Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Иҡтисад

Башҡортостанда Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумын-2017 үткәреү датаһы билдәле булды

15-17 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы уҙғарыла. Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡытай, Швейцария, Греция һәм Иран форумдың сараларында ҡатнашырға теләк белдергән дә инде.

Иҡтисад

Геодезист, инженер, механик һәм башҡалар — республикала эш хаҡы 50 мең һум самаһы тәшкил иткән яңы вакансиялар

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республикалағы яңы юғары килемле вакансиялар тураһында хәбәр итте. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге «Иҙелстройресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә эш тәжрибәһе өс йылдан кәм булмаған инженер-геодезист талап ителә.

Иҡтисад

Тәтешлелә Башҡортостандың 100 йыллығына объекттар исемлегендәге балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана

Республиканың Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында был аҙнала 120 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһында төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамлана. Яңы балалар баҡсаһы Башҡортостандың 100 йыллығына объекттар исемлегенә инә.

Иҡтисад

Башҡортостанда иген уңышы былтырғыға ҡарағанда ярты миллион тоннаға күберәк – Ауыл хужалығы министрлығы

Республикала иген уңышы былтырғы күрһәткестәрҙән ярайһы уҡ уҙып киткән. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тулайым иген йыйыу 3,837 миллион тоннаға еткән.

Иҡтисад

Баш ҡалала ҡар ҡиммәтләнгән

Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡар ҡиммәтләнгән. Ҡала хакимиәте муниципаль «Өфө һыу каналы» менән ҡар ҡабул итеүгә һәм уны утилләштереүгә яңы тарифтарҙы раҫланы. Яңы документҡа ярашлы, бер кубометр ҡарҙы эшкәртеү 173,58 һумға төшәсәк, ул былтырғыға ҡарағанда 6,68 һумға күберәк.

Иҡтисад

Рәсәй Хөкүмәте «Платон» системаһы буйынса штрафтарҙың дәүмәлен арттыра

Федераль тәғәйенләнештәге юлдар буйлап юл хаҡын түләмәгән ҙур ауыр йөк транспорт саралары өсөн штраф дәүмәле 20 мең һумғаса артасаҡ. Рәсәй Хөкүмәте ошо закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов: «Кооперацияны үҫтереү тулайым төбәк продукты үҫешен ярайһы уҡ арттыра ала»

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов кооперация хәрәкәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса эшсе кәңәшмә уҙғарҙы. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, профилле ведомстволары етәкселәре, муниципалитет, фән, бизнес, сауҙа, шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтары вәкилдәре ҡатнашты.

Иҡтисад

Ростуризм рәсәйҙәрҙең Яңы йыл каникулдарын ҡайҙа һәм күпмегә үткәрәсәген хәбәр итте

Сочи, Санкт-Петербург, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Бөйөк Новгород һәм Ҡазан яҡынлашып килгән Яңы йыл каникулдарында ил эсендә сәйәхәт итергә яратҡан рәсәйҙәр өсөн иң популяр ҡалалар исемлегендә.

Иҡтисад

Башҡортостан йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса алдынғы төбәк тип аталды

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү һәм уны башлау буйынса алдынғы төбәктәрҙе атаны. Ҡышҡа инфраструктураны һәм торлаҡ фондын юғары әҙерләү кимәле туғыҙ төбәктә – Мәскәүҙә, Камчатка крайында, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, Һамар өлкәһендә, Алтай Республикаһында, Тула, Липецк һәм Новосибирск өлкәләрендә билдәләнә.

Иҡтисад

Төбәктә иген уңышы 3,8 миллион тоннанан ашҡан

Башҡортостанда гектарынан уртаса уңыш 22 центнерҙа 3,835 миллион тонна иген йыйып алынған. Республика Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, иң юғары уңыш – Саҡмағош районында, бында һәр гектарҙан 39,7-шәр центнер иген алалар.

Иҡтисад

Башҡортостан – теплица йәшелсәләрен үҫтереү буйынса тәүге өсәү иҫәбендә

Башҡортостан илдә теплица йәшелсәләрен үҫтереү буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы теплица йәшелсәләрен йыйыу буйынса мәғлүмәттәр бирҙе, ул 26 процентҡа артҡан.

Иҡтисад

Декабрь айында Башҡортостанда 200 һәм 2000 мең һумлыҡ аҡсалар әйләнешкә инә – Милли банк

Башҡортостанда Алыҫ Көнсығыш һәм Севастополь символдары төшөрөлгән 200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсалар ағымдағы йылдың декабрендә әйләнешкә инә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рәсәй Үҙәк банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Иҡтисад

Урал аръяғын сәнәғәти үҫтереү электр энергияһы етештереүҙең ҡатнаш төрҙәрен талап итәсәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостандың Урал аръяғында ҙур сәнәғәт объекттарын төҙөү электр энергияһы дефицитына юл ҡуймау өсөн уны етештереүҙең ҡатнаш төрҙәрен файҙаланыуҙы талап итәсәк.

Иҡтисад

Республика хөкүмәте заманса тегеү фабрикаһын төҙөй

Башҡортостанда заманса тегеү фабрикаһы барлыҡҡа киләсәк. Яңы етештереү урыны Баймаҡта ойошторола. Өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөм ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Затон Йылылыҡ электр үҙәге 2018 йылдың яҙында эшләй башлай

2018 йылдың яҙында Затон йылылыҡ электр үҙәге файҙаланыуға тапшырыла. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында барған Рәсәй энергетика форумы барышында хәбәр итте.

Иҡтисад

Республикала эш хаҡы артҡан – статистика

Башҡортостанда ағымдағы йылдың ғинуар-август айҙарында иҫәпләп яҙылған уртаса эш хаҡы 29 188,7 һум тәҡшкил итте. 2016 йылдың ошо уҡ осорона үҫеш 6,4 процент. Уҙған йылдың шул уҡ осорона ысын эш хаҡы 2,8 процент тәшкил иткән, тигән мәғлүмәттәрҙе килтерә Башҡортостанстат.

Иҡтисад

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 1,142 миллион тоннанан ашҡан

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Республика Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, уртаса уңыш гектарынан 306 центнерҙа 1,142 миллион тоннанан ашыу тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған.

Иҡтисад

Республикала бешмә ауырыуы арҡаһында 1700 баш мал юҡ ителгән – Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостанда бешмә вирусы эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал юҡ ителгән. Нигеҙҙә, эре мөгөҙлө малдар, кәзәләр һәм һарыҡтар, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

Иҡтисад

Республика игенселәре 138 мең тонна ҡарабойҙай йыйған

Башҡортостанда ҡарабойҙай йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Республика Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, ҡарабойҙай 123 мең гектар майҙандан йыйылған, ул пландан 97 процент тәшкил итә.

Иҡтисад

Төбәктә 401 ихата төҙөкләндереләсәк

Башҡортостан Республикаһында бөгөнгә 401 ихатаны төҙөкләндереү күҙалланған, 157-һендә эштәр бара, 244 ихатала эштәр тамамланған, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты.

Иҡтисад

Владимир Путин сит ил ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәргә ярҙам итергә саҡырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй биләмәһендә ныҡлап төпләнгән ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе сит ил компанияларын субсидиялауға бюджеттан өҫтәмә саралар бүлеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Иҡтисад

Башҡортостан – Рәсәй төбәктәрен мәғлүмәтләштереү рейтингында тәүге унау иҫәбендә

Башҡортостан 2017 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәрен мәғлүмәтләштереү рейтингында тәүге унау иҫәбенә инде. Был хаҡта төбәктәрҙе мәғлүмәтләштереү Советы ултырышында Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы белдерҙе.

Иҡтисад

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы бал-йәшелсә йәрминкәләрендәге яңы хаҡтарҙы атаны

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатылған бал һәм йәшелсәләрҙең хаҡтарын атаны. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре республиканың 13 ҡалаһында һәм алты районында булды.

Иҡтисад

Башҡортостанда кукуруздың уңышы бер ярым тапҡырға артҡан

Башҡортостанда һуң өлгөрә торған культураларҙы йыйыу дауам итә. Мәҫәлән, орлоҡҡа кукуруз майҙандарҙың 33 процентында йыйып алынған. Әлшәй, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ейәнсура һәм Ишембай райондарында «баҫыу батшабикәһе»н йыйғандар ҙа инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Иҡтисад

Төбәктә пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы 8320 һум тәшкил итәсәк

Башҡортостанда 2018 йылда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы дәүмәле 8320 һум тәшкил итәсәк. Уны махсус рәүештә ошо граждандар категорияһына пенсияларға өҫтәмә социаль түләүҙе билдәләү маҡсатында булдыралар.

Иҡтисад

Республикала күҙәтеү ведомстволарының эшен яраштырыу буйынса һынау проекты эшләй башлаясаҡ

Яҡын ваҡытта Башҡортостанда Рәсәй өсөн контроль-күҙәтеү органдарының эшен яраштырыу буйынса һынау проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ошо хаҡта республика Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәте идаралығының хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе һөҙөмтәләрен тыңлағандан һуң Рәсәй Федерацияһы министры Михаил Абызов һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Иҡтисад

Башҡортостанды Владимир Путиндың Воронеждағы ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәһендә билдәләнеләр

Рәсәй Президенты Владимир Путин йома, 13 октябрҙә, Воронежда ауыл хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, тип хәбәр ителә kremlin.ru сайтында. Илдең тотош агросәнәғәт комплексын үҫтереү динамикаһы, шул иҫәптән бөртөклө культураларҙың иң юғары уңышы, малсылыҡ продукцияһын етештереү үҫеше тикшерелде.

Иҡтисад

Рәсәй Федерацияһы министры Башҡортостандағы бешмә ауырыуы тураһында: Ауырыу хәүефен иҫкәртергә һәм булдырмаҫҡа кәрәк

Өфөләге Конгресс-холда республика Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенең хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе һөҙөмтәләрен тыңлауҙар бара. Сарала Асыҡ хөкүмәт мәсьәләләре буйынса Рәсәй министры Михаил Абызов, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Аграр һәм аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса Федерация Советы комитеты, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Генераль прокуратура, Федераль ветеринар һәм фитосанитар хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре ҡатнаша.

Иҡтисад

2018 йылда республиканың төҙөкләндереү өсөн күпме аҡса аласағы билдәле булды

Киләһе йылда Башҡортостан «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проектын тормошҡа ашырыуға ағымдағы йылдағы кеүек суммала аҡса аласаҡ. Был 1 миллиард һумдан ашыу, өҫтәүенә уның составында федераль аҡса күберәк буласаҡ.

Иҡтисад

Республикала иген йыйыу тамамлана

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу тамамлана. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, планға ҡарата майҙандарҙың 99 процентында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған һәм һуғылған.

Иҡтисад

Сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары Өфөлә үҙҙәренең вакансияларын тәҡдим итә

19 октябрҙә баш ҡалабыҙҙа күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, дөйөм туҡланыу предприятиелары һәм ресторандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа. Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә — администратор, бухгалтер, автомобиль водителе, йөк тейәүсе, магазин директоры, ярымфабрикаттар әҙерләүсе, кассир, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, технолог, тауар төрөүсе, электрик, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, юрист.

Иҡтисад

Башҡортостанда ике ҙур нәшриәт йорто 2017 йылға приватизация программаһына инде

«Республика Башкортостан» һәм «Белая река» нәшриәт йорттары дәүләт унитар предприятиелары 2016-2017 йылдарға яҡынса приватизация планына инде. Башҡортостан Хөкүмәте быйылғы программаға үҙгәрештәрҙе раҫланы.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов: «Суррогат алкоголь менән көрәш бөтә йүнәлештәрҙә лә көсәйтелергә тейеш»

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәге даими координация кәңәшмәһенең ултырышын уҙғарҙы. Ул төбәк биләмәһендә контрафакт һәм суррогат алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү мәсьәләләренә арналды.

Иҡтисад

Башҡортостанда йәнә күп фатирлы социаль йорт файҙаланыуға тапшырылды

Бәләбәйҙә граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү фонды буйынса республика адреслы программаһы сиктәрендә төҙөлгән яңы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Дөйөм майҙаны 980 квадрат метрҙан ашыу 21 фатирҙы етем балалар, инвалидтар һәм йорттары йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылған ғаиләләр алды.

Иҡтисад

Өфөлә бензин ҡиммәтләнмәй – статистика

Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалыуын дауам итә, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Һайланма аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, дизель яғыулығының бер литры хәҙер уртаса 38,29 һум тора.

Иҡтисад

Республикала икенсел торлаҡҡа хаҡтар төшкән

Domofond.ru порталы аналитиктары илдәге икенсел торлаҡ баҙарын өйрәнгәндән һуң Башҡортостанда милексенән фатирға хаҡтар 0,3% төшкән, тигән һығымтаға килгән. Әле бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 46 888 һумға етә.

Иҡтисад

Республиканың дәүләткә бурысы 1,5 миллиард һумға кәмегән

Шишәмбе, 10 октябрҙә, Башҡортостан Финанс министрлығы 12-се купон табышын түләүгә аҡса күсерҙе. Дөйөм суммаһы 119,4 миллион һум тәшкил итте. «Шулай уҡ 1,5 миллиард һумға ҡиммәтле ҡағыҙҙар формаһында республиканың 2014 йылғы эске бурысының өстән бер өлөшөн ҡаплау үтте», — тип аңлаттылар республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Иҡтисад

Башҡортостанда етештерелгән һыу Силәбелә агросәнәғәт күргәҙмәһендә иң яҡшыһы тип танылды

Балаҡатай районы эшҡыуары етештергән «Балаҡатай» газлы һыуы Силәбелә «АГРО-2017» агросәнәғәт күргәҙмәһендә алтын миҙал яуланы. Республика етештереүсеһенең лимонады ла күргәҙмәнең призеры исемен алды.

Иҡтисад

Дыуан районында етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды

Республика көнө алдынан Дыуан районының Мәсәғүт ауылында күп фатирлы социаль йортто асыу тантанаһы уҙҙы. 16 етем бала, ике медицина һәм бер мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре яңы фатир асҡыстарын алды.

Иҡтисад

Республика көнөнә Шаран йылғаһы аша күпер төҙөлдө

Республиканың Шаран районында Шаран йылғаһы аша яңыртылған күперҙе асыу тантанаһы үтте. Иҫке күпер авария хәлендә ине. Шаран ауылының төньяҡ биҫтәһенә, райондың административ үҙәгенә башҡа күпер юҡ ине, бөтәһе лә урау юл буйлап йөрөнө һәм түҙемһеҙлек менән был яҡҡа хәрәкәттең асылыуын көттө.

Иҡтисад

Туймазы районында бешмә ауырыуының эҙемтәләрен бөтөрөүгә 40 миллион һум йүнәлтеләсәк

Туймазы районында бешмә сығанағы эҙемтәләрен бөтөрөү кәмендә 35-40 миллион һум талап итәсәк. Ошо хаҡта оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Иҡтисад

Башҡортостанда игендең уңышы 3,7 миллион тоннанан ашҡан

Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамлана. Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, аграрийҙар 3,7 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алған. Гектарынан уртаса уңыш 21,8 центнер тәшкил итә.

Иҡтисад

Белорет районында евроутын әҙерләү буйынса завод асыла

Башҡортостандың Белорет районында «Селена» урман сәнәғәте компанияһы бөгөн, 9 октябрҙә, яңы производтство аса. Яғыулыҡ бөртөктәрен (пеллет) әҙерләү буйынса завод төҙөлөшөнә инвестициялар 80 миллион һум тәшкил иткән, унда 40 кеше эшләйәсәк.

Иҡтисад

Башҡортостанда ниндәй аҙыҡ-түлек нығыраҡ арзанланған – статистика

Башҡортостан статистары төбәктәге социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә сираттағы хаҡтарҙың мониторингы мәғлүмәттәрен иғлан итте. 25 сентябрь менән сағыштырғанда, шәкәргә хаҡтар нығыраҡ – 6, 9 процентҡа төшкән.

Иҡтисад

Күмертауҙа май экстракцияһы заводы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы

Күмертауҙа төп инвестиция проекты — май экстракцияһы заводы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. «Күмертау ҡала округының Маячный ауылында май экстракцияһы заводы» проектын тормошҡа ашырыуға республиканың һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының берлектәге эше булышлыҡ итте.

Иҡтисад

Вьетнам инвесторҙары Башҡортостанда һөт комплексын төҙөргә ниәтләй

Башҡортостан Хөкүмәте Мәскәүҙә TH Group корпорацияһы составындағы ТH True Milk компанияһы (Вьетнам) менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм корпорация етәксеһе Хоанг Конг Чанг ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Баш ҡалабыҙҙа парктар булдырыу һәм төҙөкләндереү өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән

Өфөләге парктарҙы төҙөкләндереүгә һәм яңыларын төҙөүгә, бағыусылар аҡсаһынан тыш, 2 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән. Аҡсаның күп өлөшө федераль бюджеттан бүленгән.

Иҡтисад

Киләһе йылдан баш ҡалаға инеү түләүле

2018 йылдан Өфө үҙәгенә инеү өсөн аҡса түләргә тура киләсәк. Ҡала властары хәбәр итеүенсә, түләүҙе март айында индереү көтөлә. Түләүҙән баш тартыусылар автомобилдәрен махсус туҡталышта ҡалдыра аласаҡ.

Иҡтисад

Һигеҙ йылдан Өфөнөң үҙенең Арбаты буласаҡ

Һигеҙ йылдан Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә үҙенең Арбаты барлыҡҡа киләсәк, ул 2025 йылға әҙер буласаҡ, тип белдерҙе ҡала властары Йәйәүлеләр өсөн ҙур зона Ҡашҡаҙан паркынан Өфө йылғаһы буйына тиклем һуҙыласаҡ.

Иҡтисад

Төбәктә селекция-генетика үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр

Башҡортостанда селекция-генетика үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр. Был проект республика хөкүмәтенең «Һөт компанияһы» компаниялар төркөмө менән уртаҡ эштә иң әһәмиәтлеләрҙең береһенә әйләнергә тейеш.

Иҡтисад

«Алтын көҙ»ҙә Мәскәүҙә Башҡортостан хөкүмәте «Һөт компанияһы» компаниялар төркөмө менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Мәскәүҙә «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан хөкүмәте «Һөт компанияһы» компаниялар төркөмө менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм компаниялар төркөмө етәксеһе Сергей Джапаридзе ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Республикала Өршәк йылғаһы аша күпер ваҡытынан алда асыла

Республика көнө алдынан Өфө районында Фомичев-Булгаков-Федоровка автомобиль юлында Өршәк йылғаһы аша күпер асыла. Ул 2017 йылдың май аҙағында ремонтҡа ябылғайны. Эштәр графиктан алдараҡ барҙы, шуға күрә объект ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырыла.

Иҡтисад

Үрге Тәтешлелә йәйәүлеләр өсөн күпер асылды

Тәтешле районы үҙәгендә Бәрмүш йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер асылды. Йылғаның икенсе ярында йәшәүселәр үҙәккә тиклем тиҙерәк барып етеү өсөн күпер кәрәклеген билдәләп, тейешле сумманы йыйған.

Иҡтисад

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль һәм республика ҡаҙналарынан йәмғеһе 1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән.

Иҡтисад

Республика агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртыу һәм төҙөү өсөн 59 миллион һум аласаҡ

Башҡортостан агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртыу һәм төҙөү, шулай уҡ техника һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн 59 миллион һум аласаҡ. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте порталында баҫылған.

Иҡтисад

Башҡортостан делегацияһы «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең барлыҡ төп сараларында ҡатнаша

Бөгөн Мәскәүҙә 19-сы «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмәлә республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы ҡатнаша.

Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһын «Апимондия - 2021» конгресын уҙғарыу майҙансығы сифатында һайлау законлы – Рөстәм Хәмитов

Өфөнө конгрестың баш ҡалаһы сифатында һайлау законлы, тип аңлатма бирҙе республика Башлығы 2021 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында «Апимондия» халыҡ-ара конгресын һәм «АпиЭКСПО» күргәҙмәһен уҙғарыу тураһындағы ҡарарға.

Иҡтисад

Республикала алданған өлөшсөләрҙең проблемалары менән төбәк операторы шөғөлләнәсәк

Башҡортостанда төбәк операторы булдырыласаҡ, ул алданған өлөшсөләрҙең проблемалары менән шөғөлләнәсәк. Был турала өлөшлөтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға саҡырылған закон проектын тикшереү буйынса асыҡ тыңлауҙар барышында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный хәбәр итте.

Иҡтисад

Баш ҡалала Көнсығыш сығыу юлы буйлап яҡынса юл йөрөү хаҡы аталды

Башҡортостан Хөкүмәте республиканың Көнсығыш сығыу юлының концессионерына финанс түләү моделен раҫланы. Уны 2022 йылдың башына төҙөү күҙаллана. Туғыҙ йыл дауамында конциссеонерға — «Башҡортостан концессия компания»һына йыл һайын 2022 йылда 1,2 миллиард һумдан, 2031 йылда 2,5 миллиардҡа тиклем түләнәсәк, 2034 йылда юл үҙ-үҙен ҡапларға тейеш.

Иҡтисад

Өфөлә автомобилдәрҙе ҡуртымға алыуҙың заманса сервисы эшләй башланы

Өфөлә «Делимобиль» автомобилдәрҙе минутлап ҡуртымға алыу сервисы эшләй башланы. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов системаның эш үҙенсәлектәре һәм каршерингтың өҫтөнлөктәре менән танышты.

Иҡтисад

Башҡортостан бюджеты Өфөләге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә май указдарында билдәләнгән эш хаҡына еткереү өсөн аҡса бүлде

Республика ҡаҙнаһы Рәсәй президентының май указдарында билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн Өфөләге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы өсөн 175,8 миллион һум аҡса бүлә.

Иҡтисад

8, 9 һәм 10 октябрҙә Өфө райондарында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Республика көнө айҡанлы 8,9 һәм 10 октябрҙә баш ҡала райондарында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Йәрминкәлә ауыл халҡы емеш-еләк, йәшелсә, бал һәм башҡа продукция тәҡдим итә.

Иҡтисад

Төбәктә көнбағыш майын фасовкалау буйынса цех барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеген көнбағыш майын фасовкалауҙы ойоштороу буйынса проект тулыландырҙы. Проектҡа дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 885 миллион һумға етә, 70 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Иҡтисад

Төбәк таможняһы федераль ҡаҙнаға 3 миллиард һумдан ашыу оҙатҡан

Башҡортостан таможняһы йыл башынан федераль ҡаҙнаға 3,08 миллиард һум күсергән. План эше 106 процентҡа үтәлгән, тип билдәләнеләр таможня ведомствоһында. Дөйөм түләүҙәр структураһында экспорт 15,8 миллион һум самаһы тәшкил иткән.

Иҡтисад

11 октябрь — республикала байрам көнө

11 октябрҙә Башҡортостанда Республика көнө билдәләнә. «Башҡортостан Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле даталар тураһында» законға ярашлы, был көн ял көнө булып тора.

Иҡтисад

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте: арзан хаҡтар

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы, унда аҙыҡ-түлекте етештереүселәр ҡуйған хаҡҡа һатып алырға мөмкин ине. Киров районына республиканың 27 районынан 110 машина килде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Иҡтисад

Төркиәлә Өфөнө 2021 йылда 47-се «Апимондия» конгресын уҙғарыу хоҡуғына дәғүәсе сифатында таныштырҙылар

30 сентябрҙә Истамбулда APIEXPO-2017 халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресында 2021 йылда Өфөлә 47-се «Апимондия» конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен уҙғарыу хоҡуғына Рәсәйҙең ғаризаһы менән таныштырҙылар.

Иҡтисад

Рәсәйҙең Төркиәләге генераль консулы Башҡортостандың проекттарына ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе

Рәсәйҙең Истанбулдағы генераль консулы Андрей Подъелышев 30 сентябрҙә APIEXPO-2017 халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәй Федерацияһы стендын ҡараны. Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, генераль консул Рәсәй умартасылығына һәм 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» бөтә донъя конгресын һәм APIEXPO күргәҙмәһен уҙғарыуға Рәсәйҙең ғариза кампанияһына арналған экспозицияның эше менән танышты.

Иҡтисад

Истанбулда халыҡ-ара күргәҙмәлә Төркиәнең ауыл хужалығы министры башҡорт сәк-сәгенән ауыҙ итте

29 сентябрҙә Истанбулда «БАл ҡорттары ҡитғалар осрашҡан ерҙә булһын» девизы аҫтында APIEXPO-2017 халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресы асылды.

Иҡтисад

Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары иҡтисад үҫешен дәртләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе

29 сентябрҙә Пензала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерация Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллек ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть