Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Спорт

Баш ҡала спортсылары каратэ буйынса Рәсәй беренселегендә алты миҙал яуланы

Өфөләге 12-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре юниорҙар араһында каратэ буйынса Рәсәй беренселегендә алты миҙал яуланы. Дәлиә Әсәҙуллина һәм Эрнест Шәрәфетдинов — алтын, Юлиә Коняева һәм Радмир Насиров — көмөш, 

Спорт

Республика спорты тәрбиәләнеүсеһе Гөлназ Ғөбәйҙуллина – Мысырҙа заманса биш төр ярыш буйынса донъя чемпионы

Мысырҙа Башҡортостандың заманса биш төр ярыш мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Гөлназ Ғөбәйҙуллина шәхси иҫәптә Рәсәй йыйылмаһына берҙән-бер алтын миҙал килтерҙе. Шулай уҡ ул рәсәйҙәр Анна Буряк һәм үҙ ваҡытында Башҡортостан спорты өсөн сығыш яһаған Ульяна Баташова менән бергә команда беренселегендә «көмөш» миҙал яуланы.

Спорт

Өфөлә «Салауат Юлаев» Ҡытайҙың «Куньлунь ҡыҙыл йондоҙо»на отолдо

Кисә «Салауат Юлаев» Пекиндың «Куньлунь Ред Стар» командаһы менән өйҙәге серияла өсөнсө матчты уйнаны. Һөҙөмтәлә уйын 1:2 иҫәбе менән тамамланды – икенсе шайбаны һуңғы минутта ҡытайҙар индерҙе.

Спорт

Нефтекаманың «Торос» командаһы – Прикамье хоккей кубогында икенсе

Пермь ҡалаһында Прикамье кубогына миҙгел алды хоккей турниры тамамланды. Үҙенсәлекле финалда Ҡурғандан «Урал аръяғы» һәм Нефтекаманан «Торос» осрашты. Ике команда ла был турнирҙа төп ваҡытта еңелмәне.

Спорт

Полина Егорова Америка Ҡушма Штаттарында йөҙөү буйынса донъя чемпионатында сығыш яһай

Башҡортостан спортсыһы Полина Егорова Америка Ҡушма Штаттарында йөҙөү буйынса донъя беренселегендә сығыш яһаясаҡ. Чемпионат 23 августа Индианаполиста башлана. Рәсәй милли йыйылмаһына 27 спортсы инә.

Спорт

«Салауат Юлаев» Континенталь хоккей лигаһы миҙгеленең башланғыс уйынында «Адмирал»ды еңде

Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы Континенталь хоккей лигаһының X юбилей миҙгелен башлап ебәрҙе. Тәүге уйында өфөләр үҙ боҙонда Владивостоктың «Адмирал»ын ҡабул итте.

Спорт

«Юлаевсы» Артем Федоров: «Хоккейҙа еңеүҙән тыш башҡа нәмәләрҙе лә яратырға кәрәк»

22 августа «Салауат Юлаев» хоккей клубы Владивостоктың «Адмирал»ына ҡаршы уйын менән Континенталь хоккей лигаһында яңы миҙгелде аса. Уҙған көндәрҙә «Башинформ» агентлығы Өфө командаһының яңы уйынсыһы Артем Федоров менән әңгәмәләште.

Спорт

Еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында көмөш призер Данил Лысенко Өфөгә ҡайтты

Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты триумфаторы, бейеклеккә һикереүҙә көмөш миҙал яулаусы Данил Лысенко бөгөн төндә Өфөгә ҡайтты. Өфө аэропортында донъя вице-чемпионын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө ҡаршы алды.

Спорт

«Салауат Юлаев» Башҡортостан кубогында башланғыс уйынды ышанслы еңде

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы кубогында «Салауат Юлаев»тың тәүге матчы уҙҙы. Өфөләр Владивостоктың «Адмирал»ын еңде. Тәүге осорҙа иҫәпте Денис Куляш асты – 1:0. Уйындың ошо уҡ киҫелешендә Филип Ларсен айырылды – 2:0.

Спорт

Рөстәм Хәмитов Данил Лысенконы еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында яулаған көмөш миҙалы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша әңгәмәлә бейеклеккә һикереү буйынса Рәсәй спортсыһын, Бөрөнән Данил Лысенконы Лондонда тамамланған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында яулаған көмөш миҙалы менән ҡотланы.

Спорт

Башҡортостандан бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенко донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы

Лондонда еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты үтә. Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһының дисквалификацияһы сәбәпле битараф спортсы булараҡ сығыш яһаусы Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Данил Лысенко көмөш миҙал яуланы.

Спорт

Бодибилдинг һәм фитнес буйынса II асыҡ республика чемпионаты яңы ҡатнашыусыларҙы көтә

30 сентябрҙә Өфөлә бодибилдинг һәм фитнес буйынса II асыҡ республика чемпионаты үтә. Ярыш биш йыл буйына уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың һаны йылдан-йыл арта.

Спорт

«Толпар» командаһы «ҡоро» иҫәп менән Силәбенең йәш «тракторсыларын» еңде

Сыбаркүлдә Денис Ляпин хоккей Мемориалында Өфө «Толпар»ы икенсе уйын үткәрҙе. Еңелгәндән һуң өфөләр «ҡоро» иҫәп менән еңеү яуланы. Силәбе «Трактор»ы юниорҙары уларға биреште – 0:4.

Спорт

Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында йылдың төп ат сабыштары үтәсәк

Йәкшәмбе, 13 августа, Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында 2017 йыл миҙгелендә таҙа һыбайлы тоҡомло аттар өсөн Ҙур Өфө бүләге (Дерби) еңеүсеһе билдәләнәсәк, Ҙур бүләк һәм Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы бүләге, шулай уҡ орлов һәм асыҡ бүләктәр уйнатыласаҡ.

Спорт

Баш ҡаланың тау саңғыһы мәктәбе балалар төркөмөн йыя башланы

Өфөнөң тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тау саңғыһы спорты, сноуборд, фристайл төркөмдәренә балалар ҡабул итә башланы. Документтарҙы ағымдағы йылдың 25 авгусына ҡәҙәр тапшырырға кәрәк.

Спорт

«Салауат Юлаев» Түбәнге Новгород өлкәһе Губернаторы кубогында еңеүсе булды

Түбәнге Новгород ҡалаһында Нижегород өлкәһе Губернаторы Кубогы тамамланды. Һуңғы уйында «Торпедо» Мәскәүҙең «Спартак» клубына еңелде – 1:2 һәм өйҙәге уйында тик өсөнсө генә булды.

Спорт

Нефтекаманың «Торос» командаһы Тарасов мемориалында ышаныслы еңеү яуланы

Ижевск ҡалаһында Тарасов иҫтәлегенә арналған миҙгел алды хоккей мемориалы тамамланды. Нефтекаманың «Торос» командаһы тулыһынса уның еңеүсеһе булды. Һуңғы осрашыуҙа Артем Гордеевтың ике тапҡыр шайба индереүе һөҙөмтәһендә Пермдең «Молот-Прикамье» клубы ҡыйратылған — 3:2.

Спорт

«Өфө» һәм «Әхмәт» футбол клубтары һөҙөмтәле уйын ойошторҙо

Баш ҡалала «Өфө» һәм Грозный ҡалаһының «Әхмәт» футбол клубтары араһында Рәсәй футбол Премьер-лигаһы чемпионатының 4-се туры уҙҙы. Тәүге таймда бер кем дә туп индерә алманы, ярышташтар бер-береһенең хатаһын көттө.

Спорт

«Салауат Юлаев» хоккей клубы ғәҙәттәге «Көйәрмәндәр көнөн» уҙғарасаҡ

12 августа өфөләрҙе хоккей һөйөүселәр өсөн ғәҙәттәге миҙгел алды байрамы – «Көйәрмән көнө» көтә. Ул «Йәшел төҫ йөҙөңә килешә» девизы аҫтында үтәсәк. «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, сара Цюрупа урамы яғынан «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана, һуңынан боҙ һарайының фойеһына күсәсәк.

Спорт

Башҡортостан спортсыһы Финляндияла юниорҙар араһында ирекле көрәш буйынса донъя беренселегендә еңеүсе булды

Башҡортостан спортсыһы Финляндияла юниорҙар араһында ирекле көрәш буйынса донъя беренселегендә еңеүсе булды. Рәсәй йыйылмаһында Өфөнөң 14-се мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Абдул Әхмәтов сығыш яһаны.

Спорт

Башҡортостан парашютсылары Псков ҡалаһында Рәсәй чемпионатында сығыш яһаны

Псков ҡалаһында бер үк ваҡытта Рәсәй ФедерацияһыҠораллы Көстәре кубогы менән бергә уҙғарылған һәм Һауа-десант ғәскәрҙәренә нигеҙ һалыусы, генерал Василий Маргеловҡа арналған парашют спорты буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды.

Спорт

Башҡортостан спортсылары XXIII йәйге Сурдлимпия уйындарында 11 миҙал яуланы

Төркиәнең Самсун ҡалаһында XXIII йәйге Сурдлимпия уйындары тамамланды. Рәсәй йыйылмаһы командаһында Башҡортостандан туғыҙ спортсы – Карина Хәкимова, Рөстәм Әхмәтов, Заур Беданоков, Ринат Ҡадиров, Рөстәм Нәжметдинов, Михаил Сидоров, Лиана Тимашева, Юлиә Әбүбәкирова, Нелли Ерофеева һәм Денис Хәкимов.

Спорт

«Салауат Юлаев» командаһы Түбәнге Новгород өлкәһендә Губернатор кубогында уйнай

Август айының тәүге көнөндә Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы Түбәнге Новгородта үҙенең тәүге миҙгел алды турнирында – Түбәнге Новгород өлкәһе Губернаторы кубогында уйнай.

Спорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть