Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәй сифат системаһы етәксеһе Максим Протасов менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй сифат системаһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы» Максим Протасов менән осрашты.

Төбәктә етештерелгән тауарҙарҙың сифат һәм яҡтарҙың артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

Сәйәсәт

Башҡортостанда йәшәүселәргә үҙҙәренең Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттарын нисек табырға. Ентекле күрһәтмә

9 сентябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәр Дәүләт Йыйылышы депутаттарының яңы составын һайларға бара. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөтәһе 110 кеше — яртыһы партия исемлектәре буйынса, яртыһы бер мандатлы һайлау округы аша һайлана.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Дәүләт Думаһында «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Думаһында «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов менән осрашты.

Яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.

Сәйәсәт

Владимир Путин пенсияға сығыу йәшен ҡатын-ҡыҙҙарға — 60, ир-егеттәргә 65 йәшкә тиклем арттырырға тәҡдим итә

Владимир Путин пенсияға сығыу йәшен ҡатын-ҡыҙҙарға — 60, ә ир-егеттәргә 65 йәшкә тиклем арттырырға тәҡдим итә, тип яҙа ТАСС. Владимир Путин тура эфирҙа пенсия үҙгәрештәре буйынса сығыш яһай.

Сәйәсәт

Шаршамбы Владимир Путин пенсия реформаһына ҡағылышлы белдереү менән сығыш яһай

Шаршамбы көндө Владимир Путин пенсия үҙгәрештәренә ҡарата үҙ фекерен белдерә, тип хәбәр итә РИА Новости.

19 июлдә Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтендә үҙгәрештәр тураһында хөкүмәт закон проектын ҡабул итте.

Сәйәсәт

Республика Хөкүмәтендә мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙеләр

Башҡортостан Хөкүмәтендә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙеләр. Оператив кәңәшмәлә республика мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова хәбәр итеүенсә, дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың дөйөм һаны 479,8 мең кеше, был 2017 йылға ҡарағанда 12,7 меңгә күберәк.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагының рәсми делегацияһы менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагының (Германия Федератив Республикаһы) рәсми делегацияһы менән осрашты. Делегацияның етәксеһе – Саксония парламенты ағзаһы, тирә-яҡ мөхит һәм ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Себастиан Фишер.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Яҡтар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауға әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Сәйәсәт

Башҡортостанға Саксониянан парламентарийҙар һәм эшлекле даирәләр делегацияһы килә

Башҡортостанға Саксония ирекле дәүләте Саксония Ландтагының рәсми делегацияһы килә. Сәфәр Башҡортостан һәм Саксония араһында парламент-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә ойошторолған.

Сәйәсәт

Башҡортостанда берҙәм һәм бер мандатлы округтар буйынса 3 миллион 59787 бюллетень баҫыла

Башҡортостанда «Аҡ йылға» типографияһы закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү бюллетендәрен баҫа башланы. Берҙәм республика округы өсөн 3 059 787 һәм бер мандатлы округтар өсөн дә шунса бланк әҙерләнә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.

Сәйәсәт

Республикала муниципаль чиновниктарҙы баһалау критерийҙары үҙгәртелде

Республикала урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәре исемлегенә үҙгәрештәр индерелде. Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.

Сәйәсәт

Башҡортостан КОИБ-тар менән йыһазландырыу буйынса илдә иң тәүге өсәү иҫәбенә инде

Башҡортостанда төбәк закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа 811 участка һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) менән йыһазландырыла. Был һайлау участкаларының дөйөм һанынан 24 процент тәшкил итә.

Сәйәсәт

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа алты махсус участка эшләй

Башҡортостанда закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа һуҡыр һәм насар күргән һайлаусылар өсөн алты махсус участка ойошторола. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Өфө һәм Бәләбәй ҡалаларында, шулай уҡ Стәрлетамаҡта һәм Белоретта икешәр участка эшләй.

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаты Рәсәйҙә мәктәп формаһына бер төрлө хаҡ билдәләргә тәҡдим итте

Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Борис Чернышов (ЛДПР) Рәсәйҙә мәктәп формаһына бер төрлө хаҡ билдәләргә тәҡдим итте, тип яҙа РИА Новости.

Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты әҙерләгән туберкулезға ҡаршы көрәш тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

«Рәсәй Федерацияһында туберкулезды таратыуҙы иҫкәртеү тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закон көсөнә инде. Уның проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай әҙерләгән.

Сәйәсәт

Нияз Фазылов Башҡортостандың Социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Нияз Фазылов республиканың Социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Сәйәсәт

Республика халҡының яртыһы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй — ВЦИОМ

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) Башҡортостан халҡының республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашырға әҙерлеге тураһында тикшеренеү мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарҙы.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәрҙе

7 августа республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ултырышы булды.

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы булдырылды

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы булдырылды. Тейешле Указға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Идаралыҡ быға тиклем Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы аппаратына ингән коррупция һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлеге урынына асылды.

Сәйәсәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк һайлау бюллетенендә партияларҙың урындарын бүлде

Кисә, 2 августа, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға тауыш биреү өсөн берҙәм республика округы буйынса һайлау бюллетенендә һайлау берләшмәләренең исемдәрен һәм эмблемаларын урынлаштырыу өсөн йәрәбә үтте.

Сәйәсәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть