Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.68

EUR 72.53

18 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда ике бала әсәһен үлтереүсегә хөкөм ҡарары сығарылды

27 февралдә Башҡортостандың Мәләүез районы суды Салауат ҡалаһынан 27 йәшлек ҡатындың ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнгән 30 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул 9,5 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылды.

Хәл-ваҡиғалар

Трассала маршрутка менән бәрелешкән йөк машинаһы водителенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы

Оло Тәләк ауылы эргәһендәге трассала микроавтобус менән бәрелешкән MAN йөк машинаһы водителенә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса («һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике йәки унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү») енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәктә трассала ике фура бәрелешкән: ҡорбандар бар

Башҡортостанда 27 февралдә көндөҙгө 2 тула 13 минутта дежур бүлеккә М-5 трассаһының 1284-се саҡрымында ике фураның бәрелешеүе хаҡында хәбәр килде. Бәрелешкәндән һуң ҙур йөк машиналары яна башлаған.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда апалы-һеңлеле ҡыҙҙар тарыған фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Уҙған байрам көндәрендә Башҡортостанда фажиғә теркәлгән. Ҡаяла ике уҡыусы ҡыҙ табылған. Алдан хәбәр ителгәнсә, 16 йәшлек ҡыҙ урында һәләк булған, ә 14 йәштәгеһе Сибай дауаханаһына оҙатылған.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда ҡая ташында ике уҡыусы ҡыҙ табылған: берәүһе һәләк булған, икенсеһе - дауаханала

Башҡортостандың Хәйбулла районында фажиғә теркәлгән. Сығанаҡтың яҡынса мәғлүмәте буйынса, Әҙел ауылынан алыҫ булмаған ҡаяла ике уҡыусы ҡыҙ табылған.

Хәл-ваҡиғалар

Борай районында сыҡҡан янғын 35 йәшлек ҡатындың һәм уның ҡыҙының ғүмерен өҙҙө

25 февралдә төндә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына Борай районы Борай ауылындағы ике ҡатлы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда өс бала янғын ваҡытында һөрөм менән ағыуланған, бер баланың ғүмере өҙөлгән

Баймаҡ ҡалаһындағы йортта сыҡҡан янғында өс бала һөрөм менән ағыуланған. Тәфтиш органдары әлеге осраҡ буйынса тикшереү эштәре алып бара.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 22 февралдә төндә Өмөтбаев урамындағы өйҙә янғын сыға.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда йәшәүсе Сүриәләге хәрби сыуалышта законһыҙ ҡатнашҡаны өсөн хөкөм ителде

Өфөнөң Октябрь районы суды Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән 30 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул Сүриә биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә законһыҙ ҡатнашыуҙа ғәйепләнә.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә йөклө ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнеүсе уның мәйетен таҡталар аҫтына йәшергән — Тәфтиш комитеты видеоһы

Өфөлә йөклө ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнеүсе тәфтиш эксперименты барышында уның мәйетен нисек йәшереүе хаҡында һөйләне. Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте «Башинформ» агентлығы менән эксперимент яҙмаһы менән бүлеште.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда балаларын янғындан ҡотҡарған саҡта әсәнең тәне бешкән

15 февралдә Өфө районында теркәлгән янғын бер кешенең ғүмерен өҙҙө. Таңғы сәғәт 6-сы 9 минутта «Сирень» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенең дежур бүлегенә ут сығыуы тураһында хәбәр килә.

Хәл-ваҡиғалар

Мәскәү өлкәһендә Ан-148 самолетының ни сәбәпле һәләкәткә осрауы асыҡланды

Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәткә тиҙлек датчиктарының туңыуы сәбәпсе булыуы ихтимал. Тап улар «Һарытау һауа юлдары»ның Ан-148 пилоттарына яңылыш йүнәлеш биргән, ахыры, тип хәбәр ителә Дәүләт-ара авиация комитетының рәсми сайтында.

Хәл-ваҡиғалар

Баш ҡалала хәбәрһеҙ юғалған 14 йәшлек Полина Горбикты эҙләйҙәр

Өфөлә 14 йәшлек Полина Горбик юғалған. Уҡыусы ҡыҙ 13 февралдә киске 5-се яртылар тирәһендә урамға сығып киткән дә өйөнә ҡайтмаған. Ата-әсәһе хафаланып ғариза менән полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда үлемесле юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ сабый иҫән ҡалған

Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында көндөҙ Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлының 15-се саҡрымында ВАЗ-2114 һәм ВАЗ-21099 бәрелешкән.

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт һәләкәте һөҙөмтәһендә 14-се модель автомобиленең 48 йәшлек водителе йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған.

Хәл-ваҡиғалар

Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттә Башҡортостандан тағы бер кеше һәләк булған

Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәттә Башҡортостандың Межгорье ҡалаһынан 25 йәшлек Крискентия Алексеенко һәләк булған. Был хаҡта «Межгорье» гәзите уҡыусыларына уның класташы Анастасия Кузина хәбәр итә.

Хәл-ваҡиғалар

Мәскәү өлкәһендәге фажиғәлә һәләк булғандар араһында яҡташыбыҙ ҙа бар

Мәскәү өлкәһендәге фажиғәлә Өфө кешеһенең ғүмере өҙөлдө. Һәләкәткә осраған «Һарытау һауа юлдары» самолетында яҡташыбыҙ ҙа булған. Башҡортостан юлдаш телеканалы, 12 февралдә республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәләге мәғлүмәткә һылтанып, ошо хаҡта хәбәр итте.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған йөклө ҡатын үле килеш табылды

2017 йылдың 9 декабрендә Өфөлә 34 йәшлек ҡатын хәбәрһеҙ юғалғайны. Ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар Өфөнөң Калинин районы Федоровка ауылы янындағы урманда уның бысаҡ менән сәнскеләнгән кәүҙәһен тапты.

Хәл-ваҡиғалар

Полицейскийҙар һәм ирекмәндәр Гүзәл Ғәзетдинованы нисек эҙләүҙәре хаҡында һөйләне

Башҡорт дәүләт медицина университеты студентын эҙләү уның йөрөгән юлдарынан һәм видеокүҙәтеү камераһы яҙмаларын тикшереүҙән сығып ойошторолдо. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Енәйәтте тикшереү идаралығының эҙләү эштәрен ойоштороу бүлеге етәксеһе һөйләне.

Хәл-ваҡиғалар

Ханты-Манси автономиялы округындағы юл-транспорт фажиғәһендә балаларҙың үлеме тураһында эште тикшереү тамамланды

Башҡортостан ЮХХДИ-ның административ ҡануниәтте үтәү бүлексәһенең элекке етәксеһе Дергунов һәм инспектор Степанова «Эшкә һалҡын ҡарау» статьяһы буйынса ғәйепләнә.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә 22 йәшлек Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләүҙең яңы маршруты билдәле булды

2 февралдә Өфөлә ирекмәндәр 22 йәшлек Башҡорт дәүләт медицина университеты студенткаһы Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләүҙә яңы маршрутҡа сыға. «Башинформ» агентлығына «Балаларҙы эҙләү — Өфө» юғалған балаларҙы эҙләүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы директоры Павел Нестеров һөйләүенсә, ирекмәндәр көндөҙгө 3-сө яртыла Октябрь проспекты яғына «Комаров» туҡталышында осраша.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала юл-транспорт фажиғәһендә өс айлыҡ ҡыҙ имгәнгән

31 ғинуарҙа көндөҙ Дәүләкәндә илебеҙҙә сыҡҡан ике автомобиль бәрелешкән. Төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Матросов урамы һәм Котовский тыҡрығы киҫелешендә ВАЗ-2110 машинаһы рулендәге 25 йәшлек Өфө егете хәрәкәттә өҫтөнлөккә эйә булған ВАЗ-2114-кә юл бирмәгән.

Хәл-ваҡиғалар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть