Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.21 ↓

EUR 70.93 ↑

20 сентябрь, Йома

Уфа   °

Мәҙәниәт

Өфөнөң тарихи өлөшөндә биш йорт һаҡлана торған статусҡа эйә булды

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы Өфөнөң биш боронғо йортон муниципаль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерҙе, тип хәбәр итә «КоммерсантЪ-Өфө».

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы үтте

17 сентябрҙә Мәскәүҙең «Иллюзион» кинотеатрында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө.

Мәҙәниәт

Өфөлә Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙа

22 сентябрҙә Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркында Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале була. Фестиваль Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторлоуҙың 25 йыллығы сиктәрендә уҙғарыла.

Мәҙәниәт

Радий Хәбиров Владимир Спиваковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күренекле скрипкасы һәм дирижер, СССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Владимир Спиваковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ артисы Марс Сәфиуллин арабыҙҙан китте

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе һәм хореограф Марс Сәфиуллин 68-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Марс Ғәлим улы Сәфиуллин 1952 йылда Башҡортостандың Бишбүләк районыҠыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуған.

Мәҙәниәт

Александр Галибин «Һеңлекәш» фильмы өсөн «Алтын Феникс» кинофестивалендә махсус бүләк алды

«Һеңлекәш» фильмы режиссеры Александр Галибин XII «Алтын Феникс» Бөтә Рәсәй актерҙар һәм режиссерҙар кинофестивалендә актер Анатолий Папанов исемендәге махсус бүләккә лайыҡ булды.

Мәҙәниәт

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла

18-20 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандың 100 йыллығы билдәләнә. Мәскәүҙең Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков хәбәр итеүенсә, баш ҡалала Башҡортостан Республикаһы көндәре программаһының бай булыуы көтөлә, шуға күрә эшлекле һәм мәҙәни өлөштәргә бүленгән.

Мәҙәниәт

«Театр төнө - 2019»: Өфөлә Йәштәр театры сәхнәһендә ике спектакль ҡуйыла

20 сентябрҙә Өфөлә «Театр төнө» мәҙәни акцияһы ойошторола. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында акция 30-сы театр миҙгеле алдынан үткәрелә.

Матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, сара киске 7-се 15 минутта театр алдында концерт менән башлана.

Мәҙәниәт

Актриса Нурия Ирсаева — Өфө ҡалаһының почетлы гражданы

Актриса һәм режиссер Нурия Ирсаева Өфө ҡалаһының почетлы гражданы булды. Башҡортостандың баш ҡалаһында был исем 39-сы тапҡыр тапшырылды.

Нурия Ирсаева — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Мәҙәниәт

Сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт теленән онлайн-курстар башлана

Сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн башҡорт теленән онлайн-курстар башлана. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Мәҙәниәт

Өфөлә Ғәскәров исемендәге ансамбль #БашҡортсаБейейем флешмобын башлап ебәрҙе

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле социаль селтәрҙә #БашҡортсаБейейем флешмобын башлап ебәрҙе. Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортсабейейем, #башҡортсабейергәөйрәнәм хэштегы менән интернетҡа һалырға кәрәк.

Мәҙәниәт

Өфөлә «Азия көйҙәре һәм ритмдары» милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла

15 сентябрҙә Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркында «Азия көйҙәре һәм ритмдары» Азия халыҡтарының милли мәҙәниәттәре фестивале уҙғарыла. Сара Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторолоуҙың 25 йыллығына арнала.

Мәҙәниәт

Айгиз Баймөхәмәтов: Беҙ яҙыусыларҙың хеҙмәтенә иғтибар һәм ярҙам һаҡланыр тип ышанабыҙ

Башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетың уҡыу корпусында тауыш бирҙе.

«Һайлауҙы ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ҡалдырғаным булманы.

Мәҙәниәт

Рәсәй банкы Мостай Кәримдең 100 йыллығы хөрмәтенә иҫтәлекле тәңкә сығарҙы

5 сентябрҙә Рәсәй банкы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы.

Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр итеүҙәренсә, яңы тәңкә «Рәсәйҙең күренекле шәхестәре» серияһын тулыландыра.

Мәҙәниәт

Радий Хәбиров һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Башлығы грантын булдырҙы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн грант булдырҙы. Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған тейешле указға ярашлы, музыка, театр, һынлы һәм хореография сәнғәте өлкәһендә һәләтле йәштәргә 50 миллион һум күләмендә республика Башлығы гранты тапшырыла.

Мәҙәниәт

Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты

Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты. Конвертта Башҡортостан тәбиғәте фонында Мостай Кәримдең портреты төшөрөлгән. Ул шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына бағышлап сығарылған.

Мәҙәниәт

«Бабич» фильмы Халыҡ-ара кинофестивалдә Владимир Мотыль исемендәге призға лайыҡ булды

Булат Йосоповтың «Бабич» тарихи фильмы «Һөйөү һәр йөрәктә» халыҡ-ара кинофестивалендә Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссер һәм сценарист Владимир Мотыль исемендәге призға лайыҡ булды.

Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Йырсы ауыл» конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт ала. Яңы ижади бәйге 2019 йылдың октябренән 2020 йылдың октябренә тиклем бара, тип хәбәр иттеләр халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.

Мәҙәниәт

2019 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы 2019 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар биреү буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, түбәндәге дәғүәселәрҙе конкурста ҡатнашыуға индерҙе:

1.

Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты булды

Мәскәүҙә Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһының 2019 йылғы беренсе лауреаттарын атанылар. Уларҙың исемен Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы секретариаты иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, «Вече» нәшриәте һәм «Рәсәй яҙыусыһы» сайты тәҡдиме буйынса, улар — «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы өсөн Флүр Ғәлимов (Өфө), «Крымский мост» һәм «Святые грешники» романдары өсөн Александр Лапин (Воронеж) һәм һуңғы йылдарҙағы шиғырҙары өсөн Анатолий Аврутин (Минск).

Мәҙәниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть