Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

исемлек | ҡыҫҡаса | тулыраҡ
Көн мәғлүмәттәре

Хәүеф янаған зонала бешмә ауырыуының яңы сығанаҡтары барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел — Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе

Хәүеф янаған зонала бешмә ауырыуының яңы сығанаҡтары барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел. Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән брифингта Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев белдерҙе.

Иҡтисад

Республикала эшһеҙҙәрҙе иҫәпләнеләр

Аҙна эсендә Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны бер аҙ артҡан һәм яҡынса 19,4 мең кешегә еткән. Сағыштырыу өсөн: йыл башында төбәктә 23,6 мең рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән.

Иҡтисад

Өфөләге парковкала бизнесмендың ғүмеренә ҡул һуҙыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

20 октябрҙә иртән Өфөлә Минһажев урамындағы ер аҫты парковкаһында билдәһеҙ кеше 40 йәшлек бизнесменға һөжүм иткән. Лайф мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтсе уның башына атҡан.

Хәл-ваҡиғалар

Абу-Дабиҙа WorldSkills чемпионатында Башҡортостандан бронза призер: «Был Рәсәйҙең «таш юныу эше» компетенцияһында бөтә ваҡыт эсендә тәүге миҙалы»

Абу-Дабиҙа WorldSkills Competition-2017 44-се донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында бронза миҙал яулауына ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Йәмғиәт

Башҡортостанда Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумын-2017 үткәреү датаһы билдәле булды

15-17 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы уҙғарыла. Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡытай, Швейцария, Греция һәм Иран форум сараларында ҡатнашырға теләк белдергән дә инде.

Иҡтисад

Өфөлә Илһөйәр Ғизетдинованың тормошо һәм ижады тураһында «Ағиҙел ҡыҙы» китап-альбомының исем туйы була

Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғизетдинованың тормошо һәм ижады тураһында «Ағиҙел ҡыҙы» китап-альбомының исем туйы була.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда иҫән саҡтарында иҫерткес эсемлектәр таратыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе мосолмандар йолаһы буйынса ерләмәҫкә тәҡдим иттеләр

Башҡортостанда иҫән саҡтарында иҫерткес эсемлектәр таратыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе мосолмандар йолаһы буйынса ерләмәҫкә тәҡдим иттеләр. Наурыҙ ауыл советы башлығы Закир Ғарипов Учалы районы имамдары менән осрашыуҙа ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.

Йәмғиәт

Геодезист, инженер, механик һәм башҡалар — республикала эш хаҡы 50 мең һум самаһы тәшкил иткән яңы вакансиялар

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республикалағы яңы юғары килемле вакансиялар тураһында хәбәр итте. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге «Иҙелстройресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә эш тәжрибәһе өс йылдан кәм булмаған инженер-геодезист талап ителә.

Иҡтисад

Тәтешлелә Башҡортостандың 100 йыллығына объекттар исемлегендәге балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана

Республиканың Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында был аҙнала 120 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһында төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамлана. Яңы балалар баҡсаһы Башҡортостандың 100 йыллығына объекттар исемлегенә инә.

Иҡтисад

Төбәктә синоптиктар ваҡытлыса ҡар ятыуын фаразлай

Аҙна аҙағында Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы һәм хатта ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк фараздары буйынса, шәмбе, 21 октябрҙә, республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ.

Йәмғиәт

Башҡортостанда ике бәләкәй балалы ғаилә ике йылға яҡын төпкөлдә, цивилизациянан алыҫта йәшәгән

«Башҡортостан» милли паркының ғилми хеҙмәткәрҙәре, ике бәләкәй балалы Дилә һәм Илдус Нурмөхәмәтовтар ике йыл самаһы Кәшәлелә — «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының милли парк менән сиктәш урында йәшәгән.

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта былтыр Мексикала уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды

Стәрлетамаҡта былтыр Мексикала уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. «Бөтә донъя Фольклориадаһы — 2016» — күсмә күргәҙмә, ул республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмектәрендә уҙа һәм 2018 йылдың аҙағында тамамлана.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда иген уңышы былтырғыға ҡарағанда ярты миллион тоннаға күберәк – Ауыл хужалығы министрлығы

Республикала иген уңышы былтырғы күрһәткестәрҙән ярайһы уҡ уҙып киткән. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тулайым иген йыйыу 3,837 миллион тоннаға еткән.

Иҡтисад

Баш ҡалала ҡар ҡиммәтләнгән

Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡар ҡиммәтләнгән. Ҡала хакимиәте муниципаль «Өфө һыу каналы» менән ҡар ҡабул итеүгә һәм уны утилләштереүгә яңы тарифтарҙы раҫланы. Яңы документҡа ярашлы, бер кубометр ҡарҙы эшкәртеү 173,58 һумға төшәсәк, ул былтырғыға ҡарағанда 6,68 һумға күберәк.

Иҡтисад

Яңы тыуған Рәсәй граждандары дәүләттән бүләк аласаҡ

Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабый киләһе йылдан дәүләттән бүләк аласаҡ. Балаларға бүләк тапшырыу Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән Балалыҡ ун йыллығы сиктәрендә 2020 йылғаса төп саралар планы проектына ингән, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Йәмғиәт

Рәсәй Хөкүмәте «Платон» системаһы буйынса штрафтарҙың дәүмәлен арттыра

Федераль тәғәйенләнештәге юлдар буйлап юл хаҡын түләмәгән ҙур ауыр йөк транспорт саралары өсөн штраф дәүмәле 20 мең һумғаса артасаҡ. Рәсәй Хөкүмәте ошо закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе.

Иҡтисад

Өфөлә Мостай Кәримдең исемен йөрөткән самолетты ҡаршы алдылар

Кесе йома, 19 октябрҙә, «Өфө» халыҡ-ара аэропортына Мостай Кәримдең хөрмәтенә аталған самолет осоп килде. «Аэрофлот» авиакомпанияһының пассажирҙар ташыусы Sukhoi Superjet 100 самолеты сентябрь һуңында Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен алды.

Йәмғиәт

Республикала тәүгә спорт туризмы буйынса ҡышҡы ярыштар уҙа

«Авантюра» әүҙем ял яратыусылар клубы спорт автотуризмы буйынса Башҡортостанда беренсе Ҡышҡы кубокты уҙғара, тип хәбәр итә EX-ROADmedia.ru мәғлүмәт порталы. Ярыштар 27 ғинуарҙа республиканың Кушнаренко районында үтә.

Спорт

WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Башҡортостан вәкиле бронза яуланы

Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында бронза яуланы.

Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов: «Кооперацияны үҫтереү тулайым төбәк продукты үҫешен ярайһы уҡ арттыра ала»

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов кооперация хәрәкәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса эшсе кәңәшмә уҙғарҙы. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, профилле ведомстволары етәкселәре, муниципалитет, фән, бизнес, сауҙа, шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтары вәкилдәре ҡатнашты.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть