Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Мәҙәниәт

«Спектакль уңышлы килеп сыҡты» — Гүзәл Яхина Башҡорт драма театрында ҡуйылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» тамашаһы хаҡында

Гүзәл Яхина М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында сәхнәләштерелгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен (режиссеры Айрат Абушахманов) юғары баһаланы.

Мәҙәниәт

Республиканың 100 йыллығына «Минең данлы Башҡортостаным!» поэмалар конкурсы иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына «Минең данлы Башҡортостаным!» поэмалар яҙыу буйынса конкурс иғлан ителде.

Конкурс 2018 йылдың 1 февраленән 30 ноябренә ҡәҙәр башҡорт телендә шиғриәт (поэма) номинацияһы буйынса үтә.

Мәҙәниәт

Башҡортостанға мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә федераль ҡаҙнанан 81 миллион һум бүленгән

«Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан 81 миллион һумдан ашыу бүленгән. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Арина Рәхимғолова хәбәр итеүенсә, уларҙан 47 миллион – ауыл мәҙәниәт йорттарын яңыртыуға, 30 миллион самаһы – бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙарға ярҙам итеүгә һәм 5 миллион балалар һәм йәштәр өсөн театрҙарҙы үҫтереүгә йүнәлтелә.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсында иң сағыу һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнә

Өфөлә II «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы йомғаҡ яһай. Бүләкләү тантанаһы 5 мартта Профсоюздар йортонда уҙа. Финал алдынан ойоштороусылар — Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте матбуғат конференцияһында сараның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.

Мәҙәниәт

Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына ижади оҫтаханалар һәм фестивалдәр ойошторола

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығы уңайынан бер нисә ижади проект әҙерләнә.

Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры Алһыу Хәсбиуллина хәбәр итеүенсә, ижади оҫтаханалар уҙғарыу һәм уҡыу йортоноң тарихы тураһында мәҡәләләр йыйынтығын баҫтырыу, «XXI быуатта фән сәнғәт тураһында» йәштәр фәнни-мәғариф форумы ҡаралған.

Мәҙәниәт

Әнғәм Атнабаевтың 90 йыллығы: Өфөлә Хәтер кисәһендә халыҡ шағирының ижадына байҡау яһанылар

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында шағирҙар һәм яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яҙыусының яҡындары һәм яҡташтары, уның ижадын үҙ итеүселәр йыйылды.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә төбәк-ара башҡарыусылар конкурсы үтә

Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсын үткәреү күҙаллана. Конкурстың исемендә – йырсының популяр йырҙарының береһе.

Мәҙәниәт

Краснодарҙа яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың китабының исем туйы уҙҙы

23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Краснодарҙа Мәхмүт Сәлимовтың китабының исем туйы уҙҙы. «Ағиҙел-К» башҡорт милли үҙәге» Краснодар крайы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Әүхәт Мусин яҙыусының ижади осрашыуын үткәрергә саҡырҙы.

Мәҙәниәт

Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары тәүге тапҡыр факсимиль баҫмала донъя күрҙе

«Китап» нәшриәтендә Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары тәүге тапҡыр факсимиль баҫмала донъя күрҙе. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.

Мәҙәниәт

Өфөлә башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың ижади тормошо хаҡында йыйынтыҡ сыҡты

Өфөлә, «Белая река» нәшриәтендә, «Рәсәй юморы илсеһе: Марсель Сәлимов (Мар. Салим)» мәғлүмәт-библиографик баҫмаһы донъя күрҙе. Ул Евразия ижад гильдияһы (Лондон) аҫтында тормошҡа ашырылды һәм «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов» (Өфө, 2017) китабының дауамы булып тора.

Мәҙәниәт

Өфөлә Әнғәм Атнабаевтың 90 йыллығына китап донъя күрҙе

Өфөлә башҡорт, татар һәм рус телдәрендә «Беҙҙең Атнабай: шиғырҙар, мәҡәләләр, иҫтәлектәр» тигән китап донъя күрҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан әҙерләнгән йыйынтыҡҡа уның шиғырҙары,ҡәләмдәштәренең мәҡәләләре тупланған.

Мәҙәниәт

Республикала мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға хәйриә аҡса йыйыу иғлан ителгән

Башҡортостанда мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға хәйриә аҡса йыйыу иғлан ителгән. Акция инициаторы – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ҡарамағында Республика биләмәһендә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советы.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Буранғолов көндәре үтә

Башҡортостанда Буранғолов көндәре үтә. Уҡыусылар форумы республиканың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург, публицист, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтшә Буранғоловтоң ижади мираҫына арналған.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең концерты уҙҙы

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең быйылғы тәүге концерты «Башҡортостан — тыуған төйәгем» тигән исем аҫтында үтте. Үҙәк теүәл өс йыл элек Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге эргәһендә ойошторолғайны.

Мәҙәниәт

Ҡурсаҡ театрында Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады хаҡында спектакль өҫтөндә эш башланды

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады хаҡында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакле өҫтөндә эш башланды.

Идея авторы һәм спектаклдең режиссеры Альберт Имаметдинов үҙенең эше хаҡында былай ти: «Мин Мостафа Сафа улының ниндәй кеше булыуы хаҡында һөйләгем килә.

Мәҙәниәт

Өфөгә «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы авторы Гүзәл Яхина килә

Өфөлә «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы авторы үҙенең романы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарарға һәм китап уҡыусылар менән аралашырға ниәтләй. Гүзәл Яхина баш ҡалабыҙға 27 февралдә бер генә көнгә килә.

Мәҙәниәт

Башҡортостан журналисы һәм шағирә ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булды

Төркиәнең Кастамону ҡалаһында Мәғжән Йомабаев йылын асыу һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Ошо абруйлы наградаға «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, журналист һәм шағирә Лариса Абдуллина лайыҡ булды.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Алһыу ҡаплан» джаз фестивале хедлайнерҙары билдәле булды

Башҡортостандың баш ҡалаһында 6-8 апрелдә «Алһыу ҡаплан» XXII халыҡ-ара джаз фестивале үтә. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөгә бөтә донъянан музыканттар йыйыласаҡ, шул иҫәптән күренекле Рәсәй джазмены Игорь Бутман киләсәк.

Мәҙәниәт

Өфөлә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Шайморатовты иҫкә алалар

20 февралдә Өфөлә йәшәүселәр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Шайморатовты иҫкә ала һәм Сталинград һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй.

Мәҙәниәт

Башҡортостан әҙәбиәтселәре Рәсәй Яҙыусылар союзының эшсе органдарына инде

Үҙәк әҙәбиәтселәр йортоноң ҙур залында, илдең алдынғы ижади ойошманың 60 йыллығында, Рәсәй Яҙыусылар союзының 15-се съезы үтте. Съезд эшендә Рәсәй Президенты советнигы Владимир Толстой, Ҡытай, Италия, Франция, Вьетнам, Сүриә, Палестина, Белоруссия делегациялары ҡатнашты.

Мәҙәниәт

Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале ҡатнашырға саҡыра

Фәйзи Ғәскәров исемендәге VIII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале иң яҡшы бейеү коллективтарын йыя. Ҡатнашыу өсөн үҙешмәкәр халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре саҡырыла.

Мәҙәниәт

Республикала Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асыла

Башҡортостанда Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асыла. Ошо хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомствоның 2017 йылғы йомғаҡтары һәм 2018 йылға пландары буйынса киңәйтелгән коллегия ултырышында белдерҙе.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» өсөнсө республика фестивале үтә

1-3 мартта Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» өсөнсө республика фестивале үтә. Был турала Башҡортостан Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге етәксеһе Гөлфиә Шәрипова хәбәр итте.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Кызыл таң» гәзитенең 100 йыллығына «Хистәремде ҡулъяулыҡҡа сигәм» халыҡ оҫталары конкурсы үтә

Өфө «Нур» дәүләт татар театрында «Хистәремде ҡулъяулыҡҡа сигәм» конкурсының финалы үтә. Ҡул эштәре буйынса конкурсты «Кызыл таң» гәзите иғлан итте.

Мәҙәниәт

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың 90 йыллығына арналған Хәтер кисәһе үтә

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтә. Сара 26 февралдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында була.

Мәҙәниәт

Өфөлә бөйөк рус йырсыһы Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 145 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Баш ҡалала Өфө сәнғәт институты янында бөйөк рус йырсыһы Фёдор Шаляпинға ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалдылар. Нәҡ ошонда, шул саҡтағы Дворяндар йортонда, йәш артист тәүгә опера башҡарған.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда бард йыры балалар телевизион конкурсы башлана

«Ҡош юлы» йәштәр хәрәкәте һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы «Ҡош Юлы. Балалар» башҡорт бард йыры яңы телевизион конкурсы өҫтөндә эшләй.

Ошо көндәрҙә проекттың тәүге сығарылыштары төшөрөлдө.

Мәҙәниәт

Танылған журналист Алик Шакиров «Башинформ» агентлығы хаҡында тәүге китап яҙҙы

Өфөлә танылған журналист Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хаҡында тәүге китап яҙҙы. Ошо көндәрҙә «Яңылыҡтар — беҙҙең һөнәребеҙ» тигән китап донъя күрҙе.

Мәҙәниәт

Төбәктән туғыҙ бала «Кескәй геройҙар форумы» фильмында төшкән

12 февралдә Хәрби Дан музейында «Кескәй геройҙар форумы» балаларын төшөргәндәр. Республиканың төрлө райондарынан туғыҙ бала үҙҙәренең батырлыҡтары тураһында һөйләргә баш ҡалаға килде.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда йырсыларҙың Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы уҙа

Башҡортостанда йырсыларҙың Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы уҙа. Сара 23 мартта күренекле артистың тыуған төйәгендә — Яңауылда ойошторола.

Мәҙәниәт

Башҡорт драма театрында билдәле яҡут режиссеры «Урал батыр» эпосын сәхнәләштерә

2018 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә йәнә башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы — «Урал батыр» эпосы сәхнәләштерелә. Театрҙың әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, спектакль республиканың 100 йыллығына һәм театрҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған.

Мәҙәниәт

2018 йылда бер төркөм Башҡортостан яҙыусыларының юбилейҙарын республика кимәлендә билдәләйҙәр

Башҡортостанда 2018 йылда ниндәй яҙыусыларҙың юбилейҙары билдәләнәсәге асыҡланды. Республика Хөкүмәтенең бойороғо рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡҡан.

Мәҙәниәт

Өфөлә Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Ел тыуҙырған моң…» альбомы менән таныштырҙы

Өфөлә Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Ел тыуҙырған моң…» исемле яңы аудиоальбомы менән таныштырҙы. Унда күренекле башҡорт композиторҙары Нур Дауытов, Илдар Хисаметдинов, Шәүрә Сәғитова, Урал Иҙелбаев эшкәртеүендәге йырҙар һәм башҡорт халыҡ көйҙәре, шулай уҡ Урал Иҙелбаевтың ижад емештәре тупланған.

Мәҙәниәт

Ольга Голодец 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороу комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

6 февралдә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Мәҙәниәт

«Йәшлек» республика гәзите юбилейын билдәләй

Ошо көндәрҙә «Йәшлек» республика йәштәр гәзите 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Республикалағы төп баҫмаларҙың береһе тәү сиратта әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан йәштәргә тәғәйенләнһә лә, олоһо ла, кесеһе лә гәзитте яратып уҡый.

Мәҙәниәт

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Өфөлә «Хазина» концерт программаһы менән сығыш яһай

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына әүҙем әҙерләнә. 9 февралдә коллектив «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Хазина» исемле концерт программаһы менән сығыш яһай.

Мәҙәниәт

Өфөлә күренекле музыкант Роберт Заһретдиновтың юбилейына «Виртуоз…» фильмының исем туйы уҙа

Өфөлә танылған музыкант Роберт Заһретдиновтың юбилейына арналған «Виртуоз…» фильмының исем туйы була. Документаль картина «Башҡортостан» киностудияһында артистың тыуыуына 85 йыл тулыуға уңайынан төшөрөлгән.

Мәҙәниәт

«Өфөнән һөйөү менән» фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһына лайыҡ булды

Мәскәүҙә «Блокбастер» профессиональ премияһы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Кинобизнеста 2017 йылға йомғаҡтар яһалды. «Өфөнән һөйөү менән» («AskarFilm») фильмы «Блокбастер» ХХI профессиональ премияһының «сикләнгән прокатта иң табышлы фильм» номинацияһында еңеүсе булды.

Мәҙәниәт

Республикала Назар Нәжмиҙең һәм Әнғәм Атнабаевтың юбилейҙарына бағышланған әҙәби конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Назар Нәжмиҙең һәм Әнғәм Атнабаевтың юбилей даталарына арналған әҙәби конкурс иғлан ителде.

Бәйге проза һәм поэзия номинациялары буйынса уҙғарыла.

Мәҙәниәт

Өфөлә Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Ел тыуҙырған моң…» дискы менән таныштырыу сараһы була

8 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Ел тыуҙырған моң…» дискы менән таныштырыу сараһы була.

Мәҙәниәт

Республиканың 100 йыллығына Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы балалар өсөн рус телендә сығасаҡ

Республикала башҡорттарҙың төп һәм иң мөһим эпик әҫәре – «Урал батыр» эпосы балалар өсөн рус теленә тәржемә ителәсәк. Тәржемәнең төп маҡсаты – рус телле уҡыусыға эпосты юғары шиғриәт булараҡ тәҡдим итеү.

Мәҙәниәт

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына төшөрөлгән фильмдың исем туйы уҙҙы

Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулды. «Родина» кинотеатрында уның тормошо һәм ижады хаҡында «Ялҡындан һәм хистән ҡойолған.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына арналған юбилей саралары бара

Башҡортостанда республиканың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең юбилей саралары бара.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Әҙәбиәт, публицистика, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге 2017 йылғы ҡала премияһы лауреаттары билдәле булды. Уҙған көндәрҙә Сибайҙа уны тапшырыу тантанаһы үтте.

Мәҙәниәт

2018 йылда Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт өлкәһендә миллионлы гранттарҙы алыусылар асыҡланды

Башҡортостанда республика Башлығының театр, музыка, хореография сәнғәте һәм кинематография өлкәһендә иң мөһим ижади проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бүленгән миллионлы гранттарҙы алыусылар билдәле булды.

Мәҙәниәт

Республиканың 100 йыллығы уңайынан фестиваль-марафонды Хәйбулла районы башлап ебәрҙе

1 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафоны башланды.

Мәҙәниәт

Артур Нәзиуллин Мәскәүҙә «XXI быуат йондоҙҙары» абонементы сиктәрендә сығыш яһаясаҡ

Билдәле Рәсәй музыканты, Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды директоры Артур Нәзиуллин Мәскәүҙә сығыш яһаясаҡ. 6 февралдә ул данлыҡлы Чайковский исемендәге концерт залында уйнай.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә Башҡортостандың ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт үтәсәк

Мәскәүҙә республиканың ижади коллективтары ҡатнашлығында «Башҡортостан — тыуған илем» исемле концерт үтәсәк. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ғәҙәти сараны 17 февралдә «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге уҙғара.

Мәҙәниәт

Башҡорт ҡыҙҙарын «Һылыуҡай-2018» матурлыҡ конкурсының һайлап алыу турына саҡыралар

Башҡортостандың баш ҡалаһында сираттағы тапҡыр «Һылыуҡай-2018» республика гүзәллек бәйгеһе ойошторола. Башҡорт һылыуҙарын конкурстың һайлап алыу турына саҡыралар.

Мәҙәниәт

Өфөлә Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына тәүге тапҡыр үҙенең мәҡәләләре һәм уның хаҡында иҫтәлектәр баҫылды

Өфөлә «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына китап баҫылып сыҡты. Йыйынтыҡҡа уның быға тиклем баҫылмаған мәҡәләләре, ижади портреттар, арнауҙар һәм Биишева хаҡында иҫтәлектәр ингән.

Мәҙәниәт

Башҡорт шағиры Фәрит Әхмәҙиевтың робағиҙары Төркиәлә баҫылып сыҡҡан

Башҡорт шағиры Фәрит Әхмәҙиевтың робағиҙары Төркиәлә баҫылып сыҡҡан. Әҫәрҙәре Төркиәнең сәнғәт тураһындағы журналдың ғинуар һанында донъя күрҙе. Уларҙы төрөк теленә билдәле төркиәтсе Әхәт Сәлихов тәржемә иткән.

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть