Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.92 ↑

EUR 70.45 ↓

26 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Иҡтисад

1 ғинуарҙан кредиттар буйынса бурыстың максималь күләмен сикләйҙәр

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә сикке бурысты сикләүҙең һуңғы этабы үҙ көсөнә инде. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, бер йылға алынған ссудалар буйынса проценттарҙың максималь күләме бурыстан 1,5 тапҡырға артырға тейеш түгел, тип хәбәр итә RT на русском.

Иҡтисад

Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен айына 12130 һум тип билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы.

Документ шәмбе рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Иҡтисад

Республика дауаханаларының баш табиптары 37 яңы ашығыс ярҙам машинаһы асҡыстарын алды

Бөгөн Республика клиник дауаханаһы биләмәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер нисә республика клиник һәм үҙәк ҡала, район дауаханаларының баш табиптарына 37 яңы ашығыс медицина ярҙамы машинаһы асҡыстарын тапшырҙы.

Иҡтисад

2020 йылда Рәсәйҙә яңы автомобилдәрҙе автосалонда теркәргә мөмкин

Рәсәйҙә 2020 йылдың 1 ғинуарынан яңы автомобилдәрҙе, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына бармайынса, автосалонда теркәргә мөмкин.

Премьер-министр Дмитрий Медведев тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Өфөнән Италияға һәм Азияға тура авиарейстар асыу күҙаллана

Киләһе йылда Өфөнән халыҡ-ара йүнәлештәр буйынса яңы авиарейстар асылыуы ихтимал. Был хаҡта Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләне, тип хәбәр итте РБК.

Иҡтисад

Яңы йыл төнөндә салюттан һуң өфөләрҙе троллейбустар һәм трамвайҙар бушлай алып ҡайта

Өфө электр транспорты яңы йыл төнөндә Ленин исемендәге майҙанда байрам салютынан һуң өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын бушлай алып ҡайта, тип хәбәр иттеләр муниципаль электр транспорты идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Яңы йыл алдынан мөғжизә: Өфөлә 385 алданған өлөшсөгә фатир асҡыстары тапшырыла

Был аҙнала Өфөлә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан 385 ғаиләгә күптән көтөлгән торлаҡ асҡыстары тапшырыла.

24 декабрҙә «Көмөш шишмә» торлаҡ комплексында күп фатирлы йортто (литер 9) сафҡа индереүгә рөхсәт бирелде.

Иҡтисад

Өфө аэропортында 3,5 миллионынсы пассажир теркәлде

24 декабрҙә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты үҙ тарихында тәүге тапҡыр 3,5 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Был юлы Евгения Казаковаға бәхет йылмайҙы. Ул «Рәсәй» авиакомпанияһының Өфөнән Санкт-Петербургҡа осҡан рейсына теркәлде.

Иҡтисад

Ауыл хужалығы министрлығында фермер йәрминкәһе ойошторола

26 декабрҙә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында (Пушкин урамы, 106) фермер йәрминкәһе ойошторола. Унда ҡош итенән деликатестар, колбасалар, ярымфабрикаттар, сырҙар, тауыҡ һәм бүҙәнә йомортҡалары, бал, кондитер изделиелары, сәйҙәр тәҡдим ителә.

Иҡтисад

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы программаһы 844 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итте

2019 йылда ауылда йәшәгән 677 ғаилә «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште. Был маҡсатта федераль һәм республика бюджеттарынан 650 миллион һум бүленде.

Иҡтисад

Башҡортостандың Морат курортын үҫтереүгә 10 миллиард һумға тиклем аҡса бүлеүҙәре ихтимал

Республика йортонда уҙған «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә Белорет районындағы «Морат» ғаилә курортын үҫтереү концепцияһын ҡаранылар.

Проект менән «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө (Красногорск ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе) эксперты Николай Шленцов таныштырҙы.

Иҡтисад

Башҡортостанда «Тыуған урам» программаһы буйынса 560 саҡрым урамға ваҡ таш түшәйҙәр

Башҡортостанда 2019 йылда «Тыуған урам» республика программаһын тормошҡа ашыра башланылар.

Меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа бер үҙәк урам ремонтлана, дөйөм алғанда, был республикала 560 саҡрымдан ашыу тәшкил итә.

Иҡтисад

Пенсия фондында эштән киткән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялау тураһында һөйләнеләр

2016 йылдан алып эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы эштән киткәндән һуң индексациялана. «Известия» Рәсәйҙең Пенсия фонды башлығы Антон Дроздовҡа һылтанма менән уны нисек ҡабаттан иҫәпләүҙәре хаҡында хәбәр итте.

Иҡтисад

Киләһе йылда Өфөлә йәнлектәр өсөн ашығыс ярҙам үҙ эшен башлай

Өфөлә 2020 йылда ашығыс ветеринария ярҙамы үҙ эшен башлай. Башҡортостандың баш дәүләт ветеринария инспекторы — республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында ошо хаҡта белдерҙе.

Иҡтисад

Баш ҡалала һалым инспекторҙары халыҡ араһына Ҡыш бабай костюмында сыға

Өфөлә һалым инспекторҙары ҙур сауҙа үҙәктәрендә күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора. Улар халыҡты яңы йыл персонаждары менән йәлеп итергә ниәтләй. Акциялар кесе йоманан алып йәкшәмбегә тиклем ике аҙна буйына бара.

Иҡтисад

Өфөлә яңы йылдан ашығыс ярҙам табиптарына торлаҡ һатып алырға ярҙам итәләр

Өфөлә ашығыс ярҙам табиптарына һәм фельдшерҙарына торлаҡ һатып алырға ярҙам итәләр. Ҡала Советы ултырышында баш ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфирә Баҡыева компенсация түләү тәртибе хаҡында һөйләне.

Иҡтисад

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға түләүҙе арттыралар

Башҡортостан Хөкүмәте хуплаған ҡарар проектына ярашлы, 2020 йылдан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең минималь күләме — бер квадрат метр өсөн 6,9 һум (хәҙер – 5,2 һум), ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 7,5 һум (хәҙер – 5,8 һум) була.

Иҡтисад

Өфөлә «Башҡортостан саҡыра!» беренсе инвестиция форумы асылды

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан саҡыра!» беренсе инвестиция форумы асылды.

Форумдың төп бурысы — республика биләмәһендә эшләгән һәм яңы инвесторҙар менән «сәғәттең дөрөҫлөгөн тикшереү».

Иҡтисад

Рәсәйҙә 2020 йылдан инсульт кисергәндәр бушлай дарыуҙар ала башлай

Рәсәйҙә 2020 йылдан инфаркт, инсульт кисергән һәм йөрәгенә операция яһатҡан пациенттар бушлай дарыуҙар ала башлай. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.

Иҡтисад

Радий Хәбиров Иглин районында Бал ауылын ойоштороу пландарын хупланы

Иглин районының Иван-Казанка ауылы янында фермер Фәнис Хәлилов түмәр-солоҡ умартасылығы менән шөғөлләнә. Ул Башҡортостан башлығына ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Бал ауылын ойоштороу буйынса пландары хаҡында һөйләне.

Иҡтисад

Башҡортостанда яңы йылдан үҙмәшғүлдәр өсөн ябайлаштырылған һалым индерәләр

Рәсәй президенты Владимир Путин үҙмәшғүлдәр өсөн һалым буйынса экспериментта ҡатнашырға тейешле төбәктәр исемлеген киңәйтте. 2020 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда ла ошо яңылыҡ үҙ көсөнә инә.

Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 6,25 процентҡа тиклем түбәнәйтте

13 декабрҙә Үҙәк банк төп ставканы тағы ла 6,25 процентҡа тиклем түбәнәйтте — йыл башынан бишенсе тапҡыр. Сәбәбе — инфляцияның әкренәйеүе, 2020 йылда ул яҡынса 3,5-4 процент тәшкил итәсәк һәм артабан 4 процент тирәһендә ҡаласаҡ, тиелә көйләүсенең белдереүендә.

Иҡтисад

Башҡортостанға һөҙөмтәле эшләгән чиновниктарҙы дәртләндереү өсөн 99 миллион һум бүленә

Башҡортостанға субъекттарҙың башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн федераль ҡаҙнанан 99 миллион һум бюджет-ара трансферт бүленә, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.

Иҡтисад

Өфө — Белорет — Магнитогорск юлы федераль милеккә күсеүе мөмкин

Республика ҡарамағында булған Өфө — Белорет — Магнитогорск юлы федераль милеккә күсеүе мөмкин. Был хаҡта «Коммерсантъ-Башкортостан» Урал буйы юл идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтовҡа һылтанма менән хәбәр итә.

Иҡтисад

Башҡортостанда һүтелергә тейешле торлаҡтың 98% яңы йорттар төҙөү өсөн килешеүҙәр менән тәьмин ителгән

Башҡортостанда һүтелергә тейешле торлаҡтың 98% яңы йорттар төҙөү өсөн килешеүҙәр менән тәьмин ителгән, тип хәбәр иттеләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының төбәктәр менән селектор кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса.

Иҡтисад

Республиканың 2020 йылға бюджетын 10 миллиард һумға арттырырға ниәтләйҙәр

Башҡортостанда республиканың киләһе йылға бюджетын 10 миллиард һумға арттырыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 19 декабрҙә пленар ултырышта тейешле закон проектын ҡарай.

Иҡтисад

Башҡортостан һөнәрселәре Мәскәүҙә «Ладья. Ҡышҡы әкиәт» күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша

Башҡортостандың һөнәрселек палатаһы Өфөлә «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһендә ҡатнашҡан ижади коллективтарға рәхмәт белдерҙе. Өфөнөң керамистар клубынан ун оҫтанан торған татыу коллектив ошондай ҙур күргәҙмәлә тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Иҡтисад

Республика Хөкүмәте яңы йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне

Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың өсөнсө кварталына халыҡтың йән башына 9567 һум күләмендә йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне.

«Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәге күләмдәрҙә билдәләнгән: 10 186 һум — эшкә һәләтле халыҡ өсөн, 7801 һум — пенсионерҙар өсөн һәм 9548 һум — балалар өсөн», – тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Башҡортостанда федераль юлдарҙа камералар эшләй башланы: өс көндә 2 мең «бәхет» хаты

6 декабрҙән Башҡортостандың федераль трассаларында 59 фотовидеотеркәү камераһы эшләй башланы, өс көндә 2078 материалды эшкәртеүгә ебәрҙек, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

Иҡтисад

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләрҙең ипотекаһын өлөшләтә түләүгә 6 миллиард һум йүнәлтелә

Рәсәйҙең Министрҙар кабинеты өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә ипотеканың бер өлөшөн түләү өсөн өҫтәмә рәүештә 6 миллиард һум бүлә, тип хәбәр итә «Российская газета».

Иҡтисад

1 ғинуарҙан Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе арта

2020 йылдың 1 ғинуарынан ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1677 һумға тиклем арта. Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 9 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.

Иҡтисад

Өфөлә шыршы баҙарҙары: ысын шыршыны ҡайҙан һатып алырға

Өфөлә шыршы баҙарҙары өсөн 100-ҙән ашыу майҙансыҡ әҙерләгәндәр. Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, өфөләрҙең урман ҡупшыҡайын «Алтын», «Юрматы», «Кувыкин», «Заречный», «Гагарин», «Корсо» сауҙа комплекстары янында, шулай уҡ Менделеев, Мөбәрәков, Эшсе хәбәрселәр, Степан Кувыкин, Гагарин, Рыльский, Королёв, Рихард Зорге, Пушкин, Ленин, Ибраһимов, Комсомол урамдары, Октябрь проспекты буйындағы майҙансыҡтарҙа һатып алыу мөмкинлеге бар.

Иҡтисад

Республикала федераль бюджет аҡсаһына 40 ауылды – газ, 50-һен һыу менән тәьмин итәләр

Башҡортостанда 2020 йылда «Ауыл программаларын комплекслы үҫтереү» федераль программаһы эшләй башлай. Ул ағымдағы йылда тамамланған «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» дәүләт программаһына алмашҡа килә.

Иҡтисад

1 ғинуарҙан Өфөлә һәм Башҡортостандың бер нисә районында сүп-сар сығарыуға тарифтар үҙгәрә

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә республиканың бер нисә районында сүп-сар сығарыуға хаҡтар үҙгәрә.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты республиканың 1-се Төбәк операторының эшмәкәрлек зонаһында «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсуслашҡан автомобиль хужалығы» муниципаль унитар предприятиеһы төбәк операторы хеҙмәттәренә берҙәм тарифтарҙы раҫланы.

Иҡтисад

Республиканан Ҡытайға 4 мең тонна көнбайыш майы оҙаттылар

Күмертауҙың «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл Ҡытай Халыҡ Республикаһына 4 мең тонна көнбағыш майы оҙатты. Хаҡы – 20 миллион юань. Әйткәндәй, тәүге һынау партияһы июлдә үк ебәрелгәйне.

Иҡтисад

Өфөгә «Башҡортостан саҡыра!» тәүге инвестиция форумына Владимир Познер килә

Өфөгә «Башҡортостан саҡыра!» тәүге инвестиция форумына Владимир Познер килә. Билдәле алып барыусы ошо инвестиция форумының пленар сессияһы модераторы ролендә сығыш яһай.

Иҡтисад

Республикала 2020 йылдан 9789 һум күләмендәге балалар пособиеһын 3 йәшкә тиклем түләйҙәр

2020 йылдың ғинуарынан, әгәр ғаиләнең һәр ағзаһына эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән аҙыраҡ тура килһә, беренсе балаға айлыҡ пособие алырға мөмкин.

Иҡтисад

Өфө йәштәре һөнәрҙәр йәрминкәһендә эш таба ала

5 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр өсөн сираттағы эш урындары йәрминкәһе ойошторола.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәштәргә тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — администратор, водитель, йөк тейәүсе, диспетчер, консультант, билет контролеры, курьер, клиенттарҙы йәлеп итеү менеджеры, һатыу буйынса менеджер, официант, оператор, ашнаҡсы, офис-менеджер һәм башҡа эш урындары.

Иҡтисад

Башҡортостанда яңы туристик портал эшләй башланы

Башҡортостанда яңы visitrb туристик порталы эшләй башланы.

Ресурста туристик маршруттар, шифаханалар, милли аш-һыу, сувенирҙар, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһының иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәт тупланған.

Иҡтисад

Республикала күп балалы ғаиләләр түләгән транспорт һалымын кире ҡайтара ала

Башҡортостанда ишле, шулай уҡ һаулығы яғынан үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең транспорт һалымын түләгәндә льгота алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәбәр итте.

Иҡтисад

Эстетика йылында республика ҡасабаларында тротуарҙар, газондар, яҡтыртыу бағаналары барлыҡҡа килә

Башҡортостанда властар Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителгән 2020 йылда тормошҡа ашырылырға тейешле маҡсаттар исемлеген төҙөнө. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев дүрт төп йүнәлеште иғлан итте: газондар яһау, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлау, ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы йөҙөн берҙәм стандартҡа килтереү.

Иҡтисад

Республиканың туғыҙ ҡалаһында иллюминацияға 115 миллион һум тотонола

Башҡортостандың туғыҙ ҡалаһында иллюминацияға, дөйөм алғанда, 115 миллион һум тотонола.

«Башҡортостан Республикаһының хужалыҡ идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Күмертауҙа, Сибайҙа һәм Ағиҙелдә Яңы йыл иллюминацияһы ҡуйыу өсөн контракт төҙөнө.

Иҡтисад

Башҡортостанда федераль трассаларҙа фотовидеотеркәү камералары йәнә эшләй башлай

Башҡортостанда ағымдағы аҙнала федераль трассаларҙа урынлашҡан фотовидеотеркәү камералары йәнә эшләй башлай, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендәге «Транспорт сәғәте»ндә.

Иҡтисад

Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә

9 декабрҙән Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть