Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.88

EUR 70.41

18 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Иҡтисад

Чиновниктар туризмын бөтөрөргә ваҡыт: республикала «Эшлекле календарь-2020» төҙөлдө

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы 2020 йылға «Эшлекле календарь» өҫтөндә эште тамамлай. Уға 300 сара, шул иҫәптән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән ваҡиғалар календарынан, һәм 89 сәнәғәт күргәҙмәһе индерелгән, тип хәбәр итте республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ведомство башлығы һәм вице-премьер Рөстәм Моратов.

Иҡтисад

Башҡортостанда «Уңыш» агрофирмаһы 1,5 мең үгеҙгә иҫәпләнгән фидлот асты

Ауырғазы районында һөт малсылығында үҙенең проекттары менән билдәле «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһы ит йүнәлеше буйынса ла шөғөлләнә башланы. Ошо көндәрҙә хужалыҡ Солтанморат һөт-тауар фермаһында һимертеү майҙансығын асты.

Иҡтисад

Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге бассейн яңы йыл каникулдарына файҙаланыуға тапшырыла

Инорс биҫтәһенең Т.Йәнәби бульварындағы бассейнды яңы йыл каникулдарына файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тип талап итте Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.

Иҡтисад

2020 йылда декрет аҡсаһының максималь күләме 322 мең һумға тиклем арта

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 322 һумға тиклем арта. 2019 йылда ул 301 мең һумдан ашыу тәшкил итте, тип яҙа ТАСС Социаль страховкалау фондына һылтанма менән.

Иҡтисад

Өфөлә Рәсәйҙең 19 төбәгенән 130 компания үҙ брендын күрһәтә

20-23 ноябрҙә Өфөлә «Беҙҙең Бренд» фестивале — тәмле һәм төрлө ризыҡ яратыусылар өсөн ысын байрам ойошторола.

Ҡатнашыусыларҙың һәр стендында нон-стоп режимында етештереүселәрҙең иң тәмле һәм яңы бешкән ризыҡтарынан ауыҙ итергә мөмкин.

Иҡтисад

Башҡортостанда «бысраҡ» сәнәғәт производстволарын индереүҙе тыялар

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы депутаттары республиканың Экология кодексына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Ошо көндәрҙә аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ултырышында кодексҡа республика биләмәһендә яңы «зыянлы» производстволар индереүҙе сикләгән төҙәтмәләрҙе ҡаранылар.

Иҡтисад

Башҡортостан 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә 300 миллион һум тотона

Башҡортостандың киләһе йылға бюджетында Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү өсөн 300 миллион һум һалынған. Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышының аграр комитеты ултырышында төбәктең донъя форумын ойоштороуҙа федераль үҙәк яғынан да финанс ярҙамына өмөтләнеүен билдәләне.

Иҡтисад

Республикала төньяҡ-көнсығышты үҫтереү буйынса форум-сессия уҙғарыла

6 декабрҙә «Янғантау» шифаханаһында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса II Төбәк-ара форумы уҙғарыла. Сәнәғәт министрлығы белдереүенә ярашлы, бөгөнгә сараның көн тәртибе пленар ултырышты, республика башлығы ҡарамағындағы Инвестиция советы ултырыштарын, ауыл хужалығын, урман сәнәғәте тармағын һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса өс тематик түңәрәк өҫтәлде үҙ эсенә ала.

Иҡтисад

13 ноябрҙән Башҡортостан пенсионерҙарына туристик юлламаларға түләү өсөн сертификаттар бирелә башлай

13 ноябрҙә Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн сертификаттар тапшыра башлайҙар. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары юлламалар менән сираттан тыш тәьмин ителә, тип билдәләнеләр республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгендә.

Иҡтисад

Республикала «Ауыл табибы» программаһы буйынса 99 табипҡа 1 миллион һум тапшырыла

Быйыл «Ауыл табибы» федераль программаһы буйынса Башҡортостандың 99 табибына — 1 миллион һум, 10 фельдшерға 500 мең һум тапшырыла. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Кононова һүҙҙәренсә, түләүҙәр 15 ноябргә тиклем тамамлана.

Иҡтисад

Баш ҡалала «сәнәғәт» һөнәрҙәре йәрминкәһе була

14 ноябрҙә Өфөлә сәнәғәт предприятиеларының һөнәрҙәр йәрминкәһе була.

«Башинформ» агентлығына Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — инженер, водитель, йөк тейәүсе, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь, токарь, тракторсы һәм башҡалар.

Иҡтисад

Башҡортостан сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған төбәктәр иҫәбенә инде

Башҡортостан 2019 йылда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған кешеләрҙең күплеге буйынса Рәсәйҙең 10 төбәге исемлегенә инде, тип хәбәр итә РБК.

Росстат йыл дауамында сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған граждандарҙы иҫәпләгән – Рәсәйҙә улар 12% тәшкил иткән.

Иҡтисад

Башҡортостанда эшҡыуарҙарға декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы яңынан уҡытҡан өсөн компенсация бирелә

Башҡортостанда йәшәүселәр декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллеге проекты буйынса фекер алышыуҙа ҡатнаша ала. Яңылыҡ эшҡыуарҙарға декретта ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллеген ойошторған өсөн субсидия түләүҙе күҙ уңында тота.

Иҡтисад

Республикала нимә нығыраҡ ҡиммәтләнгән һәм арзанайған – статистика

Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡулланыусылар кәрзинендә айырыуса йәшелсә ҡиммәтләнгән. Әйтәйек, помидорҙың хаҡы 13,5 процентҡа артып, бер килограмы уртаса 90 һумға еткән, тип хәбәр итә Башстат.

Иҡтисад

Башҡортостан һалымсылары граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштора

2018 йыл өсөн милек һалымын түләү ваҡыты яҡынлашып килгәнлектән, шулай уҡ халыҡҡа милек һалымы һәм физик берәмектәр килеменә һалым тураһында мәғлүмәт биреү акцияһы барышында Башҡортостан Республикаһының һалым органдары граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштора.

Иҡтисад

Алты процентлы ставка менән льготалы ипотека инвалид балалы ғаиләләргә лә ҡағыла

Алты процентлы ставка менән льготалы ипотека инвалид балалы ғаиләләргә лә ҡағыла.

Ишле ғаиләләр өсөн ипотека буйынса ставканы субсидиялау ҡағиҙәләре инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә лә ҡағыла.

Иҡтисад

Башҡортостан Рәсәй автомобилдәрен һатыу буйынса төбәктәр араһында өсөнсө урынды алды

Башҡортостан Рәсәй автомобилдәрен һатыу буйынса өс лидер иҫәбенә инде.

Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә республикала 13,4 мең илебеҙ автомобиле һатылған, тип белдерҙе «Автостат» аналитика агентлығы.

Иҡтисад

2 декабрҙә милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

2 декабрҙә милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана, тип белдерҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Һүҙ, атап әйткәндә, милек, транспорт һәм ер һалымын түләү тураһында бара.

Иҡтисад

Башҡортостандан 30-сы инвестор Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрын тулыландырҙы

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандан иҫәп буйынса 30-сы резидентты Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрына индерҙе.

Иҡтисад

Радий Хәбиров 2020 йылда Башҡортостандың бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырырға вәғәҙә бирҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырырға вәғәҙә бирҙе. Был хаҡта ул «Фейсбукта»ғы сәхифәһендә яҙҙы.

«Киләһе йылға бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына быйылға ҡарағанда 1,6 миллиард һумға күберәк йүнәлтербеҙ, ә өс йылда эш хаҡы артыуы 9,7 миллиард һум тәшкил итер.

Иҡтисад

11 ноябрҙән Башҡортостанда йортҡа газ үткәргән өсөн компенсацияға документтар ҡабул итеү башлана

11 ноябрҙән Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдары һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләре торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификат алыуға хоҡуғы булғандарҙан документтар ҡабул итә башлай.

Иҡтисад

Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамлана

Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамлана. Әлеге ваҡытта эштәр 99 процентҡа башҡарылған. 5 ноябрҙә аграрийҙар 1 миллион 723 мең мең тамыраҙыҡ ҡаҙып алған, был былтырғыға ҡарағанда 300 мең тоннаға юғарыраҡ.

Иҡтисад

2022 йылға республикала уртаса эш хаҡы 43 500 һумға етергә тейеш

2022 йылға Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡын 43,5 мең һумға еткереү күҙаллана. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеше прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесенә өлгәшеү билдәләнгән.

Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙын Фарсы ҡултығы илдәренә оҙатыу күҙаллана

Башҡорт ҡымыҙын һәм бейә һөтөн Кувейтҡа һәм Ғәрәп ярымутрауының башҡа илдәренә оҙатыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан.

Иҡтисад

2020 йылдан рәсәйҙәргә фитнес-хеҙмәттәрҙе һалым ҡайтармаһы иҫәбенә ҡапларға теләйҙәр

Фитнес-хеҙмәттәргә һалым ҡайтармаһы 2020 йылдың йәйендә үк барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип хәбәр итә «Известия», Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Владимир Гутенёвҡа һылтанма менән.

Иҡтисад

Мәғариф министрлығы төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларға бүләктәр өсөн 1 миллион һумдан ашыу тотонорға әҙер

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы татлы бүләктәргә һәм уйынсыҡ ҡомаҡтарға бер миллион һумдан саҡ ҡына күберәк аҡса тотонорға әҙер. Ведомство дәүләт һатып алыуҙары сайтында аукционға ике ғариза урынлаштырҙы: береһе — 509,6 мең һум (уйынсыҡтар), икенсеһе — 500,6 мең һум (тәм-том).

Иҡтисад

Башҡортостан пенсионерҙарына һәм инвалидтарына туристик юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплайҙар

13 ноябрҙән Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юллама хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшырыу башлана.

Башҡортостанда эске һәм ситтән килгәндәрҙе ҡабул итеү туризмын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу ярҙамында юлламаны өлөшләтә субсидиялау өсөн шарттар булдырылды.

Иҡтисад

Республикала йәшәүселәрҙең йорттарына газ үткәреү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостан хөкүмәте халыҡтың ҡайһы бер категорияларына шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү һәм түләү тәртибен раҫланы.

Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән, шәхси йорто йәки милек хоҡуғында өлөшкә эйә булған һәм түбәндәге категорияларға ҡараған Рәсәй граждандарының ошондай сертификат алыуға хоҡуғы бар.

Иҡтисад
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть