Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95 ↓

EUR 71.12 ↓

19 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Хәл-ваҡиғалар

Республикала йәшәгән ир ике бала әсәһенең ғүмерен ҡыйған өсөн суд алдында яуап тота

Мәләүез район-ара прокуратураһы Ергән ауылында йәшәгән 30 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған.

Тәфтишселәр версияһына ярашлы, 2017 йылдың сентябрендә ғәйепләнеүсе социаль селтәрҙә Салауат ҡалаһынан 27 йәшлек ҡатын менән танышҡан.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә шаһиттар 77 йәшлек пенсионерҙы бәрҙергән Toyota Land Cruiser водителен яуаплылыҡҡа тарттырырға ярҙам итте

Өфө прокуратураһы баш ҡалала йәшәгән 62 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. Ул һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешене үлемгә дусар иткән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләнә.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда 16 йәшлек Марина Выгузованың юғалыуы тураһында мәғлүмәттәр билдәле булды

28 ғинуарҙа Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында йәшәгән Марина Выгузова юғалған. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, ҡыҙ ҡасҡан, ләкин унан алда әсәһенә шылтыратып, үҙен эҙләмәүҙәрен, дуҫтары менән Екатеринбург яғына юл тотоуҙарын хәбәр иткән.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда һәләк булған 14 йәшлек ҡыҙҙың ата-әсәһе спорт комплексына яза биреүҙе һорай

Магнитогорскиҙан 14 йәшлек спортсы ҡыҙҙың Яҡтыкүлдәге «Металлург-Магнитогорск» үҙәгенең тау саңғыһы трассаһында һәләк булыу осрағының дауамы бар. Ҡыҙҙың ата-әсәһе спорт комплексын тикшереүҙе һәм яза биреүҙе һорай.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәктә үлемесле юл-транспорт фажиғәһе: бер ҡатын һәм уның ике улы һәләк булған – видео

Башҡортостандың Саҡмағош районында Бүздәк — Саҡмағош — Дүртөйлө автомобиль юлының 64-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, ВАЗ-2107 рулендәге 45 йәшлек ҡатын, яҡынса фараздар буйынса, икенсе юлдан сыҡҡанда BMW-525 автомобиленә юл бирмәгән.

Хәл-ваҡиғалар

Баш ҡалала туғыҙ айлыҡ бала ҡапыл вафат булған

7 ғинуар кисендә Өфөлә фажиғә теркәлде. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, туғыҙ айлыҡ ҡыҙ ҡапыл ауыр тын ала башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланы ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр — сабый яҡты донъя менән хушлаша.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә бер ир бәлиғ булмаған ҡыҙҙы көсләргә маташҡан

Өфөнөң Калинин районы суды Ҡаҙағстан Республикаһының 38 йәшлек вәкилен 12 йыл да алты айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты. Ул «14 йәше тулмаған баланы көсләргә маташыу» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандан Төркиәгә тиклем: әсә 18 йылға яҡын хәбәрһеҙ юғалған улын эҙләй

2000 йылдың 13 июлендә Башҡортостандың Иглин районында ете йәшлек бала эҙһеҙ юғала. 18 йыл самаһы элек Бәләбәйҙә йәшәгән Кенан Мостафаев «Һәргәй» балалар лагерынан ғәйеп була.

Хәл-ваҡиғалар

Йәш ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнеүсе Өфө дауаханаһында донъя ҡуйған

Өфөлә 26 йәшлек Үзбәкстан гражданы 23 йәшлек ҡыҙҙың ҡулын һорай, ләкин ул уға тәҡдимен кире ҡаға. Алдан хәбәр ителгәнсә, уҙған йылдың декабрендә Черниковка биҫтәһендәге магазинда ҡот осҡос фажиғә теркәлде.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә ирекмәндәр хәбәрһеҙ юғалған 22 йәшлек Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләүен дауам итә

Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған 22 йәшлек Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләү дауам итә. Уҙған ял көндәрендә ирекмәндәр «Трамплин» туҡталышынан алып Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе, Урмансылар паркы яғына биш саҡрым самаһы юл үтте.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы тәфтишселәре 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың үлеменә шаһит булғандарҙы эҙләй

16 ғинуарҙа Һамар — Өфө — Силәбе трассаһында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Эске эштәр министрлығы тәфтишселәре һәм Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөгөн ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.

Хәл-ваҡиғалар

Республиканың тау саңғыһы курортында 14 йәшлек спортсы ҡыҙ һәләк булған

Әбйәлил районында Яҡтыкүлдән алыҫ булмаған тау саңғыһы трассаһында 14 йәшлек ҡыҙ һәләк булған, тип хәбәр итә республика Тәфтиш комитеты.

Бәхетһеҙ осраҡ 17 ғинуарҙа теркәлгән.

Хәл-ваҡиғалар

Юғалған 15 йәшлек уҡыусының туғандары: «Әгәр Кристинаны танышы алып китһә, беҙ уны тапҡан булыр инек»

Өсөнсө тәүлек инде Кушнаренко ауылынан 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың ҡайҙалығы хаҡында бер ни ҙә билдәле түгел. Туғандары һүҙҙәренсә, 16 ғинуарҙа Кристина Озманян мәктәптән өйөнә ҡайтып етмәгән.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә 22 йәшлек БДМУ студенткаһы юғалған

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының 5 курс студенткаһы Ғәзетдинова Гүзәл Рим ҡыҙы юғалған. Әхирәте әйтеүенсә, ул 16 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-10-дар тирәһендә Минһажев урамы, 138 адресы буйынса урынлашҡан ятаҡтан сығып киткән һәм юғалған.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда 15 йәшлек Кристина Озманянды эҙләйҙәр

Башҡортостанда туғандары Кушнаренко ауылында йәшәгән 15 йәшлек Кристина Озманянды эҙләй. Ул 16 ғинуарҙа мәктәптән ҡайтып килгәндә юғалған, шул мәлдән ата-әсәһе унан бер ниндәй ҙә хәбәр алмаған.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәктә үҙенең туйына ашыҡҡан ҡыҙҙың үлеменә сәбәпсе водителгә хөкөм ҡарары сығарылған

Туймазыла суд ауыр эҙемтәләргә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе водителгә хөкөм ҡарары сығарған. 2017 йылдың авгусында Төмән өлкәһендә йәшәгән 30 йәшлек ир Бишҡурай — Бишенде юлы буйлап китеп барған.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә өс айлыҡ сабыйын бетон иҙәнгә төшөрөп ебәргән әсә балаға хоҡуғынан мәхрүм ителгән

Өфөлә йәшәгән 32 йәшлек ҡатын өс айлыҡ улын бетон иҙәнгә төшөрөп ебәргәне өсөн хөкөм ителгән. Баш ҡаланың Калинин районы прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, ул Енәйәт кодексының «Бала тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү» һәм «Һаҡһыҙлыҡ буйынса һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү» статьялары буйынса ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә ултырған.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәктә үҙ-үҙенә ут төрткән ир дауаханалаға йән биргән

Дүшәмбе, 15 ғинуарҙа, Ишембай ҡалаһындағы майҙанда үҙ-үҙенә ут төрткән ир вафат булған.

39 йәшлек ир үҙ-үҙен бензин һибеп яндырған. Уны Ишембай үҙәк район дауаханаһына алып киткәндәр, ләкин табиптар ярҙам итә алмаған — пациенттың тәненең 80 процентҡа янған.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәктә ир бала тамағына кәнфит тығылып үлгән

Башҡортостанда ир бала тамағына яңы йыл бүләгендәге кәнфит тығылып үлгән. Был турала «Белоретта ишетелгән» төркөмөндә хәбәр ителә.

Ҡышҡы каникулдар ваҡытында бәлә булаһы көндө өйҙә бер нисә бала уйнап йөрөгән.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда психоневрология диспансеры пациенты үҙен яндырырға маташҡан

Дүшәмбе, 15 ғинуарҙа, Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығына тән ағзаһын ғәрипләү акты тураһында хәбәр килде. Шаһиттар әйтеүенсә, Ишембайҙа йәшәгән 39 йәшлек ир ҡала майҙанында кейемен сисеп, бензин һипкән, һуңынан үҙен яндырған.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда суд приставтары атай кеше әсәләренән йәшереп тотҡан ике баланы тапҡан

Башҡортостандың суд приставтары бурыслыны эҙләгәндә атай кеше әсәләренән урлаған ике баланы тапҡан.

Ҡатыны әйтеүенсә, йәнәһе лә ир ике һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙарын унан һорамайынса Яр Саллыға алып иткән һәм оҙаҡ ҡына йәшереп тотҡан.

Хәл-ваҡиғалар

Баш ҡалала тимер юлында 55 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө

Өфөлә 55 йәшлек ҡатын йөк поезы аҫтында ҡалып һәләк булды. Фажиғәле осраҡ бөгөн иртән Черниковка — Шугуровка участкаһында теркәлде, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөнөң Ҡотҡарыу хеҙмәтенән юғалған һыу аҫты һунарсыһын эҙләүҙе туҡтатыуҙарын хәбәр иттеләр

11 ғинуарҙан водолаздар Ҡариҙел йылғаһында юғалған һыу аҫты һунарсыһын эҙләү эштәрен туҡтата, тип хәбәр итә 112 Ҡотҡарыу хеҙмәте.

Ҡотҡарыусылар 5 ғинуарҙан 10-на тиклем 29 йәшлек Өфө егетен эҙләүҙә ярҙам итте, ләкин эҙләү эштәре бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәктә 27 йәшлек ҡатын бәҙрәфтә бәпесләгән: үле сабый сүп-сар түгә торған соҡорға төшөп киткән

Фажиғә Яңы йыл алдынан Башҡортостандың Бишбүләк районында теркәлгән. 27 йәшлек йөклө ҡатын бәҙрәфкә барған: бөтә уңайлыҡтар тышта булған. Унда ҡарынында һигеҙ айлыҡ балаһын йөрөткән ҡатындың хәле насарайған.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә янғын ваҡытында 4 йәшлек малайҙың үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Кескәй малайҙың шырпы менән уйнауы фажиғә менән тамамланды. 4 йәшлек бала шәхси йортта тереләй янып үлде. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 31 декабрҙә көндөҙ Малая Лесозаводская урамында янғын сыға.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда өс йәш кеше пенсионер ҡатынды үлтергәнсе туҡмаған

2 ғинуарҙа Башҡортостандың Иглин районы Ключевское ауылында өс йәш егет 59 йәшлек ҡатынды үлтергәнсе туҡмаған.

Республика Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 23 йәшлек егет һәм уның бәлиғ булмаған 15, 17 йәшлек ике танышы эскән килеш ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән хаҡлы ялдағы ҡатынды туҡмаған, зыян күреүсе урында һәләк булған.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала Ford Ranger менән МАЗ йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәләк булған

Уҙған дүшәмбелә, 8 ғинуарҙа, трассала үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Дүртөйлө-Борай автомобиль юлының 55-се саҡрымында Ford Ranger менән МАЗ йөк машинаһы бәрелеште, рулдә Октябрскийҙан 40 йәшлек ир ултырған.

Хәл-ваҡиғалар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть