Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.67 ↑

EUR 72.11 ↓

26 апрель, Йома

Уфа   °

Спорт

Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккейсыларын һәм тренерҙарын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккейсыларына һәм тренерҙарына, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе.

Спорт

Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙғарыла

Өфөләге «Акбуҙат» ипподромында шәмбе, 27 апрелдә, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был юлы Балаҡатай, Иглин, Илеш һәм Учалы райондары һыбайлылары ярыша.

Спорт

Радий Хәбиров «Аструм» Сибай марафонында ҡатнашыусылар колоннаһын етәкләне

21 апрелдә «Аструм Сибай марафоны» башланды. Йүгереүселәр колоннаһын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләне. Унда 1100-ҙән ашыу ҡатнашыусы 2,10 һәм 21 саҡрым арауыҡты йүгереп үтте.

Спорт

Республика йыйылмаһы фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш миҙалдар яуланы

Башҡортостандың фехтование буйынса йыйылма командаһы Сочиҙа үткән Рәсәй чемпионатынан көмөш миҙалдар менән ҡайтты. Бразилияла олимпия чемпионы Тимур Сафин һәм ил чемпиондары Тимур Арыҫланов, Асҡар Хәмзиндан торған республика йыйылмаһы финалда Мәскәү өлкәһе спортсыларынан еңелде.

Спорт

Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубының ике уйынсыһына республика наградаларын тапшырҙы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы командаһы менән осрашты һәм миҙгел өсөн рәхмәт белдерҙе.

Спорт

Республика йөҙөүсеһе Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы

Салауат ҡалаһынан 18 йәшлек йөҙөүсе Полина Егорова федераль ярыштарҙа сираттағы миҙалын яуланы. Мәскәүҙә Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалына лайыҡ булды, тип хәбәр ителә Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһының рәсми сайтында.

Спорт

«Өфө» тарихта тәүге тапҡыр «Ростов»ты еңде һәм Рәсәй Премьер-лигаһында еңеү мәрәйҙәре йыйҙы

Рәсәй Премьер-лигаһының 22-се туры уйынына «Өфө»нөң баш тренеры «Ростов»ҡа ҡаршы башлыса тәрән запастағы уйынсыларын сығарҙы. Майҙанда Никитин, Безденежных һәм Ванек, ә осрашыуҙың тәүге минуттарында үҙәктә Ловро Бизяк күренде.

Спорт

«Салауат Юлаев» серияға кире әйләнеп ҡайтты һәм Көнсығыш финалының өсөнсө уйынында «Авангард»ты еңде

«Юлаевсылар» Өфөгә ҡайтты һәм үҙ майҙанының көсөн тойҙо. Континенталь хоккей лигаһы көнсығыш конференцияһы финалының өсөнсө уйыны башланғас та боҙ хужаларының үҙҙәрен ышаныслы тотоуы күренде.

Спорт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть