Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 69.25 ↓

19 ғинуар, Йома

Уфа   °

Йәмғиәт

Республика ЮХХДИ рейдтар хаҡында иҫкәртә

Йылдың төп байрамына ике көн генә ҡалды. Шуға бәйле юлдарҙа транспорт ағымының йәнләнеүе күҙәтелә, был иһә автомобилдәр хәрәкәтен һиҙелерлек ҡыйынлаштыра. Авариялы хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм водителдәрҙең, йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймау өсөн Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы көсәйтелгән режимда эшләй һәм бөгөн рейдтар уҙғара.

Йәмғиәт

Күмертауҙа ашығыс ярҙам алыу уңайлыраҡ

«Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә Күмертау ҡалаһына өс ашығыс ярҙам машинаһы килде. Автомобилдәр ябай һәм төньяҡ башҡарыуҙа ла тәҡдим ителгән.

Йәмғиәт

Салауат Йәнтүрин Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде

Салауат Йәнтүрин Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. 28 декабрҙә Өфөлә, Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә, Рәсәй Юстиция министрлығының Түбәнге Новгород өлкәһе буйынса баш идаралығы начальнигы Сергей Быстревский һәм Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев территориаль федераль дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан власы органдары етәкселәрен Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе менән таныштырҙы.

Йәмғиәт

Башҡортостанда йылдың фотойомғаҡтары

Уҙып барған йыл шатлыҡлы һәм моңһоу, ғәжәп, сағыу һәм бойоҡ, һағышлы ваҡиғаларға бай булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы редакцияһы һәм фотохеҙмәте һуңғы 12 айҙың иң сағыу фото мәлдәрен иҫкә алды.

Йәмғиәт

Эске эштәр министрлығы төбәктә йәшәүселәрҙе байрам көндәрендә хәүефһеҙлек саралары хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан полицейскийҙары байрам көндәрендә халыҡтың именлеген тәьмин итә һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлай. Төбәк Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республика ҡала һәм райондарының боҙ майҙансыҡтарында полиция хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итә.

Йәмғиәт

Уҙып барған йылда Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы һиҙелерлек артты

2017 йылда Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы һиҙелерлек артты — ул 72,6 йәшкә тиклем етте, тип яҙа «Известия». Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Вероника Скворцова һүҙҙәренсә, күп осраҡта бындай ыңғай үҙгәрештәргә сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыу, 

Йәмғиәт

Республикала 15 һаҙлыҡ дәүләт һағына алынасаҡ

2018 йылда Башҡортостанда 15 яңы тәбиғи биләмә ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Экология министрлығынан. Был дала һәм урман-дала зоналары: Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренка, Миәкә, Учалы райондарындағы һаҙлыҡтар.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәренә һәм призерҙарға дипломдар тапшырҙы

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һөнәре буйынса иң яҡшы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарға дипломдар тапшырҙы. - Һеҙ — үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы.

Йәмғиәт

Республика ЮХХДИ идаралығы Яңы йыл каникулдарында теркәү-имтихан ҡабул итеү бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы теркәү-имтихан ҡабул итеү бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте. 1, 2, 3, 4, 6, 7, 8 ғинуар – ял көндәре. Йома, 5 ғинуарҙа, бөтә теркәү-имтихан ҡабул итеү бүлексәләре иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.

Йәмғиәт

Яңы йыл алдынан күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Бөгөн, 28 декабрҙә, республика Хөкүмәте йортонда күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Награда ойошторолғандан алып 7,5 меңдән ашыу гүзәл зат юғары исемгә лайыҡ булды.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 94 ауыл дауаханаһы интернетҡа тоташҡан

Башҡортостанда 94 медицина ойошмаһы бүлексәһе сүс-оптик элемтә линиялары буйынса интернетҡа тоташҡан. Был Рәсәй президенты йөкләмәләрен үтәү маҡсатында эшләнә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Йәмғиәт

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө томан хаҡында иҫкәртә

Бөгөн, 28 декабрҙә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы көслө томан тураһында хәбәр таратты. Ведомство мәғлүмәте буйынса, кесаҙна республикала урыны менән көслө томан төшөүе һәм юлдарҙа 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә.

Йәмғиәт

2018 йылда Башҡортостанда ниндәй юбилей даталары билдәләнә

Башҡортостандың Милли архивы Мөһим тарихи һәм юбилей даталары календарынының сираттағы сығарылышын әҙерләне. «Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға мөһим һәм иҫтәлекле даталар календары» дәүләт, бөтә донъя һәм халыҡ-ара байрамдар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың сәйәси, хәрби, мәҙәни тормошондағы әһәмиәтле даталар менән таныштыра.

Йәмғиәт

Башҡортостанда торлаҡтың баҙар хаҡы аталды

Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты республиканың беренсел һәм икенсел торлаҡ баҙары хаҡтарын атаны. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, «Бөтә фатир өлгөләре» категорияһында беренсел баҙарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының уртаса бер квадрат метры 51,9 мең һумға тиерлек етә, икенсел баҙарҙа - 48,8 мең һум.

Йәмғиәт

Өфө халҡы эткә ҡарағанда бесәйҙәрҙе нығыраҡ ярата

«Юла» бушлай иғландар сервисы йыл аҙағында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәүселәрҙең бесәйҙәрҙеме әллә эттәрҙе өҫтөнлөк итеүен асыҡларға булды. Өфөлә «Юла» аша эттәргә ҡарағанда бесәйҙәр ике тапҡыр күберәк һатылған, тип хәбәр итә сервистың матбуғат хеҙмәте.

Йәмғиәт

Башҡортостан кадеттары Волга буйы федераль округының Яңы йыл байрамында булды

Түбәнге Новгород филармонияһының Кремль концерт залында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡарамағында Яңы йыл байрамы үтте.

Йәмғиәт

Төбәктә ике ҡустыһын һәм өләсәһен янғындан ҡотҡарған студент ҡыҙ һәләк булғандан һуң Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостанда ике ҡустыһын һәм өләсәһен янғындан ҡотҡарған студент ҡыҙ һәләк булғандан һуң Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде. 21 йәшлек Екатерина Слегина март айында Өфө тән бешеү үҙәгендә вафат булды.

Йәмғиәт

Башҡортостанда ике градусҡаса йылыта

Яҡын көндәрҙә Башҡортостанда 2 градусҡаса йылыта, тип фаразлай синоптиктар. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 27 декабрҙә, республикала бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа еңелсә боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә.

Йәмғиәт

Баш ҡала Яңы 2018 йылды ҡаршы алырға әҙер

Яңы 2018 йыл алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһы һиҙелерлек үҙгәрҙе. Ленин исемендәге майҙанда 20-гә яҡын төрлө яҡтыртыу программалары ҡуйылған. Барлыҡ боҙ скульптуралары һәм яҡынлашып килгән байрамдың төп биҙәге – шыршы төрлө төҫтәге уттар менән балҡый.

Йәмғиәт

Өфөлә өс йәшлек бала «аҫрауға алынған» өләсәйле булды

Башҡортостан халҡы яңғыҙ пенсионерҙарҙы йышыраҡ опекаға ала башланы. Өс ай эсендә Оло йәштәгеләрҙе тәрбиәгә алыу программаһын тормошҡа ашырғанда 24 пенсионер яңы йорт тапты, тағы 40 ғаилә ошо проектта ҡатнашыу өсөн документтар тултыра.

Йәмғиәт

Башҡортостан археологик туризм флагманы була аламы?

Башҡортостан хаҡлы рәүештә археологик Клондайк булып иҫәпләнә, сөнки бында бөтә тиерлек тарихи дәүер күрһәтелгән. Әммә тарихи артефакттарҙы үҙаллы эҙләгәндәр законға тарттырыла, сөнки «ҡара ҡаҙыусылар» мәҙәни ҡатламды боҙа.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ордендар, ведомство билдәләре, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән 53 кешенең профессиональ ҡаҙаныштары баһаланды.

Йәмғиәт

Башҡортостандың баш ҡалаһына даими йәшәргә килгән сит ил кешеләренең биш тарихы

Көн һайын Башҡортостанға йөҙҙәрсә сит ил кешеһе килә. Берәүҙәр — үҙҙәренең белемен арттырыу, икенселәре иһә бизнес асыу, өсөнсөләре республика менән танышыу маҡсаты менән.

Йәмғиәт

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡышҡы балыҡ тотоу урындарын контролгә алды

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы 12 ҡышҡы балыҡ тотоу урынын контролгә алды. 25 декабрҙә журналистар менән осрашыуҙа төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы урынбаҫары, күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше идаралығы етәксеһе Эдуард Иҙрисов ошо хаҡта хәбәр итте.

Йәмғиәт

Мәскәүҙә Башҡортостан вәкилдәренә – сәйәси репрессия ҡорбандарына мемориаль таҡтаташ асылды

Мәскәүҙәге Дон зыяратында сәйәси репрессия ҡорбандары булған 14 башҡорт интеллигенцияһы вәкиленә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. Ошондағы 1-се дөйөм ҡәберҙә XX быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостан Республикаһының һәм Совет Рәсәйенең ойошторолоуына ҙур өлөш индергән дәүләт, хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең кәүҙәһе ята.

Йәмғиәт

Өфөлә бушлай экскурсия автобустары һәм метробустар нисек йөрөйәсәк

Яңы йыл каникулдарында Өфөлә боҙ ҡаласыҡтары буйлап теләүселәрҙе бушлай йөрөткән экскурсия маршруттары һәм метробустар хәрәкәте эше ойошторолған. Экскурсия автобустары хәрәкәте Конгресс-холдан башлана һәм шунда тамамлана: 30 декабрҙә экскурсия – көндөҙгө 3-тә, 1 ғинуарҙа – көндөҙгө 3-тә, 2-8 ғинуарҙа иртәнге 12-лә һәм көндөҙгө 3-тә башлана.

Йәмғиәт

«Ялла» төркөмөн ойоштороусы Фәррух Закиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотланы

Күренекле йырсы һәм композитор, «Ялла» төркөмөн ойоштороусы, Үзбәкстандың халыҡ артисы Фәррух Закиров республика халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Билдәле музыканттың ҡотлауын Үзбәкстанда «Ҙур сумаҙан.

Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡар һырынтылары һәм юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе хаҡында иҫкәртә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы алдағы тәүлектә һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Синоптиктар фаразы буйынса, 26 декабрҙә республика биләмәһендә буран сығыуы, 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе, төндә ҡайһы бер райондарҙа көслө ҡар яуыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә.

Йәмғиәт

Өфөнән йөҙҙән ашыу уҡыусы Кремль шыршыһына юлланды

Башҡортостандың һәләтле балалары «Өфө» аэропортынан Кремль шыршыһына юлланды. Ғәҙәттәгесә, балалар өсөн өҫтөнлөклө хеҙмәтләндереү ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Өфө авиаүҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.

Йәмғиәт

Башҡортостандың ҙур ҡалаларында йәшәүселәр власть менән электрон эш итеүгә өҫтөнлөк бирә

Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Өфө райондарында йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе власть органдарына «Электрон ҡабул итеү» аша мөрәжәғәт итеп хәл итеүгә өҫтөнлөк бирә.

Йәмғиәт

Башҡортостан халҡына кәңәштәр: Яңы йылға фейерверкты нисек һайларға һәм уның хаҡы күпме?

Һуңғы йылдарҙа фейерверк Яңы йылды байрамының төп атрибуттарының береһе булып тора. Яңы йыл пиротехникаһы ассортименты бик бай. Ябай һатып алыусыға хәүефһеҙ һәм сифатлы салютты нисек һайларға? Төп ҡағиҙәләрҙең береһе — фейерверктарҙы махсус магазиндарҙа ғына һатып алырға кәрәк.

Йәмғиәт

Баш ҡалала һалым хеҙмәткәрҙәре журналистар менән аралашты

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығында ведомство етәкселеге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Ведомство етәксеһе Марат Вәхитов төбәк һалым органдары эшмәкәрлегенә яҡынса йомғаҡ яһаны.

Йәмғиәт

Өфөлә ЮХХДИ бүлектәре эш режимын үҙгәртә

Өфөлә 22-29 декабрҙә ЮХХДИ-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса район-ара теркәү-имтихан бүлектәренең ваҡытлыса эш режимы үҙгәрә. Ваҡытлыса үҙгәрештәр Индустриаль шоссе урамы, 42/2 буйынса автомобилдәрҙе теркәү һәм Урман техникумы урамы, 92/1 буйынса водитель таныҡлыҡтары биреү бүлектәренә ҡағыла.

Йәмғиәт

2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде

Йома көндө Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығын иғлан итеү тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлдө һәм дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.

Йәмғиәт

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы: ял көндәрендә көслө ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын 23 декабрҙә көслө ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 23 декабрҙә төндә республиканың көнбайыш райондарында көслө ҡар, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары көтөлә.

Йәмғиәт

Киләсәк һөнәрҙәре: «Башинформ» агентлығы эшһеҙ ҡалмаҫ өсөн ҡайҙа уҡырға барырға кәрәклеген асыҡланы

Статистика буйынса, хәҙерге уҡыусыларҙың 90 процентҡа яҡыны иң тәүҙә һөнәрҙе дөрөҫ һайларға кәрәк икәнлеген белә. Әлеге ваҡытта бөтә кимәлдәрҙә лә балаларға һөнәри йүнәлеш биреү эше алып барыла.

Йәмғиәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында автоһәүәҫкәрҙәр машиналарҙан ҙур шыршы төҙөй

Өфөлә водителдәрҙе автомобилдәрҙән ҙур яңы йыл шыршыһын төҙөргә саҡыралар. Уҙып барған йылдың төп автоваҡиғаһы 29 декабргә билдәләнгән. Байрам флешмобында ҡатнашыусылар киске сәғәт 10-ға Рубежная урамындағы парковкаға йыйыла.

Йәмғиәт

Өфөлә икенсе тапҡыр Ғаилә ялы үтә

23 декабрҙә Өфөлә «ULTRA» сауҙа-мәҙәни үҙәгендә (Баҡалы урамы, 27) иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 3-кә ҡәҙәр «Ғаилә ялы» үтә. Сараны Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.

Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы йыл алдынан һәм байрам көндәрендә поликлиникаларҙың эш графигы хаҡында хәбәр итте

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы йыл алдынан һәм байрам көндәрендә поликлиникаларҙың нисек эшләүе тураһында хәбәр итте. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республика халҡына медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү өсөн амбулатор-поликлиника бүлексәләре 2017 йылдың 30-31 декабрендә һәм 2018 йылдың 1-8 ғинуарында иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.

Йәмғиәт

Кардиология диспансерын яңыртыу 6 миллиард һумға төшә – Рөстәм Хәмитов

Республика кардиология диспансерының яңы корпусын төҙөү 6 миллиард һумға төшә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта хәбәр итте.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының именлек органдары ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. – Ошо йылдар эсендә именлек органдарының исеме бер нисә тапҡыр үҙгәртелде.

Йәмғиәт
1 - 50 из 150
Начало | Пред. | 1 2 3 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть