Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Йәмғиәт

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте автоуҙыш һәм юбиляр ҡатын-ҡыҙҙар араһында велоуҙыш ойоштора

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте май айында автоуҙыш һәм велоуҙыш ойошторорға ниәтләй. Ойошманың рәйесе Гөлнур Ҡолһарина кисә ошо хаҡта белдерҙе. Автоуҙыштың маҡсаты — Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында туҡталыш яһап, ҡала һәм райондар буйлап йөрөү.

Йәмғиәт

«Башҡортостан һылыуҡайы» исеменә Дүртөйлөнән 18 йәшлек ҡыҙ лайыҡ булды

«Башҡортостан һылыуҡайы» исемен Дүртөйлө ҡыҙы яуланы. Өфөлә республика конкурсы 18 йәшлек Эльмира Шәйехованың еңеүе менән тамамланды.

Һылыуҡай затлы таштар менән биҙәлгән таж, тун, билдәле ювелир компанияһынан муйынсаҡ һәм алҡалар, рюкзак, сәскә гөлләмәһе менән бүләкләнде.

Йәмғиәт

Республикала табиптар өс бала әсәһен үлемдән йолоп ҡалды — ҡатынға донорҙар ярҙамы кәрәк

Кисә иртән иҫен юғалтҡан 30 йәшлек өс бала әсәһе Башҡортостандың Шишмә район дауаханаһына оҙатылды. «Бәйләнештә»ге «Мин Донор Өфө» төркөмөндә бирелгән мәғлүмәт буйынса, уға операция яһағандар, ләкин ҡатын күп ҡан юғалтҡан.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһындағы һәләкәткә бәйле кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһында туғыҙ кеше һәләк булған юл-транспорт фажиғәһенә бәйле оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ, ведомство һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре ҡатнашты.

Йәмғиәт

Өфө аэропортынан Сочиға йәйге рейстар асыла

Йәйге осоштар теҙмәһе сиктәрендә 2018 йылдың 28 майынан 26 сентябргәсә Өфөнән Сочиға даими рейстар башҡарыла. Билеттар һатыуға сыҡҡан да инде, бер яҡҡа осоу хаҡы яғыулыҡ иғәнәһе иҫәбе менән ете меңдән башлана.

Йәмғиәт

Республика Башлығы Иглин районында фажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандарына ярҙам күрһәтергә бойорҙо

Рөстәм Хәмитов Иглин районында юл фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандарына ярҙам күрһәтергә бойороҡ бирҙе. Шишәмбе, 27 февралдә, М-5 трассаһында булған юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында шунда уҡ Башҡортостан Башлығына хәбәр ителгән.

Йәмғиәт

Яңы уҡыу йылында юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта

Мәғариф һәм фән министрлығы яңы уҡыу йылында медицина, педагогия, инженерия һәм IT-һөнәрҙәре буйынса юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын арттыра, тип белдерҙе "Россия-24" телеканалы эфирында мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева.

Йәмғиәт

18 мартта Ерҙе магнит дауылы ҡаплай

Быйыл 18 мартта Ерҙе магнит дауылы ҡаплай. «РИА Новости» агентлығының Ҡояштың рентген астрономияһы лабораторияһына һылтанып хәбәр итеүенсә, 14, 16 һәм 17 мартта асыулы геомагнитлы хәл көтөлә.

Йәмғиәт

«Башҡортостандың электрон киң мәғлүмәт саралары» дәреслегендә республиканың төп медиахолдингтары хаҡында мәғлүмәттәр тупланған

Өфөлә «Башҡортостандың электрон киң мәғлүмәт саралары» дәреслеге баҫылып сыҡты. Уҡыу пособиеһы республикалағы электрон киң мәғлүмәт сараларының хәҙерге торошон һәм үҫеш йүнәлештәрен тикшереүгә арналған.

Йәмғиәт

Республикала 2017 йылдың ноябрендә өйөнән сығып киткән ике бала әсәһе ҡайтырға йыйынмай

Башҡортостанда тормош иптәше һәм полиция 32 йәшлек ике бала әсәһе Светлана Мульдрякованы күптән эҙләй. Ләкин ул өйөнә ҡайтырға йыйынмай. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡатындың ире Анатолий хәбәр итте.

Йәмғиәт

Өфөлә студенттар һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн кадрҙар форумы уҙғарыла

1 мартта Өфөлә IV вуз-ара кадрҙар форумы үткәрелә, унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән эш биреүселәр ҡатнаша. Ойоштороусылар – Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының ректорҙар советы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы.

Йәмғиәт

Төбәктә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына бәйле хәл тотороҡланған

Башҡортостанда әлеге ваҡытта киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыуҙың түбәнәйеүе, ауырығандарҙың аҡрынлап кәмеүе күҙәтелә. Ошо хаҡта республика буйынса «Роспотребнадзор» етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина һөйләне.

Йәмғиәт

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренең кимәлен «Заманса һаулыҡ һаҡлауҙа яңы кадрҙар» проекты ярҙамында күтәрәләр

2025 йылға Башҡортостанда бөтә медицина персоналдары ла аккредитация үтәсәк һәм үҙ белеме кимәлен күтәрәсәк. Ошо хаҡта республика Хөкүмәтендә доклад менән сығыш яһағанда төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров хәбәр итте.

Йәмғиәт

Республика бәхет рейтингында ярты йылда биш баҫҡысҡа күтәрелгән

Рәсәйҙәге «Медиалогия» бойондороҡһоҙ тикшеренеү компанияһы төҙөгән бәхет рейтингында Башҡортостан һигеҙенсе урынды биләй. Тикшеренеү йылына бер нисә тапҡыр уҙғарыла, компания хеҙмәткәрҙәре Рәсәй төбәктәрендә социаль медиала «бәхет» контексы ни тиклем йыш телгә алынғанын анализлай.

Йәмғиәт

Өфөлә ата-әсәләр бушлай бала ҡараусы хеҙмәте менән файҙалана ала

Башҡортостандың баш ҡалаһында аҙнаһына ике тапҡыр бала ҡараусы сабый менән бушлай ултырып тора ала. Бындай хеҙмәт төрөн балаһы өс йәштән өлкән булмаған атайҙарға һәм әсәйҙәргә күрһәтәләр.

Йәмғиәт

Был аҙнала республикала һауа торошо боҙола

Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошо боҙола, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы. Контраст атмосфера фронттары зонаһында 27 февралдә тәүлек буйына һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуы көтөлә.

Йәмғиәт

Өфөләге «Ватан» паркы Рәсәйҙең тәүге 10 этнопаркы иҫәбенә инде

«ТурСтат» аналитика агентлығы версияһына ярашлы, Өфөләге «Ватан» паркы Рәсәйҙең иң яҡшы 10 этнопаркы иҫәбенә инде. Асыҡ һауалағы этнопарктар һәм этнографик музей комплекстары рейтингы туристар өсөн тәҡдимдәрҙән һәм уларҙың популярлығынан сығып төҙөлгән.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙа бала ҡарау буйынса төркөмдәр ойошторорға тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы күбеһенсә әсәләр эшләгән ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа бала ҡарау буйынса корпоратив төркөмдәр ойошторорға тәҡдим итте. Был фекерҙе ул республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе.

Йәмғиәт

Башҡорт Википедияһында «Башҡортостан 100» вики-марафонының сираттағы этабына старт бирелде

21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре «Башҡортостан 100» интеллектуаль конкурсының сираттағы этабы башланыуы хаҡында иғлан итте.

Йәмғиәт

Ял көндәрендә баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Шәмбе, 24 февралдә, өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр. Саралар ҡаланың өс майҙансығында:

— Солтанов урамындағы 2-се йорт эргәһендәге трамвай ҡулсаһы майҙанында (Ленин районы);

Йәмғиәт

Ғаиләнең абруйын күтәрмәй тороп, дәүләт ярҙамынан файҙа булмаясаҡ – Рөстәм Хәмитов

Ғаиләнең абруйын күтәрмәй һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытмай тороп, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары файҙаһыҙ буласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк Хөкүмәте ултырышында белдерҙе.

Йәмғиәт

Өфө йәштәрен «отошло» резюме яҙырға өйрәтәләр

Дүшәмбе, 26 февралдә, Өфөләге Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге «Отошло резюме» тигән оҫталыҡ дәресе уҙғара. Эшкә урынлаштырыу буйынса белгестәр йәштәргә эш биреүсене ҡыҙыҡһындырырлыҡ «дөрөҫ» резюме яҙырға өйрәтә.

Йәмғиәт

Синоптиктар февраль аҙағына тиклем Өфөлә ниндәй һауа торошо буласағын хәбәр итте

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ҡыш аҙағына тиклем Өфөлә һауа торошо үҙгәрмәй.

27 февралгә ҡәҙәр ҡалала көндөң аяҙлы-болотло, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Йәмғиәт

2017 йылда мөмкинлектәре сикле 2 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған – Рөстәм Хәмитов

2017 йылда Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле 2 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында ошо хаҡта белдерҙе.

Йәмғиәт

Республика халҡы 2017 йылда электрон дәүләт хеҙмәттәре менән йышыраҡ файҙалана башлаған

2018 йылға Башҡортостан халыҡтың 60 процентҡа яҡынын электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыуға йәлеп итеү маҡсатын ҡуйғайны. Республиканың мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Росстат үткәргән анализ йомғаҡтарына ярашлы, 2017 йылдың аҙағына күрһәткес 78% тәшкил иткән.

Йәмғиәт

2019 йылда республикала халыҡ-ара форумда хеҙмәт өлкәһенең киләсәге тикшереләсәк

2019 йылда республикала хеҙмәт өлкәһенең киләсәгенә арналған ҙур халыҡ-ара форум үтә. Был турала төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов төбәк әсәлек капиталын индерергә тәҡдим итте

Республикала күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы – төбәк әсәлек капиталы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе.

Йәмғиәт

Республикала миҙгелдә тәүге тапҡыр ОРВИ буйынса эпидемик сик үтелгән: өлкәндәр ҙә, балалар ҙа сирләй

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар күбәйә. Республика Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала, 12 февралдән 18-нә тиклем, ошо көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә тәүге тапҡыр ауырыу кимәле эпидемик сиктән 20% артҡан.

Йәмғиәт

Өфөлә «Ғаилә ялы» ойошторола

23 февралдә Өфөлә традицион «Ғаилә ялы» үтә. Сараны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге ойоштора.

Йәмғиәт

Республикала табипҡа яҙылыу өсөн телефон һандары үҙгәрҙе

Башҡортостанда табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм бушлай номер үҙгәрҙе. Ошо хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. 20 февралдән төбәк биләмәһендә 09-383 урынына 13-01 һандарын йыйырға кәрәк.

Йәмғиәт

Башҡортостан Рәсәй туристары араһында популяр тәүге 20 төбәккә ингән

Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләт Берләшмәһе илдәрендә туризм баҙарын тикшереү менән шөғөлләнгән «ТурСтат» аналитика агентлығы ил сәйәхәтселәре араһында иң танылған төбәктәр рейтингын баҫып сығарҙы.

Йәмғиәт

Күп балалы әсә өфөләрҙең тәне бешкән бер йәшлек баланы нисек ҡотҡарыуҙары хаҡында һөйләне

Уҙған йылдың декабрендә Башҡортостандың Туймазы районы Серафимовка ҡасабаһындағы ишле ғаиләлә ҙур фажиғә булды. «Башинформ» агентлығы бер йәшлек Полина Кузьминаның үҙенең өҫтөнә эҫе сәй түгеп, тәненең 20 проценты бешеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә яңы бассейн төҙөлә

Өфөләге Инорс биҫтәһендә яңы бассейн төҙөлөшө дауам итә. Спорт объекты Төхвәт Йәнәби урамы һәм Баландин бульвары киҫелешендә һалына. Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, төҙөлөш планға ярашлы бара: ер эштәре тамамланған да инде, сиратта – нигеҙ ҡороу.

Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Әлфиә Ниғмәтуллина Яҡут Республикаһында «Биир Кун» этно-поп йыр конкурсы лауреаты булды

Яҡут Республикаһында «Биир Кун» I төбәк-ара этно-поп йыр телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан вәкиле Әлфиә Ниғмәтуллинаны конкурстың абруйлы икенсе премияһы менән бүләкләнеләр.

Йәмғиәт

Тағы ла бер мөмкинлек: 2018 йылда республикала 2000 ҡатын-ҡыҙ бушлай ЭКО яһата ала

2018 йылда Башҡортостанда 2000 ҡатын-ҡыҙ бушлай ЭКО яһата ала. Былтыр республикала 6 мең самаһы экстракорпораль аталандырыу процедураһы эшләнгән, уларҙың 1500 самаһы мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә, йәғни бушлай.

Йәмғиәт

«Һаҡсыл поликлиника» проекты бөтә республика буйынса ғәмәлгә ашырылырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Уҙған көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының 1-се поликлиникаһында булды. Унда уҙған йылдың ноябренән «Һаҡсыл поликлиника» һынау проекты ғәмәлгә ашырыла.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов «Морат» тау саңғыһы комплексын артабан үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында «Морат» тау саңғыһы үҙәгендәге трассаларҙы һынап ҡараны, туристар өсөн булдырылған шарттар менән танышты һәм комплексты артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Йәмғиәт

Төбәктә иң яҡшы ғаилә йылъяҙмалары авторҙары бүләкләнде

15 февралдә Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһында республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы коллегияһы барышында «Ырыу-нәҫелем йылъяҙмаһы — халҡым тарихында» конкурсы еңеүселәренең тикшеренеү эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов: «Муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ»

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Моноҡалалар: киләсәкте проектлайбыҙ» сессияһында сығыш яһаны, унда төбәктең моноҡалалары нигеҙендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне.

Йәмғиәт

Быйыл республикала 13 балалар баҡсаһын һалыу күҙаллана

Башҡортостанда 2017 йылда мәктәпкәсә учреждениеларҙа 3,7 меңдән ашыу урын файҙаланыуға тапшырылған. Был 2016 йылға ҡарағанда 900 урынға күберәк. Яҡынса 110 ҡыҫҡа көн төркөмө асылған, ете балалар баҡсаһы төҙөлгән.

Йәмғиәт

Төбәктә -28 градусҡа тиклем һыуыта

Йома, 16 февралдә, Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел ҡапыл иҫкәндә секундына 2-7 метрға етәсәк.

«Һауа температураһы төндә -13,-18°, урыны менән -23,-28°, көндөҙ -4,-9°, урыны менән -14°.

Йәмғиәт

Республика халҡын «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотоконкурсы башланыуы хаҡында иғлан итә. Конкурс йыл һайын республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең береһендә уҙғарыла.

Йәмғиәт

Сочиҙа республиканың «Росконгресс» һәм Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүенә ҡул ҡуйылды

Рәсәйҙең «Сочи-2018» инвестиция форумында «Росконгресс» фонды, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Йәмғиәт

Әлмөхәмәт ауылындағы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 700-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерергә тейеш

Башҡортостандың Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән яңы медицина учреждениеһы 700-ҙән ашыу кешене, шул иҫәптән 100-гә яҡын баланы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.

Йәмғиәт

Рәсәйҙә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙәрҙе иҫкә алдылар

Бөгөн, 15 февралдә, Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә. Иҫтәлекле дата 2011 йылда «Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары һәм хәрби дан көндәре тураһында» Федераль закон менән нығытылған.

Йәмғиәт

«Яҡтыкүл» тау саңғыһы курорты — 23 февралдә ял итеү өсөн популяр урындар иҫәбендә

Tvil.ru торлаҡҡа бронь һалыу сервисы февраль байрамдарында Рәсәйҙә ял итеү урындары рейтингын төҙөгән. Тәүге өсәү иҫәбендә Башҡортостандың «Яҡтыкүл» тау саңғыһы курорты ла бар.

Йәмғиәт

Республикала дайверҙар Һаҡаҫҡы мәмерйәһенең 3D-картаһын төҙөй башланы

Башҡортостанда Һаҡаҫҡы мәмерйәһен тикшереү буйынса икенсе экспедиция тамамланды.

Бер нисә көн дауам иткән эштәрҙе Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дайвер-спелеологтар төркөмө башҡарҙы.

Йәмғиәт

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы — 2018» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Шаршамбы, 14 февралдә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының төп сәхнәһенә күтәрелгән уҡытыусылар – иң яҡшылары. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы — 2018» ҡала конкурсында ҡатнашыр алдынан һәр уҡытыусы педагогик оҫталыҡ бәйгеһенең район конкурсынан үтте һәм унда еңеп сыҡты.

Йәмғиәт

Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегенә баш ҡала вузы ингән

UniRank халыҡ-ара рейтинг буйынса, Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән. Рейтинг донъялағы 200 илдең юғары уҡыу йорттарының танылыу кимәлен анализлаған.

Йәмғиәт

Республиканың баш ҡалаһында «Мәктәп тамамлаусылар скверы» асыла

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Мәктәп тамамлаусылар скверы» асыла. Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан урман массивына ошондай исем бирелә. Өфө ҡала Советы депутаттары бөгөнгө ултырышта ошо хаҡта ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов «болотло поликлиника» проектын хупланы

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы технопаркында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың IT-берләшмәһе йыйылған һәм студенттар өсөн мәғлүмәти технологиялар өлкәһендә проекттар әҙерләнгән коворкинг-зонала булды.

Йәмғиәт

Өфөлә Рәсәйҙә тәүгә табиптарға операция яһарға робот ярҙам иткән

Робот-хирург Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының ике тәжрибәле табибына янбаш төбөнә операция яһарға ассистентлыҡ иткән. Республиканың медицина университеты ректоры Валентин Павлов һәм клиниканың онкология бүлексәһе мөдире Марат Урманцев робот менән бергә балаятҡы муйынтығында дүртенсе стадиялағы яман шеш сире асыҡланған йәш пациентҡа операция яһаған.

Йәмғиәт

7 апрелдә төбәктә экологик өмәләр башлана

Башҡортостанда 7 апрелдән экологик өмәләр башлана. Уларҙың төп бурысы – тораҡ пункттарының санитар-экологик торошон яҡшыртыу.

Республика Хөкүмәте дәүләт власы органдарына, муниципалитеттарға, бөтә милек формаларындағы ойошмаларға, профсоюз комитеттарына һәм ижтимағи берләшмәләргә беркетелгән биләмәләрҙә экологик өмәләр үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Йәмғиәт

Изге Валентин көнөндә республикала нисә пар никахтарын теркәй?

Башҡортостанда 14 февралдә — Изге Валентин көнөндә никахлашыу ғашиҡтар өсөн яҡшы йолаға әүерелде. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндә 108 пар никахтарын теркәргә теләк белдергән.

Йәмғиәт

Хеҙмәт министрлығы 2018 йылдың февраль һәм март айҙарында байрам көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙө

23 февралдә өс, 8 мартта иһә дүрт көн рәттән ял итәбеҙ. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрам көндәре булып тора.

Йәмғиәт

Төбәктең кескәй һылыуҡайҙарын таланттар конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Март айында «Кескәй Өфө һылыуҡайы-2018» йәш таланттар конкурсы була. Дүрт йәштән 14 йәшкәсә һәр ҡыҙ был конкурста ҡатнаша ала. Шулай уҡ быйыл Өфө генә түгел, республика ҡала-райондарынан килгән гүзәл заттарға йәнә ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.

Йәмғиәт

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Башҡортостандан 25 йәштәр проектын миллионлыҡ гранттар менән билдәләне

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ 2018 йылда физик берәмектәр араһында Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсында ситтән тороп ҡатнашыу этабына йомғаҡ яһаны.

Йәмғиәт

Республикала күсмә стоматология комплексы 100-ҙән ашыу пациентты бушлай ҡабул иткән

Башҡортостанда яңы күсмә стоматология комплексы тәүге күсмә ҡабул итеүҙе тамамланы. Биш көндә Республика стоматология поликлиникаһы бригадаһы Стәрлетамаҡ районының Беренсе май ауылында йәшәүсе 100-ҙән ашыу кешене ҡараған.

Йәмғиәт

Өфөлә Хәрби хәтер һәм дан көнөндә тантаналы саралар уҙғарыла

15 февралдә, Хәрби хәтер һәм дан көнөндә, Өфөлә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле саралар ойошторола.

Иҫтәлекле саралар иртәнге сәғәт 11-ҙә «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалыуҙан башлана.

Йәмғиәт

Өфөлә полицейскийҙар «Бурыслы» операцияһының башланыуы тураһында иғлан итте

12 февралдә тәртип һаҡсылары Өфөлә «Бурыслы» операцияһын башланы. Махсус операцияла республика Эске эштәр министрлығының административ ҡануниәтте үтәү, миграция мәсьәләләре бүлектәре хеҙмәткәрҙәре, участковыйҙар, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар, патруль-пост хеҙмәте полицейскийҙары ҡатнаша.

Йәмғиәт

Башҡортостандың өлкән класс уҡыусылары Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрына һорау бирә ала

Башҡортостандың өлкән класс уҡыусылары Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрына һорау бирә ала. Шишәмбе, 13 февралдә, Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-се яртыла ведомство башлығы Ольга Васильева #VKLIVE тура эфирҙа «Бәйләнештә» ҡулланыусыларының һорауҙарына яуап бирәсәк.

Йәмғиәт

Республика халҡы Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә ала

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Мәскәү өлкәһендәге авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандары өсөн аҡса йыйыу ойошторған.

Йәмғиәт

Республика эпидемик сик кимәленә яҡынлашты: 26 мең кеше — ОРВИ, һигеҙе грипп менән сирләй

Башҡортостанда уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы (ОРВИ) менән сирләүселәр артҡан. Һуңғы аҙнала ғына (5 февралдән 11-нә тиклем) төбәктә 26 мең кешегә «киҫкен респиратор вирус инфекцияһы» диагнозы ҡуйылған, уларҙың 70% — балалар.

Йәмғиәт

Республика студенттары Мәскәү дәүләт университеты Юғары эшҡыуарлыҡ мәктәбенең халыҡ-ара универсиадаһында еңеү яуланы

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Мәскәү дәүләт университеты Юғары эшҡыуарлыҡ мәктәбенең IV халыҡ-ара универсиадаһында еңеү яуланы.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов: «Тотош республикала ошондай фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөргә ниәтләйбеҙ»

Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда бер нисә йөҙ яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөргә тейеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрө районына эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе.

Йәмғиәт

2018 йылда мәктәптә кемдәргә бушлай туҡланыу ҡаралған – Башҡортостан Мәғариф министрлығы аңлатмаһы

Башҡортостанда 2018 йылда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар мәктәптә бушлай туҡланыуға дәғүә итә ала.

Төбәк Мәғариф министрлығынан аңлатыуҙарынса, «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы хаҡында»ғы закон менән йән башына уртаса килеме Башҡортостанда бер кешегә билдәләнгән уртаса йәшәү минимумы кимәленән артмаған өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫкән ғаиләләргә уларға 18 йәше тулғансы дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡығандар өсөн бушлай туҡланыу формаһында ташлама билдәләнгән.

Йәмғиәт

Башҡортостанда быйма байрамы уҙғарыла

Башҡортостанда быйма байрамы уҙғарыла. 17 февралдә Сибай ҡалаһындағы үҙәк майҙанда күңелле уйындар үткәреү күҙаллана. Һәр ҡатнашыусы байрамға быйма кейеп килергә тейеш.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Ан-148 самолеты авиафажиғәһе менән бәйле Ырымбур өлкәһе губернаторына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Кисә Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг менән телефон аша һөйләшкәндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Домодедово – Орск» рейсын башҡарған Ан-148 самолеты авиафажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Йәмғиәт
1 - 83 из 133
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть