Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Иҡтисад

Өфөлә 1-2 сентябрҙә марафонсылар өсөн ҡала үҙәген ябалар

2 сентябрҙә Өфөлә дүртенсе тапҡыр Өфө халыҡ-ара марафоны ойошторола, унда 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Марафонды әҙерләү һәм уҙғарыу өсөн ҡала уртаһында 1 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тән алып 2 сентябрь төнгө 12-гә тиклем транспорт хәрәкәте ябыла.

Иҡтисад

Республикала иң яҡшы һалым түләүсе муниципалитеттар билдәләнде

Быйыл ғинуар-июль айҙарында республиканың йыйылма бюджетына яҡынса 88 миллиард һум күскән (2017-нең тәүге ярты йыллығына (+25%). Яҡынса 10% граждандар түләгән мөлкәт һалымдарына тура килә — 8,71 миллиард һум, тип билдәләнеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында.

Иҡтисад

Борай районында Башҡортостандың 100 йыллығына балалар баҡсаһы төҙөлә

Республиканың Борай районы Борай ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған объектты киләһе йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Иҡтисад

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы сентябрҙә консультацияларға саҡыра

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай шәхси консультациялар циклын дауам итә, тип хәбәр иттеләр республика эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Республиканың 27 ҡала-районында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 27 муниципалитетында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 50-нән ашыу инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла.

Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында билдәләүҙәренсә, бындай программаларҙы ғәмәлгә ашырыу коммуналь инфраструктура системаларын яңыртыуҙың һөҙөмтәле ысулдарының береһе булып тора.

Иҡтисад

Өфөнән иң ҡиммәтле йәйге авиабилетты 254 һумға һатып алғандар

Өфөлә йәшәгән ир-уҙаман 2018 йылдың йәйендә иң ҡиммәтле авиабилеттар һатып алған рәсәйҙәр рейтингына ингән. Яҡташыбыҙ 254 мең һумға Башҡортостандың баш ҡалаһынан Испанияның Аликанте ҡалаһына осҡан.

Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы уҙғарыла

Башҡортостандың баш ҡалаһында 2018 йылдың 23-26 октябрендә сит ил делегациялары ҡатнашлығында XVIII Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе ойошторола.

Иҡтисад

Күмертау авиазаводы вертолеттары Төркиәнең ашығыс хеҙмәттәр паркын тулыландыра

Тиҙҙән Күмертау авиация етештереү предприятиеһының Ка-32 вертолеттары Төркиәнең эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәттәре паркын тулыландыра. Был аҙнала уҡ Төрөк Республикаһына өс вертолет оҙатыу күҙаллана, тип хәбәр итә «Башҡортостан» ДТРК-һы.

Иҡтисад

Башҡортостанда 19 миллион һумлыҡ суммаға бактериаль һәм туберкулез аллергены һатып алалар

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «2018 йылда Башҡортостанда социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш» республика маҡсатлы программаһының «Вакционопрофилактика» ярҙамсы программаһы сиктәрендә бактерия һәм туберкулез аллергендары һатып ала.

Иҡтисад

Өфөлә инвалидтар өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе уҙа

Башҡортостандың баш ҡалаһында 30 августа һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе була.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәгә килгәндәрҙе иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә эш урындары көтә.

Иҡтисад

Төбәктә игендең уңышы 1,3 миллион тоннанан ашҡан

Башҡортостан аграрийҙары әлеге мәлдә 1,3 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйған, гектарынан уртаса уңыш 20,2 центнер тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

«Миловка паркы»ндағы ике йорт проблемалылар иҫәбенән төшөп ҡалды — Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты

«Миловка паркы» торлаҡ комплексында төҙөүсе Өфө районы хакимиәтенән 10/2-се һәм 10/3-сө ике күп фатирлы йортто файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт алды.

«Хәҙер милекселәр асҡыс алып, көтөп алған фатирҙарына күсенә башлай, — тине Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.

Иҡтисад

Өфөлә педагогтар өсөн финанс белеме буйынса квалификацияны күтәреү курстарын ойошторалар

Өфө төбәк методик үҙәге белем биреү ойошмалары уҡытыусыларын, методистарын, администраторҙарын финанс белеме буйынса квалификацияны күтәреү өсөн бушлай курстарға төркөмдәр йыйыуҙы дауам итә.

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәтендә ит етештереү күләменә бәйле борсолоу белдерәләр

Башҡортостанда ит етештереү тәүге ярты йыллыҡта 6%, йәки 8,6 мең тоннаға кәмегән. Быға Мәләүез районындағы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының ябылыуы сәбәпсе.

Иҡтисад

Башҡортостан бюджетына һалым керемдәре 21 миллиард һумға артҡан – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан бюджетҡа һалым керемдәренең үҫеш темптары йәһәтенән илдә алдынғыларҙың береһе булды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған республика Хөкүмәте ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.

Иҡтисад

Өфөләге Инорс биҫтәһендә сауҙа-күңел асыу үҙәге төҙөлә

Инорс биҫтәһендә «Акварель» яңы сауҙа-күңел асыу үҙәге төҙөлә. Ул Ферин, Фронт бригадалары, В. Лесунов, Летчик Кобелев урамдары сигендә урынлашҡан. Әлеге мәлдә төҙөүселәр дөйөм майҙаны 23 мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы бинаның һуңғы ҡатының каркасын һала.

Иҡтисад

Күмертауҙа юғары технологиялы нефть промыслаһы ҡорамалын сығарырға ниәтләйҙәр

Республика хөкүмәте вице-премьеры — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев «Ойлтим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башлығы Владимир Лавров менән Күмертауҙа юғары технологиялы нефть промыслаһы ҡорамалы заводын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Иҡтисад

Башҡортостанда «эш хаҡына тиклем» займдар аҙайған

Башҡортостанда микрозаймдың уртаса күләме икенсе кварталда 9 089 һум тәшкил иткән. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 11,2% аҙыраҡ (10 234 һум). Мәғлүмәттәрҙе Милли кредит тарихы бюроһы баҫтырып сығарған.

Иҡтисад

Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклемге юлға ҡасан асфальт түшәүҙәре билдәле булды

Башҡортостанда Шүлгәнташҡа тиклем юл һалырға тейешле компанияны һайлап алыу аукционы тамамланды. Унда «Башкиравтодор» ғына ҡатнашты. Быйыл һәм киләһе йылда ул Иҫке Собханғолдан алып мәмерйә боролошона тиклем 11 саҡрымлыҡ юлға асфальт түшәй.

Иҡтисад

Үҙәк банк Башҡортостандың 100 йыллығына иҫтәлекле аҡсалар сығарырға әҙерләнә

Рәсәйҙең Үҙәк банкы «Республика ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан» 3 һәм 50 һумлыҡ иҫтәлекле аҡсалар сығарырға йыйына. Был 2019 йылға билдәләнгән.

Өс һумлыҡ тимер аҡса 925-се келәймәле көмөштән һуғыла.

Иҡтисад

Республикала өс йәшкәсә балалар өсөн баҡсалар төҙөүгә 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Мәктәпкәсә белем биреү капиталь төҙөлөш объекттарын берлектә финанслауға, атап әйткәндә, өс йәшкәсә балалар өсөн өҫтәмә урындар булдырыуға 2018 йылда федераль бюджеттан Башҡортостан бюджетына 666,9 миллион һум һәм 2019 йылда 694,6 миллион һум күләмендә икенсе бюджет-ара трансферт йүнәлтелә.

Иҡтисад

Өфө уртаһында биш көнгә автомобилдәр хәрәкәте ябыла

24 августан 28-енә тиклем Өфөнөң тарихи өлөшөндә автотранспорт хәрәкәте сикләнә. Аксаков урамындағы юл яңы йылылыҡ трассаһын төҙөүҙе дауам итеү өсөн ябыла, тип хәбәр итә «Өфө инженер селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы.

Иҡтисад

Республиканың 15 районы ҡоролоҡ арҡаһында күрелгән зыянды ҡаплата ала

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән республиканың 15 районында хәүефле агрометеорологик күренештәргә — ҡоролоҡҡа һәм ҡыуан елгә бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.

Иҡтисад

Республикала 36 миллиард һумға яңы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иғлан ителде

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге ике яңы проект менән тулыланды. Ҡарар республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков рәйеслегендәге профилле комиссия ултырышында ҡабул ителде.

Иҡтисад

Башҡортостан — яңы еңел автомобиль һатыу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Башҡортостан — тәүге ярты йыллыҡта яңы еңел автомобилдәр баҙары күләме буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә, тип асыҡланы «Автостат» аналитиктары. Ошо ваҡыт эсендә республикала 27,2 мең яңы автомобиль һатылған, 2017 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 15% күберәк.

Иҡтисад

Республика баҫыуҙарынан хәбәрҙәр: майҙандарҙың биштән бер өлөшө йыйып алынған

Август уртаһына сәсеү майҙандарының биштән бер өлөшөндә уңыш йыйып алынған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Был – яҡынса 380 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар.

Иҡтисад

Бүздәк районында 27,9 миллион һумға һыу тәьминәте селтәрҙәре төҙөлә

Башҡортостандың Бүздәк районы Бүздәк ауылындағы Көньяҡ биҫтәһендә һыу тәьминәте селтәрҙәре төҙөлә (икенсе сират).

Ошо маҡсатҡа 27,9 миллион һум бүлеү күҙаллана, тип хәбәр ителә дәүләт һатып алыуҙары сайтында.

Иҡтисад

Төбәктә аграрийҙар ярты миллион тонна иген йыйған

Башҡортостанда аграрийҙар ярты миллион тонна иген йыйып алған. Ял көндәренә урынлашҡан һауа торошо урып-йыйыу кампанияһы темпын һиҙелерлек тиҙләтергә мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.

Иҡтисад

Республика тышҡы сауҙаны әүҙемләштерҙе

Башҡортостан таможня эшмәкәрлеге урынында тышҡы сауҙа әйләнеше тәүге ярты йыллыҡта 9,7%, уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙары менән сағыштырғанда 2 миллиард 688 миллион АҠШ долларына тиклем артҡан.

Иҡтисад

Нуғайҙа юл үткәргес проекты финанслау күҙлегенән оптималь булырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Нуғайҙа юл үткәргес проекты финанслау күҙлегенән оптималь булырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың баш ҡалаһын үҫтереү башланғыстарына арналған форумда ошо хаҡта белдерҙе.

Иҡтисад

Республикала 2018 йылдың ете айында 2 миллион 800 мең пассажир электр поездары менән файҙаланған

«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» 2018 йылдың ете айында 2 миллион 800 меңдән ашыу кешене йөрөткән. Уларҙың 2016 меңе — федераль, 342 меңе төбәк льготаларына эйә, шулай уҡ 260 мең уҡыусы һәм көндөҙгө бүлектә уҡыған студент.

Иҡтисад

Республикала 500 күп ҡатлы йорт һалына

Әлеге ваҡытта республикала дөйөм майҙаны 2,5 миллион квадрат метрлыҡ 500 самаһы күп ҡатлы йорт һалына. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төҙөүселәр көнөнә арналған тантанала ошо хаҡта хәбәр итте.

Иҡтисад

Төбәктә эҫе көндәр булырмы: синоптиктар фаразы

Һуңғы өс көндә Өфөлә һәм тотош Башҡортостанда һауа температураһы ҡапыл түбәнәйҙе. Термометр бағанаһы көндөҙ +14, төндә иһә +9 градусҡа тиклем төштө. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, йонсоу, ямғырлы һәм елле һауа торошо алдағы ял көндәренә тиклем дауам итә.

Иҡтисад

Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты студенттары өсөн ҡунаҡхана тибындағы ятаҡ корпустары төҙөлә

Өфөнөң Киров районында, Зәки Вәлиди, Пушкин, Аксаков, Гоголь урамдары менән сикләнгән кварталда Башҡорт дәүләт университеты студенттары өсөн социаль, мәҙәни һәм көнкүреш объекттары менән ҡунаҡхана тибындағы ике ятаҡ корпусы төҙөлә.

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Красноярск крайындағы авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ете миллион һум түләй

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо буйынса 4 августа Красноярск крайының төньяҡ-көнбайышында вертолет ҡолау арҡаһында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә берешәр миллион һум матди ярҙам күрһәтелергә тейеш.

Иҡтисад

Депутаттар Дәүләт Думаһына бензинға хаҡтарҙы дәүләт көйләүе тураһындағы проект индерҙе

КПРФ партияһынан депутаттар Дәүләт Думаһына бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт көйләүе тураһында закон проектын индерҙе, тип хәбәр итә «РИА Новости», парламенттың түбәнге палатаһының мәғлүмәттәр базаһына һылтанма менән.

Иҡтисад

Төбәк аграрийҙарына яғыулыҡҡа 177 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленде

Яғыулыҡҡа хаҡ артыуға бәйле Рәсәй Хөкүмәте резерв фондтан баҫыу эштәрен уҙғарыу өсөн 90 мең тоннанан кәм булмаған дизель яғыулығы һатып алыуға төбәктәргә субсидияға 50 миллиард һум йүнәлтте.

Иҡтисад

Стәрлетамаҡта Ағиҙел аша күперҙе 31 авгусҡа төҙөкләндерергә тейештәр

Стәрлетамаҡта Ағиҙел аша күперҙе 31 авгусҡа төҙөкләндерергә тейештәр. Ай башында күперҙә соҡор барлыҡҡа килгәйне, хәрәкәт итеү шунда уҡ ауырлашты.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала бюджеты ремонт өсөн аҡса бүлгән, ул 31 авгусҡа тамамланырға тейеш.

Иҡтисад

Төбәктең төньяҡ-көнсығышында Баҫыу көнө үтте

Башҡортостанда һуңғы Баҫыу көнө Ҡыйғы районында уҙҙы. Шулай итеп, республиканың бөтә агроклимат зоналарында: Урал алды һәм Урал аръяғы далаһында, көньяҡ һәм төньяҡ урман-далаһында, төньяҡ-көнсығышта урып-йыйыу эштәренә арналған саралар үтте.

Иҡтисад

Өфөлә «Һөт иле»ндә Башҡортостандың иң яҡшы сырын һайлайҙар

Өфөлә «Һөт иле» фестивале барышында «Башҡортостандың иң яҡшы сыры» конкурсы уҙғарыла. Республика Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, профессиональ жюри республиканың иң яҡшы сырын һайлай.

Иҡтисад

Башҡортостандың Милли архивы тарихи документтарҙың күсмә күргәҙмәләрен ойоштора

Уҙған шәмбелә, 4 августа, Учалы районы Туңғатар ауылы янындағы матур яланда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Барын-табындар йыйыны» уҙҙы.

Байрам барышында Башҡортостандың Милли архивы «Архив документтарында — Учалы районы тарихы» темаһына күсмә күргәҙмә ойошторҙо.

Иҡтисад

Стәрлетамаҡ районының Загородный ауылында 139 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөйҙәр

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Загородный ауылында 139 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөйҙәр.

Дәүләт һатып алыуҙары сайтында төҙөлөш-монтаж һәм сафҡа индереү эштәрен башҡарыуға конкурс иғлан ителгән.

Иҡтисад

Силәбе компанияһы «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен банкротлыҡҡа бирҙе

Силәбеләге «Уралавтоком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостандың арбитраж судына «НефАЗ» акционерҙар йәмғиәтен (КамАЗ-ға инә) банкрот тип таныу тураһында ғариза бирҙе.

Иҡтисад

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Өфө, Салауат, Октябрьский һәм Сибай төҙөүселәрен тикшерә

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ошо йылдың икенсе яртыһында Өфөлә, Салауатта, Октябрьскийҙа һәм Сибайҙа күп фатирлы йорттар һалған 15 төҙөүсене тикшерә.

Иҡтисад

Республикала юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса территориаль заказға өҫтәмә объекттар индерелгән

Башҡортостан хөкүмәте 2018-2019 йылдарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса территориаль заказға өҫтәмә объекттар индерҙе. Был турала Юл хужалығы буйынса эксперт советы ултырышынан һуң билдәле булды.

Иҡтисад

Бүздәк консерва комбинатында республикала тәүге майонезды сәнәғәти эшкәртеү асылды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында Бүздәк консерва комбинатында («Пищепром» акционерҙар йәмғиәте филиалы) етештереү линияларын һәм әҙер продукция келәтен ҡараны.

Иҡтисад

Башҡортостанда заманса стандарттар буйынса малсылыҡ комплексы барлыҡҡа киләсәк

Республиканың Ҡалтасы һәм Борай райондарында дөйөм 5 мең баш һыйыр малы менән яңы ҙур фермалар барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, Яңауылда ҡаты сыр етештереү буйынса завод төҙөйҙәр.

Иҡтисад

Илеш районында «Реаль эштәр» проектын ғәмәлгә ашырыуға 2,3 миллион һум йүнәлтелгән

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» төбәк проекты бына инде дүртенсе йыл Илеш районы халҡының мәсьәләләрен хәл итә. 2018 йылда ғына проектты ғәмәлгә ашырыуға 2,365 миллион һум йүнәлтелгән.

Иҡтисад

Башҡортостандың ауыл хужалығында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу – республиканың агросәнәғәт комплексы алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә һәм һатыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә белдерҙе.

Иҡтисад

Өфөлә бензинға хаҡтар элекке кимәлдә һаҡлана

Өфөнөң яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡала, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Статистиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалала АИ-92 маркалы бензиндың бер литры өсөн уртаса хаҡ – 40,59 һум;

Иҡтисад

Республика Фәндәр академияһы ғилми эшмәкәрлеккә 33,5 миллион һум аҡса ала

Башҡортостан Фәндәр академияһының тикшеренеү эшенә быйыл 33,5 миллион һум аҡса йүнәлтелә, тип хәбәр иттеләр төбәк хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Ғилми тикшеренеүҙәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре исемлеге сиктәрендә 12,5 миллион һумлыҡ 22 проект ҡаралған.

Иҡтисад

Башҡортостан парламенты спикеры велосипедтарға һалым индереү идеяһын «сәйер» тип атаны

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Facebook селтәрендә тиҙҙән велосипедтарға һалым индереүҙәре тураһында яңылыҡҡа үҙ фекерен белдерҙе.

Иҡтисад

Өфөнөң Нуғай ауылында 1 сентябргә 950 уҡыусылыҡ мәктәп корпусы асыла

Ҡала янындағы Нуғай ауылында 147-се мәктәп бинаһын төҙөп бөтөп киләләр. Былтыр төҙөлөштөң беренсе сираты – 300 уҡыусылыҡ корпус һәм бөтә административ һәм инженер бүлмәләр файҙаланыуға тапшырылды.

Иҡтисад

Төбәктә кооперативтарға ярҙамға 300 миллион һумдан ашыу йүнәлтәләр

Республикала агросәнәғәт комплексында кооперативтарға һәм башҡа кесе хужалыҡ формаларына булышлыҡ итеү дауам итә. Уларҙың үҫешенә дәүләт ярҙамы бөгөнгө көнгә 700 миллион һумдан артып киткән.

Иҡтисад

Башҡортостандың 32 районында ужым культураларын урып-йыйыу башланды

Башҡортостандың 32 районында ужым культураларын урып-йыйыуға төштөләр, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан.

«Дөйөм алғанда, бөгөнгә республикала 41,6 мең гектар ужым арышы, бойҙай һәм тритикале сабылған.

Иҡтисад

Өфө йәштәрен төрлө профилле вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

2 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр өсөн төрлө профилле вакансиялар йәрминкәһе үтә.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йәштәргә тәҡдим ителгән эш урындары араһында – администратор, тәрбиәсе, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ, бармен, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, программист, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, етештереү һәм хеҙмәт бүлмәләрен йыйыштырыусы вакансиялары.

Иҡтисад

Августан Башҡортостандағы эшләүсе пенсионерҙар пенсияны арттырылған күләмдә ала башлай

2 августан 2017 йылда эшләгән Башҡортостан пенсионерҙары пенсияны арттырылған күләмдә ала башлай.

Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, эшләүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары күләмдәрен йыл һайын августа ҡайтанан иҫәпләү буйынса бөтә эштәр ваҡытында башҡарылған.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть