға теләүселәрҙе «Биатлон» комплексында көтәләр

Шәмбе, 16 декабрҙә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» төбәк тест үткәреү үҙәге 1,2 һәм 3,5 саҡрым арауыҡта саңғыла йүгереү буйынса норматив ҡабул итә. 6-70 йәштә һәм унан өлкән бөтә теләүселәр ҙә норматив тапшыра ала.

Спорт

Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Олимпия уйындарында флагһыҙ сығыш яһау ҡарары хуплау тапты

12 декабрҙә Олимпия комитеты йыйылышынан һуң 2018 йылғы Уйындарға флагһыҙ барырға булған рәсәйҙәрҙең ҡарарын хупларға ҡарар иттеләр.

«Олимпиадаға барырға теләгәндәрҙе, һис шикһеҙ, хуплайбыҙ, әммә бармаҫҡа булғандарҙың ҡарарына ихтирам менән ҡарарға саҡырабыҙ», — тип аңлатма бирҙе «Лента.

Спорт

Башҡортостан шашкасыһы Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында көмөш миҙал яуланы

Ҡытайҙың Хуайань ҡалаһы Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын ҡабул итә. Унда Башҡортостан вәкиле Александр Георгиев ҡатнаша. Яҡташыбыҙ тиҙ программала көмөш миҙал яуланы.

Спорт

Республиканан шорт-трек оҫтаһы Руслан Захаров 2018 йылғы Олимпия уйындары өсөн яңы квалификация алды

Әлегә ҡәҙәр донъя аренаһында Башҡортостандың шорт-трек мәктәбен танытыусы Руслан Захаров 2018 йылғы Олимпия уйындарына Пхенчхане ҡалаһына башҡа төбәк өсөн бара.

Спорт

Республиканың 100 йыллығына Башҡортостанда физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асыла

Межгорьела физкультура-сәләмәтләндереү комплексы файҙаланыуға тапшырыуға әҙер. Был объект «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына 100 объект» республика программаһы буйынса ремонтланған.

Спорт

Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 меңгә яҡын спортсы ҡатнаша – Рөстәм Хәмитов

2019 йылда Өфөләге LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 мең самаһы спортсы ҡатнаша. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашыуҙа белдерҙе.

Спорт

«Салауат Юлаев» Ярославлдең «Локомотив»ын отто – дүртенсе уйын рәттән еңеү

Ярославлдең «Локомотив»ы «Салауат»тың үҙ боҙондағы һуңғы уйынында Континенталь хоккей лигаһында рекордтан башланы: биш секундтан Бен Скривенстың ҡапҡаһына тәүге шайба осоп инде.

Спорт

Владимир Путин ил хөкүмәтенең Рәсәй спортсыларына 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуға ҡаршы төшмәйәсәген белдерҙе

Рәсәй спортсылары ил хөкүмәтенән Көньяҡ Кореяның Пхёнчхане ҡалаһында 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуға хуплау алды. Рәсәй Президенты Владимир Путин Горький автомобиль заводы эшселәре менән әңгәмәлә ил хөкүмәтенең Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуына ҡамасауламауын белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.

Спорт

Пхенчхандағы Олимпиадала Башҡортостандан 30 спортсының ҡатнашыуы ихтимал

Ошо көндәрҙә Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй спортсыларына «хөкөм» сығарҙы: 2018 йылда Пхенчхандағы Олимпиадала ҡатнашырға мөмкин, ләкин улар нейтраль флагтар аҫтында сығыш яһарға тейеш.

Спорт

Рәсәй спортсыларына 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль флаг аҫтында сығыш яһарға рөхсәт бирҙеләр – Халыҡ-ара олимпия комитеты

Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты рәйесе Томас Бах етәкселегендә ойошма Рәсәй йыйылмаһының 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыуы хаҡында ҡарар сығарҙы, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары.

Спорт

Сноуборд буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабында Өфө ҡыҙы Елизавета Сәлихова дүртенсе урын алды

Сноуборд буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабы «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгендә үтте. Унда Башҡортостандан был ҡышҡы спорт төрө вәкилдәре ҡатнашты. Елизавета Сәлихова яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Спорт

Башҡортостандан дүрт спортсы грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙалдар яуланы

Өс көн буйына Башҡортостан спортсылары В.Н. Анушкин иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында миҙалдар өсөн көрәште. 140-тан ашыу ошо спорт төрөн үҙ итеүселәр, шул иҫәптән Нефтекама көрәшселәре Соликамскиға йыйылды.

Спорт

Өфөнөң ҡаяға үрмәләүселәре Рәсәй йыйылмаһына инде һәм 2018 йылғы халыҡ-ара ярыштарҙа сығыш яһай

Екатеринбургта үткән Рәсәй кубогынан һуң, Өфөнән өс ҡаяға үрмәләүсе Рәсәй йыйылмаһына инде.

Ҡала спорт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнөң 11-се олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре өс миҙал яуланы.

Спорт

Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡанташыу шарттары иғлан ителде

Рәсәй спортсыларының Көньяҡ Кореялағы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыу ихтималлылығы буйынса Халыҡ-ара олимпия комитетының критерийҙары билдәле булды, тип хәбәр итә «РИА Яңылыҡтар» Inside the games порталына һылтанып.

Спорт

«Салауат Юлаев» овертаймда Мәскәүҙең «Динамо»һын еңде

«Юлаевсылар»ҙың ике «ҡоро» еңеүе артта ҡалды. Яңы ярышташ – Мәскәү «Динамо»һы. «Өфө-Арена»ла бик күп буш урындар ҡалды. Континенталь хоккей лигаһының рәсми сайтының статистикаһы буйынса, трибунала 5433 урын алынған.

Спорт

Тимур Сафин фехтование буйынса Гран-при этабында көмөш миҙал яуланы

Олимпия чемпионы, Башҡортостан фехтование мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Тимур Сафин Гран-при этабында көмөш миҙал яуланы.

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, яҡташыбыҙ Америка спортсыһы Александр Массиаластан ғына еңелде — 13:15.

Спорт

Халыҡ-ара бобслей һәм скелетон федерацияһы Илвир Хужинды ярыштарҙан ваҡытлыса ситләтеүҙе бөтөрҙө

Халыҡ-ара бобслей һәм скелетон федерацияһы (IBSF) Рәсәйҙең туғыҙ спортсыһынан ярыштарҙан ваҡытлыса ситләтеүҙе бөтөрҙө. Улар иҫәбендә Башҡортостан вәкиле Илвир Хужин, бобслей командаһы буйынса коллегалары – Алексей Пушкарёв, Александр Касьянов, скелетонсылар Елена Никитина, Ольга Потылицина, Мария Орлова, Сергей Чудинов, Александр Третьяков һәм Рәсәйҙең Бобслей һәм скелетон федерацияһы етәксеһе Александр Зубков.

Спорт

Республика хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский Милли хоккей лигаһында иң яҡшы ҡапҡасы булыуы мөмкин

Милли хоккей лигаһының рәсми сайтында белгестәр даими чемпионатта кәмендә 25 матчта уйнаған иң яҡшы ҡапҡасыға тапшырыла торған «Везина Трофи» наградаһына дәғүәселәр араһында фавориттарҙы билдәләне.

Спорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть