Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.68 ↓

EUR 68.78 ↑

20 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанда йәшәгән өләсәһенең манты рецебы менән бүлеште

Яңы 2020 йылға 12 сәғәт ҡалғас, Башҡортостандың Раевка ауылынан күренекле яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева Instagram социаль селтәрендә ғаиләләрендә быуындан быуынға тапшырыла килгән манты рецебы менән бүлеште.

Йәмғиәт

Өфөнән өс ҡалаға осҡан пассажирҙар Яңы йылды самолетта ҡаршы ала

Өфөнән Мәскәүгә, Новосибирскиға һәм Санкт-Петербургҡа осҡан йөҙҙәрсә пассажир Яңы 2020 йылды һауала ҡаршы ала. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Йәмғиәт

Өфөнән «Михайловка инәйҙәре» Тиматиҙан миллион һум отҡан

Өфө районынан «Михайловка инәйҙәре» музыкаль коллективы Рәсәйҙең рэп-башҡарыусыһы Тиматиҙы хайран ҡалдырған. Продюсер һәм Black Star лейблы авторы Instagram социаль селтәрендә иғлан иткән конкурсының еңеүсеһен билдәләгән.

Йәмғиәт

Өфөлә яңы йыл төнөндә бер юлы ике майҙансыҡта байрам салюты була

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын яңы йыл төнөндә бер юлы ике байрам салюты көтә. Ғәҙәттәгесә, беренсе салют Ленин исемендәге майҙанда була. Эстрада-күңел асыу программаһы 31 декабрҙә киске сәғәт 10-да башлана һәм 1 ғинуарға төнгө сәғәт 2-гә тиклем дауам итә.

Йәмғиәт

Өфөлә Ленин исемендәге майҙанға инеү юлдары ябыла

Өфөлә Ленин исемендәге майҙан биләмәһендә Октябрь проспекты яғынан инеү юлдары ябыла. Был 2019 йылдың 31 декабрендә таңғы 6-нан 2020 йылдың 1 ғинуарында төнгө сәғәт 3-кә тиклем байрам саралары уҙғарыуға бәйле, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Йәмғиәт

Башҡортостанда муниципалитеттар араһындағы конкурс еңеүселәре билдәләнде

Бөгөн, 30 декабрҙә, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан башлығының 5 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған муниципалитеттарҙы иғлан итте.

Йәмғиәт

Республикала «ҡоро» закон үҙ көсөнә инде

Башҡортостанда бөгөн, 30 декабрҙә, Яңы йылды байрам иткән көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләгән закон үҙ көсөнә инде.

«Алкоголь һатыу режимы уҙған йылдарҙың криминаль һәм медицина статистикаһынан сығып билдәләнде, – тине республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы йыл төнөндә ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда яңы йыл төнөндә ҡар яуыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итте.

Башҡортостанда 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә урыны менән ҡар, көндөҙ айырым райондарҙа буран, юлдарҙа көрт.

Йәмғиәт

Баш ҡалала «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһын уҙғарыу күҙаллана

Өфөлә яңы йыл шыршыларын утилләштереү буйынса «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһын уҙғарыу күҙаллана. Ул 11,12, 18 һәм 19 ғинуарҙа була.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡарағайҙарҙы, аҡ шыршыларҙы, шыршыларҙы ҡаланың 24 майҙансығындағы махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырырға мөмкин.

Йәмғиәт

Өфөлә Еңеүҙең 75 йыллығына Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла

17-18 апрелдә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, форум барышында икенсе донъя һуғышында донъя халыҡтарының еңеүен тәьмин итеүҙә мәғариф системаһының роле һәм биләгән урыны, шулай уҡ хәрби-патриотик тәрбиә биреү традицияларын һәм еңеүҙе яҡынайтыуҙа айырым шәхестең роле тураһында фекер алышыу күҙаллана.

Йәмғиәт

Нефть, ҡалдыҡтар, бауыр: ғалимдарға Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тапшырылды

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Дүрт ғалимдар коллективының эштәре танылыу алды.

Йәмғиәт

Республикала яңы йыл төнөндә атмосфера процестарының әүҙемләшеүе көтөлә – Башгидромет

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 31 декабрҙә көндөҙ һәм яңы йыл төнөндә Башҡортостан биләмәһенә төньяҡ циклон өҫтөнлөк итә.

«Атмосфера процестарының әүҙемләшеүе – ҡар яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе, юлдарҙың айырым участкаларына көрт һалыуы көтөлә.

Йәмғиәт

Республикала 100 ғаилә медиаторы була

Имамдар, православие руханиҙары, ғаилә менән эшләгән белгестәр, опека һәм попечителлек органдары, отставкалағы судьялар, балалар омбудсмены аппараты, психологтар «Мәғариф» милли проектының «Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр» федераль проекты буйынса курс үтергә тейеш.

Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүгә Кремль шыршыһына барҙы

Башҡортостандан 114 уҡыусы Мәскәүгә балаларҙың Яңы йыл байрамына — Кремль шыршыһына барып ҡайтты.

Илдең баш ҡалаһына төп яңы йыл иртәлегенә уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм ярыштар, ижади конкурстар еңеүселәре, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренән балалар саҡырылды.

Йәмғиәт

Республикала 37 мәктәп автобусы тағы мең баланы белем усағына йөрөтә аласаҡ

Өфөлә Башҡортостан муниципалитеттары өсөн федераль аҡсаға һатып алынған мәктәп автобустарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. 37 машина асҡысын Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы.

Йәмғиәт

26 декабрҙә Башҡортостанда термометр бағанаһының 0 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин

Бер нисә көн һалҡын торғандан һуң, Башҡортостанда бер аҙ йылыта. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 декабрҙә, республиканың ҡайһы бер райондарында термометр бағанаһының 0 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин.

Йәмғиәт

Дәүләт Думаһы депутаты Рәсәй пенсионерҙарына «яңы йыл капиталы» түләргә тәҡдим итте

Дәүләт Думаһы депутаты яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға «яңы йыл капиталы» түләү башланғысы менән сығыш яһаны. Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Борис Чернышев хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилинға «яңы йыл капиталы»н булдырыу тәҡдимен индерҙе, тип хәбәр итә RT.

Йәмғиәт

Яңы йыл каникулдарында почта бүлексәләре нисек эшләй – график

31 декабрҙә республиканың барлыҡ почта бүлексәләре билдәләнгән графикка ярашлы эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығынан.

Йәмғиәт

Ауырғазы районында тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Ауырғазы районында тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты Степановка ауылында асылды. Фельдшер-акушерлыҡ пункты меңгә яҡын кеше (уларҙың 167-һе – балалар) йәшәгән Александровка, Марьяновка, Назметдин, Добровольное һәм Терешковка ҡасабаларын да хеҙмәтләндерә.

Йәмғиәт

Өфөлә 27 декабрҙә Конгресс-холл янындағы парковка ябыла

Өфөлә йома, 27 декабрҙә, Конгресс-холл янындағы парковка ябыла. Майҙансыҡта яңы йыл саралары ойошторола. Таңғы 6-нан киске 9-ға тиклем унда балаларҙы килтергән автобустарға ғына туҡтарға рөхсәт ителә.

Йәмғиәт

Яҙға республика мәктәптәренә сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылырға тейеш

Башҡортостанда апрелгә тиклем барлыҡ ҡала һәм район үҙәге мәктәптәрендә бина биләмәһендә һәм уның эсендә сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар булырға тейеш.

Йәмғиәт

Яңы йыл төнөндә Өфөлә йәмәғәт транспортының нисек йөрөүе билдәле булды

31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә Өфөлә автобустар сәғәт өскә тиклем йөрөй. Ошо хаҡта Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Петров мэриялағы оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Йәмғиәт

Башҡортостанда мейес яғып йылытылған бөтә мәктәптәрҙе ҡаҙанлыҡҡа күсерәләр

Башҡортостанда киләһе йылда мейес яғып йылытылған бөтә мәктәптәрҙе ҡаҙанлыҡҡа күсерәләр, тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә.

Йәмғиәт

Республикала водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән камералар ҡуйылған урындар хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостан автоһәүәҫкәрҙәрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән видеокамералар ҡуйылған урындар хаҡында иҫкәртәләр. Республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был водителдәргә штраф һалмау өсөн кәрәк.

Йәмғиәт

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә республика математика лицей-интернаты төҙөлә

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә математика һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә һәләтле балалар өсөн республика лицей-интернаты төҙөлә, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф минстры Айбулат Хажин бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә.

Йәмғиәт

«Башинформ» — 2019 йылдың III кварталында өҙөмтә килтереү буйынса лидер

«Медиалогия» компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, «Башинформ» агентлығы 2019 йылдың III кварталында Башҡортостан медиаресурстары рейтингы лидеры булды. Өҙөмтә килтереү индексы — 247,16.

Йәмғиәт

Транспорт буйынса дәүләт комитеты Башҡорт дәүләт транспорт академияһын асырға тәҡдим итте

Башҡортостанда дәүләт транспорт академияһын асыуҙары ихтимал. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә шундай башланғыс менән сығыш яһаны.

Йәмғиәт

Өфө скульпторы Салауат Фидаи TikTok социаль селтәренең Рәсәй сегментында иң яҡшы автор тип танылды

TikTok Рәсәйҙә 2019 йылға йомғаҡ яһаны һәм илдәге иң популяр контент булдырыусыларҙы атаны. Өфө рәссамы һәм скульптор-миниатюрист Салават Фидаи Рәсәй сегментында иң яҡшы автор тип танылды, тип хәбәр итте «Мел».

Йәмғиәт

Радий Хәбиров яңы йыл корпоративтары хаҡында: «Яҡшыраҡ йәшәй башлаһаҡ, байрам итербеҙ»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл корпоративтарын үткәргәндә урталыҡты һаҡларға саҡырҙы. Был хаҡта республика етәксеһе 23 декабрҙә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Йәмғиәт

2020 йылға Берҙәм дәүләт имтиханы теҙмәһе раҫланды

2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп осоро 25 майҙа башлана һәм 16 июндә тамамлана, тип хәбәр итә «Российская газета» Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт бойороғона һылтанма менән.

Йәмғиәт

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ике үркәсле дөйә һүрәте тауар билдәһе итеп теркәлгән

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо ике үркәсле дөйә (бактриан) һүрәте тауар билдәһе булараҡ теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге.

Йәмғиәт

Өфөлә республика шыршыһында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы башланды

Өфөлә республика шыршыһында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы башланды.

20 декабрҙә республика башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һәм Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова сараға старт бирҙе.

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта онкологик сирҙәрҙе диагностикалау үҙәге булдырыла

Стәрлетамаҡта онкологик сирҙәрҙе диагностикалау үҙәге булдырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «ПЭТ–Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башҡортостан Республикаһында радиохирургия менән позитрон-эмиссия томографияһы үҙәген булдырыу» инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Йәмғиәт

Башҡортостанда ике йөҙҙән ашыу ғаиләгә газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла

Башҡортостанда быйыл ике йөҙҙән ашыу ғаиләгә шәхси йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.

Йәмғиәт

Дүртөйлө районында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Дүртөйлө районында Сарлаҡ һәм Тәкәрлек ауылдарында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшшләй башланы. Дөйөм алғанда, бында 900-гә яҡын кешене, шул иҫәптән балаларҙы хеҙмәтләндереү күҙ уңында тотола.

Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бөтә водителдәрҙе алкоголгә һәм наркотиктарға тикшереү хоҡуғын алыуы мөмкин

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә бөтә водителдәрҙе алкоголгә һәм наркотиктарға тикшерергә рөхсәт биреүҙәре ихтимал. Эске эштәр министрлығы тикшереү ҡағиҙәләре өсөн үҙгәрештәр проектын әҙерләне.

Йәмғиәт

Хеҙмәт министрлығы: тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, ошо ата-әсәләргә тейешле түләү, шулай уҡ опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн пособие күләмен 2020 йылдың 1 ғинуарынан 4 % арттырыу тураһында закон ҡабул ителде.

Йәмғиәт

Башҡорт драма театрында Яңы йылға «Ҡар королеваһы» әкиәте сәхнәләштерелә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры кескәй тамашасылар өсөн яңы йыл бүләге әҙерләй. 21 декабрҙә Г.Х. Андерсендың «Ҡар королеваһы» әкиәте буйынса яңыртылған «Йөрәгеңде тыңла» спектакленең премьераһы була (Хәмит Шәмсетдинов инсценировкаһы).

Йәмғиәт

Ял көндәрендә Башҡортостанға 30 градуслыҡ һыуыҡтар әйләнеп ҡайта

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә. Ҡар урынына 20 градуслыҡ һыуыҡтар килә. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, айырым райондарҙа буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Йәмғиәт

Башҡортостанда төп яңы йыл шыршыһына кемдәрҙе саҡырғандар һәм балаларға нимә бүләк итәләр?

20 декабрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, республика яңы йыл шыршыһы ойошторола.

Төп яңы йыл иртәлегенә, ғәҙәттәгесә, уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрҙенең балалары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ инвалидтар саҡырылған.

Йәмғиәт

Радий Хәбиров 2019 йылда Рәсәйҙең 10 билдәле шәхесе исемлегенә инде

«Медиалогия» компанияһы Рәсәйҙең билдәле шәхестәре рейтингын әҙерләне. Исемлек 2019 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу буйынса төҙөлгән.

Йәмғиәт

Өфөнөң «Башҡортостан сәскәләре»ндәге урамға «ҡара генерал» Даян Мурзиндың исеме бирелә

Өфөнөң Киров районында Даян Мурзин исемендәге урам барлыҡҡа килә. Ҡарар бөгөн ҡала Советы ултырышында ҡабул ителде.

Ҡала урамдарының береһенә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исемен бирергә Өфөнән Андрей Бабин тәҡдим иткән.

Йәмғиәт

Республикала яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһына янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы индерелде

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 мартынан яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһына янғынды иҫкәртеү приборы индерелде, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Йәмғиәт

Радий Хәбиров Башҡортостанда суррогат һатыу нөктәләре хаҡында мәғлүмәт өсөн аҡса түләргә вәғәҙәләй

Башҡортостанда йәшәүселәр ялған алкоголь һатыу тураһында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн аҡсалата бүләк алырға мөмкин. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Йәмғиәт
1 - 51 из 101
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть