Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Сәйәсәт

Республикала Йәштәр праймеризының ярымфиналы башланды

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йәштәр праймеризы» проектының ярымфинал этабы башланды. Тәүге алты спикер республиканың Профсоюздар йорто майҙанында ҡыҙыу фекер алышыуға ҡушылды, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәтенән.

Сәйәсәт

Теплица хужалығы буйынса пландарыбыҙ ҙур — Башҡортостан башлығы

Республиканың теплица хужалығы буйынса пландары ҙур, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Эксперт-Урал» журналына интервьюһында.

Дөйөм алғанда, 2017 йылда төбәктә 2,5 гектар яңы теплица файҙаланыуға тапшырылған.

Сәйәсәт

Константин Толкачев: «Эске эштәр министрлығының ҡануни тәҡдимдәре иғтибарға алынырға тейеш»

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының профилле комитеттарына февралдә Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар алдында республика буйынса эске эштәр министрының отчеты барышында яңғыраған тәҡдимдәрҙе анализларға һәм тейешле ҡануни ҡарарҙар әҙерләргә йөкләмә бирҙе.

Сәйәсәт

Башҡортостан парламентында — яңы депутат

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа үҙгәрештәр булды. Хәҙер Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Таһир Ғизәтуллин Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты депутаты вазифаһын башҡара.

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Йәштәр праймеризы» ярымфиналсылары билдәләнде

Шаршамбы, 21 февралдә, Стәрлетамаҡта «Йәштәр праймеризы» проектының һуңғы ярымфиналсылары билдәләнде. Дебаттарҙа бөтәһе 174 кеше ҡатнашты, улар ирекмәнлек, йәштәрҙең башҡа төбәктәргә һәм илдәргә күсенеп китеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәр ойошмаларына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен күтәрҙе.

Сәйәсәт

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән 1 мартта сығыш яһай

Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән 1 мартта сығыш яһай. Ошо хаҡта ТАСС агентлығы хәбәр итте дәүләт башлығы матбуғат секретары Дмитрий Песковҡа һылтанып.

Сәйәсәт

Рәмил Нуриәхмәтов республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән Рәмил Нуриәхмәтов республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Рәмил Рәмзил улы Нуриәхмәтов Башҡортостандың Бишбүләк районы Усаҡ Кисеү ауылында тыуған.

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Реаль эштәр» проектында ҡатнашыу өсөн 800-гә яҡын ғариза килгән

Башҡортостанда «Реаль эштәр» төбәк проектында ҡатнашыу өсөн 800-гә яҡын ғариза бирелгән. Әле мөрәжәғәттәрҙе ҡарау этабы бара. «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия проекты координаторы Рузалиә Хисмәтуллина йәмәғәт советы ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.

Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев аграр университеты студенттары менән осрашты

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты, йәш һайлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Сәйәсәт

Төбәктә һайлаусылар балалар төшөргән Рәсәй флагы һүрәттәре менән тауыш бирергә бара

Ил Президентын һайлау алдынан Туймазы районы мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында «Рәсәй флагы менән тауыш бирәм» акцияһы башланды, уның төп бурысы – һайлауҙарға кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү.

Сәйәсәт

Республикала рус, башҡорт һәм татар телдәрендә һайлау бюллетендәре баҫыла башланы

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау бюллетендәрен әҙерләү башланды. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, төбәк өсөн 3 миллион 68 мең 66 дана бюллетень баҫыла.

Сәйәсәт

Владимир Путин коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙамға 8 миллиард һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Дүшәмбе, 19 февралдә, Рәсәй президенты Владимир Путин коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Президент гранттары фондына 2018 йылда ике конкурс уҙғарырға ҡушылған.

Сәйәсәт

Башҡортостанда Йәштәр праймеризының 17 ярымфиналсыһы билдәләнде

Башҡортостанда Йәштәр праймеризының 17 ярымфиналсыһы билдәләнде. Хәҙер республиканың өс ҡалаһында еңеүселәрҙе билдәләргә ҡалды. Сибайҙа дебаттар — 17 февралдә, Октябрьскийҙа — 19 февралдә, Стәрлетамаҡта 20-21 февралдә уҙа.

Сәйәсәт

Башҡортостан менән Владимир өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Владимир өлкәһе губернаторы Светлана Орлова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Владимир өлкәһе хакимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Сәйәсәт

Мәләүез районында хакимиәт башлығы тәғәйенләнде

Мәләүез районы хакимиәте башлығы вазифаһына Рөстәм Шәмсетдинов тәғәйенләнде. Ҡарар муниципаль депутаттар Советы ултырышында ҡабул ителде.

Контракт ваҡытының уҙыуына бәйле 15 ғинуарҙа район етәксеһе вазифаһы бушаны.

Сәйәсәт

Республикала Үҙәк һайлау комиссияһы йәмәғәт күҙәтеүселәрен һайлау ҡануниәте менән таныштыра

Башҡортостанда һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу дауам итә. Салауатта республиканың Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәрен уҡытыу буйынса зона семинары үтте.

Сәйәсәт

Республиканың балалар театрҙарына булышлыҡ итеүгә биш милион һум бүленгән – Сергей Безруков

Башҡортостан балалар театрҙарына булышлыҡ итеүгә федераль ҡаҙнанан 5 миллион һум ала. Был турала шишәмбе, 13 февралдә, республикаға сәфәре барышында Рәсәйҙең халыҡ артисы, актер Сергей Безруков хәтергә төшөрҙө.

Сәйәсәт

Башҡортостанда Президентлыҡҡа кандидаттар һәм сәйәси партиялар агитация өсөн ваҡыт бүлде

Башҡортостанда Рәсәй Президенты вазифаһына кандидаттар һәм уларҙы күрһәткән сәйәси партиялар өсөн бушлай эфир ваҡыты бүленде. Йәрәбәне төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев асып ебәрҙе.

Сәйәсәт

Лилиә Ғүмәрова Рәсәй һәм Азербайжан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙың 25 йыллығына бағышланған күргәҙмәлә сығыш яһаны

Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Рәсәй һәм Азербайжан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙың 25 йыллығына бағышланған күргәҙмәлә сығыш яһаны.

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы иң түбән эш хаҡы күләмен арттырыу тураһында закон проектын хупланы

Дәүләт Думаһы иң түбән эш хаҡы күләмен йәшәү минимумы кимәленә ҡарата 2019 йылдың 1 ғинуарында түгел, 2018 йылдың 1 майында тигеҙләү тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Сәйәсәт

Константин Толкачев яугир-интернационалистарға наградалар тапшырҙы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарға республика парламенты наградаларын тапшырҙы.

Сәйәсәт

Башҡортостан быйыл Ҡырымдағы балалар шифаханаһын яңыртыуҙы тамамларға ниәтләй

Башҡортостан Евпаториялағы «Юбилей» балалар шифаханаһын модернизациялау эштәрен башланы. Уны 2018 йылда тамамлау күҙаллана. Был хаҡта «Крыминформ» мәғлүмәт агентлығы Ҡырым башлығы Сергей Аксеновтың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр итә.

Сәйәсәт

Республикала тәфтиш изоляторҙарында 2,2 мең кеше тауыш бирәсәк

Башҡортостанда Федераль яза башҡарыу хеҙмәте системаһы алдағы һайлауҙарға әҙерләнә. Ведомствоның республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта 2200 кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә тип иҫәпләнә.

Сәйәсәт

Владимир Путин президентлыҡҡа кандидат итеп теркәлде

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путинды Рәсәй президенты вазифаһына кандидат итеп теркәне. Һайлаусыларҙың ҡултамғаһын йыйыу йомғаҡтары буйынса тәүгеләрҙән булып Путинды теркәнеләр, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.

Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы ҡултамғаларҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса протоколды Владимир Путиндың ышаныслы кешеһенә тапшырҙы

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путиндың ышаныслы кешеһенә уның файҙаһына ҡултамғаларҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса протоколды тапшырҙы. Һүҙ Владимир Путиндың һайлау алды штабы ирекмәндәре тапшырған 315 мең ҡултамға хаҡында бара.

Сәйәсәт

Башҡортостан «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектына ҡушылды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ҡайһы бер дәүләт органдарында һаҡсыл етештереү принциптарын индереү буйынса «һаҡсыл хөкүмәт» пилот проекты рәүешендә тәжрибә үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Сәйәсәт

Республикала Ирекмән йылына старт бирелде

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән раҫланған Ирекмән йылына старт бирелде. Ошо сараға бағышлап, Өфөләге Спорт һарайы алдындағы майҙанда байрам концерты үтте.

Сәйәсәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть