Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Мәҙәниәт

Студенттарҙы асыҡ һауалағы «Сәләм, студент!» байрамына саҡыралар

8 сентябрҙә Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында ҡаланың уҡыусы йәштәре өсөн «Сәләм, студент!» байрамы ойошторола.

Быйылғы сараның хедлайнеры — Ленар Белый, тип хәбәр итте радиожурналист Гүзәл Ситдиҡова.

Мәҙәниәт

Өфөлә танылған башҡорт яҙыусыһы Сабир Шәрипов донъя ҡуйҙы

Бөгөн иртән Өфөлә танылған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, Башҡортостандың яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәрипов 71-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Мәҙәниәт

Өфөлә Ибраһим Ғиззәтуллиндың 100 йыллығына уның «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» китабы донъя күрҙе

Өфөлә Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» китабы донъя күрҙе.

Китап башҡорт яҙыусыһының 100 йыллығына З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында баҫылып сыҡты.

Мәҙәниәт

Рәсәй йырсыһы Иосиф Кобзон вафат булды

Мәскәүҙә легендар эстрада йырсыһы, Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон 81-се йәшендә вафат булды. Был хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары артистың туғандарына һылтанып хәбәр итә.

Мәҙәниәт

Театр төнөндә Башҡорт театры тамашасыларҙы «Ғафаровса кәтлиттәр» һәм «Бөҙрә Хайсарчик» торты менән һыйлай

12 сентябрҙә республиканың барлыҡ театрҙары «Театр төнө» акцияһында ҡатнаша.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасыларға театр буфетынан фирма ризыҡтарын — «Ғафаровса кәтлиттәр», «Ирсаева териякиһы», «Бөҙрә Хайсарчик» тортын тәҡдим итергә вәғәҙәләй.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә Флүр Ғәлимовтың трилогияһы донъя күрҙе

Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы донъя күрҙе.

Өс романдан торған китап авторҙың үҙенең тәржемәһендә баҫылып сыҡҡан.

Мәҙәниәт

Башҡорт ҡурайсыһы Азат Биксурин Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2018» ҡаҙаҡ мәҙәниәте фестивале лауреаты булды

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2018» ҡаҙаҡ мәҙәниәте фестивале барышында инструменталь музыка конкурсында беренсе премия лауреаты булды.

Мәҙәниәт

Башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың Греция буйлап әҙәби турҙары уңышлы тамамланды

Башҡорт яҙыусы-сатиригы, шағир һәм журналист Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) Греция буйлап әҙәби турҙары тамамланды. Һуңғы биш йылда ул йыл һайын «цивилизация бишеге» тип иҫәпләнгән эллиндар иленә сәйәхәт ҡылды.

Мәҙәниәт

Рәсәй көнөнә ҡарата интернетта бер нисә башҡорт фильмы барлыҡҡа килде

Рәсәй көнөнә ҡарата интернетта бер нисә башҡорт фильмы барлыҡҡа килде.

Улар — «Быяла юлсы» (1996), «Ауыл өҫтөндә йәйғор» (2000), «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» (2002) нәфис фильмдары һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповҡа арналған «Ваҡыт каруаны» (2002) документаль фильмы.

Мәҙәниәт

Өфөлә илдәге иң ҙур музыкаль флешмоб — 1000 музыкант көнө уҙа

25 августа Өфөлә икенсе тапҡыр илдәге иң ҙур музыкаль флешмоб — 1000 музыкант көнө ойошторола. Уҙғарыу урыны шул уҡ — Өфө амфитеатры.

1000 музыкант көнөндә башҡарыу өсөн өс йыр һайланған: «Кино» — «Группа крови», Nirvana — Smells Like Teen Spirit, AC/DC — It's a Long Way to the Top.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорттары яңыртыла

Башҡортостанда «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорттары яңыртыла.

Туймазы районының Үрге Троицк ауыл мәҙәниәт йортонда «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты аша яңы заманса тауыш ҡорамалы һатып алынды.

Мәҙәниәт

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙа

Өфөлә 25-26 октябрҙә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла.

Башҡортостандан ҡатнашыусылар өсөн конкурстың һайлап алыу туры интернетта 1 сентябрҙә башлана һәм 15 октябргә тиклем дауам итә.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда театр коллективтарына ярҙам итеү өсөн республика башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә башланы

2018 йылға республика театр коллективтарының ижади проекттарына ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста, ойоштороу-хоҡуҡи формаһына һәм милек формаһына ҡарамаҫтан, республика биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған ижади коллективтар ҡатнаша ала.

Мәҙәниәт

Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Плёс ҡала биләмәһе Советы рәйесе һәм Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Мәҙәниәт

12 сентябрҙә Өфөлә Театр төнө уҙа

12 сентябрҙә Өфөлә һәм Башҡортостан ҡалаларында Театр төнө уҙа.

Йыл һайын ойошторолған мәҙәни акция тамашасыларға театрҙың эске донъяһын күрһәтеүгә — яңы театр миҙгеленең серҙәрен асыуға, театр һөнәрҙәре, спектаклдәр ҡуйыу процесы менән таныштырыуға йүнәлтелгән.

Мәҙәниәт

Владимир Спиваковтың скрипкасылар конкурсында ҡатнашыусыларҙың исемдәре билдәле булды

Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында ҡатнашыусыларҙың исемдәре билдәле булды.

Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса «Vladimir Spivakov International Violin Competition» конкурсына 12 йәш музыкант үтте.

Мәҙәниәт

Башҡортостан башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге гранттарына ғаризалар ҡабул ителә

2019 йылға Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге гранттарына ғаризалар ҡабул ителә. Гранттар музыка, театр, педагогия, хореография һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре һәм һөнәрселек, халыҡ ижады өлкәһендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәни ҡеүәтен үҫтереү өсөн булдырылды.

Мәҙәниәт

«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелә

Республика алдында ҙур ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған кешеләрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ололау буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышында «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында үтенес хупланды.

Мәҙәниәт

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның көндәлек яҙмалары һәм хаттары донъя күрергә тейеш

Өфөлә «Китап» нәшриәте Мостай Кәрим әҫәрҙәренең тулы йыйынтығының һуңғы, 10-сы томын сығарырға йыйына.

М.Кәрим исемендәге фондтан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда китап Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығы уңайынан сығарыла.

Мәҙәниәт

Рөстәм Хәмитов «Росгосцирк»тың генераль директоры менән Өфө циркын төҙөкләндереүҙе тикшерҙе

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы»ның генераль директоры Дмитрий Иванов менән осрашты. Өфө дәүләт циркын реконструкциялау, төбәктә цирк сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала бер нисә мәҙәни мираҫ объектының сиктәре раҫланды

Өфөлә асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттарының сиктәре һәм биләмәне файҙаланыу режимы раҫланды. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың тейешле бойороҡтары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Мәҙәниәт

Башҡорттар Испаниялағы фестивалдә һәммәһен дә сәк-сәк менән хайран ҡалдырҙы

Испанияла йолаға әүерелгән 32-се Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале бара. Мьяхадас ҡалаһында фестивалдә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең милли ризыҡтарын күрһәтеү мөмкинлеге бирелде.

Мәҙәниәт

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә. Проект өҫтөндә М.Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Оҫтахана» кинокомпанияһы (Мәскәү) эшләй.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Александр Галибин Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлем» фильмын төшөрә

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса фильм «Һеңлем» исеме аҫтында төшөрөлә. Жанры хәрби драма тип билдәләнгән.

Әлеге ваҡытта республиканың Белорет районы Яңы Хәсән ауылында Инйәр йылғаһы буйында картина өҫтөндә эш бара.

Мәҙәниәт

Башҡорт драма театрының 99-сы миҙгеле: тамашасыларҙы ниндәй премьералар көтә

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма тетары труппаһы бөгөн йәйге ялдан һуң бергә йыйылды. Ижади составты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе Александр Кузьменко ҡотланы.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығы уңайынан мәҙәни сараларға әҙерлек бара

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығы уңайынан мәҙәни сараларға әҙерлек бара.

Мәҙәниәт министрлығы 2019 йылда Башҡортостанда үтергә тейешле мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара саралар планын төҙөгән.

Мәҙәниәт

Республикабыҙ райондарының береһенә телевидение хеҙмәткәрҙәренең «һанлы десанты» төшә

Бөгөн, 9 августа, Дыуан районының Мәсәғүт ауылына «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «һанлы десанты» төшә. Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы журналистары ауыл райондарында йәшәүселәрҙе һанлы телевидениеның үҙенсәлектәре менән таныштырыу өсөн республика район-ҡалалары буйлап турға сыға.

Мәҙәниәт

Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Шиғриәт байрамына саҡыралар

Бөгөн Өфөлә Шиғриәт байрамы була. 8 августа Яҡутов паркында республика яҙыусылары һәм шағирҙары йыйыла.

Тирмәләр ҡаласығында һүҙ оҫталары үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡый һәм китап уҡыусылар менән аралаша.

Мәҙәниәт

Телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарына 185 проект дәғүә итә

Республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарына дәғүә итеүгә һайлап алыуҙы 185 проект уңышлы үтте.

Мәҙәниәт

Стәрлетамаҡтың рус театры Макдонах фестивалендә «Матурлыҡ королеваһы»н күрһәтә

Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус дәүләт драма театры Макдонахтың III театр фестивалендә ҡатнаша.

Театр «Матурлыҡ королеваһы» спектаклен күрһәтә, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Мәҙәниәт

Журналистарҙы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Республиканың 100 йыллығы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы алдынан «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсы булдырылған.

Мәҙәниәт

Өфөлә Ирек Кинйәбулатовтың 80 йыллығына уның китабы баҫылып сыҡты

Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағир Ирек Кинйәбулатовтың 80 йыллығына уның «Бер йәшәргә тыуҙым» исемле китабы донъя күрҙе.

Китапҡа шағирҙың быға тиклем баҫылмаған, 2013-2016 йылдарҙа яҙылған шиғырҙары ингән.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Unplugged 1000» музыкаль акустик флешмоб уҙғарыла

Өфөлә «Unplugged 1000» тигән ҙур музыкаль флешмоб уҙғарыла. Ойоштороусылар баш ҡала халҡын һәм уның ҡунаҡтарын йәйҙең төп ваҡиғаларының береһенә саҡыра.

5 августа «Ватан» этно-паркына илдең төрлө төбәктәренән башҡарыусылар йыйыла.

Мәҙәниәт

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблен кем етәкләйәсәге билдәле булды

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен кем етәкләйәсәге билдәле булды. Кисә Өфөлә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы дәүләт учреждениелары етәкселәре вазифаларын биләүгә конкурс уҙҙы.

Мәҙәниәт

«Кино төнө» акцияһындағы фильмдар өсөн тауыш биреү лидерҙары иғлан ителде

«Кино төнө» акцияһындағы фильмдар өсөн тауыш биреү лидерҙары иғлан ителде. Ким Дружининдың «Танки», Дмитрий Тюриндың «Рубеж» һәм Дмитрий Дьяченконың «Последний богатырь» кинотаҫмалары ТАСС агентлығының онлайн тауыш биреү лидерҙары булды.

Мәҙәниәт

«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө республика исеменән «Донъя музыкаһы» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө республика исеменән Санкт-Петербургта III «Донъя музыкаһы» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша.

Йыл һайын уҙғарылған «Донъя музыкаһы» фестивале 11-12 августа Шереметьев һарайында — Музыка музейында була.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Дим буйы йәштәренең йыйыны үтә

Дәүләкән районында 11 августа «Дим буйы йәштәре йыйыны»н уҙғарыу күҙаллана. Форум Яңы Яппар ауылы эргәһендә була. Уны Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты булышлығында Дәүләкән районы мөхтәсибәте, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы һәм муниципалитет хакимиәттәре ойоштора.

Мәҙәниәт

Башҡортостандан опера йырсыһын Сыңғыҙ Айытматов миҙалы менән бүләкләнеләр

Опера йырсыһы, Башҡорт опера һәм балет театры солисы Любовь Буторинаны Сыңғыҙ Айытматов миҙалы менән бүләкләнеләр.

Награда сәнғәт, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә бирелә.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда моряктарға һәйкәл асылды

Туймазы районының Ҡандра ауылында Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө уңайынан флотта хеҙмәт иткән яҡташтарына арналған иҫтәлекле монумент ҡуйҙылар. Хәҙер һәйкәл ауылдың Дан аллеяһын биҙәй.

Мәҙәниәт

Башҡорт театры тураһында «Ете ҡыҙ театры» фильмы Калифорниялағы кинофестивалдә еңеү яуланы

Салауат башҡорт драма театрының тарихы тураһында «Ете ҡыҙ театры» фильмы Benicia Film Festival кинофестивалендә (Бениш, Калифорния, АҠШ) еңеүсе булды.

Режиссер Кирстен Гайнеттың эше «Best Art in Film»/ «Сәнғәт тураһында иң яҡшы фильм» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

Мәҙәниәт

Өфөлә Санкт-Петербург балауыҙ һындары музейының күргәҙмәһе асыла

Башҡортостандың Милли музейында Санкт-Петербург балауыҙ һындары музейының күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмәлә 40-дән ашыу һын тәҡдим ителгән. Килеүселәр Рәсәйҙең һәм донъяның билдәле сәйәсмәндәрен, бөйөк ғалимдарҙы, сәнғәт эшмәкәрҙәрен, шоу-бизнес һәм кино йондоҙҙарын, йәнһүрәттәрҙәге популяр персонаждарҙы, шулай уҡ Гиннес рекордтар китабынан һындарҙы ҡарай аласаҡ.

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть