Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәргә һанлы телевидениеға күсеү тураһында нимәләр белергә кәрәк

2019 йылдың ғинуар уртаһынан федераль каналдар һанлы телевизион тапшырыуҙарға күсә. Телевизор яратыусылар өсөн был ваҡиға әһәмиәте буйынса аҡлы-ҡаралы тапшырыуҙан төҫлөһөнә йәки модемлы интернеттан оптик сүскә күсеү кеүек.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Өфө аэропортына төшөргә мәжбүр булған самолёт экипажын бүләкләне

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указдары менән ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәткән юғары профессионализм һәм ҡыйыулыҡ өсөн «Ред Вингс» авиакомпанияһының Ту-204 һауа судноһы экипажына Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 140 кеше 150-шәр мең һум аҡса түләгән һәм хажға бара алмаған

Башҡортостандан 140 кеше хажға бара алмаған, тип хәбәр итә «Вся Уфа» телеканалы. Мәккәгә хаж ҡылыу өсөн улар Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратындағы бинаны ҡуртымға алған туроператорға 150-шәр мең һум аҡса түләгән.

Йәмғиәт

Башҡортостанда белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй

Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостанда белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.

Йәмғиәт

Ял көндәрендә республикала һауа торошо нисек була

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошона фараз бирҙе.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 31 августа — йәйҙең һуңғы көнөндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

Йәмғиәт

Башҡортостандың «Хәрби туғанлыҡ» ветерандары Ҡабарҙа-Балҡарҙа дауалана һәм реабилитация үтә

Шаршамбы, 29 августа, Нальчикта Ҡабарҙа-Балҡарҙың һәм Башҡортостандың «Хәрби туғанлыҡ» республика бүлексәләре етәкселәре Барасби Гелястанов менән Альберт Шаһиморатовтың эш осрашыуы уҙҙы.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тураһында кәңәшмәлә ҡатнашты

Кисә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында мәғариф системаһының яңы уҡыу йылы башланыуға әҙерлеге тураһында селектор кәңәшмә үткәрҙе, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Йәмғиәт

Синоптиктар республикала 1 сентябргә һауа торошона фараз бирҙе

Көҙҙөң тәүге көнөндә, Белем байрамында республикала һауа температураһының 17-22° булыуы көтөлә. Аяҙлы-болотло, урыны менән бер аҙ ямғыр. Республиканың баш ҡалаһында ла 1 сентябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана, яуым-төшөм ихтималлығы аҙ.

Йәмғиәт

Владимир Путин пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн эшһеҙлек буйынса пособие күләмен ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа арттырыу тәҡдим индерҙе

Владимир Путин Хөкүмәткә пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн квалификацияны күтәреү буйынса махсус программаны раҫларға ҡушты. Ул мөмкин тиклем алдараҡ эшләй башларға һәм федераль бюджеттан финансланырға тейеш, тип хәбәр итә ТАСС.

Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе 12 йәшлек Альберт Фәтхуллин өсөн ҡан биреүҙәрен һорайҙар

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Әбйәлил районының Ҡушый ауылынан Альберт Фәтхуллин өсөн ҡан биреүҙәрен һорайҙар. Ярҙам күрһәтеү тураһында үтенес менән уның туғаны Дамир Әминев мөрәжәғәт иткән.

Йәмғиәт

Өфөлә Бөтә донъя СИОФФ конгресы уҙғарыла

Өфөлә 15-25 сентябрҙә Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советының (СИОФФ) 48-се Бөтә донъя конгресы була. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан ойошторола.

Йәмғиәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында Беренсе төҙөүселәр бульвары һәм Төньяҡ Амурҙары урамы барлыҡҡа килә

Өфөнөң Калинин районы Самохваловка ауылынан көньяҡтараҡ урынлашҡан урамдарға яңы атамалар бирелә. Башҡортостандың баш ҡалаһында Беренсе төҙөүселәр бульвары, Төньяҡ Амурҙары, Асылыкүл, Ҡаһарманлыҡ, Искристая, Ҡорғаҙаҡ, Легендар, Мораҙым, Нөгөш, Патриоттар, Шатлыҡ урамдары, Шатлыҡ тыҡрығы барлыҡҡа килә.

Йәмғиәт

Республикала физкультура дәрестәрендә балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү күҙаллана

Республика райондарының береһендә мәктәптәрҙә физкультура дәресендә йөҙөргә өйрәтеү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Башҡортостан Йөҙөү федерацияһының яуаплы секретары Рәфис Ғабдрахманов «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған Йәмәғәт башланғыстары форумында ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

Йәмғиәт

Шағир һәм публицист Рәшит Шәкүровҡа «Өфөнөң почетлы гражданы» исеме бирелә

Рәшит Шәкүровҡа «Өфөнөң почетлы гражданы» исеме бирелә. Шағир һәм публицист Башҡортостандың баш ҡалаһын социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, баш ҡаланың һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бүләкләнә.

Йәмғиәт

Рәсәй туристары Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең «Урал барыҫы» проектын яулай

Рәсәйҙең 11 төбәгенән туристар «Урал барыҫы» проектын яулай. Әлеге проект былтыр Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостандың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте башланғысы менән булдырылған.

Йәмғиәт

Башҡортостанда Сәсән көнө үтте

Уҙған ял көндәрендә Ғафури районының Ҙур Үтәш ауылында сәсән-импровизатор Сәйфулла Төхвәтулла улы Сәғитовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға (1983- 1957) арналған «Сәсән көнө» уҙҙы.

Йәмғиәт

1 сентябрь – Белем көнө: Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы иҫәпләнеләр

1 сентябрь — Белем көнө алдынан республика статистиктары мәктәп уҡыусылары һәм студенттары һаны буйынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.

Башстат Рәсәй Мәғариф министрлығына һылтанып хәбәр итеүенсә, 2017-2018 уҡыу йылында Башҡортостанда 1318 мәктәп иҫәпләнгән, уларҙа 468 меңдән ашыу кеше белем алған.

Йәмғиәт

Башҡортостанда ауыл мәктәбенең спорт залын ремонтлауға 1 миллион һумдан ашыу бүленгән

Белем көнөндә, 1 сентябрҙә, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залы ла балалар өсөн үҙ ишектәрен аса. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» проекты, шулай уҡ депутат наказына ярашлы ремонтланған.

Йәмғиәт

Өфөлә Хәрби дан музейында бушлай «Һуғыш көнө» уникаль кинотаҫмаһын күрһәтәләр

«Еңеү территорияһы» проекты буйынса Мәскәүҙең Еңеү музейы партнеры булған Республика Хәрби дан музейында 25 һәм 26 августа бушлай «Һуғыш көнө» уникаль кинотаҫмаһын күрһәтәләр.

Йәмғиәт

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы конкурсы: селфи өсөн - тау велосипеды

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең селфи өсөн тау велосипедын, шулай уҡ башҡа ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге бар. «Башинформ» агентлығы республика биләмәһендә төшөрөлгән иң яҡшы селфиға ике фотоконкурс иғлан итә.

Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: алдағы ике көндә Башҡортостанда -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә

Башҡортостанда алдағы ике көндә -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығына һылтанма менән.

Йәмғиәт

Өфөлә 1 сентябрҙә 117 мең уҡыусы мәктәпкә бара

Өфөлә 1 сентябрҙә 117 мең уҡыусы мәктәпкә бара, был уҙған йыл менән сағыштырғанда дүрт меңгә күберәк. 13 989 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа.

Ҡалала 252 мәктәпкәсә һәм 128 дөйөм белем биреү учреждениеһы, шул иҫәптән туғыҙ мәғариф үҙәге эшләй.

Йәмғиәт

Бомба тураһында хәбәр арҡаһында Өфөнән Симферополгә рейсты тотҡарлағандар

Симферополь аэропортында рейстарҙың килеүен һәм осоуын бер сәғәткә тотҡарлағандар. Фонтанка.ру хәбәр итеүенсә, 22 августа кисен Ҡырым Республикаһының һауа ҡапҡаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса пландан тыш саралар уҙғарғандар.

Йәмғиәт

Өфөлә ҙур ресторан комплексының эше туҡтатылды

Суд приставтары баш ҡаланың Октябрь районында «Лидо» ресторан комплексы биләмәһендәге бер нисә бинаның эшмәкәрлеген туҡтатты.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, һүҙ «һарай»ҙа урынлашҡан биналар хаҡында бара.

Йәмғиәт

Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәрттеләр. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 августа республика биләмәһендә йәшен, елдең көсәйгәндә секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда туғыҙ археология ҡомартҡыһы мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән

Башҡортостанда туғыҙ археология ҡомартҡыһы асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән.

Тейешле бойороҡ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Йәмғиәт

Башҡортостанда табиптар быйыл кемдәрҙең бушлай диспансерлаштырыу үтә алыуы тураһында иҫкә төшөрә

Башҡортостандың медицина учреждениеларында халыҡты диспансерлаштырыу бара. Белгестәр һәр өс йыл һайын 21 йәштән алып 90 йәшкә тиклемге граждандар өсөн бушлай тикшереү уҙғарыуҙары хаҡында иҫкә төшөрә.

Йәмғиәт

Республикала уҡыусыларҙың өстән ике өлөшө туған тел итеп рус телен һайлаған

Башҡортостанда уҡыусыларҙың өстән ике өлөшө тиерлек туған тел булараҡ рус телен һайлаған, тип хәбәр итә «Idel.Реалии» республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанма менән.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

21 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.

«Был байрам изге урындарға ғибәҙәт ҡылыуҙың тамамланыуын белдерә, мосолман донъяһының бай тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырған әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һынландыра.

Йәмғиәт

Юбилей объекттары республика Хөкүмәте ағзаларына беркетелгән

Республика хөкүмәтендә Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей объекттарын төҙөүҙе контролдә тотоу буйынса бурыстарҙы нисек бүлеүҙәре билдәле булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.

Йәмғиәт

Өфөлә Ҡорбан байрамы-2018: байрам вәғәздәре ҡайҙа уҙғарыла, фестиваль һәм өҫтәмә маршруттар

21 августа Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә. Ошо көндө дингә ышанған мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләй. Был байрам Мәккәгә хаж ҡылыуҙың тамамланыуын аңлата, ул Ураҙа байрамына һуң 70 көн үткәс башлана.

Йәмғиәт

Республиканың юғары уҡыу йорто Top Universities by Google Scholar Citations рейтингына инде

Башҡорт дәүләт университеты Top Universities by Google Scholar Citations рейтингына инде. Рәсәйҙең ғилми коллективтарҙың хеҙмәттәренән иң күп өҙөмтә килтерелә торған вуздары араһында Өфө белем биреү учреждениеһы 59-сы баҫҡысты биләй.

Йәмғиәт

Өфөгә Башҡорт ҡымыҙы фестиваленә 5 тоннанан ашыу шифалы эсемлек килтерҙеләр

Өфөлә тәүге тапҡыр «Ҡымыҙсылар-2018» башҡорт ҡымыҙы фестивале үтте.

Өфөләрҙең популяр ялитеү урынында — Яҡутов исемендәге паркта Башҡортостандың төрлө райондарынан 13-тән ашыу ҡымыҙ етештереүсе үҙ продуцкцияһын тәҡдим итте.

Йәмғиәт

Бөгөн республикала һалҡынса һәм ҡояшлы

Бөгөн, 20 августа, Башҡортостанда һалҡынса һәм ҡояшлы.

Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, иртән минималь һауа температураһы Асҡын районының Асҡын ауылында күҙәтелгән, унда ни бары +3°C булған.

Йәмғиәт

Баш ҡалала медицина вертолеты менән таныштырҙылар

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында медицина модуле менән йыһазландырылған вертолет менән таныштырҙылар. Сара «Беренсе табип-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙҙы, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Йәмғиәт

Республика райондарының береһендә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе класы һаҡлана

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 16 августан 20-һенә тиклем Хәйбулла районында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе класы һаҡлана.

Йәмғиәт

Төбәктә йәшәүселәр дүрт планета парадын күҙәтә ала

Августа Ай дүрт планета менән яҡыная. Аяҙ көндә был күренеште Рәсәйҙең һәр төбәгендә күҙәтергә мөмкин, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

21 августа Ай Сатурн, 23 августа — Марс, 27 августа — Нептун, 31 августа Уран менән яҡыная.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 8990 кешегә талпан ҡаҙалған

Башҡортостанда 8990 кеше талпандан зыян күргән. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы 16 авгусҡа мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Белгестәр әйтеүенсә, уҙған йылда ошо ваҡытҡа талпандан зыян күргәндәр һаны 10 меңдән ашыу булған.

Йәмғиәт

Өфөлә «Башҡортостан һылыуы»н һайлайҙар

20 августа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында III «Башҡортостан һылыуы-2018» республика матурлыҡ конкурсының финалы уҙа.

Был конкурсты «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы йыл һайын уҙғара.

Йәмғиәт

Башҡортостанда бик күп ағыулы үрмәкселәр килеп сыҡҡан, тәүге зыян күреүселәр бар

Өфө янындағы Нуғай ҡасабаһында ҙур һары үрмәкселәр килеп сыҡҡан. Тәүге зыян күреүселәр ҙә бар — бер ир үрмәксе тешләгәндән һуң дауаханаға эләккән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадикомпанияһы.

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә йылы һәм аяҙ була

Бөгөн, 16 августа, Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

Йәмғиәт

Киләсәктә берҙәм дәүләт имтиханы эштәрен «сит» төбәктәр тикшерергә тейеш

Берҙәм дәүләт имтиханын яҙған уҡыусыларҙың эштәрен баһалау өсөн икенсе төбәккә ебәрергә теләйҙәр.

Был хаҡта Федераль педагогик үлсәүҙәр институты директоры Оксана Решетниковаға һылтанма менән «Известия» гәзите хәбәр итә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда мәктәп кәрәк-яраҡтарының хәүефһеҙлеге буйынса «ҡыҙыу элемтә» асылды

Башҡортостанда Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы балалар тауарҙары, мәктәп кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса халыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарҙарға консультациялар ойоштора.

Йәмғиәт

21 августа Өфөлә Ҡорбан Хәләл Fest ойошторола

21 августа Өфөлә, Конгресс-холл янындағы «Ватан» этнопаркында Ҡорбан Хәләл Fest республика байрамы уҙа. Ҡорбан байрамы уңайынан фестивалде өсөнсө йыл рәттән Башҡортостандың «Ферзь эшлекле клубы» социаль әһәмиәтле проекттарға ярҙам итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм баш ҡала хакимиәте ойоштора.

Йәмғиәт

Баш ҡалала айыу аулауға йәрәбә һалына

Өфөлә 17 августа республиканың дөйөм һунарсылыҡ биләмәләрендә айыу аулауға рөхсәт алыу хоҡуғы өсөн йәрәбә һалына. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, сара Ленин урамындағы 86-сы йортта уҙа (2-се ҡат, конференциялар залы).

Йәмғиәт

Рәсәйҙә иң ҡиммәтле бал — Өфөлә

Бал байрамы уңайынан «Юла» иғландар сервисы Башҡортостандың баш ҡалаһында ниндәй бал иң популяр һәм уның хаҡы күпме икәнлеген асыҡлаған.

Асыҡланыуынса, Өфө ағымдағы йылда йән башына иң күп бал һатыу һаны буйынса тәүге биш ҡала исемлегенә ингән.

Йәмғиәт

Йәй аҙағына тиклем республикала һауа торошо нисек була: яҡынса фараз

Башгидромет фараздары буйынса, Башҡортостан биләмәһендә алдағы өс көндә эҫе һәм ямғырлы була. Шишәмбе, 14 августа, төндә урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен күҙаллана.

Йәмғиәт

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле стела асыла

Бөгөн, 14 августа, Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында республиканың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле стела асыла.

Стела ауыл уртаһындағы бейек тауҙа урынлашҡан һәм төрлө яҡтан һәйбәт күренә.

Йәмғиәт

«Башҡортостандың кескәй һылыуҡайы-2018» республика матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

«Башҡортостандың кескәй һылыуҡайы-2018» III республика матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Унда ҡатнашыу өсөн 6-13 йәшлек ижади һәләтле ҡыҙҙар саҡырыла.

Йәмғиәт

Башҡортостанда Дим буйы йәштәре йыйыны уҙҙы

Ял көндәрендә Башҡортостанда, Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы эргәһендә, Дим буйы йәштәре йыйыны уҙҙы.

Ойоштороусылар — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Дәүләкән районы хакимиәте булышлығында Дәүләкән районы мөхтәсибәте.

Йәмғиәт

Башҡортостанда республика Башлығы стипендияһының күләмен арттыралар

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенә республика Башлығы стипендияһының күләмен арттырырға ҡушты. Был хаҡта төбәк етәксеһе мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышында хәбәр итте.

Йәмғиәт

Аҙна башында республикала эҫе була

Аҙна башында Башҡортостанда эҫе була. Дүшәмбе,13 августа, синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуын фаразлай. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 2-7 метр тиҙлектә, көндөҙ ҡапыл иҫеүе мөмкин.

Йәмғиәт

Республикала ауыл уҡытыусылары өсөн 200 мең һум күләмендә дәртләндереү сараһын индерергә тәҡдим итәләр

Әлеге көндә Башҡортостан мәктәптәрендә, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында 70-кә яҡын уҡытыусы эшләй. Улар өсөн «Киләсәк уҡытыусыһы» тип аталған яңы милли проект ғәмәлгә ашырыла башлай.

Йәмғиәт

Башҡортостанда республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына ҡарата исемлектән 17 социаль объект сафҡа индерелгән

Бөгөнгә Башҡортостанда республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына исемлектән 17 социаль объект сафҡа индерелгән. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостандың Бюджет инвестициялары буйынса эксперт советы ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.

Йәмғиәт

Республикала ял көндәренә һауа торошо: ҡойма ямғырһыҙ +25 градус

Башҡортостанда алдағы ял көндәренең ҡояшлы һәм яуым-төшөмһөҙ тиерлек булыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә ярашлы, 11 августа һауа температураһы төндә 8-13, көндөҙ 21-26 градус.

Йәмғиәт

Конгресс-холда мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышы башланды

Башҡортостандың баш ҡалаһында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышы башланды. 2018 йылда уның темаһы «Заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхитен булдырыу» тип атала.

Йәмғиәт

Республикала ужым культураларының 40 проценты йыйып алынған

Башҡортостанда ужым культураларының 40 проценты йыйып алынған.

Башҡортостандың Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республика аграрийҙары 179,8 мең гектарҙа ужым культуралары сапҡан, шуның 152,8 меңе һуғылған.

Йәмғиәт

Баш ҡалала юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлағандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе була

Өфөлә юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлағандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе була.

16 августа йәштәрҙе Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә саҡыралар.

Йәмғиәт

Өфөлә мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең фекер алышыу майҙансыҡтары эшләй

Бөгөн, 10 августа, Өфөлә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе бара. Өфөләге Конгресс-холға дәүләт власы вәкилдәре, педагогика һәм мәғариф өлкәһендәге белгестәр уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһарға һәм киләсәккә пландар билдәләргә йыйылды.

Йәмғиәт
1 - 84 из 134
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть