Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 69.25 ↓

19 ғинуар, Йома

Уфа   °

Мәҙәниәт

Өфөлә төрлө телдәрҙә донъя күргән «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтары коллекцияһы менән танышырға мөмкин

Өфөлә Гүзәл Яхинаның донъяның төрлө телдәрендә баҫылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтары коллекцияһын ҡарарға мөмкин. Проектты Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана әҙерләй.

Мәҙәниәт

«Беҙҙең өйҙөң йәме»: Өфөлә Мостай Кәримдең аудиокитаптары донъя күрҙе

Өфөлә Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар донъя күрҙе. «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип аталған диск бөйөк шағир, прозаик һәм драматургтың 100 йыллығына Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты аҡсаһына сығарылды.

Мәҙәниәт

Радик Юлъяҡшиндың әсәһе Яңы йылға улының кем булып кейенергә яратыуы һәм кәләше ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һөйләне

Радик Юлъяҡшиндың әсәһе Нәфисә ханым Яңы йылға улының кем булып кейенергә яратыуы тураһында һөйләне. Популяр башҡарыусының әсәһе «Рәсәй-Башҡортостан» каналында «Хәйерле иртә, Республика!

Мәҙәниәт

Өфөлә легендар артистар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде

Өфөлә легендар артистар, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хөкүмәт наградаларын тапшырҙы.

Мәҙәниәт

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты йомғаҡ яһарға саҡыра

«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты тамамланыуға табан бара, тиҙҙән тауыш биреүгә йомғаҡ яһала. 2018 йылдың 28 ғинуарында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында халыҡ рейтингы лидерҙарын бүләкләү сараһы була.

Мәҙәниәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Бер ҡар бөртөгөнөң тарихы» ҡуйыла

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Владимир Аношкиндың пьесаһы буйынса «Бер ҡар бөртөгөнөң тарихы» яңы йыл спектакленең премьераһы була. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театрҙар – балаларға» проекты сиктәрендә ҡуйыла.

Мәҙәниәт

Башҡортостандан «оркестр-ҡыҙ» «Зәңгәр ҡош» телепроекты финалында Евгений Миронов менән сығыш яһаны

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан 10 йәшлек Ләйсән Золоторева «Зәңгәр ҡош» телепроекты тамашасыларын һәм жюриҙы хайран ҡалдырыуын дауам итә. Был юлы «оркестр-ҡыҙ» шоу финалында Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Миронов менән бергә сығыш яһаны.

Мәҙәниәт

«Керәшен һыуыҡтары-2018» фестивале Башҡортостанда конкурс миҙгелен аса

«Керәшен һыуыҡтары-2018» эстрада йыр һәм бейеү фестивале ғаризалар ҡабул итә. Был сара республикала конкурс миҙгелен аса. 18-20 ғинуарҙа йәш музыканттар, йырсылар, эстрада төркөмдәре һәм бейеүселәр Бөрө ҡалаһы Мәҙәниәт һарайында йыйыла.

Мәҙәниәт

«Яңы йыл тауышы»: республиканан 780 бала Башҡортостан Башлығы шыршыһына йыйылды

Бөгөн, 22 декабрҙә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһы уҙҙы. Байрамға 780 бала йыйылды. Республиканың баш ҡалаһына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестивалдәр лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары килде.

Мәҙәниәт

Күренекле башҡорт шағиры тураһында «Бабич» фильмы рус телендә яңғырай

Күренекле башҡорт шағиры тураһында «Бабич» фильмы рус телендә яңғырай. Был хаҡта тарихи кинотаҫманың режиссеры Булат Йосопов хәбәр итте. Фильмдың әлеге варианты башҡортса аңламағандар өсөн бик уңайлы.

Мәҙәниәт

«Өфө-II ҡаласығы» ҡаҙыу эштәре биләмәһендә археологик тәҙрәләр төҙөргә теләйҙәр

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Боронғо Өфө» музейы «Өфө-II ҡаласығы» ҡомартҡыһы биләмәһен төҙөкләндереүгә архитектура проекттары конкурсы иғлан итте. Проекттарға мотлаҡ рәүештә «археологик тәҙрәләр» һәм 50 метрҙан тәрән булмаған мәҙәни ҡаҙылма ҡатламын консервациялау инергә тейеш.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Шәғәли Шаҡман тураһында китаптың исем туйы уҙҙы

Белорет районының Ҡаһарман ауылында РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, аҡһаҡал Ҡасим Нафиҡовтың «Шәғәли Шаҡман төйәге — Ҡаһарман» китабының исем туйы уҙҙы. Сарала Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев, Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова, яҙыусы Гөлсөм Мостафина, ауыл халҡы ҡатнашты.

Мәҙәниәт

2018 йылда ҡурай Башҡортостандың бренды сифатында теркәлеүе мөмкин

Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы — ҡурай — 2018 йылда төбәктең бренды булараҡ теркәлеүе ихтимал, тип һөйләне «Парламентская газета» баҫмаһына Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

Мәҙәниәт

Яңы «Барыһы ла тормошҡа ашасаҡ» арт-объекты: бөгөн өфөләр теләк теләй ала

Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙәгендә, Ҡунаҡһарайҙа, сағыу «Барыһы ла тормошҡа ашасаҡ» арт-объекты барлыҡҡа килде. Ул Яңы йыл алдынан Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында башланасаҡ теләктәр йыйыу акцияһы сиктәрендә ҡуйылды.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың төп телеканалында үҫмерҙәр тураһында тәүге сериал эфирға сыға

Бөгөн, 21 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Бирешмә!» үçмерҙəр өсөн беренсе башҡорт сериалы күрһәтелә башлай. «Беҙ әлеге проектҡа ҙур ихласлыҡ менән ярҙам иттек һәм Яңы йыл алдынан тамашасыларыбыҙға бүләк яһарға: йәшлекте, саф һөйөүҙе, ижадты күрһәтергә булдыҡ», — тине «Родина» кинотеатрында үткән сериалдың исем туйында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы медиахолдингы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ конкурсының финалы уҙҙы. Уҙып барған йылдың төп тажы өсөн республиканың төрлө мөйөштәренән 14 сибәркәй көс һынашты. Беренсе урынды Стәрлебаш районынан Гөлгөнә Баһауетдинова яуланы.

Мәҙәниәт

Виртуоз музыкант Роберт Заһретдиновҡа үҙе үлгәндән һуң премия бирелде

Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдиновҡа үҙе үлгәндән һуң Рәшит Әхтәри исемендәге премия тапшырылды. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Мәҙәниәт

Шыршы байрамдары - 2018: театрҙар балалар өсөн ниндәй бүләк әҙерләгән

Ғәҙәттәгесә яңы йыл каникулдарында һәм унан алда һәр театр балаларҙы яңы постановкалар һәм яңы йыл тамашалары менән ҡыуандырырға тырыша. «Башинформ» агентлығы йәш тамашасыларҙы Өфө театрҙарында һәм концерт залдарында ниндәй ҡыҙыҡлы бүләктәр көткәнен асыҡланы.

Мәҙәниәт

Радик Юлъяҡшин бер яңы йыл кисәһендә күпме аҡса эшләй

Яңы йыл яҡынлаша. Өфөләр һәм Башҡортостанда йәшәүселәр ял итергә әҙерләнһә, милли эстрада йондоҙҙарының корпоративтар мәле башлана. Киң мәғлүмәт саралары республика йырсыларының бер кистә күпме гонорар алыуын иҫәпләп сығарҙы.

Мәҙәниәт

Өфөлә һәләтле балаларға Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы хәйриә фонды гранттарын тапшырҙылар

Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залының кесе залында Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһындағы хәйриә фонды гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте. Грант һәм премия алыусылар концерт менән сығыш яһаны.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Башҡорт теле көнө» байрамы үтә

20 декабрҙә Өфөлә Башҡорт теле көнөнә арналған сара уҙа. Тыуған яҡ, туған тел тураһында үҙең яҙған иң яҡшы шиғырға һәм эссеға, башҡорт телендәге фильмға һәм башҡорт халыҡ ижады өлгөлөрән иң яҡшы башҡарыуға интернет-конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында ҙур байрам Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында үтә.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ артисы өй төҙөгәндә бронза быуатҡа ҡараған боронғо һауыт тапҡан

Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров беҙҙең дәүергә тиклем II мең йыл элеккә ҡараған боронғо һауыт тапҡан. Танылған йырсы уны үҙенең тыуған ауылы Әбйәлил районы Таштимер ауылы янында көтмәгәндә табып алған.

Мәҙәниәт

Александр Галибин Башҡортостанда Мостай Кәримдең повесы буйынса фильм төшөрә

Танылған актер һәм режиссер Александр Галибин Башҡортостанда Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса фильм төшөрә. Проектты Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы 90 миллион һумға финанслай.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүе конкурсында һигеҙ Гран-при тапшырылды

Өфөлә «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүе конкурсына йомғаҡ яһалды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсының 10 йыллығына бағышланған гала-концерт уҙҙы.

Мәҙәниәт

Американдар башҡорт ҡурайы менән ҡыҙыҡһына

Американдар башҡорт ҡурайы менән ҡыҙыҡһына. Был турала билдәле музыкант Рәмил Ғәйзуллин хәбәр итте. Ул Алматыла Ҡаҙағстан этнографияһының 200 йыллығына арналған «XXI быуатта традицион музыка» халыҡ-ара ғилми конференцияһында ҡатнашты.

Мәҙәниәт

«Батша кәләше» операһының премьераһы Башҡортостандың музыкаль тормошонда ҙур ваҡиғаға әйләнде

Яңы йыл алдынан Башҡорт опера һәм балет театры өфөләргә бүләк эшләне – Николай Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» спектаклен тәҡдим итте. Премьера ике көн дауамында барҙы.

Мәҙәниәт

Рөстәм Хәмитов Нестеров премияһы дәғүәселәренең эштәре менән танышты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында барған «Йолалар һәм рухилыҡ» Нестеров премияһына дәғүәселәрҙең эштәренең Республика тематик күргәҙмә-конкурсы экспозицияһы менән танышты.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында Матбуғат балы: 2017 йылдың иң яҡшы журналистары иғлан ителде

Башҡортостандың баш ҡалаһында Матбуғат балында иң яҡшы журналистарҙы иғлан иттеләр. Яҡшы йолаға әүерелгән сарала 2017 йылға йомғаҡ яһалды. Унда федераль, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары, корпоратив баҫма вәкилдәре, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, алдынғы предприятиелар һәм компаниялар матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Мәҙәниәт

Өфөлә танылған композитор Урал Иҙелбаев ике ҙур музыкаль проект әҙерләй

Танылған башҡорт композиторы Урал Иҙелбаев «Урал легендалары» һәм «Урал йәүһәрҙәре» тигән ике ҙур музыкаль проект әҙерләй. 2018 йылдың 2 февралендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында композиторҙың юбилейы уңайынан «Урал легендалары» исемле этник музыка концерты уҙа.

Мәҙәниәт

Өфөлә билдәле Рәсәй йырсылары ҡатнашлығында «Дүртәүҙең йөрәге» хәйриә концерты үтте

Өфөлә Рәсәйҙең билдәле опера йырсылары ҡатнашлығында «Дүртәүҙең йөрәге» хәйриә концерты үтте. Уны «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ете йылы тулған «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды ойошторҙо.

Мәҙәниәт

«Рәсәй-1. Башҡортостан» каналында «Ислам Нуры» тигән дини рубрика сыға башлай

«Рәсәй-1. Башҡортостан» каналында, «Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуында «Ислам Нуры» тигән дини рубрика сыға башлай. Ул һәр йома иртәнге сәғәт 9-ҙа сығасаҡ, тип хәбәр итте телеканалдың матбуғат секретары Наталья Агрова.

Мәҙәниәт

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленән һуң хоккейсы Григорий Панин Башҡорт драма театрын «Салауат Юлаев» уйынына саҡырҙы

Күренекле Рәсәй хоккейсыһы, «Салауат Юлаев»тың ярымһаҡсыһы Григорий Панин уҙған көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында булды. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтәнен хәбәр итеүҙәренсә, «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡарап, хоккейсы ныҡ тәьҫирләнгән.

Мәҙәниәт

«Мин яратам һине, Рәсәй!» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале: жюриҙа — Элвин Грей, лауреат — Өфөнән Магуля Мезинова

«Башҡорт-татар эстрадаһының популяр йырсыһы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) Сочиҙа «Мин яратам һине, Рәсәй!» Бөтә Рәсәй йәштәр музыка фестивале жюрийы составында эшләне.

Мәҙәниәт

«Башҡортостан гүзәле-2017» матурлыҡ конкурсы: ҡыҙҙар сәхнәгә ир-егеттәр менән сыға

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ конкурсында һәр ҡыҙ сәхнәгә ир туғаны — атаһы, ағаһы (ҡустыһы) йәки тормош иптәше менән сыға. Тажға дәғүә иткән 14 һылыуҡай араһында кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.

Мәҙәниәт

Яратҡан башҡорт рәссамдарының исемен Төньяҡ ҡотопта күрергә мөмкин

Башҡорт рәссамдарының исемен Төньяҡ ҡотопта күрергә мөмкин. Ерҙең төньяҡ нөктәһендә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингында еңеүселәрҙең һәм проекттың төп партнерҙарының исемдәре яҙылған вымпел ҡуйыу күҙаллана.

Мәҙәниәт

«Ел тыуҙырған моң»: Өфөлә төрлө илдәрҙән музыка ҡоралдарында уйнаусылар сығыш яһаны

Башҡортостандың баш ҡалаһында I «Ел тыуҙырған моң»: халыҡ-ара этник тынлы инструменттар фестивале тамамланды. Өс көн буйына Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында төрлө илдәрҙән музыка ҡоралдарында уйнаусылар сығыш яһаны.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә башҡорт сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллинаға «Рәсәй күңеле» премияһын тапшырҙылар

Кисә Мәскәүҙә Чайковский исемендәге Концерт залында халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөш өсөн «Рәсәй күңеле» XI Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Мәҙәниәт

Ратмир Бәҙретдинов: «Байыҡ» конкурсы башҡорт бейеүен үҫтерә һәм беҙҙе Фәйзи Ғәскәровтың традицияларына алып ҡайта»

«Байыҡ» конкурсы башҡорт бейеүен үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул беҙҙе күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың традицияларына алып ҡайта. Элекке йылдарҙа хатта Мәскәүгә алып барырлыҡ кеше юҡ ине.

Мәҙәниәт

Өфөлә тәүгә интеллектуаль театр баттлы уҙҙы: киң мәғлүмәт саралары командаһы еңде

Өфөлә тәүгә баш ҡала театрҙары араһында «СмАРТ» интеллектуаль-күңел асыу баттлы уҙҙы. Уйын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Кесе залында үтте.

Мәҙәниәт

Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» исемле яңы фильмы: тарихи персонаждарҙы кемдәр уйнай

Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» исемле яңы тулы метражлы нәфис фильмында тарихи персонаждарҙы кемдәр уйнауы билдәле булды. Алдан уҙғарылған кастинг буйынса, яҙыусылар Һәҙиә Дәүләтшинаны — Лилиә Исҡужина, Дауыт Юлтыйҙы — Рафиҡ Хәсәнов, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовты— Артур Ишмөхәмәтов, башҡорт милли театрына нигеҙ һалған Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы — Руслан Хайсаров, актриса Зәйтүнә Бикбулатованы — Рушанна Бабич, милли театр реформаторы Мәкәрим Мәһәҙиевты Артур Ҡунаҡбаев уйнай.

Мәҙәниәт

Республикала «Бәлешфест» фестивале, «Тулҡынландырғыс Башҡортостан» һәм Һөнәрҙәр мәктәбе президент гранттарына лайыҡ булды

Башҡортостанда «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале федераль грант алды. Президент гранттары фонды уны уҙғарыуға 471,8 мең һум аҡса бүлде. Фестивалде «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.

Мәҙәниәт

Элвин Грей, Анжелика Якусева, RNT – «Йәшлек-шоу» фестивале еңеүселәрҙе атаны

Өфөлә 25-се «Йәшлек-шоу» республика йәштәр фестивале үтте. Фестивалдең гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты студенты Ләйсән Ғәлимова фестиваль Гран-прийын яуланы.

Мәҙәниәт

Сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар һанын 15 процентҡаса арттырырға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов балалар сәнғәт мәктәптәре эшенең мөһимлеген билдәләне һәм республика яғынан уларға ярҙам итеү хаҡында һөйләне. - 2013 йылдан республикала балалар сәнғәт мәктәптәрен яңы музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға йыл һайын бюджет саралары бүленә.

Мәҙәниәт

Нурия Ирсаева үҙенең юбилейы йылында төп ролдә киноға төштө

Танылған башҡорт актрисаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева үҙенең юбилей йылында киноға төштө. Ул режиссер Роман Пожидаевтың «Ҡар яуғанда» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмында төп ролде башҡарҙы.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда мәҙәниәт проекттарына республика башлығы гранттарын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре раҫланды

Башҡортостанда театр, музыка, хореография сәнғәте һәм кинематография өлкәһендәге әһәмиәтле ижади проекттарға ярҙам итеү йәһәтенән республика башлығы гранттарын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре раҫланды.

Мәҙәниәт

Хәниә Фәрхиҙең ижадын үҙ итеүселәр Ҡазан урамдарының береһенә уның исемен бирергә теләй

Хәниә Фәрхиҙең ижадын үҙ итеүселәр Ҡазан урамдарының береһенә уның исемен бирергә теләй. Улар change.org сайтында петиция ойошторған, бөгөнгө көнгә 200-ҙән ашыу кеше ҡул тамға йыйылған.

Мәҙәниәт

Өфөлә Элвин Грейҙың концерты ҙур аншлаг менән үтте

Кисә баш ҡалабыҙҙағы «Өфө-Арена»ла Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) ижадын һөйөүселәр йыйылды. Уның башҡарыуында башҡорт, татар, рус, румын телдәрендә йырҙар яңғыраны.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала «Өфө II ҡаласағы» иртә урта быуат костюмдары күргәҙмәһе асылды

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында «Өфө II ҡаласағы. Кешеләр. Мода. Йолалар» күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Өфө II ҡаласағында йәшәгән – Мәзүнин һәм Турбаҫлы археология мәҙәниәттәренә ҡараған иртә урта быуат халҡы костюмдарының тарихи реконструкциялары тәҡдим ителгән.

Мәҙәниәт

Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Баш ҡалалағы иң яҡшы атай-2017» конкурсында Гран-приға лайыҡ булды

Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Баш ҡалалағы иң яҡшы атай-2017» конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Ул иң яҡшы ғаилә традицияларын һаҡлаусы тип танылды. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов — ҡумыҙсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, республиканың мәғариф отличнигы.

Мәҙәниәт

Республика вәкилдәре 2017 йылда Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһын ябыу тантанаһында ҡатнашты

Ҡаҙағстанда 2017 йылда Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһын ябыу тантанаһы уҙҙы. Гала-концертта 11 илдән һәм төбәктәрҙән талантлы йырсылар һәм бейеүселәр булды. Башҡортостандан төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Заһир Зәйнетдинов һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, халыҡ йырҙарын башҡарыусы Зилиә Бәхтиева сығыш яһаны.

Мәҙәниәт

Республикала II «Барыня-йыр» төбәк-ара рус йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы үтте

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында II «Барыня-йыр» төбәк-ара рус йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы уҙҙы. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Стәрлетамаҡ районы хакимиәте сығыш яһаны.

Мәҙәниәт

Беҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына бәйле хәлде тамырынан үҙгәртә алдыҡ – Рөстәм Хәмитов

Рәсәй Президентының май указдары, шулай уҡ федераль Хөкүмәттең һәм төбәк властарының берлектәге эше һөҙөмтәһендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға мөмкин булды.

Мәҙәниәт

Рөстәм Хәмитов Өфө музыка колледжында булды

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһе сиктәрендә быйыл 45 йыллығын билдәләгән профессиональ йүнәлештәге уҡыу йортонда – Урта махсус музыка колледжында булды.

Мәҙәниәт

Республикала йәш сәсәндәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Башҡортостанда «Сәсәндәрем, килегеҙ!» төбәк сәсәндәр фестивале үтте. Ул Әлшәй районының административ үҙәгендә, Раевка ауылының Мәҙәниәт йортонда үтте. Филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалиә Солтангәрәева проект етәксеһе булып сығыш яһаны.

Мәҙәниәт

Рөстәм Хәмитов Мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһен үткәрҙе

Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ белем биреү системаһын камиллаштырыуға арналған Мәҙәниәт буйынса III республика кәңәшмәһен уҙғарҙы.

Мәҙәниәт

Республика халҡы «Miss Asia Russia 2017» исеменә дәғүә иткән Юлиә Әбүбәкирова һәм Ләйсән Зиннурова өсөн тауыш бирә ала

Башҡортостан халҡы «Miss Asia Russia 2017» исеменә дәғүә иткән Юлиә Әбүбәкирова һәм Ләйсән Зиннурова өсөн тауыш бирә ала. Интернет аша тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында бер еңеүсене билдәләү ҡаралған.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен театрҙа өйрәнергә мөмкин

Өфөлә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен театрҙа өйрәнергә мөмкин. Йәштәр театрында «Ҡағиҙәләр илендә» әкиәтен сығаралар. Тамашаның премьераһы 7 декабрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Камера сәхнәһендә була, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда йәшәгән һәр кем «Минең телем — дуҫлыҡ теле» акцияһында ҡатнаша ала

Башҡортостанда «Минең телем — дуҫлыҡ теле» республика акцияһы башлана. Акцияға 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә старт бирелә. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә бер үк ваҡытта уҙғарыла.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Зәңгәр ҡош» финалсыһы Ләйсән Золотарева ҡатнашлығында башҡорт эпостарын төшөрөү башланды

Башҡортостандың баш ҡалаһында Ләйсән Золотарева ҡатнашлығында башҡорт эпостары буйынса сюжеттар төшөрөү башланды. Эпостарҙан өҙөктәрҙе башҡорт сәсәндәре традицияһын дауам итеүселәр һөйләй.

Мәҙәниәт

Уҡытыусы һәм йырсы Марат Шәрипов Татарстандың Муса Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты булды

Уҡытыусы һәм йырсы Марат Шәрипов Татарстандың Муса Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты булды. Премияны «XXI быуат лидеры» бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙары һәм етәкселәре конкурсын ябыу тантанаһы сиктәрендә Ҡазан ратушаһында тапшырҙылар.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала «Башҡорт йыры-2017» фестиваленең еңеүселәре иғлан ителде

Өфөлә йыл һайын уҙғарылып килгән «Башҡорт йыры-2017» фестиваленең еңеүселәре иғлан ителде. Йәш башҡарыусылар Гөлнара Вәлиева һәм Алмас Хөсәйенов башҡорт эстрада йыры телевизион фестиваль-конкурсы Гран-прийын яуланы.

Мәҙәниәт

Баш ҡалабыҙҙа «Йәшлек-шоу» фестиваленең финалсылары билдәләнде

Өфөлә «Йәшлек-шоу» фестиваленең финалсылары билдәләнде. Кисә быйыл  үҙенең 25 йыллығын билдәләгән фестивалдең һайлап алыу этабы тамамланды. Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, быйыл Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Йылайыр райондары, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Сорғот ҡалалары һәм Силәбе өлкәһе ҡатнашыусылары башҡарыу оҫталығын күрһәтте.

Мәҙәниәт

Республиканың баш ҡалаһында Халыҡ ижады фестиваль-марафоны асыла

1 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең Халыҡ ижады фестиваль-марафоны уҙа. Уның девизы — «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть