Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тураһында Указға ҡул ҡуйылды

Ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тип үҙгәртелде.

Сәйәсәт

Владимир Путин Тайбэйҙағы Йәйге Универсиадала Рәсәй призерҙарын ҡотланы

Владимир Путин Тайбэйҙағы Йәйге Универсиадала Рәсәйҙең алтын призерҙарын ҡотланы. Ул – команда турнирында алтын яуласы шпагасылар Дмитрий Гусев, Сергей Биду, Алан Фардзинов, Георгий Бруев.

Сәйәсәт

Башҡортостанда ғаилә сәйәсәте һорауҙары менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнәсәк

Башҡортостанда ғаилә сәйәсәте һорауҙары менән яңы ойоштороласаҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнәсәк. Был турала төбәк Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Сәйәсәт

Өфөлә Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө хөрмәтенә автоуҙыш үтте

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө хөрмәтенә Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмәғәтселек флешмоб үткәрҙе. «Берҙәм Рәсәй», «Йәш Гвардия» партияһының, Рәсәй Машина төҙөүселәр союзының төбәк бүлексәләре һәм «ӨМЭБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте активистары Өфө урамдары буйлап ҙур автоуҙыш ойошторҙо.

Сәйәсәт

Башҡортостан аграрийҙары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән өсөн 160 миллион һум федераль компенсация ала

Башҡортостан аграрийҙары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән өсөн 159 миллион 465 мең һум компенсация аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Ауыл хужалығы министрлығына тәбиғи ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән күргән зыянды ҡаплауға 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Сәйәсәт

Владимир Путин үҙ эшенең төп нигеҙҙәрен атаны

Рәсәй Президенты Ҡырымда «Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы майҙансығында йәштәр менән аралашты. Оркестр етәксеһенең һорауына яуап биреп, Владимир Путин үҙ эшендә иң мөһим тип иҫәпләгән нигеҙҙәрҙе атаны: әҙәплелек, кем өсөн тырышҡан кешеләрҙе, үҙ эшеңде һөйөү, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Сәйәсәт

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы отставкаға китте

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вәкәләттәрен һалды. Хәлит Сөләймәновтың ғаризаһын депутаттар ҡәнәғәтләндерҙе. Кисә Сибай ҡалаһы Советы депутаттары ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновтың эштән китеү тураһындағы ғаризаһын ҡараны һәм ҡәнәғәтләндерҙе.

Сәйәсәт

Николай Хорошилов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Николай Хорошилов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Йома, 4 августа, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Сәйәсәт

Республика Индонезияға вертолеттар менән бал ташырға әҙер

Бөгөн Өфөлә, Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда Индонезия Республикаһының Көнбайыш Ява провинцияһының рәсми делегацияһы менән осрашыу уҙҙы. Яҡтар хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө, шул иҫәптән ауыл хужалығына ҡағылышлы йүнәлештәрҙе тикшерҙе.

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов: «Бөгөн Индонезияла ғәмәлгә ашырылған эре проекттарҙа ҡатнашырға теләйбеҙ»

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда 2 августа Индонезия Республикаһының Көнбайыш Ява провинцияһының рәсми делегацияһы менән осрашыу сиктәрендә республиканың ошо провинция менән сауҙа-иҡтисади, инвестиция, ғилми-техник, социаль-гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләнеүе тураһында протокол төҙөлдө.

Сәйәсәт

Республика етәксеһе Өфөлә Тимашев юл үткәргесе янында транспорт сиселешенең ҡасан төҙөлөп бөтәсәген атаны

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә Тимашев юл үткәргесе янында транспорт сиселешенең төҙөлөш барышын ыңғай баһаланы. Төбәк Башлығының һүҙҙәренсә, ул өфөләрҙән ҡаланың Орджоникидзе районында Бөрө трактының тимер юлдары менән киҫелеше урынында транспорт сиселешен төҙөү үтенесе менән йыш ҡына хаттар алған.

Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан парламентарийҙары Индонезияның Көнбайыш Ява провинцияһы делегацияһы менән осрашасаҡ

Шаршамбы, 2 августа, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Көнбайыш Ява провинцияһы делегацияһы һәм республика парламенты депутаттарының осрашыуы үтә.

Сәйәсәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть