Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 69.25 ↓

19 ғинуар, Йома

Уфа   °

Иҡтисад

Иглиндә 11 ғаилә авария хәлендәге фондтан яңы фатирға күсте

Иглиндә 11 ғаилә авариялы йорттарҙан яңы фатирға күсте. Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылда район үҙәгендә иҫке торлаҡ фондынан күсереү программаһы буйынса 24 фатирлы йорт һалынған.

Иҡтисад

Башҡортостан халҡы һалым инспекторҙарынан ҡурҡмай – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

Башҡортостан халҡы һалым инспекторҙары менән аралашыу мөмкинлеге менән әүҙем файҙаланды. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ике айҙа республиканың 12 ҡалаһындағы ҙур сауҙа үҙәктәрендә һәм күп функциялы үҙәк офистарында ойошторолған һалым хеҙмәтенең күсмә офистарына 23 меңдән ашыу кеше килгән.

Иҡтисад

1 ғинуарҙан пенсия арта — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһе

1 ғинуарҙан страховка пенсияһы, шул иҫәптән эшләмәгән пенсионерҙарға билдәләнгән түләү 3,7 процентҡа арта. Индексациялауҙан һуң билдәләнгән түләүҙең күләме айына — 4 982,9 һум, пенсия балының хаҡы 81,49 һум була (

Иҡтисад

Яңы йыл байрамдарында пенсия таратыу графигы баҫылып сыҡты

Яңы йылда Башҡортостанда пенсия 3 ғинуарҙа почта бүлексәләренең эш графигына ярашлы таратыла башлай, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад

Төбәктә ике таможня посы Волга буйы федераль округында иң яҡшы тип танылды

Башҡортостанда ике таможня посы 2017 йылғы эш йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында иң яҡшылар тип танылды. Өфө аэропорты «Иң яҡшы һауала пассажирҙар үткәреү пункты» номинацияһында беренсе урын яулап, еңеүсе булды.

Иҡтисад

Башҡортостанда Транспорт дирекцияһы юл төҙөлөшөндәге инвестиция проекттары өсөн яуап бирә

Республикала «Башҡортостандың транспорт дирекцияһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы ойошторолдо. Яңы ведомствоның бурысы — юл һәм транспорт төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

Иҡтисад

Өфөлә аэропортҡа илткән юлда ер өҫтө үткәүеле асылды

Өфөлә Ырымбур трассаһында «Спутник» биҫтәһе янында йәйәүлеләр үткәүеле асылды. Урындағы халыҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа был ерҙә юл аша хәүефһеҙ үтеү өсөн ҡоролма төҙөү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Иҡтисад

Төбәктә «Алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар» өҫтөнлөклө проекты буйынса юл картаһы раҫланды

Башҡортостан хөкүмәтендә «Заманса стандарттарҙы һәм алдынғы технологияларҙы иҫәпкә алып юғары квалификациялы белгестәр һәм эшсе кадрҙар әҙерләү» («Алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар»)

Иҡтисад

Быйыл төбәктең социаль коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 100 миллион һум алған

Быйыл Башҡортостандың социаль коммерцияға ҡарамаған ойошмалары республика һәм федераль бюджеттарҙан 100 миллион һумдан ашыу аҡса алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Иҡтисад

Яңы йыл төнөндә Өфөлә трамвай һәм троллейбустар сәғәт 3-кә тиклем йөрөй

Яңы йыл төнөндә трамвай һәм троллейбустар сәғәт 3-кә тиклем йөрөй, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң электр транспорты идаралығынан. «Ленин исемендәге майҙанда байрам саралары ойошторолоуға бәйле, ҡала электр транспорты хәрәкәте төнгө сәғәт 3-кә ҡәҙәр дауам итә», — тип һөйләне электр транспорты идаралығының генераль директоры урынбаҫары Радик Зарипов.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.

Иҡтисад

30 декабрҙә Өфөлә ит йәрминкәләре уҙа

30 декабрҙә Өфөлә сираттағы ит йәрминкәләре үтә, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Урындағы етештереүселәр баш ҡаланың өс районында ит һәм тәбиғи ризыҡ тәҡдим итәсәк.

Иҡтисад

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы Швейцариянан хайуандар һәм ҡош-ҡорт индереүҙе тыйҙы

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы илгә Швейцариянан хайуандар һәм ҡош-ҡорт индереүҙе тыйҙы, ул малсылыҡ продукцияһына ла ҡағыла, тип хәбәр итә «Известия». Ведомствола сәбәпсе тип хәүефле ауырыуҙарҙың көсәйеүен атанылар, сикләү 22 декабрҙә үҙ көсөнә инде.

Иҡтисад

Өфөлә уртаса хеҙмәт хаҡы аталды

2017 йылдың аҙағына Башҡортостандың баш ҡалаһында уртаса хеҙмәт хаҡы 33,7 мең һум кимәлендә булыр фаразлана. Был бер йыл элекке осорға ҡарағанда 3,7 процентҡа күберәк. Өҫтәүенә ҙур һәм уртаса предприятиеларҙа эш хаҡы 41,8 мең һум кимәлендә көтөлә.

Иҡтисад

Федерация Советы әсәлек капиталы программаһын оҙайтыуҙы хупланы

Федерация Советы әсәлек капиталы программаһын 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтҡан законды хупланы. «Известия» гәзите мәғлүмәте буйынса, документ әсәлек капиталын мәктәпкәсә белем биреү сиктәрендә мәғариф программаларына түләүгә йүнәлтеүҙе, ипотека өсөн тәүге иғәнә булараҡ файҙаланыуҙы йәки уның менән торлаҡ буйынса башҡа кредиттарҙы ҡаплауҙы күҙ уңында тота.

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында уҙып барған йылға яҡынса йомғаҡ яһалды

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе. Ул 2017 йылда төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә яҡынса йомғаҡ яһауға һәм алдағы осорҙың төп бурыстарына арналды.

Иҡтисад

«Эксперт» агентлығы Башҡортостандың кредит рейтингын раҫланы

«Эксперт РА» рейтинг агентлығы «ruАА+» кимәлендә милли шкала буйынса Башҡортостандың кредит биреү һәләтлеге рейтингын раҫланы, фараз – «стабиль». Республикаға бирелгән рейтинг юғары кимәлдә кредит биреү һәләтлеген, финанс яҡтан ныҡлы һәм тотороҡло булыуын сағылдыра, тип аңлаттылар Башҡортостан Финанс министрлығында.

Иҡтисад

«Башкиравтодор» йәмғиәте 19 ҡар таҙартыу машинаһы һатып алған

«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте 19 ДМК-80 машинаһы алған. Ҡышҡыһын улар ҡар таҙартыу техникаһы булараҡ файҙаланыласаҡ. Республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, предприятие республика ҡаҙнаһынан бүленгән 200 миллион һумға машиналар һатып алған.

Иҡтисад

Белореттан инвестор 112 миллион һумлыҡ льготалы займ ала

Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды Белорет рессор һәм пружина заводына рессор етештереү буйынса яңы линияны төҙөүҙе тормошҡа ашырыу өсөн льготалы займ бирә. Заем йылына 5 процент менән 112 миллион һум тәшкил итә.

Иҡтисад

Бәләбәйҙә яңы электр ярҙамсы станцияһы асылды

Бәләбәйҙә «Алексеевка» электр ярҙамсы станцияһы эшләй башланы. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге объект Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһының ҙур проекттарының береһе, шулай уҡ Бәләбәй моноҡалаһын үҫтереүҙең стратегик яҡтан мөһим ҡоралы булып тора.

Иҡтисад

2018 йылда Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләү артамы-юҡмы икәнлеге билдәле булды

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн иғәнә күләме 2014 йылдан алып үҙгәрмәгән һәм 2018 йылда уны арттырыуға нигеҙ юҡ, тип белдерҙе республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин.

Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау: республика программаһының яңы мөмкинлектәре

Башҡортостанда 35 йәшкә тиклем балалы һәм йәш ғаиләләр «Торлаҡ өсөн аҡса туплау» программаһы буйынса бюджет субсидияһына һәм льготалы ипотекаға иҫәп тота ала. Алдан был социаль әһәмиәтле программала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип рәсми танылған республикала йәшәүселәр генә ҡатнаша алды.

Иҡтисад

Республикала Күп функциялы үҙәк офистары 30 декабргә тиклем эшләй

«Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистары шәмбе 30 декабргә тиклем эшләй. Башҡортостанда Яңы йылды һәм Христов Раштыуаһын байрам итеү менән бәйле Күп функциялы үҙәк офистары өсөн 2017 йылда 31 декабрь, 2018 йылда 1-8 ғинуар эшләмәгән байрам көндәре булып иҫәпләнә.

Иҡтисад

Башҡортостанда шәкәр етештереү күләме артҡан, сит илдәргә оҙатыла башлаған

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң яҡшы уңышы шәкәр етештереүҙе 10 процентҡа арттырырға һәм уны экспортка оҙата башларға мөмкинлек биргән, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан.

Иҡтисад

Эшләүсе студенттарҙы страховка иғәнәләренән бушатыу күҙаллана

Хеҙмәт министрлығы эшләүсе студенттарҙы страховка иғәнәләренән бушатыу мөмкинлеген өйрәнә, тип хәбәр итә РИА Яңылыҡтар хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилинға һылтанып.

Иҡтисад

Яңы йыл «Ит-Фест» фестивалендә ҡайҙа нимә һатып алырға мөмкин

Быйыл «Ит-Фест» фестивале 30 декабрҙә ике урында — Өфөнөң көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөндә ойошторола. Шәмбе Конгресс-холл янындағы майҙанда — ит һәм балыҡ деликатестары йәрминкәһе, амфитеатрҙа иһә күңел асыу программаһы була.

Иҡтисад

Төбәктә «рәсми» эшһеҙҙәр һаны аталды

Мәшғүллек хеҙмәтенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны хәҙер 20 мең кешенән арта, йыл башында улар 23,6 мең ине. Республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1 процент тәшкил итә.

Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә «Башнефть» заправкаларында бензин һәм дизель яғыулығы ҡиммәтләнде

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Башнефть» заправкаларында бензин һәм дизель яғыулығы йәнә ҡиммәтләнде. Хәҙер дизель яғыулығының бер литры — 40,4 һум, АИ-92 — 37 һум, АИ-92 ATUM — 37,6 һум, АИ-95 — 40 һум, АИ-98 43,3 һум тора.

Иҡтисад

Республиканың алданған өлөшсөләре торлаҡ алырға тейеш — Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа алданған өлөшсөләргә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сара 21 декабрҙә үтте.

Иҡтисад

Башҡортостан тупланма бюджет килеме буйынса алдынғылар иҫәбендә – Рөстәм Хәмитов

Кисә, 21 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе төбәк бюджеты тураһында һөйләне.

Иҡтисад

Башҡортостанда ипотека буйынса ставка кәметелде – Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты

Республикала ағымдағы йылдың 1 ноябрендә ипотека кредиты буйынса ставкалар кимәле 11 процент тәшкил итте, ул былтырғыға ҡарағанда 1,9 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан.

Иҡтисад

Башҡортостан биш меңлек һөт сиген үтте – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан һауым буйынса биш меңлек сикте үтте. Был турала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында хәбәр итте. - Быйыл республикала ауыл хужалығы өсөн бер һыйырҙан уртаса һауым 5 мең килограмм кеүек мөһим күрһәткескә өлгәштек, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте йылдың III кварталына бер ай өсөн йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне

Башҡортостан хөкүмәтендә 2017 йылдың III кварталына уртаса бер ай өсөн йән башына йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды. Уның күләме 8611 һум тәшкил итә.

Иҡтисад

Төбәктә халыҡтың йән башына уртаса килеме аталды

Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында республикала йән башына уртаса килем 29 750 һумға еткән. Республикала реаль килем иһә уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 94,6 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Иҡтисад

23 һәм 24 декабрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Башҡортостандың баш ҡалаһында 23 һәм 24 декабрҙә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Өфөнөң бөтә райондарында ойоштороласаҡ йәрминкә майҙансыҡтарында республика етештереүселәренән ит, йәшелсә, бал һәм башҡа тауар һатып алырға мөмкин.

Иҡтисад

Башҡортостан – электрон төрҙә хоҡуҡты теркәүгә ғаризалар һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе

Башҡортостандың күсемһеҙ милек баҙарында 2015 йылдан башлап ипотека тураһында теркәү яҙмаларының, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыуға теркәлгән килешеүҙәрҙең артыуы билдәләнә.

Иҡтисад

Рәсәйҙә бер йылда 2 триллион һумлыҡ ипотека кредиты бирелгән – Владимир Путин

Рәсәйҙә йыл йомғаҡтары буйынса яҡынса 2 триллион һумға 1 миллиондан ашыу кредит бирелгән, тип хәбәр итте Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет ултырышында.

Иҡтисад

Баш ҡалала аэропорт яғына киткән юлда ер өҫтө үткәүеле төҙөлөшө тамамлана

Башҡортостандың баш ҡалаһында аэропорт яғына киткән юлда «Спутник» биҫтәһе янында ер өҫтө үткәүелен төҙөү буйынса эштәр тамамлана. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, объектты 2017 йылдың декабрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Иҡтисад

Өфөлә бензинға яңы хаҡтар билдәле булды

Өфөлә ҡулланыусылар өсөн бензинға уртаса хаҡ бер литр өсөн 37,72 һум тәшкил итә, дизель яғыулығы – 40,22 һум. 4 декабрь менән сағыштырғанда был нефть продукттарына хаҡтар уртаса 0,8 процентҡа артҡан.

Иҡтисад

Баш ҡалала трамвай һәм троллейбустар хәрәкәте тергеҙелде

Башҡортостандың баш ҡалаһында трамвай һәм троллейбустар хәрәкәте тергеҙелде. Бөгөн ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 15 декабрҙә Өфөлә Муниципаль электр транспорты идаралығының Башҡортостандың энергия һатыу компанияһына бурысы арҡаһында электр транспорты хәрәкәте туҡтатылды.

Иҡтисад

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 2017 йылда юҡҡа сыҡкан уңыш өсөн компенсация бүлде

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 2017 йылда юҡҡа сыҡкан уңыш өсөн 154,7 миллион һум бүлде. РБК-Өфө мәғлүмәте буйынса, Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған.

Иҡтисад

Күҙәтеү органдарына «яза биреү» эш моделенән «төҙәтеүсе», «ярҙам итеүсе»гә күсергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Кисә республика Хөкүмәте Йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағында контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы.

Иҡтисад

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса иң бай һәм ярлы тармаҡтар — статистика

Башҡортостанстат 2017 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында төбәктең төрлө тармаҡтарында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы буйынса мәғлүмәттәрҙе хәбәр итте. Статистар асыҡлауынса, Башҡортостанда иң юғары хеҙмәт хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәр ала 

Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставкаларҙың төшөүе ихтимал

Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса ставкаларҙың төшөүе ихтимал. Ошо хаҡта шишәмбе көндө Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Марат Мансуров белдерҙе.

Иҡтисад

Яңы йыл каникулдарында Өфөнән Сочиға һәм Симферополгә өҫтәмә самолеттар оса

«Рәсәй» дәүләт транспорт компанияһы байрам алдынан һәм яңы йыл каникулдарында Сочиға өҫтәмә өс рейс күҙаллай. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, пассажирҙар 29 декабрҙә Өфөнән урындағы ваҡыт буйынса киске 7 тула 15 минутта, 3 һәм 6 ғинуарҙа иртәнге 6-сы 15 минутта оса.

Иҡтисад

Башҡортостанда урындағы гәзит-журналдар 15 миллион һум федераль субсидия алған

Башҡортостанда ағымдағы йылда муниципаль гәзиттәр һәм республика журналдары 15 миллион һум федераль субсидия алған. «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс һөҙөмтәләре буйынса 37 баҫма (

Иҡтисад

Өфөлә Халыҡ-ара конгресс бизнесы аҙналығын уҙғарыу ваҡыты билдәле булды

Өфөлә Халыҡ-ара конгресс бизнесы аҙналығын (IMBW-2018) уҙғарыу датаһы билдәле булды. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры бойороғона ярашлы, эшлекле туризм индустрияһын үҫтереүгә арналған сара 2018 йылдың 6-10 июнендә уҙа.

Иҡтисад

Баш ҡалала бензиндың хаҡы үҙгәрҙе

18 декабрҙән 19-ына ҡарай төндә Өфөлә «Башнефть» һәм «Лукойл» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәрҙе. «Башнефть» автозаправкалау станцияларында АИ-98 маркалы бензин 30 тингә ҡиммәтләнде.

Иҡтисад

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы йылдың мөһим инвестиция проекттарын атаны

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы йылдың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү өлкәһендәге мөһим инвестиция проекттарын атаны. Тармаҡҡа бөтәһе 2,8 миллиард һум самаһы инвестиция һалынған.

Иҡтисад

Өфөлә «ИТ Фест — 2017» ит фестивале ойошторола

30 декабрҙә Салауат Юлаев майҙанында Яңы йыл алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн йолаға әүерелгән «ИТ Фест — 2017» ит фестивале уҙғарыла. Быйыл байрам «Яңы йыл өҫтәленә» девизы аҫтында ойошторолған.

Иҡтисад

Өфөлә трамвайҙар һәм троллейбустарҙың хәрәкәте ҡасан тергеҙелеүе билдәле булды

Яҡын көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында электр транспорты ҡайтанан йөрөй башларға тейеш. Өфөләге электр транспорты идаралығының Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы алдындағы бурысын ҡаплау буйынса мөмкин булған бөтә саралар ҡабул ителә, тип хәбәр итте Өфөнөң транспорт инфраструктураһына ҡыҫылышы булған сығанаҡ.

Иҡтисад

Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар»ҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәүге ун төбәк иҫәбенә инде

Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль өҫтөнлөклө проектын бойомға ашырыу рейтингында ун лидер иҫәбенә инде. Республика һигеҙенсе баҫҡысты биләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

Иҡтисад

35 мең һәм унан да күберәк: Башҡортостанда яңы вакансиялар баҫылды

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы 35 мең һумдан ашыуыраҡ эш хаҡы түләнгән яңы вакансиялар хаҡында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, «Империя» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Өфөлә эшләү өсөн сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшөндә проект-смета эштәре буйынса инженер талап ителә.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов: «Бөгөн кесе эшҡыуарлыҡ тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөн тәьмин итә»

Башҡортостанда иҡтисадта һәм социаль өлкәлә кесе эшҡыуарлыҡ өлөшөнөң артыуы билдәләнә. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте.

Иҡтисад

21 декабрҙә Өфөлә төрлө профилле вакансиялар йәрминкәһе үтә

21 декабрҙә Өфө мәшғүллек хеҙмәте коммуналь, социаль, шәхси һәм һаҡ хеҙмәттәрен күрһәтеүсе предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың вакансиялар йәрминкәһен уҙғара. Эш эҙләүселәргә тәҡдим ителәсәк вакансиялар араһында – администратор, юрист, автомобиль водителе, йөксө, диспетчер, урам һепереүсе, ҡыйыҡ ябаусы, менеджер, мастер, маляр, ашнаҡсы, балта оҫтаһы, слесарь, тракторсы, электрик һәм электр, газ менән иретеп йәбештереүсе.

Иҡтисад

Бәләбәй ҡалаһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең өсөнсө резиденты теркәлде

Бәләбәй моноҡалаһында йылдам социаль үҫеш биләмәһендә «УралПромТехСервис» заводының эшләй башлауы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Предприятие сәнәғәт машиналарын һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау, монтажлау менән шөғөлләнә.

Иҡтисад

«Промсвязьбанк»та — ваҡытлыса хакимиәт

Рәсәй банкы Банк секторын консолидациялау фонды аҡсаһы аша «Промсвязьбанк»та санация үткәрә, тиелә яйға һалыусының белдереүендә. Үҙәк банк кредит ойошмаһына ликвидлыҡ өсөн аҡса бирә, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Иҡтисад
1 - 64 из 114
Начало | Пред. | 1 2 | След. | Конец
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть