Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.21 ↓

EUR 70.93 ↑

20 сентябрь, Йома

Уфа   °

Йәмғиәт

Өфөлә 2-се Башҡорт лицейына яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде

Өфө ҡалаһының 2-се Башҡорт лицейына күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимовтың исеме бирелде. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле ҡарар Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Йәмғиәт

Баш ҡала янында оло йәштәгеләр һәм һуғыш ветерандары өсөн 110 урынлыҡ пансионат асылды

Ата-әсәләр өсөн «Шалом» исеме аҫтындағы проектҡа 252 миллион һум аҡса һалынған. Оло йәштәгеләр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн пансионат Өфө эргәһендәге Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһында урынлашҡан.

Йәмғиәт

Төбәктә һауа торошо боҙолдо, киләһе аҙнала ҡар яуа

Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. 19 сентябрь иртәһендә республика көслө дауыл ҡамауында ҡалды, тип хәбәр итә Башгидромет.

Бөгөн төбәктә ямғыр, төньяҡ райондарҙа көслө ямғыр яуыуы, көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 21-26 метрға етеүе көтөлә, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ.

Йәмғиәт

Башҡортостандың Милли банкы Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

28 сентябрҙә Рәсәй банкы ил буйынса Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Башҡортостандың Милли банкы ла үҙ ишектәрен аса.

Был көндө Рәсәй Үҙәк банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы музейына барырға мөмкин.

Йәмғиәт

Владимир Барабаш Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе итеп тәғәйенләнде

Өфөлә Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышы уҙҙы.

Сентябрь башында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы указы менән Кеше хоҡуҡтары буйынса совет булдырылды.

Йәмғиәт

Республикала грипп юҡ, ләкин ОРВИ менән сирләүселәр арта

Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы теркәлә. Әлегә грипп менән ауырыусылар юҡ, сир кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Роспотребнадзорҙан.

Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына берҙән-бер кандидат – Айнур Бирғәлин

Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумының сираттағы ултырышында Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе вазифаһына кандидатуралар күрһәтеү һәм раҫлау булды.

Йәмғиәт

2020 йылда Өфөлә Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла – мәғариф министры

2020 йылда Өфөлә уҡыусылар һәм мәктәп тамамлаусылар өсөн Һөнәри әҙерлек үҙәге асыла. Был хаҡта мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин «PROFфест» һөнәрҙәр фестиваленә арналған матбуғат конференцияһында һөйләне.

Йәмғиәт

Сентябрь аҙағында республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтә

Башҡортостанда «әбейҙәр сыуағы»на алмашҡа ямғырлы һәм көҙгө һалҡын һауа торошо килде. Синоптиктарҙың яҡынса фаразы буйынса, алдағы ике аҙнала һауа температураһы көндөҙ +5, +8, төндә 0,+2 градус була.

Йәмғиәт

Башҡортостан эксперимент рәүешендә дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсмәй

Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министрлығының эшкәртеүсе сәнәғәт, ауыл хужалығы, фәнни һәм техник эшмәкәрлек, төҙөлөш өлкәләре предприятиеларында эш көндәрен ҡыҫҡартыу буйынса пилот проекты сиктәрендә «дүрт көнлөккә» күсмәй.

Йәмғиәт

Республикала медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ кәмене

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә актуаль ихтыяждың артабан кәмеүе билдәләнә. 1 сентябргә ыңғай баланс 457 табип тәшкил итә, тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе махсус операцияның башланыуы тураһында иҫкәртте

16 сентябрҙә Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп маҡсаты — боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеү.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 8 айҙа 7 өс игеҙ һәм 305 игеҙәк бала тыуған

Башҡортостанда ағымдағы йылдың һигеҙ айында «Бала табыу сертификаттары»н алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 26 меңдән ашыу сабыйы тыуған. Уларҙың 12,5 меңе — ҡыҙҙар, 13,5 меңе — малайҙар, тип хәбәр итә республика буйынса Социаль страховкалау фонды.

Йәмғиәт

Өфөнөң ЮХХДИ-һы водителдәрҙе тикшереү хаҡында иҫкәртә

14 сентябрҙә Өфөлә водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Был хаҡта баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте иҫкәртә. Рейд барышында ведомство хеҙмәткәрҙәре автоһәүәҫкәрҙәрҙең документтарын, пассажирҙарҙы, айырыуса балаларҙы ташыу ҡағиҙәләрен үтәүен тикшерә.

Йәмғиәт

Өфө районында сүп-сар эшкәртеүсе завод барлыҡҡа килеүе ихтимал

Башҡортостандың Өфө районында сүп-сар эшкәртеүсе завод барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта «Йәмәғәт электрон гәзите» ойошторған «Башҡортостанда сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу барышы» темаһына түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов хәбәр итте.

Йәмғиәт

Йәй йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингы: Башҡортостан 59-сы урында

«Йәшел патруль» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы уҙған йәй йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингын төҙөгән. Лидерҙар — Тамбов өлкәһе, Алтай крайыһәм Белгород өлкәһе.

Йәмғиәт

Түбәнге Новгородта «Мостай Кәрим» круиз лайнерын һыуға төшөрҙөләр

11 сентябрҙә Түбәнге Новгородта «Красное Сормово» заводында «Мостай Кәрим» круиз лайнерын һыуға төшөрөү тантанаһы уҙҙы. Карап Мәскәү — Әстерхан, Мәскәү — Санкт-Петербург һәм Мәскәү — Дондағы Ростов маршруты буйынса пассажирҙар йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән.

Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәр күрһәтелә

17 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумында республика мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәрҙе раҫларға тейештәр, тип яҙа «Ъ-Өфө», Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков белдереүенә һылтанма менән.

Йәмғиәт

21 сентябрҙә Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе уйын рәүешендә ойошторола

21 сентябрҙә дөйөм ҡала өмәһе ҡатнашыусылар өсөн уйын мөхите тыуҙырыу һәм ярыш сәме уятыу өсөн «Таҙа уйындар» рәүешендә ойошторола, тип белдерҙе Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге етәксеһе Ольга Филева.

Йәмғиәт

Башҡортостан Канаданың Монреаль ҡалаһындағы «Апимондия»ла ике алтын миҙал яуланы

Башҡортостан Канаданың Монреаль ҡалаһындағы «Апимондия»ла ике алтын миҙал яуланы. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Алдынғы бал эшкәртеүселәр, умартасылар һәм ғалимдар ассоциацияһы вице-президенты Сергей Мөлөков хәбәр итте.

Йәмғиәт

Өфөнән хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙең ниндәй сирҙәрҙән яфаланыуы аталды

1 апрелдән июль аҙағына тиклем дауам иткән яҙғы саҡырылыш кампанияһында Өфө Рәсәй армияһы сафына 860 кеше оҙатты. Был уҙған йылға ҡарағанда 64 һалдатҡа аҙыраҡ, тип хәбәр итте Гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Артур Ғафаров.

Йәмғиәт

Республикала инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар тапшырыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды

Башҡортостанда инвалид балаларҙы реабилитациялауға аҡсалата сертификаттар тапшырыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сертификаттар биреү механизмы 2018 йылдың ноябрендә инвалид балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙан һуң республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡушыуы буйынса әҙерләнде.

Йәмғиәт

Республика көнө алдынан «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола

5 октябрҙә Башҡортостанда ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса «Йәшел Башҡортостан» акцияһы күҙаллана. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев хәбәр итте.

Йәмғиәт

Айырыуса һәләтле уҡыусыларға 2019-2020 йылда республика Башлығы стипендияһы тапшырыла

Башҡортостандың айырыуса һәләтле уҡыусыларына 2019-2020 уҡыу йылында республика Башлығы стипендиялары тапшырыла. Тейешле указ Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт-хоҡуҡи порталында баҫылды.

Йәмғиәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы: көндөҙгө 3-кә һайлаусыларҙың 42 проценттан ашыуы тауыш бирҙе

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 3-кә һайлаусыларҙың дөйөм һанынан 42 проценттан ашыуы тауыш бирҙе. Был турала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко хәбәр итте.

Йәмғиәт

Республикала һайлауҙа Федотов етәкселегендә Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың күҙәтеү төркөмө эшләй башланы

8 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың төбәк күҙәтеү төркөмө эшләй башланы.

Йәмғиәт

Октябрь башында Өфөлә ҡапыл һыуыта

Киләһе аҙнала Башҡортостанда синоптиктар йылы көндәр вәғәҙәләй. Республикала уртаса һауа температураһының бер-ике градусҡа юғары булыуы көтөлә. Төндә +10-дан көндөҙ +22 градусҡа тиклем.

Йәмғиәт

Республика балалар баҡсаларының консультация үҙәктәрен асыуға 1 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостандың балалар баҡсалары үҙҙәрендә консультация үҙәктәрен асыу өсөн федераль бюджеттан гранттарға конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнаша ала.

Йәмғиәт

Республикала Хөкүмәте һайлауҙан һуң отставкаға сыға

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 93-сө статьяһына һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында» Законының 30-сы статьяһына ярашлы, республика Хөкүмәте яңынан вазифаға тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы алдында үҙ вәкәләттәрен һала.

Йәмғиәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында һайлау йомғаҡтарын иғлан итеү датаһын әйттеләр

Һайлауға яҡынса йомғаҡ 9 сентябрҙә иртән билдәле була. Был турала Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр иттеләр.

«Үҙәк һайлау комиссияһы 10 көн дауамында һайлауға йомғаҡ яһай, яҡынса мәғлүмәттәр 9 сентябрҙә иртән билдәле була», — тине рәйес урынбаҫары Марат Ғәҙелов.

Йәмғиәт

Республика етәксеһе Өфө дауаханаһында «Аҡыллы ҡабул итеү» һәм онкоярҙам үҙәге эше менән танышты

Быйылдан Башҡортостандың биш дауаханаһында — 17-се, 13-сө, 21-се ҡала клиник дауаханаларында, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында, Республика кардиология үҙәгендә «Аҡыллы ҡабул итеү» проекты ғәмәлгә ашырыла.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 479 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ойошторола

Башҡортостанда 479 һайлау участкаһында видеокүҙәтеү ойошторола. Шуларҙың 410-ы — Өфөлә, 69-ы территориаль һайлау комиссиялары муниципалитеттарында. Трансляциялар «Наш выбор» порталында ойошторола.

Йәмғиәт

Республикала бөтә ашығыс ярҙам бригадалары планшеттар менән йыһазландырыла

2019 йылда Башҡортостандың бөтә ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын планшет компьютерҙары менән йыһазландырыуға дәүләт килешеүе төҙөлдө. Гаджеттар Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһы менән берләштерелгән, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова.

Йәмғиәт

Беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләйҙәр

Беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләйҙәр. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәй хөкүмәтенә тейешле йөкләмәһе тураһында рәсми документ бөгөн Кремль сайтында баҫылды.

Йәмғиәт

Республиканың алыҫтағы ауылдарында 3 мең социаль объект интернетҡа тоташтырыла

Башҡортостанда «Һанлы иҡтисад» милли программаһы буйынса алыҫтағы күп кенә ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. Мәктәптәр, ФАП-тар, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары һәм башҡа социаль әһәмиәтле объекттар интернетҡа тоташтырыла.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу старт алды

Республикала 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды.

Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә йәки Рәсәй почтаһы сайтында 4,2 меңдән ашыу гәзит-журналға яҙылырға була.

Йәмғиәт

Тәүге тапҡыр Рәсәйҙең балалар хирургтары форумы Мәскәүҙә түгел, ә Өфөлә уҙғарыла

3 сентябрҙә Өфө тәүге тапҡыр Рәсәйҙең балалар хирургтары форумын һәм беренсе Рәсәй-Ҡытай конгресын ҡабул итте. Башҡортостандың баш ҡалаһына ил төбәктәренән, Ҡытайҙан, АҠШ-тан һәм Германиянан 400-ҙән ашыу делегат килде.

Йәмғиәт

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә асыҡ һауала классик музыка концерты була

5 сентябрҙә Өфөлә, Орджоникидзе һарайы майҙанында, Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары концерты була. «Классик музыка әҫәрҙәре» программаһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары, хоры һәм оркестры башҡарыуында бөтә донъяға билдәле «Кармен», «Травиата», «Летучая мышь», «Сильва» һәм операларынан, оперетталарынан өҙөктәр яңғырай.

Йәмғиәт

Башҡортостан етәксеһе һәм Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Өфө уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнөң 105-се гимназияһында Белем көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.

Йәмғиәт

Баш ҡалала «Торатау» конгресс-холы янындағы парковканы ябалар

5 сентябрҙә таңғы сәғәт 6-нан 8 сентябргә төнгө 12-гә тиклем Өфөлә автомобилдәргә «Торатау» конгресс-холы янындағы парковкаға инеү тыйыла. Ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, был «Сәләм, студент!

Йәмғиәт

Башҡортостанда үлгән малайҙың йорто алдында сәскәләр һәм сабыйҙың фотоһы урынлаштырылды

Башҡортостандың Дүртөйлө районы ауылында үҙ әсәһе ҡулынан һәләк булған бер йәшлек малайҙың йорто алдында — аҡ сәскәләр, ә ҡоймала сабыйҙың фотоһы урынлаштырылды.

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Янғантау» ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде

Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде. Ҡарар Индонезияла Гили Траванган утрауында уҙған Совет ултырышында ҡабул ителде.

Йәмғиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть