Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Йәмғиәт

Ғаилә министры: Ныҡлы, имен ғаилә – иҡтисад нигеҙе

Ныҡлы, имен, үҙаллы ғаилә – иҡтисад нигеҙе, унда хеҙмәт потенциалы тәрбиәләп үҫтерелә. Ошо хаҡта Рәсәй 24 телеканалының «Вести Интервью» тапшырыуында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.

Йәмғиәт

Милли дәүләт телдәрен мотлаҡ өйрәнеү мәктәп уҡыусыларының хоҡуҡтарын боҙмай – Ольга Васильева

Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә дәүләт телдәре булған милли телдәрҙе мотлаҡ өйрәнеү мәктәп уҡыусыларының хоҡуҡтарын боҙмай. Ошо хаҡта 30 августа Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева белдерҙе, тип хәбәр итә Этник-ара журналистика гилдияһының «Милли акцент» порталы.

Йәмғиәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен һаҡлап ҡалыу буйынса махсус программа әҙерләй

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен һаҡлап ҡалыу буйынса махсус программа әҙерләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов белдерҙе.

Йәмғиәт

Республиканың ике районында ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе көтөлә

1 сентябрҙә Башҡортостандың Хәйбулла һәм Федоровка райондары биләмәһендә V класлы янғын хәүефе көтөлә. Ошо хаҡта, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Йәмғиәт

Өфөлә уҡыусы йәштәр өсөн «Һаумы, студент!» байрамы уҙғарыла

Йома, 1 сентябрҙә, Белем көнөндә, Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында ҡала йәштәре өсөн асыҡ һауала «Һаумы, студент!» байрамы үткәрелә. Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был — баш ҡалалағы ҙур байрамдарҙың береһе.

Йәмғиәт

Төбәктә киҙеүгә ҡаршы халыҡты иммунизациялау планы 1,6 миллион кешегә тиклем арттырылған

Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы халыҡты иммунизациялау планы 1,6 миллион кешегә тиклем арттырылған, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 2017 йылда иҫкәртеү прививкаларының милли календары сиктәрендә киҙеүгә ҡаршы халыҡты иммунизациялау планы 1,6 миллион кешегә тиклем арттырылған.

Йәмғиәт

Биш йыл эсендә республикала 100 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән

Һуңғы биш йылда Башҡортостандың ҡала һәм райондарында 100 яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һалынған. Әүҙем рәүештә социаль инфраструктураны төҙөү республикаға балалар баҡсаларында 15,5 мең өҫтәмә урын һәм 2016 йылда өстән ете йәшкәсә балалар өсөн баҡсаларға сираттарҙы тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирҙе.

Йәмғиәт

Рәсәй уҡыусыларына мәктәптә мобиль телефондар менән ҡулланыуҙы тыйыуҙары ихтимал

Мәктәп дәрестәрендә мобиль телефондар уҡыу процесына ҡамасаулай һәм уны тыйырға кәрәк, тип иҫәпләй Рәсәй мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева. «Уҡыусыларға эш материалын ҡарау өсөн уҡыу программаһы менән планшет һәм интерактив класс таҡтаһы етерлек, — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә «Интерфакс» агентлығы.

Йәмғиәт

Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урам барлыҡҡа киләсәк

Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урам барлыҡҡа киләсәк. 30 августа Мәскәү Хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Урам баш ҡаланың Көньяҡ административ округында Зябликов биҫтәһендә, Шипиловская урамы һәм Орехов бульвары араһында урынлашҡан, оҙонлоғо 950 метр.

Йәмғиәт

Башҡортостан йәмәғәтселәре дәүләт телдәре тураһында республика законын ҡабул итергә кәрәк тигән тәҡдим индерҙе

Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетының тамашалар залында, башҡорт дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләләре буйынса «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге» төбәк башҡорт йәмәғәт ойошмаһының ултырышы үтте.

Йәмғиәт

31 августа төбәктә йылы һәм ямғырлы була

Синоптиктарҙың фараздары буйынса, 31 августа Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, төндә төньяҡ буйынса уртасаға ҡәҙәр. Ел көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән.

Йәмғиәт

Төбәктә эш биреүселәр хеҙмәтте һаҡлау буйынса иҫкәртеү сараларына 278 миллион һум аҡса аласаҡ

2017 йылда Башҡортостанда хеҙмәтте һаҡлау буйынса иҫкәртеү сараларына 278 миллион һум йүнәлтелә. Производствола йәрәхәт алыуҙы һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса иҫкәртеү сараларын финанслау сиктәрендә Рәсәй Социаль страховкалау фондының төбәк идаралығы бүлгән аҡсаны 2,5 меңдән ашыу эш биреүсе ала.

Йәмғиәт

Республиканың күп функциялы үҙәктәре биш йылға иҫәпләнгән сит ил паспорттарын эшләүҙе туҡтатты

Башҡортостан буйынса күп функциялы «Минең документтарым» үҙәгенең бөтә офистарында ла биш йылға иҫәпләнгән сит ил паспорттарын алыу өсөн документтар әҙерләү ваҡытлыса туҡтатылды.

Йәмғиәт

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса филиалында «ышаныс телефоны» эшләй башланы

«Росреестр федераль кадастр палатаһы»ның Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалында коррупцияға ҡаршы эш итеү, ведомство хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегендә ришүәтселек күренештәре ихтималлығына тиҙ арала иғтибар итеү мәсьәләләре буйынса «ышаныс телефоны» эшләй башланы.

Йәмғиәт

Башҡортостанда Ҡорбан байрамына арналған саралар иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана

Ҡорбан байрамына арналған байрам саралары 1 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Республиканың һәр тораҡ пунктында тиерлек ҡорбан килтереү йолаһы башҡарыла. Төбәктә мәсеттәр эргәһендә лә урындар билдәләнгән, әммә барыһында ла түгел.

Йәмғиәт

Өфөлә Белем көнөндә уҡыусылар һәм студенттар өсөн «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркына инеү бушлай

1 сентябрҙә Өфөләге ВДНХ күргәҙмә комплексында «Рәсәй – Минең тарихым» мультимедиалы тарихи паркы яңы уҡыу миҙгелен аса. Был көндө уҡыусылар һәм студенттар иртәнге сәғәт 12-нән киске 6-ға тиклем уның экспозицияһы менән бөтөнләй бушлай таныша ала.

Йәмғиәт

«Аҡ тирмә» башҡорт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләрен тикшерергә саҡыра

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге» төбәк башҡорт йәмәғәт ойошмаһы башҡорт дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләләре буйынса ултырыш уҙғара. Ултырыш бөгөн, 30 августа, көндөҙгә сәғәт 2-лә Башҡорт дәүләт университетының тамаша залында үтә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 1 сентябрь: Яңы уҡыу йылында ниндәй мәктәптәр һәм балалар баҡсалары асыласаҡ

Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда бер юлы өс яңы дөйөм белем биреү мәктәбе һәм алты балалар баҡсаһы асыласаҡ. Ошо объекттарҙы бер юлы файҙаланыуға тапшырыу республикаға өҫтәмә 2,5 меңдән ашыу уҡыу урыны һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында меңләгән урын булдырырға ярҙам итәсәк.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Өфөләге «Кузнецов затоны» биҫтәһендә булды

Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Киров районында төҙөлә башлаған «Кузнецов затоны» биҫтәһендә булды. Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының генераль директоры Григорий Невоструев һүҙҙәренсә, биҫтәлә бөтәһе дөйөм майҙаны 62 мең квадрат метрлыҡ 1 320 фатир ҡаралған.

Йәмғиәт

Республиканың дәүләт автоинспекцияһы мәктәп һәм балалар баҡсалары янындағы юлдарҙы контролгә алды

Яңы уҡыу йылы алдынан, июль урталарынан башлап, Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы бөтә ерҙә мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениелар эргәһендәге урам-юл селтәре хәүефһеҙлеген тикшерә.

Йәмғиәт

Башҡортостанда халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса интерактив консультант булдырылған

Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында социаль ярҙам сараларына хоҡуҡтар тураһында граждандарға консультация биреү өсөн яңы интерактив сервис эшләй башланы.

Йәмғиәт

Сентябрь башында төбәк халҡын оҙайлы ялдар көтә

Ҡорбан байрамына бәйле 2017 йылдың 1 сентябре ял көнө тип иғлан ителгән. Был хаҡта, Башҡортостандың 2016 йылдың 18 октябрендәге тейешле ҡарарына һылтанып, республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тураһындағы кәңәшмәлә ҡатнашты

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерләге тураһында селектор кәңәшмә уҙғарҙы, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Йәмғиәт

Туймазы районында 33 ғаиләгә торлаҡ сертифакаттары тапшырылды

Туймазы районында йәнә 33 ғаилә торлаҡ сертификатына эйә булды, улар бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға дөйөм 9 миллион һумдан ашыу социаль түләү аласаҡ. Тантаналы шарттарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Булат Хәлиуллин федераль һәм төбәк ярҙамы менән йәш ғаиләләр үҙ торлаҡ мәсьәләләрен уңышлы хәл итә алыуҙарын билдәләп, йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы.

Йәмғиәт

Төбәктә балаларҙы мәктәпкә йыйыу буйынса хәйриә акцияһы тамамлана

Башҡортостанда был аҙнала балаларҙы мәктәпкә яңы уҡыу йылына йыйыу буйынса хәйриә акцияһы тамамлана. Акцияны республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға: аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған, инвалид, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙең балалары өсөн кәрәкле мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыу маҡсаты менән ойошторҙо.

Йәмғиәт

Башҡорт Википедияһының туғандаш проекты – башҡорт Викидәреслеге үҙ аллы эшләй башланы

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре яңы уҡыу йылы башланыр алдынан йәмғиәткә үҙенсәлекле бүләк яһаны. Ошо көндәрҙә Викимедиа фондының тел комитеты Викидәреслектең башҡорт телендәге бүлеген раҫланы.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов «Һөт иле» фестивалендә булды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холл янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда уҙған «Һөт иле» VII бөтә Рәсәй фестивалендә булды. Республика етәксеһе ҡала халҡы менән аралашты, ғилми-танып белеү шоуы, 3D-баҫма, роботтар шоуы һәм башҡалар ойошторолған «Һөт почтаһы», «Флипбук-студия», «Йәшел оранжерея», «Йәшәрткес алма», «Һөт медиа-студияһы», «Һөт оҫтаханалары», «Инновацион асыштар биләмәһе» интерактив күңел асыу майҙансыҡтарын ҡараны.

Йәмғиәт

Башҡортостанда оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында илдә тәүге пансионат эшләй башланы

Ошо йылдың май айында Башҡортостанда Мишкә районының Ирсай ауылында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн дәүләткә ҡарамаған стационар социаль хеҙмәтләндереү пансионатын ойоштороу тураһында илдә тәүге концессия килешеүе төҙөлдө.

Йәмғиәт

«Бал менән буялған»: Башҡортостанда йәшәүсе ир-игет умарталыҡҡа сил ил волонтерҙарын саҡыра

Башҡортостан «Апимондия» халыҡ-ара конгресын ҡабул итергә әҙерләнгәндә, Ғафури районында айырым алынған умарталыҡ сит ил кешеләре өсөн тартылыу үҙәгенә әйләнде. Өсөнсө йыл Зиннур Төхвәтуллин волонтерлыҡ программаһында ҡатнаша – уға умартасылыҡ нигеҙҙәренә өйрәнеү өсөн донъяның төрлө мөйөштәренән ҡунаҡтар килә.

Йәмғиәт

Республиканан уҡытыусы – «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында иң йәше

Башҡортостандан уҡытыусы – «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында иң йәше. Был мәғлүмәтте педагогик оҫталыҡты ҡарау буйынса ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй мәғариф министры Ольга Васильева белдерҙе.

Йәмғиәт

Социаль өлкә учреждениеларын ҡыҫҡартыу һорауҙарына үтә нәзәҡәтле ҡарарға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Республика Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитет етәкселәрен социаль өлкә учреждениеларын ҡыҫҡартыу һорауҙарына ентекле тикшереп һәм уйлап ҡарарға саҡырҙы.

Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын сирена тауышынан һуң тыныс булырға саҡыра

«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 23 һәм 24 августа төбәк үҙәкләштәрелгән хәбәр итеү системаһын планға ярашлы техник тикшереү уҙғара. Башҡортостан биләмәһендә булған бөтә электрсиреналар ҙа эшләтеләсәк.

Йәмғиәт

Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк

Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған кәңәшмәлә Республика онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов белдерҙе.

Йәмғиәт

Быйыл республикала 300-ләгән законһыҙ сүплек юҡ ителде

Быйыл Башҡортостанда 300-ләгән законһыҙ сүплек юҡ ителде, тип хәбәр итә төбәк Экология министрлығы. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға дөйөм 1,5 миллион һумлыҡ административ штраф һалынған.

Йәмғиәт

2018 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә мобиль элемтә һәм асфальт юл барлыҡҡа киләсәк

Шүлгәнташ мәмерйәһе тирәһендә асфальттан юл һалыу һәм ышаныслы мобиль элемтә мәсьәләһе – ул яҡын ваҡыт эсендәге эштәр. Был турала «Башинформ» агентлығына интервьюла Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләне.

Йәмғиәт

23 августа төбәктә һауа температураһы 32 градусҡаса күтәреләсәк

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шаршамбы, 23 августа, республика буйлап ҡоро һәм болотһоҙ, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә.

Йәмғиәт

Өфөлә Рәсәйҙең дәүләт флагы көнөндә автоуҙыш үтәсәк

Бөгөн, 22 августа, бөтөн ил Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөн билдәләй. Рәсәй флагы – герб һәм гимн менән рәттән илебеҙҙең рәсми дәүләт символы. Ошо байрам йәһәтенән Башҡортостандың Йәштәр Гвардияһы «Берҙәм Рәсәй», Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағандығы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм Өфө ҡалаһы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә автоуҙыш ойоштора.

Йәмғиәт

Республика студенты «Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр форумында грант яуланы

Ҡырымда «Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумының алтынсы сменаһы тамамланды. Унда 85 төбәктән 450 йәш кеше – режиссерҙар, продюсерҙар, театр һәм кино актерҙары, мультипликаторҙар ҡатнашты.

Йәмғиәт

Сибайҙа Башҡорт гуманитар колледжы асылды

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан республикала яңы белем биреү йорто асылды – Сибайҙа Башҡорт гуманитар колледжы эшләй башланы. Ул урта һөнәри белем биреү һөнәрҙәре буйынса кадрҙар әҙерләйәсәк, шулай уҡ белгестәрҙең курс әҙерлеген һәм ҡайтанан әҙерлеген ғәмәлгә ашырасаҡ.

Йәмғиәт

«Башҡортостан һылыуы» конкурсында еңеүсе иғлан ителде

Өфөлә «Башҡортостан һылыуы» II республика матурлыҡ конкурсында еңеүсе иғлан ителде. Ул – Баймаҡ ҡалаһынан 19 йәшлек Раушания Исҡужина. Ҡыҙға бүләк итеп таж, көнкүреш техникаһы, косметика менән тулы кәрзин һәм ювелир салонынан биҙәүестәр тапшырҙылар, тип хәбәр ителә конкурстың рәсми төркөмөндә.

Йәмғиәт

Инновациалы ижад үҙәге, Күмерселәр һарайы һәм «яңы» иҫке парк: Рөстәм Хәмитовҡа Күмертау моноҡалаһының нисек үҙгәреүен күрһәттеләр

19 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе ҡала халҡын бер юлы өс байрам: Ҡала көнө, Күмертау авиация етештереү предприятиеһының 55 йыллығы һәм Рәсәй Һауа флоты көнө менән ҡотланы.

Йәмғиәт

Башҡортостанда үҙенсәлекле парк асылды: унда вертолет штурвалы артында ултырырға мөмкин

Күмертау ҡалаһында республикала тәүге «Вертолет» авиация техникаһы паркы асылды. Парктың «Рәсәй вертолеттары» холдингының Күмертау авиация етештереү предприятиеһы заводы биләмәһендә урынлашыуына ҡарамаҫтан, унда ирекле инергә мөмкин.

Йәмғиәт

Башҡортостанда дин тотоусыларға 111 йыл элек төҙөлгән яңыртылған мәсет ҡайтарып бирелде

Мәсетле районының Ҡотош ауылында яңыртылған мәсетте асыу тантанаһы үтте. Был сарала район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты.

Йәмғиәт

Республикала ғаилә һорауҙары менән Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнәсәк

Башҡортостанда ғаилә сәйәсәте һорауҙары менән республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнәсәк. Был турала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән осрашыуҙа белдерҙе.

Йәмғиәт

Башҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы умартасыһын һайланылар

Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы умартасыһын һайланылар. «Һөнәре буйынса иң яҡшы» I бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында Башҡортостандан 100 балдан 98 мәрәй йыйған Ишембай районынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илгиз Шәнгәрев еңде.

Йәмғиәт

Мәскәү дәүләт университеты студенттары Шүлгәнташ мәмерйәһендә яңы һүрәттәр тапҡан

М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты студенттары Башҡортостан (Шүлгәнташ) һәм Силәбе өлкәһе (Игнатьев) мәмерйәләрендә палеолит осорона ҡараған һүрәттәрҙең фрагменттарын тапҡан.

Йәмғиәт

Өфөлә беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн «ҡыҙыу линия» асыла

Өфөлә беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн «ҡыҙыу линия» 23 августа көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем эшләй. Ата-әсәләр өсөн консультацияларҙың инициаторы – Өфө хакимиәтенең Йәштәрҙең эштәре буйынса комитеты һәм «ИНДИГО» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов «Иң яҡшы умартасы» һөнәри оҫталыҡ конкурсында булды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә барған «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының федераль этабында булды.

Йәмғиәт
1 - 60 из 110
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть