Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Мәҙәниәт

Төбәктә «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклор байрамы еңеүселәре иғлан ителде

Башҡортостанда «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклор байрамына йомғаҡ яһалды. Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан «Суҡ муйыл» башҡорт фольклор ансамбле (

Мәҙәниәт

Өфөлә III «Бәпембә» республика балалар шиғриәте фестивале лауреттарын бүләкләйҙәр

24 октябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында III «Бәпембә» республика балалар шиғриәте фестиваленә йомғаҡ яһайҙар. Йыл буйына балалар Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурста ҡатнашты.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә йәш Өфө рәссамының шәхси күргәҙмәһе асылды

Мәскәүҙең Милләттәр йортонда йәш Өфө рәссамы Вера Фролованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Ул Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында ойошторолған һәм ике аҙна дауамында барасаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.

Мәҙәниәт

Бөйөк Британияла йәшәгән Башҡортостан егете телгә ярҙам итеү өсөн тәүге башҡорт YouTube каналын асҡан

Бөйөк Британияла йәшәгән Башҡортостан егете Илсур Сөләймәнов телгә булышлыҡ итеү өсөн тәүге башҡорт YouTube каналын асҡан. «Мин бында башҡорт теленә ярҙам итеү өсөн үҙемдең башҡорт телендәге YouTube каналын булдырҙым.

Мәҙәниәт

Беҙгә башҡорт халыҡ мәҙәниәте фестивалдәре кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Уҙған көндәрҙә Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ашҡаҙар таңдары» V республика башҡорт фольклоры байрамында булды. Ул ҡала Мәҙәниәт һарайында үтте.

Мәҙәниәт

Өфөлә Илһөйәр Ғизетдинованың тормошо һәм ижады тураһында «Ағиҙел ҡыҙы» китап-альбомының исем туйы була

Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғизетдинованың тормошо һәм ижады тураһында «Ағиҙел ҡыҙы» китап-альбомының исем туйы була.

Мәҙәниәт

Стәрлетамаҡта былтыр Мексикала уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды

Стәрлетамаҡта былтыр Мексикала уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. «Бөтә донъя Фольклориадаһы — 2016» — күсмә күргәҙмә, ул республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмектәрендә уҙа һәм 2018 йылдың аҙағында тамамлана.

Мәҙәниәт

Рәсүл Сәғитов Өфөлә яңы китабының исем туйын үткәрҙе

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов Башҡорт дәүләт университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты.

Мәҙәниәт

Екатеринбургта XV «Башҡорт йыры» төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола

Екатеринбургта XV «Башҡорт йыры» төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале үткәрелә. 22 октябрҙә Халыҡ ижады һарайында йолаға әүерелгән сара быйыл Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.

Мәҙәниәт

«Туған тел» телеканалының милли премияһына дәғүәселәрҙең исемдәре билдәләнде

Өфөлә ойоштороу комитеты ултырышында «Туған тел» телеканалының милли премияһына 45 дәғүәсенең исемдәре билдәләнде. Улар тәүге тапҡыр тапшырыласаҡ премияның 20 номинацияһында еңеүгә дәғүә итә.

Мәҙәниәт

Башҡортостан театрҙарға ярҙамға 7 миллион һумдан ашыу федераль субсидия алды

2013-2020 йылдарға «Мәҙәниәтте һәм туризмды үҫтереү» федераль дәүләт программаһы сиктәрендә 220 миллион һум күләмендә саралар Федерацияның 73 субъекты бюджеттары араһында бүленде.

Мәҙәниәт

«Башҡортостан» гәзите 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Республикабыҙҙың абруйлы баҫмаларының береһе  — «Башҡортостан» гәзите 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 3 ноябрҙә Конгресс-холда байрам сараһы уҙа. Кисәлә баҫма тарихының сағыу биттәренә, гәзит ойошторолғандан алып һәм беҙҙең көндәргә тиклем уға етәкселек иткән баш мөхәррирҙәргә, һәләтле ҡәләм оҫталарына ҙур иғтибар бүлеү ҡаралған.

Мәҙәниәт

Башҡорт театры сәхнәһе ветераны Мөнирә Занина арабыҙҙан китте

Бөгөн иртән Салауат дәүләт башҡорт драма театры ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Мөнирә Занина вафат булды. Танылған сәхнә оҫтаһына 15 декабрҙә 87 йәш тулыр ине.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында Йәштәр театр премияһына эйә булыусылар билдәләнде

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Йәштәр театр премияһына эйә булыусылар билдәләнде. Театр эшмәкәрҙәре союзы премияларын тапшырыу тантанаһы Өфөләге Актерҙар йортонда уҙҙы.

Мәҙәниәт

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленең премьераһына авторҙың ни өсөн килмәйәсәге билдәле булды

Гүзәл Яхинаның Өфөгә үҙенең «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдең премьераһына ни өсөн килмәйәсәге билдәле булды. Премьера Өфөлә 24-25 ноябрҙә уҙа.

Мәҙәниәт

Санкт-Петербургта Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң тәүгә концерты үтте

Төньяҡ баш ҡалала Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары конгресы (ҡоролтайы) булышлығында Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң тәүгә концерты үтте.

Мәҙәниәт

Андрей Малахов «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»н яҡынлашып килгән 90 йыллығы менән ҡотланы

Андрей Малахов «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»н яҡынлашып килгән юбилейы менән ҡотланы. «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»н ҙур юбилейы менән ҡотлайым! Быуат тиҫтерҙәренән ниндәйҙер ун йылдың айырыуына ышаныу ҡыйын.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле «Рәсәй тауыштары» фестивале барышында ижад миҙгелен аса

Өфөлә тәүге тапҡыр «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй хор, йыр һәм бейеү ансамблдәре фестивале бара. 17 октябрҙә фестиваль программаһын баш ҡаланың профессиональ сәнғәтенең визит карточкаһы тип һаналған «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле тамамлай.

Мәҙәниәт

Төбәктәге «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды

Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды.

Мәҙәниәт

Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары ағастар ултыртты

Башҡортостандың Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын тәбрикләү хөрмәтенә арналған тантаналы саралар уҙҙы. Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналистың тыуған төйәгенә Хоҙайбирҙе ауылына журналистика өлкәһендә 2017 йылғы Хөкүмәт премияһы лауреаттары – «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Марина Воронова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева һәм Башҡорт дәүләт университеты профессоры Фәнил Күзбәков килде.

Мәҙәниәт

Башҡортостан радиоһының юбилейы уңайынан йондоҙло дискотекала плазмалы телевизорҙар уйнатыла

«Рәсәй Башҡортостан» телевидениеһы һәм радиоһы теләге булған һәр кемде «Хәйерле төн, республика!» тип аталған йондоҙло дискотекаға саҡыра. Башҡортостан радиоһының 90 йыллыҡ юбилейына арналған дискотека 20 октябрҙә «Өфө уттары»нда уҙа.

Мәҙәниәт

Республикала башҡорт телендә интернет-радио асылды

11 октябрҙә, Республика көнөндә, башҡорт телендә яңы интернет-радиостанция үҙ эшен башланы. Әлегә ул һынау үтә. «Ватан» музыка һәм мәғлүмәт радиоһы тәүлек әйләнәһенә эшләй, эфирҙы Dj Fatikh – билдәле музыкант Фәтих Муллахмәтов тултыра.

Мәҙәниәт

Рөстәм Хәмитов тамашасыларҙың яратҡан артисы Фидан Ғафаровты юбилейы менән ҡотланы

Бөгөн үҙенең ижадын башҡорт милли театрын үҫтереүгә арнаған күренекле актер Фидан Ғафаров 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов юбилярға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе: «Сағыу артислыҡ һәләте, ҡабатланмаҫ башҡарыу оҫталығы Һеҙгә республиканан ситтә киң танылыу һәм абруй килтерҙе.

Мәҙәниәт

Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге башҡорттар Республика көнөн нисек билдәләй

Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләй. Барыһынан да алдараҡ байрамды Үзбәкстанда билдәләнеләр. 7 октябрҙә үк бында ҙур байрам ойошторолдо.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юльяҡшин үҙенең командаһына гитарасы эҙләй

Уҙған көндәрҙә башҡорт, татар, рус һәм хатта румын телдәрендә йырҙар авторы һәм башҡарыусы Радик Юльяҡшин кастинг иғлан итте. Атҡаҙанған артистың музыкаль командаһында гитарасы урыны буш.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырҙылар

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә 2017 йылға журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика Хөкүмәте премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурсҡа тәҡдим ителгән 11 дәғүәсенән һәм ике ижади коллективтан комиссия өсәүҙе һайлап алды.

Мәҙәниәт

Республикала тағы ла бер яңыртылған мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты

Илеш районының Ишҡар ауылында матди-техник базаһы ремонтланғандан һәм нығытылғандан һуң ауыл мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы булды. Эштәр «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты сиктәрендә башҡарылды.

Мәҙәниәт

Төбәктә ике театр республика Башлығы грантын аласаҡ

Башҡортостанда ике театр төбәк театр коллективтарының ижади проекттарына ярҙам итеү өсөн республика Башлығы грантын аласаҡ. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы уларға дәғүә итеүгә ғаризалар ҡабул итә башлауы тураһында белдерҙе.

Мәҙәниәт

Сыктывкар башҡорттары тәүге Башҡорт мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу өсөн грант отто

16-18 ноябрҙә Коми Республикаһының Сыктывкар ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан хәбәр иттеләр.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Дюймовочка һәм Принц» мюзиклының премьераһы булды

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Дюймовочка һәм Принц» мюзиклының донъя премьераһы булды. Рус драма театрының репертуары Андерсендың күренекле әкиәтенең мотивтары буйынса сифатлы, сағыу һәм үҙенсәлекле постановка менән байыны.

Мәҙәниәт

Халыҡ-ара проектта йырсы Айтуған Ғәйзуллинды Башҡортостандың символы тип атанылар

Башҡорт эстрадаһы йырсыһы Айтуған Ғәйзуллин 31-се «I'm a singer Kazakhstan» каналының халыҡ-ара телепроектында ҡатнашты. Билдәле булыуынса, уны алты илдән өс мең башҡарыусы араһынан һайлап алғандар, һәм ул Башҡортостандан берҙән-бер вәкил булды.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры күпләп музыканттар ҡабул итә

Республиканың алдынғы ижади коллективы – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры күпләп музыканттар ҡабул итеүен белдерҙе. Конкурс тыңлауҙары бөтә оркестр төркөмдәре өсөн ноябрь айында үтә.

Мәҙәниәт

«Йөрәк һүҙе» проектында иң яҡшы шиғри дуэт өсөн тауыш биреү башланды

Тап бер йыл элек, 2016 йылдың октябрендә, «Ҡурай» телеканалында шиғри бәйгенең һайлап алыу туры төшөрөлә башланы. Республиканың билдәле кешеләренән торған 56 дуэт башҡорт әҙәбиәте классиктарының шиғырҙарын уҡыны.

Мәҙәниәт

Өфөлә уҡыусылар Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан патриотик клип төшөргән

Өфөлә уҡыусылар Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата клип төшөргән. Патриотик видеороликты байрам алдынан 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары яҙҙырған. Дүрт минутлыҡ клипҡа Өфөнөң төп иҫтәлекле урындары һәм баш ҡалабыҙҙың күркәм күренештәре ингән.

Мәҙәниәт

Өфөлә билдәле ҡурайсылар «Ҡурай баттл» алышына сыға

Өфөлә билдәле ҡурайсылар «Ҡурай баттл» алышына сыға. Башҡарыу оҫталығында дүрт пар музыкант көс һынаша. Ишморат Илбәков – Рәсүл Ҡарабулатовҡа, Рушан Биктимеров – Илшат Ишморатовҡа, Морат Йәноҙаҡов – Илнур Хәйруллинға, Илмир Ҡоҙабаев Марсель Сәйетовҡа ҡаршы сығыш яһай.

Мәҙәниәт

Күренекле башҡорт шағиры тураһында «Бабич» фильмын Силәбелә күрһәттеләр

Силәбелә «Уралым» телетапшырыуының юбилей кисәһе сиктәрендә «Бабич» башҡорт фильмының премьераһы үтте. Шул кис Пушкин исемендәге кинотеатрҙа Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр һәм урындағы халыҡ йыйылды.

Мәҙәниәт

Радик Юлъяҡшин үҙенең ижадын һөйөүсенең хыялын тормошҡа ашырҙы

Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин үҙенең ижадын һөйөүсегә ҡунаҡҡа килде. Йырсы әйтеүенсә, Яңы Уренгой ҡалаһында барған концертта Радикка сәскә гөлләмәһе менән бергә записка тапшыралар.

Мәҙәниәт

Республика көнө алдынан баш ҡалабыҙҙа шиғриәт байрамы уҙғарыла

Республика көнө алдынан Өфөлә «Йәшә, Башҡортостан!» тип аталған шиғриәт байрамы ойошторола. 7 октябрҙә республиканың танылған шағирҙары «Башҡортостан» дәүләт концерт залына йыйыла.

Мәҙәниәт

Баш ҡалала «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

VII «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Фестиваль 17 һәм 18 ноябрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Конкурста музыка мәктәптәрен, юғары һәм махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар, студенттар ҡатнаша ала.

Мәҙәниәт

Башҡортостандағы Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре Минскиҙа Халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһаясаҡ

Билдәле Рәсәй музыканты, Башҡортостанда Владимир Спиваков фонды етәксеһе Артур Нәзиуллин һәм фондтың тәрбиәләнеүселәре Минскиҙағы халыҡ-ара фестивалдә яуаплы сығышҡа әҙерләнә.

Мәҙәниәт

National Geographic фотографы Робби Шон Шүлгәнташ мәмерйәһенең торошон баһаланы

National Geographic фотографы Робби Шондың Рәсәйгә сәфәре тамамланды. Фотографҡа билдәле археология ҡомартҡыларында — Силәбе өлкәһендәге Игнат, Башҡортостандағы Шүлгәнташ һәм Иҙрис (

Мәҙәниәт

Радик Юлъяҡшин төркөмдөң тыуған көнөндә үҙенең фанаттарына һөйөүен белдерҙе

Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey) үҙенең төркөмөнә туғыҙ йыл тулған көндә бөтә фанаттарына һөйөүен белдерҙе. Ижади биографияһындағы мөһим датаны йырсы Ноябрьскиҙа гастролдәрҙә билдәләй.

Мәҙәниәт

«Ҡорҡыт һәм Бөйөк дала моңдары» фестивалендә башҡорт ҡурайы яңғыраны

Ҡаҙағстандың Ҡыҙылурҙа ҡалаһында «Ҡорҡыт һәм Бөйөк дала көйҙәре» IV халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың традицион музыка сәнғәте фестивале үтте. Фестивалде ТӨРКСОЙ һәм Ҡыҙылурҙа өлкәһе аҡыматы ойошторҙо.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Ал сәскә» әкиәтенә Башҡортостан һәм Татарстан рәссамдарының һүрәттәрен күрергә мөмкин

Башҡорт опера һәм балет театрының Эрмитаж залында «Ал сәскә» күргәҙмәһе эшләй. Экспозицияла С.Т. Аксаковтың билдәле әкиәтенә бөтәһе 21 рәсем бар. Авторҙар араһында — Башҡортостан рәссамдары: Альберт Хәбибуллин, Рената Малютина, Анжелика Һиҙиәтуллина, Лилиә Әхмәҙуллина, Нина Сайкина, Вера Шаригина, Лидиә Юдина, Зөлфиә Вәлиуллина, Гүзәл Шембергер, Өфөнән, Октябрьскийҙан, Бәләбәйҙән, Приютовонан, Салауаттан, Ишембайҙан һәм Татарстандан: Игорь Төхвәтуллин, Лариса Самойлова, Екатерина Бердникова, Фәриҙә Сәҙриева Ҡазандан, Елабуганан һәм Яр Саллынан.

Мәҙәниәт

Башҡортостан режиссерының фильмы Истанбулда документаль кино фестивалендә махсус бүләккә лайыҡ булды

Башҡортостан режиссеры Кирстен Гайнеттың фильмы Истанбулда «Төрки донъя» халыҡ-ара документаль кино фестивалендә Тефик Исмаилов исемендәге махсус бүләккә лайыҡ булды.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда Мостай Кәримдең әҫәре буйынса тағы бер спектакль ҡуйылды

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры үҙенең 27-се миҙгелен Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль менән асты. Уны Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш Мәскәү режиссеры Антон Федоров ҡуйған.

Мәҙәниәт

Өфө музыканттары Ҡазанда XIII «Европа-Азия» халыҡ-ара яңы музыка фестивалендә дипломға лайыҡ булды

Өфө музыканттары, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары Ҡазанда XIII «Европа-Азия» халыҡ-ара яңы музыка фестивалендә дипломға лайыҡ булды.

Мәҙәниәт

Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театрының юбилей миҙгеле «Ал сәскә» спектакленең премьераһы менән асылды

Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театры 80-се юбилей миҙгелен бөтә ғаилә өсөн «Ал сәскә» тылсымлы балет премьераһы менән асты. Спектаклдең премьераһы яҙыусы С.Т. Аксаковтың улы – Константин Аксаковтың 200 йыллығына арналған XXVII Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә уҙҙы.

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть