Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Иҡтисад

«Башинформ» агентлығы акционерҙар йәмғиәтенә әйләнде

«Башинформ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелде. Башҡортостан Хөкүмәтендә тейешле бойороҡ ҡабул ителде. «Башинформ» агентлығының уставы яңы редакцияла раҫланды.

Иҡтисад

Башҡортостан фермерҙарына үҙ продукцияһын алға ебәреүгә сығымдарҙың ярты өлөшөн ҡайтарасаҡтар

Ауыл хужалығы кооперативтарына үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте баҙарға сығарыуға аҡсалата сығымдарҙың яртыһын ҡайтарыуҙары ихтимал. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарар проектына һылтанып.

Иҡтисад

Баш ҡалала яңы уңыш ауыл хужалығы йәрминкәләре башлана

Шәмбе, 2 сентябрҙә, баш ҡалалағы өс майҙансыҡта ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда урындағы умартасыларҙың продукцияһын һәм бал һатып алырға мөмкин, шулай уҡ яңы уңыш ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙа итеү башлана, тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһында.

Иҡтисад

Арбитраж 2014 йылда «Башнефть» компанияһын үҙгәртеп ҡороуҙы активтарҙы сығарыу ысулы тип таныны

Башҡортостандың Арбитраж суды 2014 йылда «Система-Инвест» һәм «Система» акционер финанс корпорацияһының элекке милекселәре үткәргән «Башнефть» компанияһын үҙгәртеп ҡороуҙы компаниянан активтарҙы законһыҙ сығарыу ысулы тип таныны.

Иҡтисад

Башҡортостан – хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу пилот программаһында ҡатнашыусылар иҫәбендә

2017 йылда Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының пилот субъекттары иҫәбенә инеүе ихтимал, унда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү төбәк программаһы бойомға ашырыла.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов республиканың газ һәм нефть тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективын һөнәри байрам – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.

Иҡтисад

Төбәктә майҙандарҙың яртыһында иген сабылған

Башҡортостанда майҙандарҙың яртыһында иген сабылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. 1,9 миллион тонна ашлыҡ йыйып алынған. Бөгөнгә гектарынан уртаса уңыш 23 центнер тәшкил итә.

Иҡтисад

Өфөлә яңы төҙөлгән өс мәктәп өс меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итергә әҙер

Өфөлә уҡыу йылына өс яңы мәктәп: Киров районының Колгуев һәм Дим районының Көмөш шишмә биҫтәләрендә 160-сы һәм 161-се лицейҙар, шулай уҡ Октябрь районының Нуғай ҡасабаһында 147-се мәктәптең яңы бинаһы һалынған.

Иҡтисад

Башҡортостанда «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге» ҡаҙна учреждениеһы барлыҡҡа килде

Башҡортостанда республиканың «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы булдырылды. Тейешле бойороҡто республика Хөкүмәте ҡабул иткән.  Учреждение эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – төбәктең һалым сәйәсәтен әҙерләү һәм уны тормошҡа ашырыу өлкәһендә федераль закондарҙа, Башҡортостан закондарында, Башҡортостан Хөкүмәтенең норматив хоҡуҡи акттарында ҡаралған республика вәкәләттәрен ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү маҡсатында дәүләт функцияларын үтәү, шулай уҡ бюджеттың килемен арттырыу буйынса эште көсәйтеү, тип хәбәр иттеләр Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.

Иҡтисад

Рәсәй туроператорҙары эске туризмды үҫтереүгә 1 миллиард һум субсидия аласаҡ

Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә Рәсәй транспорт ведомствоһы популяр Рәсәй курорттарына туристарҙы ташыуға яңы субсидиялау механизмын әҙерләй. Был проекттың киләһе йылдан эшләй башлауы мөмкин, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Иҡтисад

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2,5 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2,449 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән. Был уҙған йылдағы ошо уҡ осорға ҡарағанда 20 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан таможняһында.

Иҡтисад

Баш ҡалала яңы уңыш ауыл хужалығы продукцияһын 2 сентябрҙән һатып алырға мөмкин

2 сентябрҙә Өфөлә яңы уңыш ауыл хужалығы йәрминкәләре башлана. Ҡаланың Эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм буйынса идаралыҡ начальнигы Ольга Завьялова мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.

Иҡтисад

Республиканың 8 районы иген сабыу буйынса экваторҙы үтте

Башҡортостандың һигеҙ районы иген сабыу буйынса экваторҙы үтте. Урыу эштәре буйынса иң юғары тиҙлек ейәнсураларҙа, улар майҙандарҙың 54 процентында бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сабып, 53 процентта һуғып алған, тип хәбәр иттеләр төбәк аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә.

Иҡтисад

Башҡортостандың 100 йыллығына республикала 100 яңы инвестиция проекты эшләй башлаясаҡ

Республиканың Сауҙа–сәнәғәт палатаһы «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 инвестиция проекты» акцияһын былтыр октябрҙә башлап ебәрҙе. Бөгөнгө көнгә унда ҡатнашыусыларҙың һаны 50-гә яҡынлашты.

Иҡтисад

Республикала заманса ҡала мөхитен булдырыу программаһы ҡабул ителде

Башҡортостан Хөкүмәте 28 августа президиум ултырышында «2018-2022 йылдарҙа заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһын ҡабул итте. Уға бер исемле федераль проект һәм күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтты тормошҡа ашырыу инә.

Иҡтисад

Башҡортостанда «Бөрө алмаһы» фестивале 2 сентябрҙә үтә

Бөрөлә яҡшы йолаға әүерелгән алма фестивале 2 сентябрҙә үтә, тип хәбәр итте ойоштороусылар. «Тәмле ҡала» тигән ҙур йәрминкә әҙерләнә, унда алма, үҫентеләр, фермер һәм башҡа төрлө продукцияларҙы килтерәсәктәр, алманан бешерелгән бәлештәр күргәҙмәһе, декоратив әйберҙәр һәм сувенирҙар менән «Оҫталар аллеяһы» ойошторола.

Иҡтисад

Республикала мәктәп уҡыусыларының һаны 13,5 меңгә артты

Башҡортостанда ағымдағы уҡыу йылында парта артына 465 мең уҡыусы ултырасаҡ – ул былтырғыға ҡарағанда 13,5 меңгә күберәк. Беренсе кластарҙың иҫәбе – 52 мең. Республика Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу башына яңы мәктәптәр Өфөлә, төҙөкләндерелгән интернат Иҫке Собханғолда, ике яңы балалар баҡсаһы Ғафури һәм Тәтешле районы үҙәктәрендә тапшырыласаҡ.

Иҡтисад

Республикала һөттөң төп өлөшөн урта фермерҙар бирә

Башҡортостанда 2016 йылда 930 ферма 1,73 миллион тонна һөт етештергән, был илдә иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе. Ошо хаҡта «Һөт иле» фестивале сиктәрендә ойошторолған һәм һөт сәнәғәтенә арналған түңәрәк өҫтәлдә һөйләнеләр.

Иҡтисад

Быйылғы уңыш былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ булды – Рөстәм Мәрҙәнов

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика телевидениеһына интервьюла быйылғы йәй уңышының төрҙәрен баһаланы. «Бындай ямғырлы йәйҙе оло йәштәгеләр иҫләмәй.

Иҡтисад

Республиканың Арбитраж суды «Роснефт»тең «Система» АФК-һына 170,6 миллиард һумлыҡ дәғүәһен өлөшләтә ҡәнәғәтләндерҙе

Башҡортостандың Арбитраж суды Роснефттең «Система» АФК-һына 170,6 миллиард һумға дәғүәһен өлөшләтә ҡәнәғәтләндерҙе. Был турала ҡарарҙы судья Ирина Нурисламова сығарҙы.

Иҡтисад

Төбәктә ужым культураларын сәсә башланылар

Башҡортостанда ужым культураларын сәсә башланылар. Бөгөнгө көнгә пландан 10 процент – 66,5 мең гектар сәселгән. Күбеһенсә арыш (61,6 мең гектар), шулай уҡ бойҙай, тритикал һәм башҡа культуралар.

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәтендә тәүге ярты йыллыҡҡа төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһайҙар

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы асылды. Төбәк Министрҙар кабинеты тәүге ярты йыллыҡта республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһай. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, башҡарма власть органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары ҡатнаша.

Иҡтисад

Башҡортостанда республиканың иң яҡшы комбайнсылары билдәле буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте иген йыйыу комбайны, үҙ йөрөшлө сапҡыс операторҙары, ауыр йөк автомобиле, сөгөлдөр йыйыу комбайны водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ 2017 йылғы уңышты йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм ауыл хужалығы техникумы уҡыусылары араһында икенсе республика конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итте.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләһенә арналған кәңәшмә уҙғарҙы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитет вәкилдәре, профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.

Иҡтисад

Республикала иң «уңышлы» райондар аталды

Әлеге ваҡытта уңыш буйынса алдынғылар рәтендә – республиканың Саҡмағош (гектарынан 37 центнер), Стәрлетамаҡ (34,5) һәм Мәләүез (31) райондары. Ошондай мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килтерҙе.

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары урып йыйыу эшенең тиҙлеген арттыра

Башҡортостанда урып йыйыу эштәренең тиҙлеге арта. Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 32,5 мең гектарҙан йыйып алынған.

Иҡтисад

Башҡорт балының мөмкинлеге ҙур – Халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты

Халыҡ-ара баҙарында башҡорт балының мөмкинлеге бик ҙур. Ошо хаҡта «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙан һуң белдерҙе.

Иҡтисад

«Апимондия» конгресы илдә умартасылыҡты үҫтереүгә яңы көс бирәсәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб етәкселегендәге делегация менән осрашты.

Иҡтисад

Баш ҡалала бөгөн мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм финанс эшмәкәрлеге өлкәһендә вкансиялар йәрминкәһе үтә

Өфөлә бөгөн һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, мәғариф һәм финанс эшмәкәрлеге өлкәһендәге предприятиелар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә. Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – төрлө квалификациялы табиптар һәм шәфҡәт туташтары, администратор, страховкалау буйынса агент, менеджер, санитар, бухгалтер, дауалау физкультураһы буйынса инструктор, педагог, слесарь-сантехник һәм электромонтер.

Иҡтисад

Өфөлә «Иң яҡшы умартасы» беренсе асыҡ бөтә Рәсәй конкурсы асылды

Өфөлә «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында беренсе бөтә Рәсәй конкурсы асылды. Ул 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһының Умартасылыҡ буйынса конгресын уҙғарыуға Башҡортостандың баш ҡалаһын тәҡдим итеү буйынса Рәсәйҙең ғариза кампанияһы сиктәрендәге төп сараларҙың береһе булараҡ уҙғарыла.

Иҡтисад

Рәсәйҙәр аҡсаларын күберәк һумда һаҡлай

Рәсәй граждандары аҡсаларын һумда арттыра. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорау алыу һөҙөмтәләре шулай уҡ рәсәйҙәрҙең курстың үтә тиҙ төшөүен көтмәгәне, әммә котировкаларҙы иғтибарлы күҙәтеүе хаҡында һөйләй.

Иҡтисад

Башҡортостанда газ-мотор яғыулығын индереү буйынса программа әҙерләйәсәктәр

Башҡортостанда газ-мотор яғыулығын индереү комплекслы программаһы әҙерләнәсәк. Тейешле йөкләмәне Өфө компрессор заводына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бирҙе.

Иҡтисад

Төбәктә һөт етештереү арта – Ауыл хужалығы мнистрлығы

Башҡортостанда һөт етештереү арта, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Әлеге ваҡытта һәр һыйырҙан һөт һауып алыу буйынса Учалы районы – биш меңлек, Саҡмағош һәм Ауырғазы райондары дүрт меңлек сикте үткән.

Иҡтисад

Апимондия инспекторҙары Өфөнөң умартасылар конгресын уҙғарыуға әҙерлеген баһалаясаҡ

Башҡортостанға «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы ағзалары килә. Сәфәрҙең маҡсаты – 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен уҙғарыуға Рәсәй Федерацияһының ғариза кампанияһы сиктәрендә Өфө инфраструктураһын тикшереү.

Иҡтисад

Төбәктә уртаса пенсия күләмен атанылар

Башҡортостан статистары 1 июлгә ҡарата тәғәйенләнгән уртаса пенсия күләмен атаны. Статистика хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә уртаса пенсия 12 309 һум тәшкил итә.

Иҡтисад

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы республикала уртаса эш хаҡын атаны

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә уртаса эш хаҡы ағымдағы йылдың май айында 31 982,7 һум тәшкил итте. Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 142 һумға тиң.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов республиканың төҙөлөш комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

10 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр көнө алдынан төбәктең төҙөлөш комплексында эшләүсе 40 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.

Иҡтисад

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы 30-50 мең эш хаҡы менән яңы вакансиялар хаҡында хәбәр итте

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 30 меңдән күберәк эш хаҡы менән яңы вакансияларҙы баҫтырҙы. Өфөлә эшләү өсөн «Салют-торг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә эш тәжрибәһе бер йылдан кәм булмаған магазин директоры талап ителә.

Иҡтисад

Башҡортостанда бушлай медицина ярҙамына бюджет ассигнованиелары күләме арттырылды

Башҡортостанда 2018 йылға бушлай медицина ярҙамын алыуға бюджет ассигнованиелары күләме 821,87 миллион һумға арттырылды. Был турала кисә республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында хәбәр иттеләр.

Иҡтисад

Республика халҡы өсөн газға хаҡтарҙың артыуы 3,9 проценттан уҙмаясаҡ – Тарифтар буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостанда ошо йылдың 1 июленән халыҡҡа һатылған тәбиғәт газына хаҡтарҙың артыуы 3,9 проценттан күберәк булмаясаҡ. Ошо хаҡта республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитетының коллегия ултырышында хәбәр иттеләр.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов республикалағы иң ҙур инвестиция проектының ғәмәлгә ашырылыу барышы менән танышты

Шишәмбе, 8 августа Благовар районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө һәм Благовар селекция-гибрид үҙәктәренең эше менән танышты. Предприятиелар республиканың агросәнәғәт комплексында иң ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә булдырылған: «Өфө селекция-гибрид үҙәге» тоҡомло сусҡасылыҡта махсуслашҡан, «Благовар селекция-гибрид үҙәге» нигеҙендә сәғәтенә 10 тонна ҡатнаш аҙыҡ етештереү ҡеүәте менән цех һәм 24 мең тонна иген һаҡлауға иҫәпләнгән элеватор төҙөлгән.

Иҡтисад

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре башланды

Башҡортостан баҫыуҙарында урып йыйыу эштәре башланды. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы ужым культуралары менән бер үк ваҡытта яҙғы культураларҙы, атап әйткәндә, борсаҡ, арпа һәм һолоно йыйыу быйылғы йылдың үҙенсәлеге булып тора.

Иҡтисад

Республикала «Йыл эшҡыуары» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Кисә «Йыл эшҡыуары» республика конкурсы башланып китте. Ул Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында уҙғарыла. Тәүге тапҡыр конкурс 2005 йылда уҙғарылды һәм шунан алып төбәктең эш тормошонда йыл һайын уҙғарылған мөһим ваҡиғаға әйләнде.

Иҡтисад

Башҡортостанда ижтимағи башланғыстар менән эшләү буйынса иң уңышлы һәм әүҙем ҡалаларҙы атанылар

Башҡортостан Финанс министрлығы ижтимағи башланғыстар программаһына йомғаҡ яһаны. РБК-Өфө ведомствоның матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, ҡалаларҙан йәмғеһе 111 ғариза килгән.

Иҡтисад

Республикала тәүгә лифттарҙы алмаштарыуҙа бүлеп түләү тәжрибәһе ҡулланылған

Башҡортостанда тәүгә лифттарҙы алмаштырыу буйынса Свердловск өлкәһенең бүлеп түләү тәжрибәһе ҡулланылған. Төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының коллегия ултырышында хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылға ҡыҫҡа ваҡытлы планға индерелгән 300 лифттан 200-ен өс йылға бүлеп түләү юлы менән алмаштыралар.

Иҡтисад

Өфө һөткә хаҡтар буйынса Башҡортостандың иң ҡиммәт ҡалаһы тип танылды

Башҡортостандың баш ҡалаһы пастеризацияланған һөткә хаҡтар буйынса республиканың иң ҡиммәт ҡалаһы булып ҡала. Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәренең һайланма күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, июлдә һөттөң бер литры өфөләргә 46,93 һумға барып баҫҡан.

Иҡтисад

Башҡортостанда йорттарҙы капиталь ремонтлауға иғәнәләрҙе йыйыу кимәле 90 проценттан артҡан

Башҡортостанда 2017 йылдың тәүге алты айында күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыуға иғәнәләрҙе йыйыу былтырғы күрһәткестәрҙән уҙып киткән һәм 90,9 процентҡа еткән.

Иҡтисад

Баш ҡалала «төҙөлөш» вакансиялары йәрминкәһе үтәсәк

Башҡортостандың баш ҡалаһында 10 августа төҙөлөш өлкәһе предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе үтә. «Башинформ» агентлығына Өфө Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәгә килеүселәргә автоэлектрик, бетонсы, водитель, урам һепереүсе, инженер, ташсы, маляр, кран машинисы, шулай уҡ төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, слесарь, токарь вакансиялары тәҡдим ителәсәк.

Иҡтисад

Күмертауҙың инвестиция мөмкинлектәре менән Удмуртияла таныштырҙылар

Удмуртияның Сарапул ҡалаһында «Моноҡала — гөрләп йәшәү урыны» стратегик сессияһы үтте. бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән моноҡала вәкилдәре йыйылды. Сессия эшендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡатнашты.

Иҡтисад

Өфөлә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының ҡыҫылышынан һуң «Салют» шифаханаһы хеҙмәткәрҙәренә 2 миллион һум түләнгән

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Өфөләге «Салют» йыл әйләнәһенә эшләгән шифахана-сәләмәтләндереү лагерында пландан тыш тикшереүҙе тамамланы. Хеҙмәт инспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү барышында ваҡытында эш хаҡын түләүгә ҡағылышлы боҙоуҙар асыҡланған.

Иҡтисад

Төбәктә миллионерҙар артҡан

Башҡортостандың Һалым хеҙмәте идаралығы 2016 йылға декларация компанияһының йомғаҡтарын баҫып сығарҙы. Физик берәмектәрҙән бөтәһе 200 мең самаһы табыш тураһында отчет ҡабул ителгән.

Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы йәш аграрийҙар өсөн дәртләндергес сараларын 500 мең һумғаса арттырырға тәҡдим итте

Республиканың ауыл хужалығы предприятиеларына эшләргә киләсәк йәш белгестәргә бер тапҡыр түләнә торған пособие күләмен арттырыуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ауыл хужалығы министрлығының киңәйтелгән кәңәшмәһе барышында сығыш яһаны.

Иҡтисад

Башҡортостан милкенә бушлай Ҡырымдағы шифахана тапшырылды

Башҡортостан Республикаһы милкенә бушлай Ҡырымдағы шифахана тапшырылды. Ул Евпаторияла, П.Морозов урамы, 1-3 адресы буйынса урынлашҡан. Шифахананы тапшырыу Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2017 йылдың 7 июлендәге «Шифахана-курорт эшмәкәрлеген үҫтереүҙе тәьмин итеү һәм Башҡортостан Республикаһы балаларының шифахана-курорт дауаланыуын һәм ялын ойоштороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән үҙ-ара эшмәкәрлек буйынса» меморандумды тормошҡа ашырыу сиктәрендә булды.

Иҡтисад

Ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Ырымбур трассаһында бер йылға хәрәкәт сикләнде

Ҡырмыҫҡалы районында Р-240 Өфө-Ырымбур федераль трассаһында хәрәкәт сикләнде. Федераль юл хеҙмәткәрҙәре Р-240 Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 39+250 саҡрымында йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүелен төҙөргә тотондо.

Иҡтисад

Рөстәм Хәмитов Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса килешеүгә аңлатма бирҙе

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуға аңлатма бирҙе. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Истанбулда Башҡортостан концессия компанияһы һәм «Лимакмаращавтодороги» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Лимак төркөмө компанияһы (

Иҡтисад

Республика ауыл хужалығы продукцияһын бүлеү үҙәген төҙөүҙә ярҙам итәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Өфөлә ауыл хужалығы тауарҙарын һәм аҙыҡ-түлек бүлеү үҙәген төҙөүҙә дәүләт ярҙамын күрһәтеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Иҡтисад

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт эре мобиль операторҙарға ҡаршы эш ҡуҙғатты

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт милли роумингта элемтә хеҙмәттәрен күрһәткәндә юғары хаҡтар өсөн эре мобиль операторҙарға ҡарата эш ҡуҙғатты. «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, яҡын ваҡыт эсендә бөтә тейешле документтар ҙа әҙер буласаҡ.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть