Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Иҡтисад

Республикала иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр реестры тулыландырылды

Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр реестры тулыландырылды. Ауырғазы районының «Йәнле ауыл» хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү» тәжрибәһе шәхси һәм фермер хужалыҡтарында етештереүҙе арттырыуға, продукцияны һатыу каналдарын көйләүгә йүнәлтелгән.

Иҡтисад

Башҡортостанда күпме ғаиләнең торлаҡҡа сиратта тороуын иҫәпләнеләр

Башҡортостан муниципалитеттары хакимиәттәрендә торлаҡҡа мохтаждар сифатында иҫәптә торған ғаиләләр һаны өҙлөкһөҙ кәмей. Республика статистары мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда 73 259 ғаилә торлаҡҡа сиратта торған.

Иҡтисад

Сәнәғәт етештереүҙе үҫтереү Башҡортостандың Рәсәй баҙарындағы урынын нығытты

Сәнәғәт етештереүҙе үҫтереү Башҡортостандың Рәсәй баҙарындағы урынын нығытты, тип билдәләй Башҡортостанстат.

2017 йылдың ғинуар-ноябрь айҙары өсөн мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан эшкәртеүгә килгән нефть сығарыу;

Иҡтисад

Ҡайҙа эш табыуы еңелерәк: төбәктә иң түбән эшһеҙлек кимәле менән ҡалалар һәм райондар аталды

Башҡортостанда иң юғары һәм иң түбән эшһеҙлек кимәле менән республика район-ҡалалары аталды.

Төбәк Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, теркәлгән эшһеҙлек кимәле 31 декабргә 1,03 процент тәшкил иткән, ул йыл башы менән сағыштырғанда 0,14 процентҡа кәмегән.

Иҡтисад

Республикала «рәсми» вакансияларҙың уртаса эш хаҡы 26 мең һумдан ашҡан

Эш биреүселәрҙең республиканың мәшғүллек хеҙмәтенә тапшырған «рәсми» вакансияларының уртаса эш хаҡы 26 мең һумға еткән.

«Эш биреүселәрҙең күпселеге үтә түбән хеҙмәт хаҡы тәҡдим итә тигән фекер йәшәй, шуға күрә былтыр эш хаҡы 20 мең һумдан ашыуыраҡ булған вакансияларҙың яртылаш артыуын билдәләп үткем килә.

Иҡтисад

Төбәктә декларация кампанияһы башланды: килемгә һалым түләргә ваҡыт

Башҡортостанда декларация кампанияһы башланды, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан. Өс йыл милкендә булған мөлкәтте, шулай уҡ мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән, отоштан һәм башҡаларҙан (Рәсәй Һалым кодексының 2018 статьяһында тулы исемлек бар) килем алған граждандар һалым декларацияһын тапшырырға тейеш.

Иҡтисад

Төбәктә бер аҙнала эшһеҙҙәр 700 кешегә кәмегән

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны бер аҙнала 700 кешегә кәмегән. Бөгөнгө көнгә республикала 20,7 мең самаһы эшһеҙ иҫәпләнә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә.

Иҡтисад

Башҡортостан - теплицала йәшелсә үҫтереү буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә

Башҡортостан ауыл хужалығы ойошмаларында теплицала йәшелсә етештереү буйынса илдең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инә.

Беренсе урында — Краснодар крайы, былтыр унда теплицаларҙа 85 мең тонна йәшелсә үҫтерелгән.

Иҡтисад

Төбәктә муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артты

2018 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда муниципаль вазифалар биләгән кешеләрҙе аҡсалата бүләкләү, айлыҡ вазифа окладтары һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең дәрәжәләре өсөн вазифа окладтарына өҫтәмәләр 1,04 тапҡырға арттырылды.

Иҡтисад

Башҡортостан Финанс министрлығы яңы бүлеккә хеҙмәткәрҙәр йыя

Ағымдағы йылда республика Финанс министрлығында килешеү системаһын көйгә һалыу буйынса яңы бүлек ойошторола. Унда иҡтисад һәм идаралыҡ, юриспруденция, аналитика эше өлкәһе белгестәре талап ителә.

Иҡтисад

Баш ҡала йәштәрен вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

1 февралдә Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Мәшғүллек үҙәгенән.

Тәҡдим ителгән вакантлы эш урындары иҫәбендә администратор, бармен, әйҙәүсе белгес, автомобиль водителе, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, табип-терапевт, баш белгес, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ, йөксө, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, һатыусы һәм электрик бар.

Иҡтисад

Күмертауҙа сыҡҡан ике вертолет Рәсәйҙең махсус тәғәйенләнештәге авиацияһын тулыландырасаҡ

«Рәсәй вертолеттары» холдингының Күмертау авиация етештереү предприятиеһы март аҙағына тиклем заказ биреүсегә карапҡа ултырыу мөмкинлегенә эйә булған ике Ка-226Т еңел күп маҡсатлы вертолет тапшырасаҡ.

Иҡтисад

Беренсе бала өсөн яңы түләүгә документтарын Башҡортостанда өс ҡатын тапшырған

2018 йылда тыуған беренсе балаға ҡаралған айлыҡ түләүҙе алыуға Башҡортостанда әлегә өс ҡатын ғариза тапшырған. Өсөһө лә Өфөнән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдары беренсе балаға яңы социаль түләүгә ғаризалар ҡабул итә.

Иҡтисад

Башстат 2017 йылда төбәктә нисә фатир төҙөлгәнен иҫәпләне

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2017 йылда Башҡортостанда 32,4 мең фатир сафҡа индерелгән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Торлаҡтың дөйөм майҙаны 246,4 мең квадрат метр тәшкил иткән (йәки республикала йәшәгән һәр кешегә ҡабаттан һанағанда 0,6 квадрат метр) — был 2016 йылға ҡарағанда 8,8% аҙыраҡ.

Иҡтисад

«Чжифан» Благовещен ҡалаһында трактор заводын төҙөй

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә яңы объект – Благовещенда тракторҙар етештереү заводы индерелде. Инвесторы – 2017 йылдың октябрендә ойошторолған «Чжифан» Башҡортостан халыҡ-ара компанияһы».

Иҡтисад

Башҡортостан күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ теркәү иҫәбе буйынса тәүге алты төбәккә ингән

Былтыр республикала 729 мең хоҡуҡ, хоҡуҡ сикләүе һәм килешеү теркәлгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы алты төбәгенә инә, тип хәбәр итте ведомствоның йомғаҡ яһау коллегияһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Иҡтисад

Башҡортостан бирелгән кредиттар һаны буйынса тәүге өс төбәк исемлегенә инде

Башҡортостан Республикаһы бирелгән кредиттар һаны буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса отчетты Кредиттар тарихының милли бюроһы төҙөгән, тип хәбәр итә «Вести».

Иҡтисад

Республика яңы автомобилдәрҙе һатыу буйынса тәүге унау иҫәбенә инде

2017 йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан яңы автомобилдәр һатыу буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инде. Республика ил рейтингында алтынсы баҫҡысты биләй, тип хәбәр итә ТАСС «Автостат» агентлығына һылтанма яһап.

Иҡтисад

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәт ҡануниәтен боҙған тәүге биш ойошманы атаны

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы күп тапҡыр хеҙмәт ҡануниәтен боҙған предприятиеларҙы атаны. Ул – Стәрлетамаҡтың «Станок эшләү» компанияһы (260 боҙоу),«Кроношпан-Башҡортостан» заводы, «Абҙаҡ» курорты, Бөрйән районы дауаханаһы (һәр ойошмала 100-ҙән ашыу ҡануниәт боҙоу осрағы), Өфөнөң «Синтез-Ремонт» предприятиеһы (90).

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары биржала иген һатырға өйрәнәсәк

Башҡортостанда аграр тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн биржа сауҙаһына уҡытыу үҙәге асыла. Үҙәк Мәскәү Биржаһы, Милли сауҙа биржаһы һәм «Росагролизинг» араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендәндә асыла.

Иҡтисад

Рәсәй хөкүмәте «май» указдарын үтәү өсөн 14,5 миллиард һум бүлә

Быйыл президенттың «май» указдарын үтәү өсөн федераль ҡаҙна 14,5 миллиард һум бүлә, тиелә ил хөкүмәте бойороғонда. Мәғариф өлкәһенә – 7,2 миллиард, фәнгә – 3,4 миллиард, һаулыҡ һаҡлауға – 3,4 миллиард, мәҙәниәткә 0,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.

Иҡтисад

Өфөләрҙе эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре буйынса бушлай курстарға саҡыралар

5-16 февралдә баш ҡалалағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге Өфө кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды менән берлектә бушлай курстар — эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса консультациялар ойоштора.

Иҡтисад

Республика Ауыл хужалығы министрлығы агрономдарҙы яңы технологияларға өйрәтә

Башҡортостанда муниципалитеттар, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары баш агрономдары Аграр университетында һәм Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында республика Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған квалификация күтәреү курстарында белем аласаҡ.

Иҡтисад

«Башҡортостан» милли паркында бер йылда 25 мең турист булған

Уҙған йылда «Башҡортостан» милли паркында бер йыл эсендә 25 мең турист булған, тип йомғаҡ яһанылар туризм бүлегендә. Был 2016 йылға ҡарағанда 15 процентҡа кәмерәк – уға ямғырлы һәм һыуыҡ йәй сәбәпсе булған.

Иҡтисад

Төбәктә иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡы аталды

2017 йылдың декабрендә республикала иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 3460 һум тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

2016 йылдың декабре менән сағыштырғанда төбәктә минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 1,6 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Иҡтисад

Төбәктә «АгроЙәшлек» республика ғилми-техник ижад конкурсы иғлан ителде

Ауыл хужалығы министрлығы «АгроЙәшлек» республика ғилми-техник һәм заманса ижад конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итте. Ул 7-17 йәштәге мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү студенттары араһында иң яҡшы ғилми проекттар, эштәр, тикшеренеү эштәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.

Иҡтисад

Төбәктә һанлы телеканалдар пакетының эфир тапшырыуы селтәрен төҙөү тамамланды

Башҡортостанда Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәренең филиалы «Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу үҙәге» Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәре һанлы телеканалдар пакетының эфир тапшырыуы селтәре төҙөлөшөн тамамланы (беренсе мультиплекс).

Иҡтисад

Башҡортостан таможняһы федераль ҡаҙнаға 4,3 миллиард һум күсергән

2017 йылда Башҡортостан таможняһы Рәсәй Федерацияһы бюджетына 4,3 миллиард һумдан ашыу аҡса күсергән (план 101,4 процентҡа үтәлгән). Таможня түләүҙәре структураһында экспорт өлөшөнә — 221,7 миллион, импортҡа 3,7 миллиард тура килгән.

Иҡтисад

Эшҡыуарҙарға онлайн-касса һатып алған өсөн компенсация түләнә

2017 йылда һалым органдары иҫкергән техникаларҙы иҫәптән төшөргән һәм 34 185 берәмек яңы юғары технологик онлайн-касса теркәгән. Етештереүсе заводтар комплект деталдәре менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булдырыу менән бәйле яңы кассалар индереү ваҡыты 2017 йыл аҙағына саҡлы дауам итте.

Иҡтисад

Өфө эргәһендә балалар баҡсаһы төҙөлә

Максимовка ҡасабаһында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Эштәр былтыр декабрҙә башланды һәм ағымдағы йылдың аҙағына тамамланырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Калинин районы хакимиәтенән.

Иҡтисад

Башҡортостандың Конгресс-бюроһы Рәсәйҙең ивент-тармағында «Йыл перспективаһы» тип танылды

19 ғинуарҙа Санкт-Петербургта VI Евразия ивент-форумы барышында EFEA Awards һөнәри премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Билдәле эксперттар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, ил баҙарында эшләгән тармаҡтың төп компаниялары, шулай уҡ йылдың иң яҡшы саралары — форумдар, күргәҙмәләр, конгрестар, фестивалдәр махсус приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Иҡтисад

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине осһоҙланған

Республикала күп кенә социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек осһоҙланған, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Аҙна һайын уҙғарылған һайланма мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә аҡ күҫәнле кәбеҫтәгә хаҡ 4,6 процентҡа кәмегән.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов сәнәғәт компаниялары етәкселеге менән перспективалы инвестиция проекттарын тикшерҙе

Кисә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ҙур предприятиелары етәкселәре менән осрашты. Уларҙың инвестиция әүҙемлеге, ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу перспективалары кеүек мәсьәләләр тикшерелде.

Иҡтисад

Башҡортостан Санкт-Петербург Евразия ивент-форумында партнер төбәк булды

17-19 ғинуарҙа Санкт-Петербургта Евразия ивент-форумы үтә. Был ивент-тармаҡ белгестәре, күргәҙмә, форум һәм конференция ойоштороусылар, эшлекле һәм интенсив-туризм белгестәре өсөн үҙенсәлекле коммуникация майҙансығы.

Иҡтисад

Төбәктә беренсе һәм өсөнсө бала өсөн пособиеға ғаризалар ҡабул ителә башланы

Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалдары 2018 йылда тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған беренсе, шулай уҡ өсөнсө һәм унан һуңғы балаға айлыҡ түләү алыуға ғариза ҡабул итә башланы.

Иҡтисад

Дәүләкән һөт компанияһы сауҙа маркаһы кефирында эсәк таяҡсаһының булыуы тураһында мәғлүмәткә аңлатма бирҙе

Дәүләкән һөт компанияһы Рәсәй сифат системаһының ошо сауҙа маркаһы кефирын һаулыҡ өсөн хәүефле тип таныу тураһында мәғлүмәтенә аңлатма бирҙе. «Рәсәй сифат системаһы» ойошмаһы 36 федераль брендтың кефирын тикшергән, шуларҙың 19-да, шул иҫәптән «Дәүләкән һөт компанияһы» акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән һөт аҙығында төрлө етешһеҙлектәр табылған.

Иҡтисад

Ҡайҙа эшкә барырға: Башҡортостанда яңы юғары килемле вакансиялар баҫылды

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы эш хаҡы 30 меңдән ашыу тәшкил иткән яңы вакансиялар тураһында мәғлүмәт баҫып сығарҙы.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Дыуан районының «Әй» профилакторийында эшләү өсөн тәжрибәле табип-терапевт талап ителә.

Иҡтисад

Төбәктең Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса зона кәңәшмәләрен үткәрә

23 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре, күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ойошмалар етәкселәре менән зона кәңәшмәләрен уҙғара.

Иҡтисад

Төбәктә тораҡ пункттарын төҙөкләндереү проекттарына 1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтеү күҙалланған

2018 йылда Башҡортостан власы «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын финанслауға 1 миллиард һумдан ашыу: федераль бюджеттан 891 миллион, республиканан 175 миллион һум йүнәлтергә күҙаллай.

Иҡтисад

Башҡортостанда автомобиль юлдарындағы хәл тураһында мәғлүмәт иғлан ителде: ҡара боҙ булыуы ихтимал

Юлсылар республика юлдарындағы хәл тураһында оператив мәғлүмәт бирҙе. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, 15 ғинуарҙа автомобиль юлдарында боҙлауыҡ күренештәре һаҡлана, ҡара боҙ булыуы ихтимал.

Иҡтисад

Республикала йорттарҙың уртаса хаҡы тағы 50 мең һумға төшкән

«Фатирҙар донъяһы» порталы күҙәтеүенә ярашлы, Башҡортостанда өйҙәрҙең уртаса хаҡы тағы 50 мең һумға төшкән. Йыл башына шәхси йорттарҙың уртаса хаҡы республика буйынса 4 миллион 952 мең һум тәшкил итә.

Иҡтисад

200 һәм 2000 һумлыҡ аҡсаларҙы барлыҡ магазиндарҙа ҡабул итергә тейештәр – Башҡортостан буйынса Милли банк

200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсалар законлы түләү сараһы булып тора, уларҙы ғәмәлдәге банкноталар менән бер рәттән банктарҙа, сауҙа һәм сервис предприятиеларында ҡабул итергә тейештәр, тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса Милли банкта.

Иҡтисад

Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡыуҙан зыян 3,4 миллион һум тәшкил иткән

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында 2017 йылдың 27 ноябренән 31 декабренә тиклем уҙғарылған «Шыршы-2017» операцияһына йомғаҡ яһалды. Полиция һәм һалым органдары вәкилдәре менән берлектә Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү эше алып барҙы.

Иҡтисад

Республиканың Хеҙмәт министрлығы эшһеҙлек буйынса яңы пособие күләмен атаны

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы декабрҙа республикала эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләмен атаны. Ноябрь менән сағыштырғанда ул бер аҙға артҡан һәм 4132 һум тәшкил итә.

Иҡтисад

Күмертау заводы Балтика флотына яңыса ҡоролған Ка-27М вертолетын оҙатты

Балтика флотына тәүге яңыса ҡоролған һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы Ка-27М вертолеты килде. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Яҡын арала шундай уҡ типтағы икенсе машинаның килеүе көтөлә, һуңынан һынау осоштары һәм осоусы ҡоролмаларҙы палубаға ултыртып ҡарау башлана.

Иҡтисад

Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ипотека буйынса ставканы 6 процентҡаса кәметеү яҡлы

2022 йылға ипотека кредитлауы ставкаһының йылына 6 процентҡа тиклем төшөүе ихтимал, тип белдерҙе Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень.

Иҡтисад

Өфөлә бензин ҡиммәтләнгән

Республика статистары баш ҡалала бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыуын теркәгән.

29 декабрь менән сағыштырғанда, 9 ғинуарға Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығы 0,3 процентҡа артҡан, хәҙер уның бер литры уртаса 40,57 һум тора.

Иҡтисад

Страховка пенсияһының уртаса күләме арттырылғандан һуң 13 423 һумға етте — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды

Ғинуар айында страховка пенсияһының уртаса күләме арттырылғандан һуң 13 423 һумға етте, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Төбәктә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 1 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатылған

Башҡортостанда 2017 йылда ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 1 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатылған. Республика Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр 6,7 мең тонна картуф, 2,3 мең тонна һуған, 1,3 мең тонна кәбеҫтә, 503 тонна кишер, 285 тонна сөгөлдөр, 700 тоннанан ашыу бал, 1,6 мең тонна ит (978 тонна һыйыр ите, 511 – сусҡа ите, 115 – йылҡы ите, 94 – һарыҡ ите), 300 тонна самаһы ҡош ите һатҡан.

Иҡтисад

Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондын Радик Кәлимуллин етәкләне

«Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһын Радик Кәлимуллин етәкләне, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан.

Иҡтисад

1 февралдә республикала ҡала яны поездарында юл хаҡы арта

2018 йылдың 1 февраленән Башҡортостанда ҡала яны поездарында юл йөрөү һәм йөк хаҡы арта. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән республика Хөкүмәтенең ҡарар проекты әлеге ваҡытта кәрәкле килешеү процедуралары үтә.

Иҡтисад

Төбәктә 2025 йылға тиклем агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең фәнни-техник тәьминәт планы әҙерләнгән

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереүҙең фәнни-техник тәьминәт планын әҙерләгән.

Ул Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм аграр сәнәғәт етештереүен арттырыу өсөн фәндең яңы ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән конкурентлыҡҡа һәләтле илебеҙ технологияларын әҙерләүгә һәм индереүгә йүнәлтелгән.

Иҡтисад

Төбәктә аграр уҡыу йорттарын тамамлағандарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты

Башҡортостанда аграр йүнәлештәге уҡыу йорттарын тамамлағандарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Рәсәй Резерв фонды бөтөрөлә, унда аҡса ҡалмаған

Резерв фондта аҡса ҡалмаған, 1 февралдә уны бөтөрәләр. The Bell редакцияһы аңлатыуынса, бюджет дефициты башта пенсия системаһының бер өлөшө булараҡ ойошторолған Милли именлек фондынан финансланасаҡ, унда 3,75 триллион һум бар.

Иҡтисад

Төбәктә газ баллонлы автомобилдәр өсөн транспорт һалымы буйынса ташламалар 50 процентҡаса артты

1 ғинуарҙан Башҡортостанда газ-мотор яғыулығындағы автомобилдәр өсөн транспорт һалымы буйынса ташламалар күләме арттырылды. Хәҙер ул элекке 20 процент урынына 50 процент тәшкил итә.

Иҡтисад

Өфө – һөткә хаҡтар буйынса иң ҡиммәт ҡала

Өфө ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә хаҡтар буйынса республиканың иң ҡиммәт ҡалаһы тип танылды, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Статистика хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса, декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы бер литр һөттөң уртаса хаҡы 48,56 һумға еткән.

Иҡтисад

30-ҙан 60-ҡа тиклем: республикала яңы «аҡсалы» вакансиялар баҫылды

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы эш хаҡы 30 мең һумдан ашыуыраҡ булған яңы вакансиялар тураһында хәбәр итте.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, «Салауатнефтехимпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш механикты эшкә ҡабул итә.

Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй сәнәғәт форумы уҙғарыла

27 февралдән 1 мартҡа тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй сәнәғәт форумы уҙғарыла. Уның барышында «Машиналар эшләү», «Металл эшкәртеү», «Ағас эшкәртеү» махсуслаштырылған күргәҙмәләрен ойоштороу ҡаралған.

Иҡтисад

Республикала аҙ тәьмин ителгән студенттарға социаль стипендия ҡайтарылды

Республика Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышында көндөҙгө бүлектә бюджет нигеҙендә уҡыусы студенттарға стипендия һәм (йәки) социаль стипендия тәғәйенләү тәртибе раҫланды.

Иҡтисад

Төбәктә иң түбән эш хаҡы күләме 10 912 һумғаса артты

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә иң түбән эш хаҡы күләме 9 489 һум күләмендә билдәләнде. Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы.

Был ҡанунға ярашлы, иң түбән эш хаҡы күләме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы кимәленә саҡлы ике этапта күтәреләсәк.

Иҡтисад

«Өфө» аэропортының устав капиталы 0,5 миллиард һумға арта — Башҡортостан хөкүмәте

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталы йәмғиәт акцияларының өҫтәмә эмиссияһы иҫәбенә 0,5 миллиард һумға арта, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Республикала ипотека буйынса ставка төшкән – Милли банк

Башҡортостанда торлаҡ кредиты буйынса уртаса процент ставкаһы 2017 йылдың 1 декабренә ҡарата 10,8 процентҡа төшкән. Бер йыл элек был күрһәткес төбәктә 12,8 процентҡа тиң булған, тип хәбәр иттеләр Милли банктың Башҡортостан буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Рәсәй автомобиль сәнәғәте машиналарға хаҡтарҙы арттырҙы

Рәсәйҙәге иң ҙур еңел автомобилдәр етештереүсе «АвтоВАЗ» предприятиеһы 2018 йылдың башынан продукцияға хаҡтарҙы арттырҙы. Был турала ТАСС агентлығы автоконцерн матбуғат хеҙмәтенә һылтанып хәбәр итә.

Иҡтисад

Баш ҡалала 9300-ҙән ашыу хеҙмәткәр ҡыҫҡартыуға эләккән

2017 йылда Өфөләге 548 предприятие һәм ойошма 9,3 меңдән ашыу кешене ҡыҫҡартырға мәжбүр булған.

Әлеге ваҡытта эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр һаны 3,8 мең самаһы кешегә етә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтенән.

Иҡтисад

«Аҡсағыҙҙы һаҡлыҡ кассаһында һаҡлағыҙ»: республикала йәшәүселәр банктарға нығыраҡ ышана башлаған

Республика халҡының кредит ойошмаларындағы вкладтар суммаһы 351,4 миллиард һумға еткән. Башҡортостан буйынса Милли банк 1 декабргә ҡарата ошондай мәғлүмәттәр килтерә.

Иҡтисад

Рәсәй аграрийҙарына төҙөлгән килешеүҙәргә бәйле зыян ҡапланасаҡ

Рәсәйҙә ауыл хужалығы предприятиеларына ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында зыян менән бәйле компенсация түләү ҡағиҙәләренең үҙгәреүе ихтимал. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ҡарар проектын әҙерләгән, унда түләүҙәр системаһын страховка килешеүҙәрен төҙөү буйынса әүҙемлек менән бәйләргә тәҡдим иткән.

Иҡтисад

Өфө халҡын яңы йылда тәүге вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

Башҡортостандың баш ҡалаһында 11 ғинуарҙа транспорт һәм элемтә өлкәһе предприятиелары өсөн быйыл тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтә.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – водитель, кондуктор, автомобиль ремонтлау буйынса слесарь, механик, тейәгес водителе, бульдозер, автогрейдер, экскаватор машинисы, механик, тәгәрмәс алмаштырыусы, тракторсы, электр монтеры, электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса монтер.

Иҡтисад

Төбәктә эшһеҙҙәр кәмегән

2017 йылдың башы менән сағыштырғанда Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмегән, тип мәғлүмәт бирә мәшғүллек хеҙмәте.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 20,8 мең самаһы рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть