Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Йәмғиәт

Республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Салауаттағы экологик хәлде баһаланы

Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының әүҙем ағзалары Салауаттағы экологик хәлде баһаланы. Ҡалала республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумының күсмә ултырышы үтте. Сарала ҡатнашыусылар «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты, экологик мәсьәләләрҙе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерҙе, тип хәбәр итте ойошма етәксеһе Рәшиҙә Солтанова.

Йәмғиәт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡортостан халҡын «Таҙа республика» экологик акцияһына саҡыра

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы әүҙемдәре «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә Сипайловола Ҡариҙел йылғаһы буйында экологик акция ойоштора.

Йәмғиәт

Республикаға был аҙнала арктик һыуыҡ килә

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала республикала ярайһы уҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Әммә әүҙем булмаған фронталь бүлектәр зонаһында төбәктең төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ.

Йәмғиәт

Баш ҡалала Халыҡ-ара математика үҙәге йәш квалификациялы кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнәсәк

Өфөлә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙған «Мәғлүмәт технологиялары һәм системалары-2017» конференцияһы барышында Рәсәй Фәндәр академияһының Мәғлүмәт тапшырыу мәсьәләләре институты, Иҫәпләү үҙәге менән математика институты һәм Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы араһында өс яҡлы килешеү төҙөлдө.

Йәмғиәт

Башҡортостанда яңы мәсет асылды

Туймазы районының Туҡай ауылында яңы мәсет асылды. Ауылдың 250 йылдан ашыу тарихында был дүртенсе мәсет – элеккеһе 1935-1937 йылдарҙа һүтелә. Мәсет 2014 йылдан Туҡай ауылы халҡының, ошо ауылдан сыҡҡан кешеләрҙең һәм бағыусыларҙың ярҙамы менән төҙөлә.

Йәмғиәт

Мобиль телефондар өсөн башҡорт теленең һүҙлеге – ул ни бары ваҡыт мәсьәләһе

Башҡорт теленең электрон һүҙлеге бөгөнгө көнгә Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының иң перспективалы эштәренең береһе булып тора. Ошо ғилми учреждениеның директор урынбаҫары Тимур Мөхтәров иҫәпләүенсә, Өфө ғалимдарының асышын мобиль телефондар өсөн «Башҡорт теленең һүҙлеге» ҡушымтаһын эшләү өсөн файҙаланырға мөмкин.

Йәмғиәт

Республика халҡының Яңы йылда нисек ял итәсәге билдәле булды

Рәсәйҙәр ғинуарҙа - ун көн, өс тапҡыр өс көн һәм бер тапҡыр дүрт көн (8 мартҡа) ял итә аласаҡ. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Рәсәйҙә хәҙер 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар эшләмәгән байрам көндәре – яңы йыл каникулдары;

Йәмғиәт

«Китап» нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2017 йылда донъя күргән яңы китаптарҙы иғлан иттеләр. Улар иҫәбендә башҡорт һәм рус телдәрендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған бер нисә фәнни-популяр әҙәбиәт бар.

Йәмғиәт

Синоптиктар был аҙнала республикала көндәрҙең нисек торасағы хаҡында хәбәр итте

Синоптиктар был аҙнала Башҡортостанда көндәрҙең нисек торасағы хаҡында хәбәр итте. Белгестәр фаразынса, республика биләмәһендә «әбейҙәр сыуағы» дауам итә. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ, ямғырлы, республиканың көньяғында йылы һәм ҡояшлы булыуы көтөлә.

Йәмғиәт

Баш ҡала моделе «Face of the Universe 2017» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында еңеү яуланы

«Face of the Universe 2017» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә Рәсәй исеменән сығыш яһаған 25 йәшлек модель Галина Лукина Өфөгә еңеүсе тажы менән ҡайтып килә. Был хаҡта «Мисс Башкортостана» модель агентлығының рәсми төркөмөндә хәбәр ителә.

Йәмғиәт

Өфөлә яңы арт-объект ғаиләгә арналды

Өфөләге Октябрь проспекты һәм Бессонов урамы киҫелешендә яңы арт-объект ҡуйылды. Скульптура композицияһында өс балалы ғаилә һүрәтләнгән. «Скульптура Ufanet компанияһының видеокүҙәтеү камераһына эләгә, шуға күрә вандалдарға скульптураны боҙоу ҡатмарлыраҡ буласаҡ», — тип иҫкә төшөрҙөләр ҡаланың Совет районы хакимиәтендә.

Йәмғиәт

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаларын вакцинациялауҙан баш тартҡан ата-әсәләргә яза бирергә ниәтләй – РБК

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаларын вакцинациялауҙан баш тартҡан ата-әсәләргә «тәьҫир итеү» мөмкинлеген ҡарай. Ведомствола, һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдереүенсә, уларға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын «түләү»ҙе үҙгәртергә тәҡдим итәләр, тип хәбәр итә РБК.

Йәмғиәт

Уҡыусыларҙы «Башҡортостан ҡоштары» интернет-конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

«Рәсәй Ҡоштарҙы һаҡлау союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе йәйге-көҙгө миҙгелдәге «Башҡортостан ҡоштары» VII республика балалар интернет-конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итте.

Йәмғиәт

Өфө халыҡ-ара марафонында хәйриә йүгеректәр ауырыу балаларға 250 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙы

Йәкшәмбе, 17 сентябрҙә, Өфө халыҡ-ара марафоны сиктәрендә #ЙҮГЕРӘМ ЯРҘАМ ИТӘМ хәйриә акцияһында ауырыу балаларға 263 мең һум аҡса йыйылды. Акцияны башлап ебәреүсе – «Мәрхәмәт» хәйриә фонды.

Йәмғиәт

Башҡортостанда ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир үтә

30 сентябрҙә Ғафури районының Красноусол ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышының баһадир яугирҙарына, «төньяҡ амурҙарға» арналған һәйкәл асыу һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 205 йыллығы хөрмәтенә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир ойошторола.

Йәмғиәт

Төбәктә 47 гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Башҡортостан Хөкүмәтендә республикала йәшәгән 47 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Тантананы премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов үткәрҙе. Күп балалы әсәләрҙе ҡотлап, вице-премьер республика башлығына күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса тәҡдимдәр ҡарауға индерелгәнен хәбәр итте.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов «Роснефть» компанияһының вице-президенты Геннадий Букаевты «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Роснефть» нефть компанияһы асыҡ акционерҙар компанияһының вице-президенты – Эске аудит хеҙмәте етәксеһе Геннадий Букаев менән осрашты һәм уны 70 йәше менән ҡотланы.

Йәмғиәт

Уйын: Республикалағы халыҡтар һөйләшкән телдәрҙе айыра беләһегеҙме?

Республикабыҙҙа рус, башҡорт һәм татар телдәренән башҡа, сыуаш, мари, мордва, удмурт, украин, белорус, латыш һәм хатта немецса ла һөйләшәләр. Беҙ һеҙгә уйын уйнарға һәм ошо шиғыр юлдарының ниндәй телдәрҙә яҙылғанлығын билдәләргә тәҡдим итәбеҙ.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы милли йәмәғәт ойошмаларының етәкселәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге милли йәмәғәт ойошмаларының етәкселәре менән осрашты һәм улар менән тел сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙа Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостан рустары соборының башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев һәм Төбәк татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева ҡатнашты.

Йәмғиәт

Төбәк журналистарын «Иғтибар үҙәгендә — балалыҡ» бөтә Рәсәй конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостандағы республика һәм муниципаль гәзит, журнал, интернет-баҫма, теле- һәм радиокомпания журналистарын «Иғтибар үҙәгендә — балалыҡ» бөтә Рәсәй конкурсында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡыралар.

Йәмғиәт

Өфө халҡы яңы скверға исем һайлай

Өфө халҡы ҡаланың Совет районындағы яңы скверға исем һайлай. Әле скверҙың уртаһында саҡрым бағанаһы урынлашҡан, ул ҡасандыр ошо урындан Иҫке Себер тракты үтеүе хаҡында иҫкә төшөрөп тора.

Йәмғиәт

Роспотребнадзор илдә Ҡытайҙан хәүефле вирустың таралыуы хаҡында хәбәр итте

Роспотребнадзор Рәсәйҙә Ҡытайҙан һәм уның менән күрше төбәктәрҙән килгән ECHO30 вирусының таралыуы хаҡында хәбәр итә. РИА Новости белдереүенсә, ведомство инфекцияның таралыуын иҫкәртеүгә тулыһынса әҙер.

Йәмғиәт

Октябрҙән республикала интернет аша табипҡа яҙылыу ҡағиҙәләре үҙгәрә

Ағымдағы йылдың 1 октябренән электрон регистратураның сайты аша табипҡа яҙылыр алдынан пациенттарға Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Йәмғиәт

Википедияның рус телендәге бүлегендә «Башҡортостан аҙналығы» башланды

11 сентябрҙә Википедияның рус телендәге бүлегендә «Башҡортостан аҙналығы» башланды. Ете көн буйына ирекмәндәр Башҡортостан географияһы, халҡы, мәҙәниәте, тарихы, иҡтисады, спорты хаҡында мәҡәләләр яҙыу һәм уларҙы камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, шулай уҡ Викикеләткә фотоһүрәттәр ҡуя.

Йәмғиәт

Ике көндән төбәктә «әбейҙәр сыуағы» башлана

14 сентябрҙән Башҡортостанда көҙгө һалҡындар бер аҙға сигенә һәм «әбейҙәр сыуағы» тип аталған ҡоро, йылы көндәр башлана. Бер нисә көн буйына һауа торошо республика халҡын йылы көндәр менән ҡыуандыра, көндөҙ температура 19-24 градус тәшкил итә.

Йәмғиәт

Өфөлә сәнәғәт өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе була

14 сентябрҙә Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сәнәғәт өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһенә саҡыра. Йәрминкәлә әйҙәүсе инженер, водитель, йөксө, инженер, инженер-конструктор, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, һатыусы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь, токарь, тракторсы һөнәрҙәре тәҡдим ителә.

Йәмғиәт

Ҡасан Өфөлә йылы бирерҙәр?

Өфө хакимиәтендә йорттарға ҡасан йылы биреүҙәре хаҡында һөйләнеләр. Бөтә ҡағиҙәләргә ярашлы, әгәр биш көн буйына уртаса тәүлек температураһы 8 градустан артмаһа, өйҙәр йылытыла башлай.

Йәмғиәт

Башҡортостан мәктәптәрендә туған телдәрҙе нисек өйрәнәләр

Республика мәктәптәрендә башҡорт теле ике йүнәлеш – дәүләт һәм туған тел булараҡ уҡытыла. Июль айында Йошкар-Ола ҡалаһында милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышынан һуң был тема йәнә киң фекер алышыуға юл асты.

Йәмғиәт

Республика ғалимдары Донъя халыҡтары эпостары фестивалендә ҡатнашты

Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә IV Бөтә донъя халыҡтары эпостары фестивале барышында бөйөк сәсән Сагымбай Орозбаковтың тыуыуына 150 йыл тулыуға бағышланған «Эпос ғилеменең хәҙерге проблемалары һәм саҡырыуҙары» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли симпозиум булды.

Йәмғиәт

Өфө ҡыҙы «Face of the Universe – 2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһай

Өфөнән 25 йәшлек Галина Лукина «Face of the Universe – 2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһай. Сара 1-20 сентябрҙә Африкалағы Ганала уҙа. Унда донъяның бөтә ҡитғаларынан 60 ҡыҙ ҡатнаша.

Йәмғиәт

Башҡортостанда ARTE француз-немец телеканалы бал һәм солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрә

Башҡортостандағы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына республикала һаҡланып ҡалған үҙенсәлекле кәсеп — солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрөү өсөн ARTE француз-немец телеканалының ижади төркөмө килде.

Йәмғиәт

Баш ҡалала санитария талаптарына тап килмәүе арҡаһында йәшелсә баҙары ябылды

Урындағы халыҡтың ялыуы буйынса «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостандағы идаралығы Өфө — Затон автомобиль юлында «Евразия» баҙарына тикшереү үткәрҙе. «Хужалыҡ майҙансығының бер өлөшө кәртәләп алынған, урыны менән ҡоймалар юҡ.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь һәм урман хужалығы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, мәҙәниәт, физик культура һәм спорт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә эшләгән 52 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм дин әһелдәре ордендар, почет грамоталары, исемдәр менән баһаланды.

Йәмғиәт

Башҡортостанда тағы ике поликлиникала «яғымлы регистратуралар» эшләй башланы

Белорет поликлиникаларында бер юлы ике «яғымлы регистратура» барлыҡҡа килде. Шуларҙың берәүһендә — балаларҙыҡы — регистратура тәҙрәләре янында сираттың булмауы, ҡабул итеүҙе көткән саҡта уңайлы шарттар, пациенттарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы мөнәсәбәт шунда уҡ күҙгә ташлана.

Йәмғиәт

«Мисс һәм Мистер Студент-2017» конкурсында Башҡортостан вәкилдәре бар: тауыш биреү башланды

Рәсәйҙең «Мисс һәм Мистер Студент-2017» конкурсында Башҡортостан исеменән ике студент сығыш яһай. Зөһрә Мөхәрәмова — Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетында 4-се курста, Данис Йосопов Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робот техникаһы факультетында 4-се курста уҡый.

Йәмғиәт

Төбәктә асылған һәм төҙөләсәк мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының, дауаханаларҙың заманса карталары барлыҡҡа килде

Башҡортостанда биш йыл эсендә асылған һәм быйыл асыласаҡ мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының һәм дауаханаларҙың заманса карталары барлыҡҡа килде. Улар менән «Республика Башкортостан» гәзитенең яңы һанында һәм баҫманың рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Йәмғиәт

Төбәктә БДИ-ның сентябрҙәге өҫтәмә этабына 80-гә яҡын кеше ғариза биргән

Бөгөн, 5 сентябрҙә, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙең өҫтәмә этабы башланды. Уға 80-гә яҡын кеше ғариза яҙған, ләкин уларҙың нисәүһе тапшырасағы имтихандан һуң ғына билдәле буласаҡ.

Йәмғиәт

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ҡойма ямғырҙарҙан зыян күргәндәр өсөн «ҡыҙыу элемтә» эшләй

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы көслө ямғыр яуыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл тураһында халыҡҡа тиҙ арала хәбәр еткереү өсөн «ҡыҙыу элемтә» ойошторҙо.

Йәмғиәт

Республиканың баш ҡалаһында аномаль ҡойма ямғырҙарҙың эҙемтәләре бөтөрөлдө - мэрия

5 сентябргә ҡарай төндә ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда 4 сентябрҙә көндөң икенсе яртыһында Өфөлә яуып үткән аномаль ҡойма ямғырҙарҙың эҙемтәләрен бөтөрҙө, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтендә.

Йәмғиәт

Өфөлә һуңғы айҙағы көслө ямғыр ҡоя

Өфөлә һуңғы айҙағы көслө ямғыр ҡоя. Синоптиктар фаразлауынса, ҡалала 10 миллиметр самаһы — 1 квадрат метр майҙанға 10 литр ямғыр яуырға тейеш ине. Ысынында иһә күберәк яуғандыр, моғайын.

Йәмғиәт

Бер тәүлек эсендә республикала ике урман янғыны сығанағы теркәлгән — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Бер тәүлек эсендә Башҡортостанда 0,8 гектар майҙанда ике тәбиғәт янғыны сығанағы теркәлгән, тип хәбәр итә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Ут Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында сыҡҡан.

Йәмғиәт
62 - 111 из 111
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть