Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.30

EUR 69.41

25 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Мәҙәниәт

«Беренсе Республика» фильмы — «Алтын тәлинкә» премияһының беренсе этабы еңеүсеһе

Татарстан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының Актерҙар йортонда (Ҡазан) кинематография өлкәһендәге I «Алтын тәлинкә» төбәк-ара премияһының беренсе этабын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Мәҙәниәт

Өфөлә иҫке төрки телен өйрәнеү курсы асыла

8 ғинуарҙа Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Иҫке төрки телен өйрәнеү курсы» проектын башлай. Курсты китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтов алып бара.

Мәҙәниәт

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең репертуары адыгей халыҡ бейеүе менән байытыла

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре адыгей халыҡ бейеүе өҫтөндә эш башланы.

Уны ҡуйыу өсөн Өфөгә Адыгеяның «Нальмэс» дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе һәм баш балетмейстеры Аслан Хаджаев килде.

Мәҙәниәт

Яңы йыл төнөндә Өфөлә Elvin Grey һәм уның командаһы концерт менән сығыш яһай

Яңы йыл төнөндә Өфөлә Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр башҡарыусыһы Радик Юлъяҡшиндың концерты була. Уның 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндәге сығышы – «TERRA ZIMA» фестиваленең көтөп алынған ваҡиғаһы.

Мәҙәниәт

«Ете егет» реалити-шоуы еңеүсеһенә ат бүләк иттеләр

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Егеттәр балы» телевизион проектының финалы уҙҙы. Төп бүләк – башҡорт тоҡомло ат Әбйәлил районынан Салауат Хафизовҡа эләкте.

«Ете егет» проектында ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ҡиммәтле приздарға: республика шифаханаларынан, бағыусыларҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан бүләктәргә лайыҡ булды.

Мәҙәниәт

Өфөлә яңы йыл ретро-күргәҙмәһендә 500 шыршы уйынсығы, открыткалар һәм аксессуарҙар күрһәтелә

Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостан Республикаһының Милли музейы «Яңы йыл тураһында» ретро-күргәҙмә ойоштора.

Витриналарҙа 500-гә яҡын предмет: шыршы уйынсыҡтары, аксессуарҙар, ХХ быуаттың 40-60-сы йылдарындағы яңы йыл открыткалары ҡуйыла.

Мәҙәниәт

Республикала «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

XXVI «Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. 2020 йылдың конкурс миҙгелен асҡан тәүге бәйге 23-25 ғинуарҙа Бөрөлә уҙғарыла.

Мәҙәниәт

Өфөлә 2-се башҡорт лицейына яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде

Өфөлә 2-се башҡорт лицейына яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде. 2019 йылда башҡорт халҡының данлы улы, яҙыусы, шағир, уҡытыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулды.

Мәҙәниәт

Романдың төп геройы — Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты Мортаза Рәхимов

Китаптың төп геройы — Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты Мортаза Рәхимов.

Билдәле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов «Мортаза Рәхимов» тигән яңы документаль роман яҙған.

Мәҙәниәт

Өфөлә Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон уҙғарыла

14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон ойошторола. Тура эфир иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Программала — яратҡан алып барыусылар, көтөлмәгән ҡунаҡтар һәм сағыу милли кейемдәр, «Мега» сауҙа-күңел асыу комплексында республика байрамынан тура тоташтырыу, тип хәбәр иттеләр каналдың матбуғат хеҙмәтенән.

Мәҙәниәт

Марсель Сәлимов һәм «Илһам» театры Германияла де Ришелье исемендәге конкурс лауреаттары булды

Де Ришелье исемендәге Халыҡ-ара әҙәби-художество конкурсы йомғаҡтары буйынса башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов һәм Мәскәүҙең «Илһам» халыҡ театры актерҙары Руслан Борников, Дарья Шаталина, Марсель Усманов, Альберт Әхмәтханов «Бриллиантовый Дюк» дипломына эйә булды.

Мәҙәниәт

Башҡорт теле көнө: 14 декабрҙә Өфөлә ҡайҙа барырға

14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Быйыл дата Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров указы менән рәсми раҫланды.

Башҡорт теле көнөнөң төп саралары 14 декабрҙә үткәрелә.

Мәҙәниәт

Башҡортостан спортсылары пуля менән атыу буйынса Рәсәй беренселегендә биш миҙал яуланы

Башҡортостан спортсылары Ҡазандан пуля менән атыу буйынса Рәсәй беренселегенән биш миҙал алып ҡайтты: өс «бронза», бер «көмөш» һәм бер «алтын». Уларҙы Белореттан Матвей Потапов, Даниил Борисов һәм Алексей Афанасьев яуланы.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда үҙешмәкәр ҡурайсылар конкурсы 140-ҡа яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы

Башҡортостанда үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың «Тылсымлы ҡурай моңо» асыҡ республика конкурсы уҙҙы.

Конкурста Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ күрше Татарстандан 140-ҡа яҡын кеше ҡатнашты.

Мәҙәниәт

Камил Буҙыҡаев «Башинформ»ға ни өсөн үҙенең тәүге эштәрен комментарийҙар менән күрһәтеүен һөйләне

Өфө тарихы музейында билдәле рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмә «Мына ҡарале!» тип атала.

Рәссам үҙенең сатирик эштәре, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошо күренештәренә бик тиҙ яуап биреүе һәм хатта ваҡиғаларҙы алдан күрә алыуы менән ҙур популярлыҡ яуланы.

Мәҙәниәт

Өфөлә Башҡорт театрының 100 йыллығын билдәләнеләр

Өфөлә Башҡорт театрының 100 йыллығын билдәләнеләр. Башҡорт опера һәм балет театрында уҙған тантаналы кисәгә бөтә мәҙәни йәмәғәтселек йыйылды. Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрында иһә капиталь ремонт эштәре бара.

Мәҙәниәт

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө итеп раҫларға тәҡдим итте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт йәмәғәт ойошмалары исеменән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип раҫлауҙы һораған мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Мәҙәниәт

«Ағиҙел»дең яңы етәксеһе республика предприятиеһын донъя кимәленә сығарырға ниәтләй

Башҡортостан Республикаһының «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы етәксеһе итеп Гүзәл Кәримова тәғәйенләнде. Бынан алда ул «Орнамент» халыҡ художество кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының башҡарма директоры вазифаһын биләне.

Мәҙәниәт

Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр

Бер юлы ике илдә – Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда – башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов китаптарының исем туйҙары үтте.

Мәҙәниәт

Башҡортостан ҡыҙы «Йылдың иң яҡшы моделе» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында еңде

Мәскәүҙә «Йылдың иң яҡшы моделе — 2019» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсының финалы үтте.

Башҡортостан исеменән Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Милена Вәхитова сығыш яһаны.

Мәҙәниәт

«Тамыр» телеканалының ишле ғаиләләр хаҡында проекты «Федерация» конкурсында еңеү яуланы

«Тамыр» телеканалының ишле ғаиләләр тураһында «Балалар күп булмай» исемле яңы проекты «Федерация» бишенсе телевизион конкурсында еңеүсе яуланы. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә уҙҙы.

Мәҙәниәт

Асҡар Абдразаҡов «Онегин» опера премияһына лайыҡ булды

Санкт-Петербургта Михайлов театры сәхнәһендә «Онегин» милли опера премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Сарала Михайлов театрының симфоник оркестры оҙатыуында донъя опера сәхнәһе йондоҙҙары сығыш яһаны.

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть