Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32 ↑

EUR 75.65 ↓

21 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов студент йылдарында Яңы йылды нисек ҡаршылауы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «РИА Новости» агентлығына биргән интервьюһында спелеология походтарында, усаҡ янында һәм хатта рок-төркөм составында яңы йыл төнөн нисек ҡаршы алыуын һөйләне.

Сәйәсәт

Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына тиклем еткереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына этаплап арттырған федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ закон сығарыу акттарын баҫтырыу порталында донъя күрҙе.

Сәйәсәт

Инициатив төркөм Рәсәй президентын һайлауҙа Владимир Путиндың үҙен үҙе күрһәтеүен хупланы

26 декабрҙә Мәскәүҙәге «Рәсәй — минең тарихым» тарихи паркында үткән рәсми йыйылышта инициатив төркөмдә ҡатнашыусылар бер тауыштан 2018 йылдың мартында Рәсәй президентын һайлауҙа Владимир Путинды күрһәтеү өсөн тауыш бирҙе.

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеүгә 78 миллион һум йүнәлтергә йөкләмә бирҙе

Владимир Путин Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведевҡа Рәсәй Федерацияһы президентын һайлау барышында участкаларҙы интернет аша видеокүҙәтеү менән тәьмин итергә йөкләмә бирҙе, улар ысын ваҡыт режимында барырға тейеш.

Сәйәсәт

Дыуан районында — яңы етәксе

Дыуан районында яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул — «Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу үҙәге» Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәренең федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы директоры урынбаҫары Фаил Мөхәмәҙиев, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентын һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе

Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов партияның XVII съезында берҙәм рәсәйҙәрҙең Рәсәй Президентын һайлауҙа милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе.

Сәйәсәт

«Берҙәм Рәсәй» партияһы съезының төп темаһы – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлай

Мәскәүҙә ВДНХ павильонында «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVII съезы эшләне. Уның төп темаһы – 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау. Башҡортостандан партия форумында 18 һайланған делегат сығыш яһаны.

Сәйәсәт

Башҡортостандан берҙәм рәсәйҙәр Мәскәүҙә һайлау алды съезында Владимир Путинды күрһәтеүҙе хуплай

22 декабрҙә Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVII съезы асылды. Уның төп темаһы — 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау. Партия форумында Башҡортостандан 18 делегат ҡатнаша.

Сәйәсәт

Төбәк халҡының иҡтисади кәйефе дөйөм алғанда насар түгел – Рөстәм Хәмитов

Төрлө социологик һорау алыу мәғлүмәттәре Башҡортостан халҡының иҡтисади кәйефе дөйөм алғанда насар булмағанлығын күрһәтә, тип айырып әйтте республика Башлығы Рөстәм Хәмитов кисә киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа.

Сәйәсәт

1 ғинуарҙан бала тыуғанда яңы пособие түләнә башлай

Дәүләт Думаһы һуңғы, өсөнсө уҡыуҙа 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләргә беренсе йәки икенсе бала тыуғанда һәм уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғанда айлыҡ адреслы түләү тураһындағы закон проектын хупланы, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов: республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 30 мең һумға етте

Кесаҙна, 21 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа парламентарийҙарҙың быйылғы йылда һуңғы ултырышы уҙҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Сәйәсәт

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Шихандар менән нимә буласағын һөйләне

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа «Башҡортостан экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» темаһына «хөкүмәт сәғәте» үтте. Парламентарийҙарҙың сираттағы ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Сәйәсәт

Өфөләге һайлау участкаларында 40 КОИБ-2017 ҡуйыла — Хәйҙәр Вәлиев

Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостанда тауыштарҙы иҫәпләү өсөн заманса ҡорамалдар ҡулланыу күҙаллана. Был турала 19 декабрҙә «Рәсәй» медиүҙәгендәге матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.

Сәйәсәт

Башҡортостанда министрҙар 3 ғинуарҙа уҡ эшкә сыға

Башҡортостан Министрҙар кабинетының яңы йыл байрамдары булмай. Министрҙар 3 ғинуарҙа уҡ эшкә сыға. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мәғлүмәттәре буйынса, республика Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул аҫтындағы кешеләргә ошондай бурыс ҡуйған.

Сәйәсәт

23 кеше Рәсәй Президенты вазифаһына һайланырға теләк белдергән

23 кеше Рәсәй Президенты вазифаһына һайланырға теләк белдергән дә инде. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәре ошондай. Бөгөн, 18 декабрҙә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы кәңәшмәһендә шундай мәғлүмәт яңғыраны.

Сәйәсәт

Рәсәйҙә рәсми рәүештә президент һайлау кампанияһы башланды

Бөгөн, дүшәмбе, тауыш биреү көнөнә тиклем теүәл өс ай алдан, Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы рәсми башланып китте, тип мәғлүмәт еткерә ТАСС агентлығы. Ошо мәлдән алып бөтә һайлау ғәмәлдәре срогы иҫәпкә алына.

Сәйәсәт

Владимир Путин: «Рәсәй киләсәккә ынтылырға, заманса булырға тейеш»

Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы бара. Йыл һайын дәүләт башлығы Рәсәй һәм сит ил журналистары менән осрашыу үткәрә. «Һеҙ ни өсөн һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ, маҡсатығыҙ ниндәй, Рәсәй өсөн ниндәй эштәр атҡарырға теләйһегеҙ һәм мөҙҙәтегеҙ аҙағында уны ниндәй итеп күрәһегеҙ?» тигән тәүге һорауға дәүләт башлығы былай тип яуапланы: «Беләһегеҙме, Рәсәйҙе ниндәй итеп күрергә теләүем хаҡында төрлө сараларҙа, әңгәмәләрҙә күп һөйләнем.

Сәйәсәт

Башҡортостанда өс депутат вәкәләтен юғалтты

Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауыл советында өс халыҡ һайланыусыһы үҙ вәкәләтен юғалтты. Депутаттар 2016 йыл өсөн килем, мөлкәт һәм милек характерындағы йөкләмәләр хаҡында декларация һәм тормош иптәшенең, бәлиғ булмаған балалырының шундай уҡ мәғлүмәттәрен бирергә онотҡан.

Сәйәсәт

Бөгөн, 14 декабрҙә, Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы уҙа

Бөгөн, 14 декабрҙә, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә дәүләт башлығының Рәсәй һәм сит ил журналистары менән йыл һайын уҙғарылып килгән осрашыуы – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы була.

Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты республиканың 100 йыллығын билдәләү буйынса саралар планын раҫланы

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай президиумы 2019 йылда республиканың 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса саралар планын раҫланы. «Республика ошо датаға әүҙем әҙерләнә.

Сәйәсәт

Константин Толкачев төбәк парламенттары етәкселәре медиарейтингында алты баҫҡысҡа күтәрелгән

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең закондар сығарыу органдары етәкселәре медиарейтингында алты баҫҡысҡа күтәрелгән.

Сәйәсәт

Рәсәй Конституцияһы көнөнә ҡарата 10 ғәҙәти булмаған һорау

Бөгөн, 12 декабрҙә, Рәсәйҙә Конституция көнө билдәләнә. Илдең төп документы 1993 йылда бөтә халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде. 1994 йылдың 12 декабрендә дәүләт байрамы тип иғлан ителде, ун йыл буйына ял көнө булып иҫәпләнде.

Сәйәсәт

Башҡортостанда мәшғүлеккә ярҙам буйынса идара итеү комитеты ойошторолдо

Башҡортостанда республика башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советының эшсе төркөмө — хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә ярҙам буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу буйынса идара итеү комитеты ойошторолдо.

Сәйәсәт

Рәсәйҙең өс ҡалаһында Америка Ҡушма Штаттары консуллыҡтары яңынан визалар бирә башланы

Санкт-Петербургта, Екатеринбургта һәм Владивостокта Америка Ҡушма Штаттары консуллыҡтары иммиграция булмаған визалар алыуға яңынан әңгәмәләр уҙғара башланы. Интервьюлар иҫәбе дипломатик вәкиллек хеҙмәткәрҙәре һанының кәмеүенә күрә сикләнәсәк, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Сәйәсәт

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетын Руслан Мирсаяпов етәкләне

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Руслан Мирсаяпов республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Мирсаяпов Руслан Заһит улы 1977 йылдың 22 ноябрендә Өфөлә тыуған.

Сәйәсәт

Республикала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты ойошторолдо

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты ойошторолдо. Документта билдәләнеүенсә, Дәүләт комитеты халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек өлкәһендә республика башҡарма власть органы булып тора.

Сәйәсәт

Константин Толкачев Волга буйы федераль округында закондар сығарыуҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы биләмәһендә закондар сығарыу эшмәкәрлеген үҫтереүгә индергән байтаҡ ҙур өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкилдең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Сәйәсәт

Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич булды

Кисә Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән бергә улар Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власының закондар сығарыу (

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов: «Владимир Путиндың 2018 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашыу ҡарары законға ярашлы һәм Башҡортостанда йәшәүселәр менән көтөп алынған»

«Владимир Путиндың 2018 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашыу ҡарарын тулыһынса хуплайым. Ул, бер һүҙһеҙ, законға ярашлы һәм Башҡортостанда йәшәүселәр менән көтөп алынған, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Сәйәсәт

Владимир Путин 2018 йылда Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашыуы хаҡында иғлан итте

Владимир Путин 2018 йылда Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашыуы хаҡында иғлан итте, тип яҙа ТАСС агентлығы. Был турала дәүләт башлығы ГАЗ автомобиль заводы ветерандары һәм эшсәндәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Сәйәсәт

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезында Башҡортостан делегацияһын Рөстәм Хәмитов етәкләй

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезына Башҡортостандан 18 делегат бара. Делегацияны республика Башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов етәкләй. 5 декабрҙә үткән йомғаҡлау конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо хаҡта хәбәр итте.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары менән осрашты

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандан Федерация Советы ағзалары һәм Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.

Сәйәсәт

Кеше хаҡында хәстәрлек, ул, тәү сиратта, республика хаҡында хәстәрлек – белгес

Кеше хаҡында хәстәрлек, ул, тәү сиратта, республика хаҡында хәстәрлек, уның ярҙамында бөтә рәхәтлектәр булдырыла ла инде, тип иҫәпләй «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Олег Голов.

Сәйәсәт

Константин Толкачев: «Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә»

Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе. «2017 йыл Мөрәжәғәтнамәһе сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә.

Сәйәсәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть