Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәмғиәт

Абу-Дабиҙа WorldSkills чемпионатында Башҡортостандан бронза призер: «Был Рәсәйҙең «таш юныу эше» компетенцияһында бөтә ваҡыт эсендә тәүге миҙалы»

Абу-Дабиҙа WorldSkills Competition-2017 44-се донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында бронза миҙал яулауына ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Йәмғиәт

Башҡортостанда иҫән саҡтарында иҫерткес эсемлектәр таратыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе мосолмандар йолаһы буйынса ерләмәҫкә тәҡдим иттеләр

Башҡортостанда иҫән саҡтарында иҫерткес эсемлектәр таратыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе мосолмандар йолаһы буйынса ерләмәҫкә тәҡдим иттеләр. Наурыҙ ауыл советы башлығы Закир Ғарипов Учалы районы имамдары менән осрашыуҙа ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.

Йәмғиәт

Төбәктә синоптиктар ваҡытлыса ҡар ятыуын фаразлай

Аҙна аҙағында Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы һәм хатта ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк фараздары буйынса, шәмбе, 21 октябрҙә, республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ.

Йәмғиәт

Башҡортостанда ике бәләкәй балалы ғаилә ике йылға яҡын төпкөлдә, цивилизациянан алыҫта йәшәгән

«Башҡортостан» милли паркының ғилми хеҙмәткәрҙәре, ике бәләкәй балалы Дилә һәм Илдус Нурмөхәмәтовтар ике йыл самаһы Кәшәлелә — «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының милли парк менән сиктәш урында йәшәгән.

Йәмғиәт

Яңы тыуған Рәсәй граждандары дәүләттән бүләк аласаҡ

Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабый киләһе йылдан дәүләттән бүләк аласаҡ. Балаларға бүләк тапшырыу Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән Балалыҡ ун йыллығы сиктәрендә 2020 йылғаса төп саралар планы проектына ингән, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Йәмғиәт

Өфөлә Мостай Кәримдең исемен йөрөткән самолетты ҡаршы алдылар

Кесе йома, 19 октябрҙә, «Өфө» халыҡ-ара аэропортына Мостай Кәримдең хөрмәтенә аталған самолет осоп килде. «Аэрофлот» авиакомпанияһының пассажирҙар ташыусы Sukhoi Superjet 100 самолеты сентябрь һуңында Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен алды.

Йәмғиәт

WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Башҡортостан вәкиле бронза яуланы

Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында бронза яуланы.

Йәмғиәт

Өфө Дәүләт автоинспекцияһы «Бурыслы» операцияһын башланы

17-26 октябрҙә Өфөлә «Бурыслы» операцияһы уҙа. Баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексында ҡаралған административ штрафты ваҡытында түләмәгән өсөн «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса гражданға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла.

Йәмғиәт

«Роспотребнадзор» геморрагик биҙгәк менән ауырыу осраҡтары буйынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте

Йыл башынан Башҡортостанда 795 кеше геморрагик биҙгәк менән сирләгән, улар араһында 17 йәшкәсә 33 бала бар. Башҡортостандағы 41 районда һәм алты ҡалала сысҡан ауырыуы менән зарарланыу осраҡтары теркәлгән.

Йәмғиәт

Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды

Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы эш башланы. Башҡортостандың баш ҡалаһында форум унынсы тапҡыр уҙа.

Йәмғиәт

Баш ҡалала «Лимондар бунты» уҙғарыла

21 октябрҙә «Йәшелдәр» партияһының төбәк бүлексәһе баш ҡалабыҙҙа, Өфө лимонарийын яҡлап, «Лимондар бунты» тигән сара уҙғара. Был хаҡта партия рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова хәбәр итте.

Йәмғиәт

Мостай Кәримдең тыуған көнөнә республика географтары Ҡабарҙа-Балҡарҙағы түбәне уның исеме менән атарға теләй

Башҡортостанда 20 октябрҙә республиканың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 98-се йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр. Атаҡлы яҙыусының 100 йыллығына Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе әҙерләгән ҙур акция күҙаллана.

Йәмғиәт

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына объекттар исемлеген булдырыу процесын көйләү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ойошторолдо

Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән республиканың 100 йыллығына объекттар исемлеген булдырыу һәм тормошҡа ашырыу процесын көйләү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ойошторолдо.

Йәмғиәт

20 октябрҙән Башҡортостанға арктик һыуыҡ килә башлай, 11 градусҡаса һыуыта

20 октябрҙән республика биләмәһенә һыуыҡ арктик һауа массаһы килә башлай, тип иҫкәртә Башгидромет. Алдағы ял көндәрендә республикала һауа температураһы төндә -1,-6, аяҙытҡанда -11, көндөҙ -2,+

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең баш нейрохирургын бүләкләне

Кисә Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш нейрохирургы Владимир Крыловҡа республиканың рәхмәт хатын тапшырҙы.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Волга буйы нейрохирургия үҙәген төҙөргә тәҡдим итте

Башҡортостанда Волга буйы федераль округының нейрохирургия үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошондай башланғыс менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресында сығыш яһаны.

Йәмғиәт

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 19 октябрҙә республика биләмәһендә елдең тиҙлеге урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал.

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Кванториум» балалар технопаркы асылды

Башҡортостанда «Кванториум» балалар технопаркы эшләй башланы. Технопарктың икәүһе – Өфөлә, берәүһе Благовещенда урынлашҡан. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов «Кванториум»дың Өфөләге майҙансыҡтарының береһендә булды.

Йәмғиәт

Өфө ҡыҙы Анастасия Яковлева «Мисс Офис» тигән исем өсөн көрәшәсәк

Өфөнән 21 йәшлек Анастасия Яковлева интернет аша тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Мисс Офис-2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының финалына сыҡты һәм хәҙер ҡалған 30 ҡатнашыусы менән бергә таж һәм бер миллион һум күләмендәге аҡсалата бүләк өсөн көрәшәсәк.

Йәмғиәт

Төбәктә грипп эпидемияһы декабрҙә башлана

Грипп эпидемияһы республикала, ғәҙәттәгесә, декабрҙә башлана. Әлеге ваҡытта Өфөлә киҙеү теркәлмәгән, миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләүҙең артыуы күҙәтелә, тип хәбәр итә РБК-Өфө.

Йәмғиәт

Башҡортостандан Потякиндар ғаиләһе Бөтә Рәсәй художество ижады конкурсында иң яҡшы алмаштырыусы ғаилә булды

Алмаштырыусы Потякиндар ғаиләһе Башҡортостан Республикаһы исеменән Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы уҙғарған «Бөтә Рәсәй алмаштырыусы ғаиләләр ассамблеяһы» бөтә Рәсәй художество ижады конкурсы финалында сығыш яһаны.

Йәмғиәт

Салауат районында «Янғантау» геопаркы ойошторола

Башҡортостан Хөкүмәтендә Салауат районында «Янғантау» геопаркын – республика биләмәһендә Рәсәйҙәге тәүге ЮНЕСКО геопаркын ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Ошо хаҡта тәүге тапҡыр йәйгеһен Өфөлә уҙған Халыҡ-ара экология форумында һөйләй башланылар.

Йәмғиәт

Сергей Семак һәм уның ҡатыны Анна етем балаларға ярҙам иткәндәре өсөн «Ҡауҙы ҡанаттары» премияһын алды

«Өфө» футбол клубының баш тренеры Сергей Семак һәм уның хәләл ефете Анна етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн «Ҡауҙы ҡанаттары» премияһына лайыҡ булды.

Йәмғиәт

Рәсәй күгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге самолет даими рейстар башҡара

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге яңы Sukhoi Superjet 100 самолеты «Аэрофлот» паркына 2017 йылдың сентябрь аҙағында килтерелде. Авиакомпания етәкселегенә һауа судноһына Мостай Кәримдең исемен биреү башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһағайны.

Йәмғиәт

Төбәктә «Вимм-Билль-Данн» компанияһы продукцияһында табылған бешмә вирусы хаҡында мәғлүмәт — ялған

Бөгөн социаль селтәрҙә һәм WhatsApp мобиль мессенджерында Башҡортостан халҡы «Вимм-Билль-Данн» компанияһының һөт ризыҡтарын һатып алыуҙы һәм ҡулланыуҙы тыйған хәбәрҙәр ала.

Йәмғиәт

«Википедия»ның терминологик мәғлүмәттәр базаһында башҡорт телен ябайлаштырыу тиҙләтелә

Мәскәүҙә XI халыҡ-ара вики-конференция үтте, унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ уҙғарған конференция – Рәсәй һәм күрше илдәр телдәрендәге Википедия бүлектәре вәкилдәре өсөн русса аралашҡан майҙансыҡ.

Йәмғиәт

Йыл башынан Башҡортостанда урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 291 осрағы асыҡланған

2017 йылдың башынан Башҡортостанда яҡынса дүрт мең кубометр күләмдә урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 291 осрағы асыҡланған, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

Йәмғиәт

2019 йылда туғыҙынсы кластар өсөн рус теле буйынса телдән мотлаҡ имтихан индерелә

2019 йылдан туғыҙынсы кластар өсөн рус теленән телдән имтихан мотлаҡ рәүештә була. Әңгәмә февралдең икенсе шаршамбыһында үтә, тип хәбәр итә «Известия» гәзите. Имтихан 11 кластар яҙған йомғаҡлау иншаһы кеүек зачет форматында баһаланасаҡ.

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Эко-китап» акцияһы барышында макулатураны китаптарға алмаштырырға мөмкин

Башҡортостанда макулатура йыйыу буйынса «Эко-китап» акцияһы башланды. Унда теләгән һәр кем, шул иҫәптән мәғариф учреждениелары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре, предприятиелар һәм ойошмалар ҡатнаша ала.

Йәмғиәт

Өфөлә БДМУ клиникаһында простата биҙе яман шешен диагностикалауҙың яңы алымы индерелде

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында простата биҙе яман шешен диагностикалауҙың яңы алымы — Fusion-биопсия индерелде «Был алым сирле кешелә онкологик ауырыуҙы аныҡ билдәләргә мөмкинлек бирә, — тине Волга буйы федераль округы урологы, БДМУ ректоры Валентин Павлов.

Йәмғиәт

Быйыл Башҡортостанда уҙған йылға ҡарағанда биш меңгә аҙыраҡ сабый тыуған

Ағымдағы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда тыуым 13,3% кәмегән. 2017 йылдың башынан төбәктә 37 228 сабый донъяға килгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был һан 5719 сабыйға аҙыраҡ.

Йәмғиәт

Бүздәк районындағы кооператив — бешмә вирусы менән зарарланыу билдәләре булған һуңғы ферма — Ирек Мөхәмәтдинов

Алты баш эре мөгөҙлө малда бешмә вирусы табылған Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылындағы «Ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы — вирус менән зарарланыу билдәләре булған һуңғы ферма, зарарланған сығанаҡты асыҡлауҙың тәүге этабы тамамланды, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов.

Йәмғиәт

Республикала йышыраҡ өйләнешә һәм һирәгерәк айырылыша башлағандар

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты 2017 йылдың ғинуар-сентябрь айҙары өсөн гражданлыҡ хәлен теркәү акттары һаны тураһында мәғлүмәт баҫтырҙы. Күрһәткестәр 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырылған.

Йәмғиәт

Сочиҙа Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡунаҡтарҙы башҡорт балы менән һыйлайҙар

Сочиҙа XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале уҙа. Сарала донъяның 180 иленән 18-35 йәштәге 20 меңдән ашыу йәш кеше, улар иҫәбендә Башҡортостандан 200 кеше ҡатнаша.

Йәмғиәт

Рәсәй халҡының ноябрь айында нисек ял итәсәге билдәле булды

Ноябрь башында рәсәйҙәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле оҙайлы ял көндәре көтә. Федераль хеҙмәт һәм мәшғүллек хеҙмәте сайтында баҫылған мәлүмәткә ярашлы, 2017 йылдың ноябрендә дәүләт байрамы шәмбе көнөнә тура килеү сәбәпле 4-нән 6-һына тиклем ял итәбеҙ.

Йәмғиәт

Өфө Рәсәйҙең ун иң мәҙәни һәм белемле ҡалаһы иҫәбендә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты тормош сифатын баһалау проекты сиктәрендә ҙур һәм уртаса ҡалаларҙа сираттағы мәҙәниәт һәм белем биреү мөхитенең торошон тикшерҙе.

Йәмғиәт

Башҡортостан грипҡа ҡаршы вакцина менән тулыһынса тәьмин ителгән

Башҡортостанға киҙеүгә ҡаршы вакцинаның һуңғы партияһы килтерелде. Бөгөнгә республика федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә грипты иҫкәртеү буйынса СОВИГРИПП вакциналары менән тулы күләмдә тәьмин ителгән (

Йәмғиәт

Республикала күҙҙәре күрмәгән мосолмандар Ҡөрьән тексын уҡый ала

Өфөлә Башҡортостан һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың китап фонды Брайль системаһы — рельефлы-нөктәле тактиль шрифт буйынса яҙылған Ҡөрьән менән тулыланды. Ошо бүләкте, шулай уҡ башҡа ислам әҙәбиәтен учреждениеға республика мосолмандарының Диниә назараты тапшырҙы.

Йәмғиәт

Өфөлә Рәсәй һәм Ҡытай нейрохирургтарының беренсе конгресы үтәсәк

18-20 октябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресы үтә. Сараны Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Нейрохирургтар ассоциацияһы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Ҡытай нейрохирургтары йәмғиәте ойоштора.

Йәмғиәт

Мәсетле районында етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырҙылар

Мәсетле районында етем балалар яңы йортло булды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Валентин Павлов тантаналы шарттарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстарын тапшырҙы.

Йәмғиәт

Быйыл республика ауылдарына 32 фельдшер эшләргә бара

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләү өсөн урта медицина белеме булған белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн ойошторолған «Ауыл фельдшеры» программаһы тормошҡа ашырылыуын дауам итә, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Йәмғиәт

2018 йылда яҡынса Берҙәм дәүләт имтихандары көндәре билдәле булды

2018 йылда яҡынса Берҙәм дәүләт имтихандары көндәре билдәле булды. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының имтихандар теҙмәһе проекты федераль норматив хоҡуҡи акттар порталында урынлаштырылған.

Йәмғиәт

Башҡортостанда бешмә ауырыуы буйынса карантин зонаһына тәүге гуманитар ярҙам ебәрелде

Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты 11 октябрҙә Туймазы районына бешмә ауырыуы буйынса карантин зонаһына гуманитар ярҙам менән беренсе «ГАЗель» оҙатты.

Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» комплексының төҙөлөш проекты «Көмөш билдә» архитектура наградаһына эйә булды

«Зодчество» XXV халыҡ-ара фестивалендә «Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөшө» проекты «Йәш архитекторҙарҙың ижады» номинацияһында лауреат булды һәм архитектура өлкәһендә «Көмөш билдә» наградаһын алды.

Йәмғиәт

Республиканың төньяҡ нөктәһендә сик бағанаһы ҡуйыласаҡ

Бөгөн республиканың Яңауыл районында Башҡортостандың төньяҡ географик нөктәһен билдәләгән иҫтәлекле стеланы асыу тантанаһы үтә. Сик бағанаһы Байсар ауылынан төньяҡ-көнбайышыраҡ ҡуйыласаҡ.

Йәмғиәт

Республикала суд приставы оло йәштәге ҡатынды янған йорттан күтәреп алып сыҡҡан

Башҡортостанда суд приставы оло йәштәге ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған. Суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районының суд приставтары бүлегенә китеп барған Антон Говорко бер ҡатлы кирбес күп фатирлы йорттоң ҡыйығынан ялҡын телдәрен һәм ҡара төтөн сығыуын күреп ҡала.

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булған 100 талантлы баланың исемдәре асыҡланды

Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булған 100 талантлы уҡыусының исемдәре билдәле булды. Улар ағымдағы йыл дауамында ай һайын 700 һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ.

Йәмғиәт

Башҡортостан делегацияһы Сочиға XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә юлланды

Башҡортостан делегацияһы Сочиға XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә юлланды. Форумда донъяның 150 иленән 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Рәсәй исеменән 85 субъекттан 10 000 ҡатнашыусы сығыш яһай.

Йәмғиәт

Рәсәйҙә автомобилселәргә «зебра»ла йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән өсөн штраф арттырылды

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа велосипедсыны, йәйәүлене йәки хәрәкәттә өҫтөнлөк менән файҙаланған башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыны үткәреүҙән баш тартҡан өсөн автомобилселәргә штрафты 2500 һумға тиклем арттырыу тураһында закон проектын ҡабул итте.

Йәмғиәт

Төбәктә башҡорт теленән яңы дәреслектәр әҙерләнәсәк

Республикала башҡорт теленән яңы дәреслектәр һәм тейешле методик комплекстар әҙерләнәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында белдерҙе.

Йәмғиәт

Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн лицей һәм балалар технопаркы барлыҡҡа киләсәк

Яҡын ваҡыт эсендә Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн махсуслаштырылған лицей һәм балалар технопаркы барлыҡҡа киләсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе.

Йәмғиәт

Йыл аҙағына тиклем республикала ете яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда ете яңы балалар баҡсаһы буласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта үҙ сығышында хәбәр итте.

Йәмғиәт

Өфөлә Республика көнөнә арналған митингҡа 10 меңдән ашыу кеше йыйылды

Өфөлә Спорт һарайы алдындағы майҙанда Республика көнөнә арналған митинг-концерт үтте. Тантананы ойоштороусылар – Башҡортостан Халыҡтар ассамблеяһы менән берлектә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе.

Йәмғиәт

Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы мәктәп асылды

Бөгөн Өфөнөң Дим районында яңы мәктәп – 161-се лицей асылды. Ошо ваҡиға менән ҡала халҡын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. - Һеҙҙә иҫ киткес мәктәп була. Унда бассейн, спорт залдары, иркен кластар, оҙон коридорҙар.

Йәмғиәт

Республикала кемдәр бала ҡарау буйынса бушлай хеҙмәт менән файҙалана ала?

Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгендә һәм уның бүлексәләрендә өс йәшкәсә сабый йәки 18 йәшкә тиклемге инвалид балаларҙы ваҡытлыса ҡарау буйынса бушлай хеҙмәт менән файҙаланырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул ителә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш кампанияһы: 5,3 мең егет хәрби хеҙмәткә оҙатыла

Көҙгө саҡырылыш барышында Башҡортостандан 5,3 мең егетте хәрби хеҙмәткә оҙатыу ҡаралған. Яҙғы саҡырылыш кампанияһында Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә һәм Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенә республикабыҙҙан 5,1 меңдән ашыу кеше алынғайны.

Йәмғиәт

Башҡортостанды «кинофикацияның яңы тулҡыны» лидерҙарының береһе тип атанылар

Кино фонды Башҡортостанды «кинофикацияның яңы тулҡыны» лидерҙарының береһе тип атаны. Бәләкәй ҡалаларҙы кинофикациялау дәүләт программаһының ике йыл эшләү осоронда республикала 11 яңы кинозал төҙөлгән, йыл аҙағына тиклем тағы өс зал асыу күҙаллана, тип хәбәр итә Кино фонды директоры Антон Малышевҡа һылтанып РБК-Өфө.

Йәмғиәт

Төбәктә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса төҙөлгән яңы балалар майҙансығы тирәләй янъял ҡыҙа бара

Башҡортостандың Краснокама районы Николо-Березовка ауылында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса төҙөлгән яңы балалар майҙансығы тирәләй бәхәстәр тынмай.

Йәмғиәт

Өфөлә Республика көнөнә ҡарата митинг-концерт уҙа

10 октябрҙә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған митинг-концерт ойоштора. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн виртуоз баянсылар Айнур һәм Хәлит Фәтиховтар, «Zainetdin» этно-проекты, «Sunrise», «Light Again» төркөмдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар сығыш яһай.

Йәмғиәт

Республика көнөнә Иглин районында яңы мәктәп корпусы асылды

9 октябрҙә, Республика көнө алдынан Иглин ауылында 1-се мәктәптең яңы корпусын асыу тантанаһы уҙҙы. Әлеге ваҡытта бында меңдән ашыу уҡыусы белем ала, ул ғәмәлдәге нормативтарҙан бер нисә тапҡырға күберәк.

Йәмғиәт
1 - 65 из 115
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть