Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың үлем сәбәбе билдәле булды

Тәфтишселәр республиканың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан 14 йәшлек Полина Иванованың үлем сәбәбен асыҡланы. Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығы мәғлүмәте буйынса, уҡыусы поезд аҫтында ҡалған.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда бер аҙна элек юғалған Рәзилә Бәхтиәрова үле килеш табылған

Салауатта йәшәгән Рәзилә Бәхтиәрова 21 декабрҙән бәйләнешкә сыҡмаған. Шулай ҙа социаль селтәрҙәрҙә ҡатынды төрлө урындарҙа күреүҙәре хаҡында хәбәрҙәр баҫылып торҙо.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә уҡытыусы мәктәптә бәпесләгән һәм сабыйҙы сумкаһына һалып ҡуйған

Өфөнөң Калинин районы мәктәптәренең береһендә башҡа һыймаҫлыҡ хәл теркәлде. Йөклө уҡытыусы белем биреү учреждениеһында бала тапты.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ҡатындың ҡаны күп аға башлай.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә трамвай юлдарында маньяктан туҡмалған ҡыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан

Ике йыл буйына Ҡазандан 33 йәшлек Анна Б. 2015 йылдың көҙөндәге ҡот осҡос фажиғәнән һуң йәшәргә ынтылды. Бөгөн, 25 декабрҙә, ҡыҙҙың туғандары уның Ҡазан дауаханаһында вафат булыуы хаҡында хәбәр итте.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда фура боҙ аҫтына киткән, водитель һәләк булған

Башҡортостанда фура боҙ аҫтына киткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн көндөҙ Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында теркәлгән. Ҙур йөк машинаһының водителе һәләк булған, тип хәбәр итә «Бәйләнештә» селтәрендәге «БашДТП» төркөмөндә шаһиттар.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала йәш ҡатынды бала тапҡандан һуң фалиж һуҡҡан: енәйәт эше ҡуҙғатылған

Киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләнән һуң Өфөлә йәшәгән ҡатын енәйәт эшен ҡуҙғатыуға өлгәште. Республиканың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 2013 йылдың ноябрендә теркәлә.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөләге магазинда ҡыҙҙы ҡанһыҙ рәүештә үлтереү осрағы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Өфөлә 26 йәшлек Үзбәкстан кешеһе 23 йәшлек ҡыҙҙың ҡулын һорай, ләкин ул уға кейәүгә сығыуҙан баш тарта. Ул үҙенең һөйгәне менән бер йылға яҡын интернет аша аралаша, тәүге тапҡыр улар бер ай элек күрешә.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә Үзбәкстан кешеһе магазинда 23 йәшлек ҡыҙҙы сәнсеп үлтергән

20 декабрҙә кис Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге магазинда бөтә халыҡ алдында бер ҡыҙҙың ғүмере ҡыйылды. 26 йәшлек Үзбәкстан кешеһе уның менән мөнәсәбәттәрен дауам итеүҙән баш тартҡан 23 йәшлек ҡыҙға 17 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала бер ҡатын табиптың үҙ эшенә һалҡын ҡарауы арҡаһында бармаҡһыҙ ҡалған

2016 йылдың июнендә Бөрө үҙәк район дауаханаһына балыҡтың йөҙгөсө менән бармағын йәрәхәтләгән ҡатын мөрәжәғәт итә. Яраға инфекция ингән булған. Табип уның яраһына зарланыуына иғтибар итмәй һәм рентген һүрәтендә һөйәк-йәрәхәт патологияһы асыҡланмаһа ла, гипс һалып ҡайтара, тип хәбәр итә Бәләбәй ҡала судының матбуғат хеҙмәте.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала юлсылар ҡатындың имгәнеүенә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн 800 мең түләргә тейеш

Өфөнөң Октябрь районы суды юл предприятиеһын ҡатындың имгәнеүенә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн 800 мең һум күләмендә аҡсалата компенсация түләргә мәжбүр итте.

Хәл-ваҡиғалар

Бер йылдан ашыу элек юғалған Өфө егете Илгиз Мөхәмәтдиновтың яҙмышы билдәле булды

Бер йылдан ашыу элек юғалған Өфө егете Илгиз Мөхәмәтдиновтың яҙмышы билдәле булды: ул үлгән. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның әсәһе Айгөл Ғонсарова хәбәр итте.

Хәл-ваҡиғалар

Полицейскийҙар яңы тыуған сабыйын ҡар аҫтына күмеп ҡалдырған ҡатынды эҙләй

12 декабрҙә Силәбе өлкәһе полицияһына ғәйепләнеүсенең элекке өйҙәш иренән яңы тыуған сабыйҙың ғүмерен ҡыйыу тураһында хәбәр килде. Ир Башҡортостанда йәшәгән ҡатындың үҙаллы бала тапҡандан һуң уны Еткүл районының Дыуанкүл ауылынан 10 саҡрым алыҫлыҡтағы урманда ҡар аҫтына күмеп ҡалдырыуы тураһында һөйләне.

Хәл-ваҡиғалар

Ырымбур өлкәһендә үҫмер юғалған: уның Өфөлә булыуы ихтимал

Ырымбур өлкәһенең Заречье ҡасабаһында йәшәгән 13 йәшлек Артём Лидер бөгөн иртән йәки төндә өйҙән сығып киткән, тип яҙалар «Бәйләнештә» селтәрендәге «Балаларҙы эҙләү — Өфө» (Башҡортостан) төркөмөндә.

Хәл-ваҡиғалар

Баш ҡалалағы Балалар ижады үҙәгендә уҡытыусы ике ҡыҙҙы аҙҙырған

Өфөләге Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнгән ике ҡыҙҙың ата-әсәһе Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетына иҫ китерлек хәл тураһында хәбәр итте. Ата-әсәләр 58 йәшлек уҡытыусыға ғариза яҙған, уларҙың һүҙҙәренсә, ир үҙенең эш бүлмәһендә балаларға бәйләнгән.

Хәл-ваҡиғалар

Ҡурҡыныс енәйәтсене эҙләү: бер ир республика полицейскийын бысаҡ менән яралаған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге транспорт өлкәһендә линия идаралығы полицейскийын бысаҡ менән яралаған енәйәтсегә ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеү янай.

Хәл-ваҡиғалар

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы: сусҡа комплексында сыҡҡан янғында мең баш самаһы сусҡа балаһы һәләк булды

Кисә Өфөнөң Максимовка биҫтәһендәге сусҡа фермаһында янғын теркәлде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығындағы дежурный сусҡа комплексында ут сығыуы хаҡында хәбәр ала.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала 9 йәшлек малай петарда шартлатҡанда күҙен йәрәхәтләгән

Асҡын ауылында байрам фажиғә менән тамамланды. 6 декабрҙә 9 йәшлек малай ата-әсәһе менән бергә тышҡа петарда ҡабыҙырға сыҡҡан. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фейерверктарҙың береһе уҡыусының ҡулында шартлаған.

Хәл-ваҡиғалар

Өфө кешеһе бәлиғ булмаған танышын халыҡ күп йөрөгән урында үҙен шартлатырға өндәгән

Өфөлә террор төркөмө ағзалары әҙерләгән теракт хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. 2016 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте идаралығы һәм Эске эштәр министрлығы махсус операция үткәрҙе, һөҙөмтәлә Өфөлә йәшәгән 35 йәшлек ир ҡулға алынды.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған ике бала әсәһе иренә йәшерен номерҙан шылтыратҡан

Башҡортостанда 31 йәшлек ике бала әсәһе Светлана Мульдрякова бәйләнешкә сыҡты. Ҡатынды тормош иптәше һәм полиция эҙләй. «Башинформ» агентлығына уның ире Анатолий һөйләүенсә, Светлана йәшерен номерҙан шылтыратҡан.

Хәл-ваҡиғалар

Республика мәктәптәренең береһендә 11 класс уҡыусыһының ғүмере өҙөлдө

5 декабрҙә Нефтекама мәктәптәренең береһендә уҡыусы ҡыҙ вафат булды. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, информатика дәресендә 17 йәшлек ҡыҙҙың хәле ҡапыл насарая.

Хәл-ваҡиғалар

Киң мәғлүмәт саралары: Өфөлә террорсылар төркөмө пассажирҙар ултырған автобусты шартлатырға йыйынған

Өфөлә террорсылар төркөмө пассажирҙар ултырған автобусты шартлатырға йыйынған. Был хаҡта РБК-Өфө Волга буйы округ хәрби суды ҡарарына һылтанып хәбәр итә.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә ҡатынына ҡиммәтле сит ил машинаһы бүләк иткән полицейский эшенән бушатылды

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының шәхси именлек бүлеге ведомствоның Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығының бүлек етәксеһенә ҡарата тикшереүҙе тамамланы.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала үҫмерҙәр йәнлектәрҙе зәғифләй һәм тереләй яндыра

Благовещенда урындағы халыҡ саң ҡаға. Ҡалала 12-15 йәшлек үҫмерҙәр, осраҡлы үтеп барған кешеләрҙән йәшенмәйенсә, яҡлауһыҙ йәнлектәрҙе мыҫҡыл итә. Бер ҡатын Башҡортостан юлдаш телеканалына үҫмерҙәрҙең бесәйҙе тереләй яндырыуҙары хаҡында һөйләне.

Хәл-ваҡиғалар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть