Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Иҡтисад

Төбәктә кесе эшҡыуарлыҡ өсөн микрозаймдар буйынса ставка төшөрөлдө

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, 1 марттан «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы микрозаймдар буйынса ставкаларҙы түбәндәге кимәлдәргә тиклем кәметә:

Йылына 7,5% — эске туризм, социаль эшҡыуарлыҡ һәм эшкәртеүсе производство өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ, шул иҫәптән моноҡалаларҙағы кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн;

Иҡтисад

Республиканың «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдары»на федераль ҡаҙнанан миллиард һум бүленә

Башҡортостан Хөкүмәте менән Росавтодор «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә 2018 йылға килешеү төҙөнө. Ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджет республикаға миллиард һум аҡса йүнәлтә.

Иҡтисад

«УралКапиталБанк» клиенттарына түләүҙәр «Уралсиб» аша ҡайтарыла

Үҙәк банк 15 февралдә лицензияһын тартып алған «Урал капиталы» банкы клиенттарына аҡсалар 28 февралдә ҡайтарыла башлай. Вкладтарҙы страховкалау агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Уралсиб» банкы түләүҙәрҙе ҡайтарыу буйынса банк-агент булды.

Иҡтисад

Төбәктә ике предприятие Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан үҫеш өсөн 15 миллионлыҡ гранттар алды

Инновацияларға булышлыҡ итеү федераль фонды дирекцияһы «Коммерциялаштырыу» программаһы буйынса сираттағы алтынсы конкурс һайлауҙың һөҙөмтәләрен раҫланы.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан менән Технологик үҫеш буйынса агентлыҡтың эшмәкәрлек йүнәлештәрен тикшерҙе

Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ генераль директорының беренсе урынбаҫары Вадим Куликов менән осрашты.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең менән бергә эшләгеҙ, үҙебеҙҙә эшләгеҙ»

Башҡортостан кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың эшлекле әүҙемлек индексы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын алды. Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәт форумының пленар ултырышында хәбәр итте.

Иҡтисад

Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде

Уҙған йылда Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса илдә һигеҙенсе урынды биләне. «Агроинвест» журналы төбәктәр рейтингын Росстат мәғлүмәттәренә таянып төҙөгән.

Иҡтисад

Башҡортостанда юлдарҙы ҡарауға 2 миллиард һумдан ашыу бүленә

Башҡортостанда федераль тәғәйенләнештәге юлдарҙы ҡарауға ил бюджетынан 2,33 миллиард һум бүленә. Рәсәй автомобиль юлдарының «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы ошондай суммаға аукцион аша фирмалар менән килешеү төҙөйәсәк.

Иҡтисад

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына ҡарата юбилей объекттары буйынса дәүләт һатып алыуҙары иғлан ителде

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы республиканың 100 йыллығына ҡарата юбилей проектына индерелгән социаль объекттар төҙөү өсөн подрядсылар һайлау буйынса 11 электрон аукцион уҙғарыу тураһында иғлан итте.

Иҡтисад

Төбәктә ике яңы ауыл хужалығы предприятиеһы ойошторола

Башҡортостандың инвестиция проекттары исемлеге ике ауыл хужалығы предприятиеһы менән тулыланды. Инвестор – «Туҡмаҡ» агрофирмаһы Хәйбулла районында яңы һөт производствоһын асырға (шул иҫәптән ярым ҡаты сырҙар, уға популяр «Рәсәй» һәм «Голланд» сорттары ҡарай) һәм Шишмә районында ҡуян аҫрарға ниәтләй.

Иҡтисад

Республика йылғаларына бер йылда 200 меңдән ашыу балыҡ селбәрәһе ебәрелгән

2017 йылда Башҡортостан йылғаларына 200 меңдән ашыу кәсеп балыҡтары селбәрәһе ебәрелгән, тип хәбәр итте республиканың Экология министрлығы коллегияһында ведомство етәксеһе Илдар Һаҙыев.

Иҡтисад

Өфөлә Зинин тимер юл аша күперҙе 2018-2020 йылдарҙа төҙөү күҙаллана – Башҡортостан Хөкүмәте

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты Өфөлә Зинин тимер юл аша сыға торған ерҙә күпер проектлауҙы һәм төҙөүҙе финанслау мәсьәләһен тикшерә.

Иҡтисад

Фонтан, велосипед-ролик юлы йәки үҙәк майҙанда сәхнә: Яңауыл халҡы төҙөкләндереү объектын һайлай

Башҡортостанда «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә рейтинг тауыш биреүгә әҙерлек дауам итә. Ул 20 меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа 18 мартта – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көндө үтә.

Иҡтисад

Республикала ир-егеттәр урта баҙар эш хаҡынан юғарыраҡҡа дәғүә итә

Башҡортостанда ир-егеттәр урта баҙар эш хаҡынан юғарыраҡҡа дәғүә итә, тип асыҡлаған хеҙмәт баҙары аналитиктары. Бынан тыш, күбеһенсә ир-егеттәргә хас эшмәкәрлек өлкәләре бар, тип белдерҙеләр HeadHunter агентлығында.

Иҡтисад

Өфөләге «УралКапиталБанк»ы клиенттарына аҡса 28 февралдән түләнә башлай

«УРАЛСИБ БАНКЫ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Өфөләге «УралКапиталБанк»ы клиенттарына, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарға вкладтары буйынса аҡса ҡайтарыу өсөн банк-агенттар һайлау конкурсында еңеүсе булды.

Иҡтисад

Республика хөкүмәтендә «Башҡортостан продукты» брендын танытыу планын әҙерләгәндәр

2018 йылда «Башҡортостан продукты» брендын Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә танытыу күҙаллана. Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында тейешле планды раҫланылар.

Иҡтисад

2018 йылда ауыл хужалығы кооперативтарының килемлелеге 1 миллиард һумдан артырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

2018 йылда ауыл хужалығы кооперативтарының килемлелеге 1 миллиард һумдан артырға тейеш. Был турала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышында белдерҙе.

Иҡтисад

Төбәктең ауыл хужалығы предприятиелары 6,3 миллиард һумлыҡ суммаға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредит алыуға дәғүә итә

20 февралгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларынан 6,3 миллиард һумлыҡ суммаға льготалы ҡыҫҡа сроклы кредит алыу өсөн 245 ғариза килгән.

Иҡтисад

Башҡортостанда инфляция иң түбән кимәлгә төшкән

Былтыр Башҡортостандың финанс тармағы сәнәғәт һәм ауыл хужалығы етештереүе үҫкән, шулай уҡ ҡулланыусылар һорауы аяҡҡа баҫҡан шарттарҙа эшләгән.

Рәсәй банкы уртаса ҡаты аҡсалата-кредит сәйәсәтен үткәреү һөҙөмтәһендә инфляция кимәле тарихи минимумға саҡлы төшкән һәм тотош ил буйынса – 2,5 процент, Башҡортостанда 1,6 процент тәшкил иткән.

Иҡтисад

Республика халҡының 4-тән бер өлөшө кесе эшҡыуарлыҡта мәшғүл

Башҡортостанда кесе эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүселәр һаны һуңғы бер йылда 28 мең кешегә артҡан. Һөҙөмтәлә кесе, урта, микропредприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар иҫәбе (2017 йылдың туғыҙ айы мәғлүмәттәре буйынса) 480 мең тәшкил итә.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов Альфа-банктың Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Сысуев менән осрашты

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Альфа-Групп» консорциумы Күҙәтеү советы ағзаһы, «Альфа-Банк» акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Сысуев менән осрашты.

Иҡтисад

Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дивидендтарҙы «Башспирт» һәм «Өфө» аэропортын үҫтереүгә ҡалдырырға хәл итте

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 2018 йылда «Башспирт» һәм «Өфө халыҡ-ара аэропорты» акционер йәмғиәттәренән (республика милкендә) дивидендтар алмай.

Иҡтисад

Күп функциялы үҙәк Ватанды һаҡлаусылар көнөндә эш графигын хәбәр итте

«Минең документтарым» күп функциялы үҙәк Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеү осоронда офистарҙың эш графигын хәбәр итте.

23 февралдә Күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында ла эшләмәгән ял көнө билдәләнгән.

Иҡтисад

Башҡортостан электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыу буйынса алтынсы урын алған

Башҡортостан халыҡтың электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыуы буйынса илдә алтынсы урын алған, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанып.

Иҡтисад

Республикала уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда ойошма хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы, кесе эшҡыуарлыҡты ла иҫәпкә алып, 2017 йылдың ғинуар-декабрь айҙарында 30 149 һумға еткән. Был 216 йылға ҡарағанда 6,7 процентҡа күберәк.

Иҡтисад

Башҡортостанда йәшәүсе ипотека буйынса ҙур бурысы өсөн фатирһыҙ ҡалған

Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе, 3 бүлмәле фатирға ипотека алып, түләүҙәр буйынса ҙур бурыс йыйған. Бирәсәге 2,5 миллион һумға еткәс (процент менән бергә), банк залогтағы мөлкәтте (фатирҙы) тартып алыу турындағы ғариза менән судҡа мөрәжәғәт иткән.

Иҡтисад

БИЗНО заводы «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең бишенсе резиденты булырға ниәтләй

Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең бишенсе резиденты барлыҡҡа килеүе ихтимал. Сочи инвестиция форумында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Бәләбәй хакимиәте һәм «Башҡортостандың нефть һәм газ ҡорамалдары заводы» (БИЗНО) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Иҡтисад

Баш ҡала Волга буйы федераль округында бензинға хаҡтар буйынса иң арзан ҡалалар иҫәбендә

Рәсәй статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылда февралдең тәүге яртыһына нефть продукттары баҙарында ҡулланыусыларҙың хаҡтарын анализлаған һәм ҡалалар рейтингын төҙөгән.

Иҡтисад

Сочиҙа инвестиция форумында Башҡортостан 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләгән Башҡортостан делегацияһы яҡынса 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән. Был турала республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк араһында үҙ-ара эш итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды

Бөгөн «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк араһында үҙ-ара эш итеү тураһында меморандум төҙөлдө.

Иҡтисад

Республикала Рәсәй тимер юлдары тимер юл инфраструктураһын яңыртыуға 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлә

2018 йылда Рәсәй тимер юлдары Башҡортостан биләмәһендә инфраструктура объекттарына 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса һалырға ниәтләй. Был турала Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан буйынса баш инженеры урынбаҫары Ринат Фазылов белдерҙе.

Иҡтисад

Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары заводы һалына

Башҡортостан Хөкүмәте Lasselsberger GmbH «Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатышмаларын етештереү буйынса завод төҙөлөшөнөң беренсе этабы» өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Интернетта һатып алғанда нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә: төбәктә ҡыҙыу элемтә эшләй

Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты интернетта әйбер һатып алғандар һәм мутлашыусылар тоҙағына эләгергә теләмәгәндәр өсөн ҡыҙыу элемтә асылыуы хаҡында иғлан итте.

Иҡтисад

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан

Республика статистары социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуын теркәгән.

Һайланма мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, исемлектең башында кишер тора, бер аҙнала уның хаҡы 7,5 процентҡа артҡан.

Иҡтисад

Башҡортостан делегацияһын Рәсәйҙең «Сочи-2018» инвестиция форумында Рөстәм Хәмитов етәкләй

Башҡортостандың рәсми делегацияһын Рәсәйҙең «Сочи-2018» инвестиция форумында республика башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй. Форум 15-16 февралдә уҙа.

Республика етәксеһе «Төбәктәргә инвестиция – киләсәккә инвестиция» форумының пленар ултырышында, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк башлыҡтары менән осрашыуында ҡатнаша, шулай уҡ төбәктәге моноҡалаларҙа йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тураһында доклад менән сығыш яһай.

Иҡтисад

Республиканың Экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары һайлай

15 февралдә Башҡортостандың Экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарын һайлауға конкурс иғлан итә. Был турала журналистар менән осрашыуҙа министр Илдар Һаҙыев хәбәр итте.

Иҡтисад

Үҙәк банк Өфөләге «Урал капиталы» банкының лицензияһын тартып алды

Рәсәй банкы 15 февралдә «УралКапиталБанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфөләге «Урал капиталы» коммерция банкының лицензияһын тартып алды.

Яйға һалыусы сайтында хәбәр ителгәнсә, «Урал капиталы» банкы шулай уҡ «кредиторҙарҙың һәм аҡса һалыусыларҙың мәнғәфәттәрендә реаль хәүеф барлығын иғтибарға алып», «банк эшмәкәрлеген көйләүсе федераль закондарҙы» үтәмәгәне өсөн ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Иҡтисад

Лайыҡлы награда: Өфө аэропортын Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип иҫәпләүгә биш сәбәп

Февраль башында «Өфө» халыҡ-ара аэропорты өсөнсө йыл рәттән илдә иң яҡшыһы булды. Беҙҙең авиаүҙәк «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһына (йылына 4 миллионға тиклем пассажир хеҙмәтләндергән аэропорттар араһында) лайыҡ булды.

Иҡтисад

Башҡортостанда эшһеҙҙәрҙе иҫәпләгәндәр

Уҙған аҙнала «рәсми» эшһеҙҙәр һаны 400 кешегә артҡан һәм 21,8 меңгә тиерлек еткән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына мәшғүллек хеҙмәтенән.

Ағымдағы йыл башында Башҡортостанда 20,8 мең самаһы рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән.

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары Германияның органик ауыл хужалығы өлкәһендәге тәжрибәһен үҙләштерә

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге республика делегацияһы — рәсми сәфәр менән Германияла.

Сәфәрҙең маҡсаты — BIOFACH халыҡ-ара органик туҡланыу продукттары күргәҙмәһендә ҡатнашыу, шулай уҡ органик ауыл хужалығы производствоһы һәм экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Иҡтисад

Рәсәйҙең йәшәү өсөн иң яҡшы төбәктәре аталды – Башҡортостан күрһәткәстәрен бер баҫҡысҡа яҡшыртҡан

«РИА Рейтинг» Рәсәй төбәктәрендә халыҡ тормошоноң сифат рейтингын баҫып сығарҙы. Башҡортостан уҙған йыл менән сағыштырғанда үҙ торошон бер билдәгә яҡшыртҡан һәм хәҙер 24-се баҫҡысты биләй.

Иҡтисад

Башҡортостанда сәнәғәт етештереү күләме 1,5 триллион һумға еткән

Кисә Стәрлетамаҡта республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының коллегияһы үтте. Күсмә ултырыш барышында министрлыҡтың 2017 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.

Иҡтисад

Башҡортостан һанлы иҡтисадты үҫтереү процесында әүҙем ҡатнаша

Башҡортостан һанлы иҡтисадты үҫтереү процесында әүҙем ҡатнаша, тип белдерҙе бөгөн Әбйәлил районында барған Финанс өлкәһенең мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса Х Урал форумында республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.

Иҡтисад

Башҡортостанда Урал форумында финанс өлкәһенең мәғлүмәти именлеге тикшерелә

Башҡортостандың Әбйәлил районында, «Яҡтыкүл» курорты биләмәһендә, «Финанс өлкәһенең мәғлүмәти именлеге» Урал форумы асылды.

Йыл һайын уҙғарылған форумдың инициаторы – Рәсәй Хөкүмәте аппараты, Дәүләт Думаһы, Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәт, Федераль элемтә агентлығы һәм Рәсәй ФСТЭК идаралығы булышлығында Рәсәй банкы.

Иҡтисад

Башҡортостанда төбәктең биш ҡалаһын үҙ эсенә алған 300 саҡрымға яҡын түләүле юл һалына

Башҡортостандан «Европа – Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршруты үтә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Иҡтисад

Киләһе йылдан Стәрлетамаҡта һөт фабрикаһы – балалар туҡланыуы кухняһы эшләй башлай

Киләһе йылдан Стәрлетамаҡта һөт фабрикаһы – балалар туҡланыуы кухняһы эшләй башлай. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының тейешле проект башланғысы кисә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында хуплау тапты.

Иҡтисад

Төбәктә тәүге орлоҡсолоҡ кооперативы ойошторола

Республикала «Башҡортостандың элиталы орлоҡтары» орлоҡсолоҡ кооперативы ойошторола, тип хәбәр итте Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының директор вазифаһын башҡарыусы Илдан Чанышев.

Иҡтисад

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы эшһеҙлек буйынса яңы пособие күләмен хәбәр итте

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы республикала ғинуар айы өсөн эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләмен атаны. Декабрь менән сағыштырғанда ул бер аҙға төшкән һәм 4 153 һум тәшкил итә.

Иҡтисад

Өфөлә пенсионерҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә

Өфөнөң Мәшғүллек үҙәге пенсия алды һәм пенсия йәшендәге кешеләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойоштора. Сарала һаҡсы, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ, урам һепереүсе, йыйыштырыусы, курьер, кухня, ярҙамсы эшселәр, иғландар йәбештереүсе, промоутер, балта оҫтаһы, слесарь-сантехник, электрик һәм башҡа эш урындары тәҡдим ителәсәк.

Иҡтисад

Күмертауҙа йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусына туғыҙынсы дәғүәсенән ғариза ҡабул ителде

Күмертауҙа юридик берәмектәрҙең йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алыуға ғаризаларын ҡарау буйынса комиссия «Южурал-Ойл» етештереү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең документтар пакетын ҡараны.

Иҡтисад

Бухгалтер талап ителә: республикала яңы вакансиялар

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы бухгалтерҙар өсөн яңы вакансиялар баҫып сығарҙы.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге «С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы» муниципаль унитар предприятиеһына даими эшкә һөнәр буйынса юғары белемле бухгалтер талап ителә.

Иҡтисад

Төбәктә меңләгән агрономды бушлай уҡыталар

Башҡортостандың Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында хужалыҡ агрономдарын һәм етәкселәрен үҫемлекселектә яңы технологияларға өйрәтәләр.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы «1000 агроном» проекты сиктәрендә бушлай квалификация күтәреү курстары башлап ебәргән.

Иҡтисад

10 февралдә Өфөлә ҙур ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола

10 февралдә Башҡортостандың баш ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола, унда Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Өфө, Шишмә, Ауырғазы һәм Кушнаренко райондары хужалыҡтары ит, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек тәҡдим итә.

Иҡтисад

Башҡортостанда табиптарҙың, уҡытыусыларҙың һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостанстат 2017 йылда республикала бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.

Статистар мәғлүмәте буйынса, табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы яҡынса 48,2 мең һум тәшкил иткән.

Иҡтисад

Башҡортостан предприятиеһы – хеҙмәтте һаҡлау буйынса бөтә Рәсәй конкурсы призеры

«Технодинамика» холдингының «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы (Ростех дәүләт корпорацияһына инә) «Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы предприятие» тармаҡ конкурсы лауреаты булды.

Иҡтисад

Башҡортостан эске туризм күләме буйынса илдә 11-се урынға күтәрелде

2017 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан эске туризм күләме буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән тәүге ун төбәк иҫәбенә яҡынлашты. Республика 16-сы урындан 11-сегә күтәрелде, тип хәбәр итте Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов.

Иҡтисад

Төбәктең күп функциялы үҙәктәре эшҡыуарҙарҙы Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

15 февралдә күп функциялы «Минең документтарым» үҙәктәренең 13 офисында эшҡыуарҙар өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.

Бизнес-берләшмә вәкилдәре Роспотребандзор менән эш итеүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса кәңәшләшә ала.

Иҡтисад

Республикала нисә рәсми миллионер һәм миллиардер барлығы билдәле булды

Республика һалым хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда төбәктә граждандарҙан 2016 йыл өсөн 230 меңдән ашыу декларация теркәлгән. 210 334 декларацияла (91 процент) 1 миллион һумғаса килем белдерелгән.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районында төҙөлөш материалдары етештереү майҙансығын ҡараны

Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Константиновка ауылында Ҡырмыҫҡалы төҙөлөш материалдары заводының етештереү майҙансығында булды.

Иҡтисад

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамын тәүгеләрҙән булып алғандар аҡсаны нисек тотоноуҙары хаҡында һөйләне

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамының яңы төрҙәрен түләүгә документтар тапшырыу дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған беренсе, шулай уҡ өсөнсө балаларҙың ата-әсәһе социаль түләүгә хоҡуҡ алды.

Иҡтисад

Февралдең икенсе яртыһында Өфөлә иҫке күпер йүнәтелә башлана

Февралдең икенсе яртыһында Өфө – Аэропорт юлында Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер йүнәтелә башлана, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһының Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, йүнәтеү идаралығынан.

Иҡтисад

Ҡашҡаҙан паркы, Өфө йылғаһы буйы йәки «Тулҡын» скверы — баш ҡалабыҙҙа тәү сиратта нимә йүнәтелергә тейеш?

Өфөлә тәү сиратта «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә финансланырға тейешле йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.

Иҡтисад

Башҡортостанда ипотека буйынса процент ставкаһы түбәнәйгән

Ошо йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда ипотека торлаҡ кредиты буйынса процент ставкаһы 10,6 процентҡа тиклем түбәнәйгән. Бер йыл элек әлеге күрһәткес 12,7 процентҡа тиң ине, тип хәбәр иттеләр Милли банктың Башҡортостандағы бүлегенең матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Өфөлә ҡала ситендәге йорттарҙы ҡуртымға алыу хаҡы — илдә иң арзаны

«Avito Күсемһеҙ милек» порталы белгестәре ҡала ситендәге күсемһеҙ милекте ҡуртымға алыу баҙарын тикшергәндән һуң Өфөлә был хеҙмәт — Рәсәйҙә иң арзан хаҡтарҙың береһе, тигән һығымтаға килгән.

Иҡтисад

Башҡортостанда 4,6 мең саҡрым оҙонлоҡтағы урмандарҙа һауанан патруллек итеү күҙалланған

Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү программаһы сиктәрендә 2018 йылда 8 маршрут буйынса 4,6 мең саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы урмандарҙа авиация патруллек итеү күҙалланған.

Иҡтисад

Төбәктә «Роспотребнадзор» идаралығы косметология ойошмаларына 80-дан ашыу ялыу ҡабул иткән

Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы 2017 йылда косметология ойошмаларына 80-дән ашыу ялыу ҡабул иткән. Күпселек осраҡта улар хеҙмәттәр һәм тауарҙар тағыуға ҡағылған.

Иҡтисад

«Башспирт» Италиянан 640 миллион һумға ҡорамалдар һатып ала

«Башспирт» акционерҙар йәмғиәте (дәүләт милке) етештереүҙе яңырта. Предприятие Италияның Ave Technologies компанияһынан 640 мең һумдан ашыуға алты араҡы ҡойоу линияһы һатып ала, тип хәбәр итә «Интерфакс».

Иҡтисад

Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Ауырғазы районы үҫеше менән танышты

Эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Мәрҙәнов «Уңыш һөт фермалары» Ишле һөт-тауар комплексында булды, Талбазы ауылының Төньяҡ биҫтәһен тәртипкә килтереү барышы һәм төҙөлөшө менән танышты, яңы Сауҙа-сервис комплексын ҡараны.

Иҡтисад

2018 йылда төбәктә йәшәүселәр 71 дәүләт торлаҡ сертификатын алырға тейеш

Рәсәйҙә «Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә дәүләт торлаҡ сертификаттарын сығарыу һәм бүлеү графигы раҫланған.

Иҡтисад

Ауылға эшкә ҡайтҡан юғары белемле белгестәргә ярты миллион һум аҡса түләнә

Быйылдан юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ауылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә ҡайтҡан белгестәр 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала башлай.

Иҡтисад

Башҡортостан Норвегия менән бәйләнештәрҙе нығыта

Башҡортостан Норвегия менән бәйләнештәрҙе яйға һала. Ошо көндәрҙә Өфөгә Норвегия-Рәсәй сауҙа палатаһының коммуникациялар буйынса директоры Рюне Мети килде, ул республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Сергей Новиков һәм Мәскәүҙә Норвегия Короллеге илселеге ҡарамағындағы Innovation Norway бизнесты үҫтереү буйынса директоры Любовь Бычкова менән осрашты.

Иҡтисад

Ҡытайҙың «Чжифан» компанияһы етәкселеге Башҡортостанға килгән

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре Ҡытайҙың Цзянси провинцияһынан «Чжифан» цифрлы энергия компанияһы рәйесе Ван Лун менән осрашты.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Ҡытай корпорацияһы Благовещенда MASTAR тракторҙарын йыйыу буйынса етештереү линияһын төҙөүҙе инвестициялай.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенең 2017 йылғы йомғаҡтарына, 2018 йылдағы бурыстарға һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе.

Иҡтисад

Өфөлә 92-се маркалы бензин ҡиммәтләнгән

Аҙналыҡ һайланма мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнөң яғыулыҡ ҡойоу станцияларында АИ-92 маркалы бензинға хаҡтар 0,1 процентҡа артҡан һәм бер литры 37,52 һумға еткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Иҡтисад

1 февралдән Башҡортостанда льготаға эйә булған 325 кеше арттырылған түләүҙәр ала башлай

1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме 2,5% арттырылды. Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 325 мең кеше ошондай түләүҙәр ала.

Иҡтисад

Башҡортостандың төпкөл урындарында йәшәүселәрҙе экологик һәм аграр туризм өлкәһендәге эшкә йәлеп итергә теләйҙәр

«Башҡортостан» милли паркы һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәрҙе экологик һәм аграр туризм өлкәһендәге эшкә йәлеп итергә күҙаллайҙар.

Иҡтисад

Moody’s Investors Service агентлығы Башҡортостан рейтингы буйынса прогнозды яҡшыртты

Башҡортостан Республикаһының оҙайлы кредит рейтингы «Ва2» кимәлендә раҫланды, прогноз «Тотороҡло»нан «Ыңғай»ға үҙгәртелде. Moody’s Investors Service халыҡ-ара рейтинг агентлығы 29 ғинуарҙа ошондай ҡарар сығарҙы.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть