Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Хәл-ваҡиғалар

Ольга Емельянованы үлтереүсе үҙ ғәйебен таныны – туғандары

Ольга Емельянованы үлтереүсе үҙ ғәйебен таныны. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡатындың туғандары һөйләне. 22 сентябрҙә Ольга үҙенең танышына ебәргән фотола ла тап ошо кеше һүрәтләнгән.

Хәл-ваҡиғалар

Ольга Емельянова һәләк булған: ҡот осҡос табылдыҡ тураһында хәбәр раҫланды

Салауат ҡалаһынан алыҫ булмаған урманда, хәбәрһеҙ юғалған 28 йәшлек ике бала әсәһен эҙләгән урында, Ольганың кәүҙәһен тапҡандар. Туғандары табылған кәүҙәнең Ольга Емельянованыҡы икәнлеген рәсми рәүештә раҫланы.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала ете гимназия уҡыусыһы ағыуланып дауаханаға эләккән

Башҡортостанда Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернаттың ете уҡыусыһы киҫкен ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға һалынған. 2017 йылдың 28 сентябрендә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына ошо хаҡта хәбәр килде.

Хәл-ваҡиғалар

Психиатрия клиникаһынан ҡасҡан пациентты Өфөнөң үҙәгендә тотҡандар

Психиатрия дауаханаһынан ҡасҡан пациентты Өфөнөң үҙәгендә тотҡандар. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов хәбәр итеүенсә, уны полиция хеҙмәткәрҙәре граждандар менән бергә тапҡан.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәктә хәбәрһеҙ юғалған ике бала әсәһен эҙләү эштәре Ағиҙел йылғаһына килтерҙе

Башҡортостанда полицейскийҙар, туғандары һәм ирекмәндәр хәбәрһеҙ юғалған 28 йәшлек Ольга Емельянованы эҙләүен дауам итә. Бынан алдараҡ Ергәндә йәшәгән бер кеше Ольганың туғандарына шылтыратып, уға оҡшаған ҡыҙҙың үтеп барған машинала күреүе тураһында хәбәр иткәйне.

Хәл-ваҡиғалар

Полиция үҙ белдеге менән дауахананан ҡасҡан кешене эҙләй — Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы

Өфөлә полиция үҙ белдеге менән ҡала психиатрия дауаханаһынан ҡасҡан ирҙе эҙләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов хәбәр итте.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда ике бала әсәһе Ольга Емельянова хәбәрһеҙ юғалған

Салауат ҡалаһында туғандары хәбәрһеҙ юғалған Ольга Емельянованы эҙләй. «Башинформ» агентлығына ҡатындың апаһы һөйләүенсә, Ольга 22 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-се яртылар тирәһендә эштән сыҡҡан — салон Космонавтар бульвары, 30 адресы буйынса урынлашҡан.

Хәл-ваҡиғалар

Республикалағы мәктәптә янғын: 200-ҙән ашыу кеше эвакуацияланған

Бөгөн иртән янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте диспетчерына Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылындағы мәктәптең подвалында ут тоҡаныу хаҡында хәбәр килде. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнгә тиклем мәктәптән 201 кеше эвакуацияланған.

Хәл-ваҡиғалар

Өфө эргәһендә тимер юл аша сыға торған урындағы авария хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды – видео

Бөгөн иртән Өфө эргәһендә тимер юл аша сыға торған урындағы авария хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Нуғай ҡасабаһы яғынан ҡалаға илткән юлда «Рено Флюенс» еңел автомобиле руле артындағы 56 йәшлек ҡатын яҡынлашып килгән поезд алдынан тимер юлына сыға.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәк биләмәһендә уҡбалыҡты тотоу бөтөнләй тыйылды

Башҡортостанда прокуратура уҡбалыҡты тотоуҙы бөтөнләй тыйыуға өлгәште. Ведомство хеҙмәткәрҙәре Волга-Каспий балыҡ хужалығы бассейны өсөн балыҡсылыҡ ҡағиҙәләренең төбәк биләмәһендә уҡбалыҡты тотоуҙы тыймауын асыҡланы.

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда Нефтеюганск тәфтишселәре үҙенең өйҙәш ҡатынын үлтергән енәйәтсене эҙләй

Нефтеюганск район-ара тәфтиш бүлеге бер ҡатынды үлтереү осрағы буйынса енәйәт эшен тикшерә. Енәйәт ҡылыуҙа Нефтеюганскиҙа йәшәгән Яҡупов Илгиз Фирҙәүес улы ғәйепләнә.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә йөк машинаһы водителе бағанаға бәрелеп һәләк булған

Бөгөн иртән Өфөнөң Октябрь проспектындағы 130-сы йорт ҡаршыһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. ЮХХДИ мәғлүмәте буйынса, Саҡмағош районынан 54 йәшлек ир «Iveco» йөк машинаһы менән бағанаға килеп бәрелә.

Хәл-ваҡиғалар

Төбәктә «Лада» фураның кузовынан төшкән йөк аҫтында ҡалған

Башҡортостандың Баймаҡ районындағы Ира — Магнитогорск юлында китеп барған «Мерседес»тың ярымтағылмаһынан йөк төшөп ҡалған. Рулдә Ханты-Манси автономиялы округынан 38 йәшлек водитель ултырған.

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә бер ир үҙенең тәҙрәһенән байкерҙарға тоҫҡап атҡан

Өфөлә хаҡлы ялдағы бер ир үҙенең фатиры тәҙрәһенән байкерҙарға тоҫҡап атҡан. «Комсомольская правда-Уфа» хәбәр итеүенсә, уның нервыһы ҡаҡшаған. Пуля зыян күргәндәрҙең береһенең тубығына, икенсеһенең янбашына эләккән, пассажир ҡыҙ ҙа яраланған.

Хәл-ваҡиғалар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть